Бындай көн сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу, скандинав йөрөштө популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Спорт сараһының ойоштороусылары – йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, муниципаль район һәм ҡалаларҙың физик культура һәм спорт идаралығы органдары. Бөтә теләүселәргә лә 2021 метр арауыҡты үтеү тәҡдим ителә. Бында сараға теркәлеү үткән, скандинав йөрөшө техникаһын үҙләштергән барлыҡ теләүселәр ҙә ҡатнаша ала.