"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Декабрь 2020, 14:00

#һөнәрлеләр беҙҙең арала

"Ауыл инәйе"Ауылдарҙа, шул иҫәптән беҙҙең ауылда ла һуғыш ваҡтындағы михнәтәрҙе, ауырлыҡтарҙы татыған, үҙ иңдәрендә күтәргән оло быуын кешеләре йылдан йыл һирәгәйә бара. Шул осорҙағы күрше-тирә инәйҙәр - Мәхтимә, Гизикамал, Мәфтүха, Маһинур, Асия, Маһикамал Әминә һәм башҡа ауылдаш инәйҙәр күбеһе был яҡты донъяларҙа юҡ, күптән гүр эйәләре инде (йәндәре ожмахта булһын). Был инәйҙәргә һәйкәл ҡуйырлыҡ, барыһы ла күп балалы ҡайһылары 9 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Киң күңелле, изгелекле, миһырбанлы, яҡты күңелле инәйҙәр ине. Ауылдың күрке булдылар.Һүҙем, ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе, Йылҡыбаева Роза Сәғит ҡыҙы тураһында.

"Ауыл инәйе"
Ауылдарҙа, шул иҫәптән беҙҙең ауылда ла һуғыш ваҡтындағы михнәтәрҙе, ауырлыҡтарҙы татыған, үҙ иңдәрендә күтәргән оло быуын кешеләре йылдан йыл һирәгәйә бара. Шул осорҙағы күрше-тирә инәйҙәр - Мәхтимә, Гизикамал, Мәфтүха, Маһинур, Асия, Маһикамал Әминә һәм башҡа ауылдаш инәйҙәр күбеһе был яҡты донъяларҙа юҡ, күптән гүр эйәләре инде (йәндәре ожмахта булһын). Был инәйҙәргә һәйкәл ҡуйырлыҡ, барыһы ла күп балалы ҡайһылары 9 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Киң күңелле, изгелекле, миһырбанлы, яҡты күңелле инәйҙәр ине. Ауылдың күрке булдылар.
Һүҙем, ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе, Йылҡыбаева Роза Сәғит ҡыҙы тураһында. Роза инәй 1930 йылғы. Һуғыш башланғанда уға ни бары 11 йәш кенә була. Ғаиләлә баш бала булғанға күрә кесе туғандарын бағыу-ҡарау уның иңенә төшә. Әсәһе көнө - төнө эштә өй эштәре, мал ҡарау, һыйыр һауыу ҙа кес кенә ҡыҙға ҡарап тора. Бәләкәйҙән бөтмөр, эшкә әрһеҙ булып үҫә. Нимә эшләһәлә ҡулы килешеп тора. Кейемгә ҡытлыҡ-етешһеҙлек ваҡытында сос ҡыҙыҡай кейемдәр тегергә лә өйрәнеп ала. Баҙарҙан, әсәһе (Люцикамал) урыҫтарҙан һатып алып ҡайтҡан, иҫке - моҫҡо простыняларҙан, һалдат күлдәге, треколарынан һылыу, мыртыйҙарына күлдәктәр, салбарҙар тегә.
Кейем тегергә өйрәнеүе үҙе тормош ҡороп, йәшәй башлағас та ярап ҡала - файҙаға ғына була. Үҙенең балаларына ла матур-матур күлдәктәр тегеп кейҙерә. Был эшен ауылдаштары ла күрмәй ҡалмай. Үҙҙәренә лә күлдәктәр тегеп биреүен һорап киләләр. Үтенес менән килгән ауылдаштарына матур күлдәктәр тегеп биреп ҡыуандыра, бер ҡасан да кире бороп сығармай. Рәхмәт һүҙҙәрен күп ишетергә тура килә. Төймәләренә тиклем ҡаҙап, тегеп бирһәм хатта ҡыуана торғайнылар, тип хәтерләй инәй. Ҡыҙым Рәхиҙәгә күлдәк текһәм, иптәш ҡыҙы Шәмсиә күрә лә - инәй, миңә лә тегеп бир әле тип килә торғайны, уға ла күлдәк тегеп биреп ҡыуандыра. Ҡыҙҙарға, сәхнәлә сығыш яһар өсөн, бер иштән кофта, юбка ла тегеп бирә. Әле лә күҙ алдымда, сәхнәлә матур булып йырлап торҙолар, тип хәтирләре менән бүлеште инәй. Мәктәптә уҙғарылған кисәлә бейергә, ҡыҙы ҡайтып һорағас, үзбәк ҡыҙҙары кейеме лә тегергә тура килә, 6 ҡыҙға тегеп бирә. Шуба, пальтоларын ҡыҫҡартып алыусылар ҙа, ҡатмарлы күлдәктәр ҙә тектереп алыусылар ҙа булған. Ҡулынан килгәнсе, барыһына ла ярҙам итә.
Колхозда - ферманың бар эштәрендә лә эшләй. Ауыр тип тормай барыһына
ла түҙә, ауырлыҡтарға бирешмәй.
Бына шундай оло йөрәкле, изгелекле инәй йәшәй ауылыбыҙҙа. Тик ултырырға яратмаған - сәмле инәй барыһына ла үрнәк булып тора. Әлеге көндә Роза инәй Түшелдеректәр эшләү менән мәшғүл. Әхирәттәренә лә бүләк итә. Бына әле, үҙемдең 90 йәшемә кофта бәйләгәйнем тип, матур итеп бәйләгән кофтаһын күрһәтте. Инәйгә "Афарин" тиергә генә ҡала.
Роза инәй 8 балаһын, 4 йәштән ейәнсәрен тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтыра. 22 ейән, ейәнсәргә яратҡан ҡәрсәй, өләсәй.
Балалары ҡәҙер- хөрмәт итеп, хәстәрлек күрһәтеп торалар.
Хәҙер барыһы ла бар Аллаға шөкөр, донъялар имен, тыныс торһон балалар беҙ күргәнде күрмәһендәр инде тигән теләктә, барыһына ла иҫәнлек - һаулыҡ теләп ултыра.
Роза инәйгә балаларының, туғандарының - яҡындарының барыһының да изгелектәрен, хәстәрлектәрен күреп, тойоп, һаулыҡ-сәләмәтлектә оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
"АЙЫҠ АУЫЛ" төркөмөнән.
https://vk.com/public197712698?w=wall-197712698_743
Читайте нас: