Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Декабрь 2020, 14:00

СТӘРЛЕТАМАҠ КОВИД ГОСПИТАЛЕ ДҮШӘМБЕ ТӘҮГЕ ПАЦИЕНТТАРЫН ҠАБУЛ ИТӘСӘК.

Бөгөн Башҡортостанда тағы бер ковид госпитале асылды, дүшәмбе ул беренсе пациенттарын ҡабул итәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ошо шатлыҡ менән уртаҡлашҡан. “Кешеләрҙең һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янағанда, беҙ, тупланып, тиҙ, компетентлы, сифатлы итеп ошондай бик кәрәкле объекттарҙы төҙөп ҡуя алабыҙ”, – тип яҙған ул сәхифәһендә.

Радий Хабиров Өфө районындағы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә ошо көнгә 5 меңләп кеше юғары сифатлы медицина ярҙамы алғанын билдәләгән. Йәнә ҡурай сәскәһе тажын хәтерләткән проектты Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә өлгө итеп алыуҙарын, Силәбе ҡалаһында шундай госпиталдең төҙөлөп бөтөүен, йәнә Ульяновск өлкәһендә лә планлаштырылыуын иҫкә төшөргән.
Төбәк башлығы пандемиянан тағы ла көсәйеберәк, бындай көтөлмәгәнлектәрҙе артабан да ышаныслы ҡаршы алырлыҡ булып сығыу бурысын ҡуя.
Радий Хабиров, Зубоволағы һәм Стәрлетамаҡтағы COVID үҙәктәренән тыш, республикала хоспис, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының поликлиникаһы, балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, кардиоүҙәк корпусы төҙөлөп ятҡанын, шулай уҡ онкодиспансер өсөн яңы корпус һалынып бөткәнен билдәләй. Ауылдарҙа 100-ҙән ашыу фельдшерлыҡ-акушерлыҡ пункттары асылды.
Төбәк башлығы төҙөлөү тиҙлеге һәм күләмлелеге менән хайран итерлек ҡоласлы эштәрҙең быға тиклем республикала булмағанын билдәләй.
Радий Хабиров халыҡ ғүмере һәм һаулығы һағында торған тиабиптарҙы, яңынан-яңы медицина объекттары һалған төҙөүселәрҙе маҡтап телгә алған һәм уларҙа ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
Һүрәттәр glavarb.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: