Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2020, 22:00

#көләс #мәрәкә #ҡыҙыҡ

Баш табип дауахана буйлап тикшереп йөрөй.- Коронавирус шиге булған пациент менән хәлдәр нисек?- Былай насар түгел. Айырым палатаға һалып ҡуйҙыҡ. Махсус диета тәғәйенләнек.- Ниндәй диета ул тағы?- Печенье ашатабыҙ.- Ни өсөн печенье?!!- Һуң, ишек аҫтындағы ярыҡҡа печеньенан башҡа бер нәмә лә һыймай бит!Балалар баҡсаһында тәрбиәсе балаларҙан һорай: — Ниндәй ҡошҡа оя кәрәкмәй? — Кәкүккә! — Ни өсөн? — Сөнки ул сәғәт эсендә йәшәй.Уҡыусылар тарих музейына экскурсияға барған. Боронғо Египт фирғәүененең мумияһы алдында ике малай гәп һата:— Ҡара әле, бөтөн тәнен бинт менән урағандар.— Шулай шул. Боронғо Египет хулигандары ныҡ туҡмағандыр инде быны.Төндә күк йөҙөндә яңы тулып килгән айҙы күреп, Нәзир өләсәһенә:– Өләсәй, өләсәй, ҡара әле, айҙы ҡырҡҡыслап бөткәндәр, – ти.

#көләс #мәрәкә #ҡыҙыҡ
Баш табип дауахана буйлап тикшереп йөрөй.
- Коронавирус шиге булған пациент менән хәлдәр нисек?
- Былай насар түгел. Айырым палатаға һалып ҡуйҙыҡ. Махсус диета тәғәйенләнек.
- Ниндәй диета ул тағы?
- Печенье ашатабыҙ.
- Ни өсөн печенье?!!
- Һуң, ишек аҫтындағы ярыҡҡа печеньенан башҡа бер нәмә лә һыймай бит!


Балалар баҡсаһында тәрбиәсе балаларҙан һорай: — Ниндәй ҡошҡа оя кәрәкмәй? — Кәкүккә! — Ни өсөн? — Сөнки ул сәғәт эсендә йәшәй.


Уҡыусылар тарих музейына экскурсияға барған. Боронғо Египт фирғәүененең мумияһы алдында ике малай гәп һата:
— Ҡара әле, бөтөн тәнен бинт менән урағандар.
— Шулай шул. Боронғо Египет хулигандары ныҡ туҡмағандыр инде быны.

Төндә күк йөҙөндә яңы тулып килгән айҙы күреп, Нәзир өләсәһенә:

– Өләсәй, өләсәй, ҡара әле, айҙы ҡырҡҡыслап бөткәндәр, – ти.
Читайте нас в