Ҡатын-ҡыҙҙарҙың түш сирҙәре киң таралған ауырыуҙар иҫәбендә. Шештәр ике төргә бүленә: яман шеш (рак) һәм яман булмаған шеш. Һуңғылары төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында киң таралған.
Фиброз-кистоз мастопатия 30-50 йәш арауығындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 50-60 процентында осрай. Менопауза осорона еткәндәрҙә әҙерәк күҙәтелә.
Хәүеф факторҙары:
- тәмәке тартыу
- нәҫелдә был ауырыу булыуы;
- гормональ тайпылыштар (ҡалҡан биҙенең функциялары боҙолоуы, 1-се һәм 2-се типтағы шәкәр диабеты, метаболик синдром һ.б.)
-енси органдарҙың хроник сирҙәре;
- стресс һәм артыҡ арыу;
- дөрөҫ туҡланмау, майлы, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙы күп ҡулланыу.
Әгәр һеҙ түбәндәге билдәләрҙе аңғарһағыҙ:
- түштәге теләһә ниндәй үҙгәреш;
- түштә тығыҙланыу, ҡатҡылланып тороу (уплотненная кожа с крупными порами в виде «лимонной корки») барлыҡҡа килһә;
-тиренең йәки имсәк башының тартылыуын аңғарып ҡалһағыҙ;
- ҡултыҡ аҫтында ниндәйҙер төйөр һиҙһәгеҙ;
- имсәктән шыйыҡса сыҡһа (ҡан йәки үтә күренмәле шыйыҡса) мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ!
Тулы тикшереү үтергә кәрәк:
- Һөт биҙҙәренә ультратауыш тикшереүе - был бер ниндәй зыянһыҙ тикшереү ысулы. Был тикшереүҙе күпме талап ителә, шунса тапҡыр үтергә була, уның зыяны юҡ.
- Маммография - рентген нурҙары ярҙамында эшләнә торған тикшереү. Маммография ярҙамында тотоп ҡарағанда беленмәй торған 1 миллиметрлыҡ шештәрҙе лә күрергә мөмкин. Был тикшереүҙе менструаль циклдың башында – 5-се көндән башлап 12-се көнгә хәтлем үткәрәләр. Ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға маммография үтеү тыйыла.
Әгәр ҙә маммография һәм УЗИ үткәндә һеҙҙә ниндәйҙер шеш йәки бүтән төрлө ауырыу килеп сыҡһа, хафаланмағыҙ, ул һеҙҙә яман шеш бар тигәнде аңлатмай әле. Бары тик табипҡа мөрәжәғәт итеп, уның ҡушҡан күрһәтмәләрен теүәл һәм ваҡытында үтәргә кәрәк.
Яман шеш ауырыуын булдырмау өсөн түбәндәге тәҡдимдәрҙе теүәл үтәргә кәңәш ителә:
1. Әгәр һеҙ 20 йәштән өлкәнһегеҙ икән, даими рәүештә түшегеҙҙе үҙегеҙ тикшереп тороғоҙ. Әммә онотмағыҙ - үҙтикшереү белгестәрҙе алыштыра алмай.
2. 30 йәштән башлап йылына 1 тапҡыр булһа ла маммологка күренергә тырышығыҙ.
- 35 йәшкә тиклем, тағы ла ауырлы саҡта һәм бала имеҙгәндә УЗИ тикшереүе үтегеҙ.
- 35 йәштән һуң ике йылға бер тапҡыр маммография үтегеҙ, 45-50 йәштән һуң йыл һайын үтергә кәңәш ителә.
Шулай уҡ табип тәғәйенләгән бөтә тикшереү ысулдарын теүәл үтәргә кәрәк.
Һөт биҙҙәрен үҙаллы тикшереү айына бер тапҡыр менструаль циклдың тәүге яртыһында – менструация тамамланғандан һуң 2-3 тәүлек үткәс башҡарыла.
Һөт биҙҙәрен ҡарауҙан башларға кәрәк. Бының өсөн билгә тиклем сисенеп, көҙгө алдына баҫырға һәм ҡулдарҙы күтәреп, баш артына ҡуйырға. Шулай уҡ яурын аҫтына мендәр һалып, ятып та ҡарарға була.
Һөт биҙҙәренең симметриялы булыу-булмауына, уларҙың күләме үҙгәреүенә, шулай уҡ һөт биҙҙәре тиреһенең, имсәк башының төҫө үҙгәреү-үҙгәрмәүгә иғтибар итегеҙ. Бынан тыш, хәрәкәт иткәндә күкрәктең ҡәҙимгесә шылып йөрөүенә ҡаршылыҡ барлыҡҡа килтергән тигеҙ урындарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ.
Тире аҫтынан ҡан тамырҙарының ныҡ күренеү-күренмәүенә лә иғтибар итегеҙ.
Түште бармаҡтарығыҙҙың битен ҡултыҡ аҫтынан имсәктең башына табан спираль рәүешендә хәрәкәт иттереп тә тикшереп ҡарағыҙ. Унан ҡулығыҙҙы өҫтән аҫҡа, күкрәктән ҡултыҡ аҫты яғына хәрәкәт иттереп, түшегеҙҙе ҡапшап ҡарағыҙ.
Бүлендектәр бармы-юҡмы икәнлеген белер өсөн түшкә баҫып ҡарарға кәрәк.
Яман шеш сирен барлыҡҡа килтермәҫ өсөн ябай ысулдарҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
1. Ҡояшҡа сығыр алдынан тәнегеҙҙең асыҡ урындарына ультрафиолет нурҙарҙан һаҡлай торған крем һөртөгөҙ.
2. Тәмәке тартыуҙан баш тартығыҙ. Тәмәке тартҡан кешенең үпкәһе генә түгел, башҡа органдары ла зарарлана. Тәмәкене ташлау ашҡаҙан, тамаҡ, ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан аҫты биҙе яман шеше ауырыуына дусар итеү процентын әҙәйтә.
3. Алкоголь ҡулланыуҙы туҡтатыу фарыз.
4.Дөрөҫ туҡланырға. Ашағанда күберәк йәшелсә, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ.
Кәүҙә ауырлығын контролдә тотоғоҙ. Еңелсә физик күнегеүҙәр эшләргә тырышығыҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, яман шеш ауырыуы ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, уны тулыһынса дауалау ихтималлығы ла шул тиклемгә юғарыраҡ. Үҙ-үҙегеҙҙе яратығыҙ һәм үҙегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!