Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Декабрь 2020, 19:00

Рәсәй хоккейсылары - беренсе!

Евротурҙың Беренсе канал кубогына уҙғарылған этабында Рәсәй хоккейсылары өс уйында рәттән еңеү яуланы.

Билдәле булыуынса, хоккей буйынса Европа туры дүрт этаптан тора.
Ноябрҙә үткән беренсеһендә - Карьяла кубогында Рәсәй йыйылма командаһы Игорь Ларионов етәкселегендә йәштәрҙән торған команда туплағайны. Финляндияла уҙған уйындарҙа "Салауат Юлаев"тың йәш уйынсылары Родион Әмиров менән Шакир Мөхәмәҙуллин уңышлы сығыш яһаны, икеһе лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Беренсе этапта ла Рәсәй йыйылма командаһы майҙан хужалары булған Финляндия уйынсыларын - 6:2, Чехияны - 3:0, Швеция хоккейсыларын буллитта 2:1 иҫәбе менән еңеүгә өлгәшкәйне.
Мәскәүҙә уҙған Беренсе канал кубогында ла һынатманылар. Тәүге уйында Швеция хоккейсыларын буллитта 4:3 иҫәбенә еңеүгә өлгәштеләр. 19 декабрҙә иһә чехтарҙы - 4:1, 20 декабрҙә Финляндия йыйылма командаһын 5:1 иҫәбенә оттолар. Ике этаптан һуң Рәсәй йыйылма командаһы беренсе урында килә. Өсөнсө этап февралдә Швецияла, дүртенсеһе майҙа Чехияла үтәсәк.
Икенсе этапта Валерий Брагин етәкселегендәге йыйылма команда составына "Салауат Юлаев" командаһынан һөжүмсе Александр Кадейкин менән ҡапҡасы Даниил Тарасов саҡырылғайны. А.Кадейкинға уйын ваҡыты бик аҙ бирелде, ә бына ҡапҡасыбыҙ боҙға бөтөнләй сыҡманы, запаста ғына ултырҙы.
Читайте нас: