Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында был тәҡдимде Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек рамкаһында бик урынлы, тип иҫәпләйҙәр.
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитетында тарих һәм башҡорт халҡы үҫеше буйынса комиссия председателе вазифаһын башҡарыусы Азат Ярмуллин әйтеүенсә, тәҡдим кәрәкле урынға йүнәлтелгән. Был хаҡта “Эхо Москвы в Уфе” радиостанцияһының сайтында әйтелә.
Бынан тыш, Ҡоролтайҙа “Өфө ҡаласығы-2” археологик ҡомартҡыһы территорияһында “Башҡорт” тип аталған музей асыу кәрәклеген дә билдәләйҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡаланың 450 йыллығы 2024 йылда көтөлә. Республика башлығы Радий Хәбиров ил президенты Владимир Путинға Өфөнөң юбилейын федераль кимәлдә билдәләргә тигән тәҡдим менән мөрәжәғәт итергә теләүен белдерҙе.