Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Декабрь 2020, 00:53

"Һөйөүҙән көслө"

– Фәрит, һин… һиңә ни булды?.. Хәҙер бөтәһен дә аңлатырмын…

"Һөйөүҙән көслө" Хикәйә
Ҙур ғына бер турғай асыҡ тәҙрә төбөнә килеп ҡунды, көслө итеп сырылданы, һуңынан өрөк ағасының ботаҡтарына ултырып талашҡан турғайҙар янына осто. Бүлмә йыйыштырып йөрөгән Әсмә апай:
– Көҙ ҙә етте… Ҡыш та оҙаҡ көт­төрмәҫ. Һыуыҡтар етһә, тәҙрә эргә­һенә ярма, бойҙай, икмәк валсыҡтары эҙләп киләсәкбеҙ, тип әйтәһеңдер әле, меҫкен ҡошсоҡ, – тип үҙ алдына һөйләнде.
Иртәнән бирле өй йыйыштырып йөрөгән Әсмә апай ҡулындағы еүеш сепрәк менән тәҙрәнең туҙанын һөр­төп алды. Ел осороп килтергән бер нисә һары япраҡты тәҙрә тупһаһынан алып урамға ырғытты. Ҡасандыр үҙ эшенең оҫтаһы булған ире – урыны йәннәттә булһын – эшләгән аяҡтары семәрле өҫтәл өҫтөнә ҡар кеүек ап-аҡ ашъяулыҡ йәйҙе лә өҫтөнә сигелгән сигеүҙәргә ҡарап уйҙарға бирелеп китте.
Үткәндәрҙе, йәшлеген хәтерләне. Ул ваҡыттарҙа әхирәттәре менән көн һайын кемдең дә булһа өйөндә йыйы­лырҙар, сигеү сигерҙәр, селтәр бәй­ләрҙәр ине. Уларҙың һәр береһе был халыҡ сәнғәтендә тиңе булмаған оҫта булырға тырышып, бер-береһе менән ярыша-ярыша эшләрҙәр ине. Ошо ашъяулыҡ өҫтөнә сигелгән һәр биҙәк шул көндәрҙең йылы хәтирәһе ул.
– Ул ваҡыттағы уңған ҡыҙҙарҙы бөгөнгөләр менән сағыштырып була­мы икән?.. Замана ҡыҙҙарының дәүе­ребеҙгә хас бөйөк эштәр менән мәш­ғүл булыуы арҡаһында бының ише ваҡ эштәргә ваҡыт таба алмауҙары һәр кемгә билдәле түгелме? Тик беҙ, боронғолар, тыуған төйәгебеҙҙең төрлө төҫтәге сәскәләрен, сихри кү­ренеш­тәрен ҙур оҫталыҡ менән сигеү рәүе­шендә аҡҡа төшөрмәһәк, әлеге көндә ҡыҙҙарыбыҙ был төҫтәр донъя­һы, күңел байлыҡтары тураһында ҡайҙан белә алырҙар ине? Был тиклем матурлыҡты йөрәктәренә һеңдермә­йенсә, нисек йәшәйҙәрҙер, аңлай алмайым. Әлбиттә, уҡыйҙар, атай-әсәй­ҙәренә ярҙам итәләр, иҫән-һау ғына булһындар. Тик минең Әминәм энә генә лә тота белмәй шул, – тип уйла­ны Әсмә апай. Шунан ҡулын һелтәп: – Ярай инде, – тине һәм тағы ла өҫтәп ҡуйҙы: – Єммә хәҙер ҡыҙҙарыбыҙ булмаһа, күҙҙәрҙе ҡамаштыр­ған был сигеүҙәр­ҙе нимә эшләтер, уларҙы кемгә күрһәтер инек? – тип йәшәү ҡыуанысы менән тәрән итеп тын алды.
Ниһайәт, ҡара күҙле кис тәҙрәләр­ҙән ҡараны, ҡараңғылыҡ һәм еләҫлек килтерҙе. Әсмә апай һаман бүлмәнән бүлмәгә йөрөй, йыйыштырылмаған берәй ер ҡалманымы икән тип, тирә-яҡҡа күҙ һала. Бөгөн-иртәгә Фәрит ҡайтырѓа тейеш. Был егет оҙаҡламай Әсмә апайҙың кейәүе буласаҡ. Һуңғы хатында армия хеҙмәтенең тамамланыуға табан барыуы тураһында яҙ­ғайны. Әминә менән Фәрит күптән дуҫлашып йөрөйҙәр. Мәктәптә лә бергә инеләр. Әсмә апай Фәриттән хәбәр килтергән хат ташыусыға һәр ваҡыт рәхмәт әйтә, күстәнәстәр бирә. Һалдат хаттары шул тиклем йыш килә ине, хатта хат ташыусы ла уларҙың адресын ятлап бөткәйне. Әминә лә һис көттөрмәйенсә яуап яҙып тор­ҙо. Фәрит Әминәгә яҙған хаттарын­да әсәһенә лә сәләм күндерергә онотмай ине.
Әсмә апай тәҙрәне япты. Утты тоҡандырҙы. Кәкүк, стенаға элеүле сәғәт эсендәге ояһынан сығып, ҡыс­ҡырҙы. Ваҡыт ярайһы ғына кискә ауышҡайны. Ҡайҙа йөрөй инде был Әминә? Светлана янындамы икән?
– Светаны Әминә эшләгән бала табыу йортона һалғандан бирле ҡы­ҙым эштән һуң ҡайта. Светаның кә­йефе юҡ, ахырыһы… Әминә бик борсола, – тип уйланы әсә кеше. Һуңы­нан йылмайып: – Беренсегә бала тапҡанда ҡайһы ғына ҡатын ғазап сикмәй икән?.. Тик, балаһының ила­ған тауышын ишеткәс, дәртләнә лә китә. Әминәгә әйтәйем әле, бала тапҡас, беҙгә алып килһен әхирәтен. Бәлки, яңы тыуған баланы нисек ҡа­рарға белмәҫ. Бик йәш бит әле. Мин уға ярҙам итермен. Светлана беҙҙең өсөн сит кеше түгел дә инде.
Ҡәһәр төшкөрө ире ташлап киткән Светлананы. Бала табыуын теләмәй икән. Тәүҙә диссертациямды яҡлайым, кеше булайым, тигән. Шуның өсөн айырылғандар. Язаһын күрһен, оятһыҙ!
Әсмә апай ҡәһүә бешерҙе, аш бүл­мәһендә ултырып ҡыҙын көттө. Яңғыҙ киске аш тамағына барманы. Әминә иһә бөгөн артыҡ ныҡ оҙаҡланы. Әсәһе болдорға сығып ҡарарға теләне, тик унда ҡараңғы ине.
Шул арала тышҡы ишектә асҡыс борған тауыш ишетелде. «Ҡайтты!» Әсәһе ҡыҙының таныш аяҡ тауыштарын ишетеп еңел һулап ҡуйҙы. Әминә асыҡ ишек аша аш бүлмәһенә күҙ һалды. Әсмә апай уның йөҙөнөң ап-аҡ икәнен шәйләп алды. Ѓєзизе быуылған тауыш менән: «Әсәй!..» – тине лә бүлмәһенә йүнәлде.
Ҡатын, эсә лә башламаған ҡә­һүәһен ташлап, ҡыҙының артынан бүлмәгә инде. Әминә йөҙө менән мендәргә ҡапланып ятҡан, иңбаштары ҡалтырана. Әсә кешенең йөрәк тибеше йышайҙы, борсола башланы. Диван мөйөшөнә ултырҙы, хәлһеҙлә­неп киткән ҡулдары менән ҡыҙының башын һыйпаны.
– Хәйерлегә булһын, ҡыҙым. Йә, һөйлә, нимә булды һиңә?.. – тине.
– Әхирәтем… Үлде. Света үлде!
Әсә йөрәгенә бысаҡ ҡа­ҙалғандай булды. Тәне боҙ кеүек ине.
– Үлдеме?.. Ҡасан?..
– Бөгөн… Бер ҡыҙ бала тапты… Үҙенә оҡшап тора, алтын сәсле бер ҡыҙыҡай. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күрә алманы. Хатта илағанын да ишетмәне…
Әсмә апай ҡайғынан ирендәрен тешләп, башын сайҡап ултыра һәм яйлап ҡына ҡыҙының мендәргә сәсел­гән сәстәрен һыйпай бирҙе…
Был ваҡиғанан һуң бер нисә көн үтте. Әминәнең йоҡоһо ҡасты. Йоҡ­лап китеү менән уны ҡурҡыныс төш­тәр ыҙалата башлай. Бер шулай үҙен осо-ҡырыйы булмаған яланда күрҙе. Светлана ысыҡ төшкән үлән өҫтөнән йүгерә, Әминә лә унан ҡалышмаҫҡа тырыша. Ҡапыл ҡаршыларында уп­ҡын барлыҡҡа килде. Светлана аҫҡа осто. Әминә «Света!» тип ҡысҡыра, ҡулын һуҙып уны ҡотҡарырға тырыша, тик бушҡа… Был ҡурҡыныс төштән һуң тиргә батып уянды. Ҡулы менән битен ҡаплап, тынысланырға тырышты. Төшө ысынбарлыҡтан да ҡурҡынысыраҡ ине шул.
Светлана уның иң яҡын әхирәте ине. Бер синыфта уҡынылар, медици­на университетына ла бергәләп ғариза бирҙеләр. Имтихан тапшыра алма­ғас, оло тормошҡа аяҡ баҫып эшләй башланылар. Светлананың ата-әсәһе Ленинград блокадаһында үлгән. Ул етемдәр йортонда үҫте һәм уҡыны. Эшкә урынлашҡас, Әминә уны үҙҙә­ренә саҡырҙы һәм улар бергә йәшәй башланы. Икеһе лә эшләй. Шуға өҫ­тәп Әминә кистәрен уҡып та йөрөнө. Хәҙер улар әхирәт тә, туған да кеүек ине. Әминәнең атаһы Әсмә апайға:
– Игеҙ ҡыҙҙарыбыҙға ҡарап бөтә­һе лә һоҡлана, – тип ғорурлана торғайны.
Икеһе лә тырыш, өй эштәрен “һә” тигәнсе башҡарып ҡуялар. Күрше-күлән дә уларға көнләшеп ҡараны.
Тик был ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы. Бер йылдан һуң атай кеше үлеп китте. Әсмә апай былай ҙа ауырып тора ине. Өй мәшәҡәттәре тулыһынса ҡыҙҙар иңенә төштө. Һуңынан, бәхет йылмайып, Светлана кейәүгә сыҡты. Әминә иһә бала табыу йортонда эшләүен дауам итте.
Әминә, бик арыған булһа ла, таңға ҡарай ғына йоҡлап китә алды. Инде әтәстәр ҡысҡыра, яҡтыра башланы. Әсәһенең: «Тор инде, балам, һуң­лайһың бит», – тиеүенә ҡабат уянды.
– Әсәй, уйланыуҙан таңға тиклем керпек ҡаҡманым.
– Светлана тураһындағы уйҙар мине лә йоҡлатманы, балам.
– Хәҙер иһә икенсе Светлананы уйлайым.
– Икенсе?
– Эйе. Баланы үҙемә алып, Светлана тип исем ҡушырға уйлайым…
Әминә һүҙен тамамламайынса тынып ҡалды. Нимә әйтер икән, тип әсәһенә ҡараны. Әсәһе уйға батҡайны. Шунан ҡыҙының сәстәрен төҙәтеп:
– Бер нисә көндән Фәрит ҡайтасаҡ, – тине лә тыны ҡыҫылып туҡтап ҡалды.
– Ҡайтһын, ҡайтһа нимә була?
– Был мәсьәлә буйынса уның ме­нән кәңәшләшһәң ине, тим.
Әминә йылмайҙы. Әсәһен ҡосаҡ­лап үпте.
– Ул һәйбәт егет. Мәрхәмәтле кеше. Мине аңлар ул…
– Мин дә шулай уйлайым, ҡыҙым. Светлана минең үҙ балам кеүек ине.
Тышта көҙ булыуға ҡарамаҫтан, әле һаман йылы ине. Ара-тирә ямғыр һибәләп үтә. Әминәнең көндәре күп осраҡта баҡсала китап уҡып үтә. Янында Светлананың арбаһы. Ағаста сырылдашҡан ҡоштар, әйтер­һең дә, ошо бәпескә бишек йыры йырлай. Бала ҙур зәңгәр күҙҙәре ме­нән һарғайған япраҡтарҙың төшөүен, күктә йөҙгән болоттарҙы күҙәтә, йылмая. Уға ҡарап Әминә лә һөйөнә. Бер мәлгә булһа ла ҡайғыларын онота. Кисә урамда үҙе тураһында ғәйбәт ишеткәйне. Бөгөн дә иртән әсәһе өй алдындағы күрше тауыҡтарын ҡыуып сығарғанда Гөлсөм апай, ҡойма аша үрелеп:

– Өй алдыңды һаҡлағансы, ҡыҙың­ды һаҡларға ине! – тине мыҫҡыллап.
– Был нимә тигән һүҙ тағы? – тип аптырап һораны Әминәнең әсәһе.
– Күрше-тирә бөтәһе лә белә… Ҡыҙың эшкә китеү һылтауы менән бала табыу йортонда ятып бала тапҡан!
Әсмә апай ҡалтыранған тауыш менән:
– Светлана – әхирәтенең ҡыҙы! – тип ҡысҡырғас, күрше ҡатын:
– Һин ул әкиәтеңде башҡаларға һөйлә! – тип көлөп өйөнә инеп китте.
Әминә быны тәҙрә аша ишетеп торҙо һәм Гөлсөм апайға бик ныҡ асыуланды. Йүгереп өй алдына сыҡты. Йөрәген әрнеткән һүҙҙәрҙе әйтергә теләгәйне лә, тегенән елдәр иҫкән.
Бер көндө ҡапҡа асылған тауыш ишетелде. Сабырһыҙлыҡ менән Фә­ритте көткән Әминә бындай ваҡытта, китабын ситкә ҡуйып, ҡапҡа яғына ҡарай ине. Әле лә шулай булды. Ихатала ҡуйы булып үҫкән сирень үҫентеләре артынан килгән аяҡ тауышта­рын ишеткәс, тулҡынланыуҙан йөрәк тибеше йышайҙы. Өҫтөн-башын төҙәтте, сейәләй ирен­дәрен ҡыҫты, йөҙө еңелсә ағарғайны. Оҙон ҡара керпектәрен ябып асты… «Фәрит!»
Ҡом-таш һибелгән һуҡмаҡ буйлап өйгә табан бер йәш һалдат килә ята. Әминә бәпесен ҡулына алып тороп баҫты.
– Фәрит!
Аяғындағы итектәре ҡояшта ялтыраған егет килеп етер-етмәҫ туҡ­тап ҡалды.
– Һаумы, Фәрит! Рәхим ит!
– Рәхмәт.
– Күрәһеңме, ҡыҙыбыҙ бар. Икәү­ләшеп һине көтә инек, – тине һөйө­нөстән яңаҡтары ҡыҙарған Әминә.
Фәриттең йөҙө ап-аҡ булды, ҡара ҡаштары йыйырылды, күҙҙәрендә ос­ҡондар уйнап китте. Әминә аптыраны.
– Фәрит, һин… һиңә ни булды?.. Хәҙер бөтәһен дә аңлатырмын…
Уны бүлдергән Фәрит, тештәрен ҡыҫып быуылған тауыш менән:
– Кәрәге юҡ! Былай ҙа бөтә нимә лә аңлашылып тора түгелме? Мин бары тик үҙ күҙҙәрем менән күрәйем тип килгәйнем.
Әминә ауыҙын асып та өлгөрмєне, Фәрит тыңларға теләмәйенсә ҡапҡа­ға табан йүнәлде.
Уларҙы күҙәтеп торған Әсмә апай, ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә:
– Фәрит! Улым, ҡайҙа киттең?... – тип ҡысҡырҙы.
Егет, артына ла боролоп ҡарамайынса, ҡапҡаны шарт иттереп тыштан япты. Ҡатынҡай сүбәген һөйрәп уның артынан уҡталды, тик ҡыҙы уны туҡтатты:
– Әсәй, кәрәге юҡ! Ана бара юлы…
Профессор фармакология дәресен аңлата һәм студенттар яҡшыраҡ төшөнһөн өсөн ара-тирә үҙе яһаған операцияларҙы миҫалға килтерә ине. Әминә лә, башҡа студенттар кеүек, был дәрестәрҙе бик ярата ине. Тик бөгөн зиһене башҡа уйҙар менән мәш­ғүл булыу сәбәпле бер нимә лә аңлай алманы. Бер туҡтауһыҙ Фәрит менән икеһе араһында килеп тыуған хәл ту­раһында уйланы. Үткән төндө Светлана ла тынғыһыҙ йоҡланы. «Бәпесем, хатта ул да тойҙо ни тиклем борсолға­нымды», – тип һөйләнде үҙ алдына.
Дәрес бөттө, уҡыусылар бөтәһе бер юлы хәрәкәткә килде. Бөгөн бер генә юл да яҙмаған Әминә лә китап-дәфтәрҙәрен алып коридорға сыҡты. Ишек төбөндә торған ҡыҙҙарҙың береһе уның иңбашына ҡағылды.
– Ҡарале, теге егетең тағы ла кил­гән, һине көтөп тора.
Ике ҡыҙ бер-береһенә ҡарап йылмайҙы ла баҫҡыс яғына ыңғайланы. Ошо арала бер нисә тапҡыр институт туҡталышына килеп Әминәне көткән егет күренде. Әминә оҙон буйлы, һоро пальто кейгән, сәстәрен артҡа тараған егетте шунда уҡ таныны.
– Тағы ла килдегеҙме? Бүтән йө­рөмәгеҙ, тигәйнем бит инде…
Егет көрһөндө һәм көслөк менән йылмайып:
– Эштән ҡайтып барғым да, бынан үтеп барғас, туҡтап көтәйем тинем.
– Ни өсөн?
Егет йәнә тәрән итеп тын алды:
– Әллә… үҙем дә белмәйем…
– Ғәфү итегеҙ, миңә йәһәтерәк өй­гә ҡайтырға кәрәк. Һеҙ ҙә мине көтөп ваҡытығыҙҙы бушҡа үткәргәнһегеҙ.
– Ашыҡҡанығыҙҙы беләм. Һеҙ былай ҙа һәр ваҡыт ҡабаланаһығыҙ.
– Эйе, шулай… Ни эшләмәк кәрәк, өйҙә ҡыҙым көтә.
Әминә егеттең йөҙөндәге аптырау билдәләренә иғтибар итте. Туфлиҙа­ры менән шаҡ-шоҡ баҫып юлын дауам итте. Егет уны тағы ла ҡыуып етеп:
– Кейәүҙәһегеҙме әллә? – тине.
Был һорауға Әминә киҫкен рә­үештә яуап бирҙе:
– Юҡ.
Егет йылмайҙы ла, артта ҡалмаҫ өсөн, аҙымдарын йышайтты. Ҡыҙ ҡа­пыл туҡтап ҡалды. Оҙон керпектәре араһынан егеткә ҡараны, уның йө­ҙөндә ҡыҙыҡһыныу һәм ихласлыҡтан башҡа бер ниндәй үҙгәреш күрмәне. Шул арала егет әллә ҡайҙан сығарып ҡыҙға рауза сәскәһе һондо. Әминә бер аҙға аптырап ҡалды, йылмайҙы, һуңы­нан шикләнеберәк сәскәне алды ла:
– Рәхмәт. Кейәүҙә түгелмен. Ҡы­ҙым үҫә. Бына шулай… – тине лә артабан китте.
Егет үҙенән алыҫлашыусы ҡыҙға ҡарап тороп ҡалды. Бәлки, хәҙер Әми­нә артына әйләнеп ҡараһа һәм юлда үҙенә төбәлеп торған егетте күрһә, күңеле йомшарыр һәм уға йө­рәгендә һаҡлаған серен асып бирер ине. Тик кәрәкме икән? Уның хатта исемен дә белмәй. Онотҡан… Бындай ваҡытта сит берәүгә шәхси сереңде һөйләү, һөйөүеңде аңлатыу ниңә кәрәк, тип уйланы ла юлын дауам итте.
Был егет менән институтта үткә­релгән бер кисәлә танышҡайны. Уны студент дуҫтарының береһе саҡыр­ғайны. Әминәне бейергә төшөрҙө ул. Икенсегә саҡырғанда баш тартты һәм уның кем булыуы менән дә ҡыҙыҡһынманы. Исеме Алиммы, Акиммы шунда, инде онотолған. Егет хәҙер йә институт ҡаршыһында пәйҙә була, йә Әминәләрҙең урамында… Уны көтөп тора, күҙәтә, йәбешкәк һағыҙ кеүек…
Ҡыҙ ихатаға ингәндә ҡунаҡ бүл­мәһендә ут янғанын күрҙе. Сынаяҡ-ҡашыҡ шылтырауынан эстә кемдәр­ҙеңдер сәй эсеүе аңлашыла ине.
– Әсәй, әллә ҡунаҡ бар инде? – тип һораны ҡыҙ коридорға сыҡҡан әсәһенән.
– Эйе, бар… Светлана ла яңы ғына йоҡлап китте. Эскә үтһәң, кем килгәнен күрерһең, – тине әсәһе.
Әминә эштең нимәлә икәнен шундуҡ төшөндө. Тимәк, Фәрит… Ҡыҙ ҡунаҡ бүлмәһенә инмәне. Үҙ бүлмә­һенә йүнәлде.
Әсмә апай Фәриттең сынаяғына тағы ла сәй өҫтәне.
– Эс, улым. Бик тәмле сәй. Сейә ҡайнатмаһына ла үрел. Тәм-томон да ҡушып эс, бала йоҡлаған арала Әминә бешерҙе, – тип йылмайҙы. – Рәхим ит, Фәрит.
Тик Әминә генә һаман күренмәне. Әсәһе уны бүлмәһенә барып са­ҡырҙы.
– Ҡыҙым, ҡайҙа юғалдың? Ниңә ҡунаҡ менән һаман күрешмәйһең?..
Әминә, бер аҙ тын торғандан һуң:
– Әсәй, миңә өйгә эш әҙерләргә кәрәк, ваҡытым юҡ, – тине.
– Тапҡанһың икән дәрес әҙерләр ваҡыт… Ә ҡунаҡ? – тип һөйләнеп әсәһе кире Фәрит янына сыҡты.
– Эс, улым, сәйеңде. Баклава ал…
Һөйләр һүҙҙәр ҙә бөттө шикелле. Фәрит:
– Ҙур рәхмәт. Рөхсәтегеҙ менән ҡуҙғалайым, китергә ваҡыт, – тип урынынан торҙо һәм Әминә ишетерлек итеп: – Мин дә ашығам. Эшем бар, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Әминә сығып та ураманы. Әсмә апай Фәритте ҡапҡаға тиклем оҙатты.
– Был ҡылығыңды нисек аңларға инде, ҡыҙым? Ҡунаҡ кеше менән шулай мөғәмәлә итәләрме инде? Уның да ирлек ғорурлығы бар. Һин иһә тиҫкәреләнеп тораһың, – тип әрләй башланы.
– Ә минең ғорурлығым, минең ғорурлығым юҡмы? – Әминәнең асыуы ҡабарҙы. – Мин кеше түгелме?
– Ҡатын кешенең ғорурлығы шәкәр кеүек, ҡыҙым. Һыуға һалһаң, ирей ҙә бөтә. Һин Фәритте уйла… Ошондай хәлдән һуң ул ҡабат килерме? Килмәйәсәк. Ул һиңә шул тиклем ситме ни, балам?
– Эйе, сит!...
– Һин уға юҡҡа рәнйейһең, Әми­нә. Ниндәй егет үҙенең һөйгәнен им­сәк бала менән күреп үпкәләмәѕ. Әле бына ғәфү үтенергә килгән. Ҡыҙы­ҡайыбыҙҙың ҡайҙан килеп сығыуын дуҫтарынан ишеткәс, тынысланған.
– Юҡ, әсәй, ул быны яттарҙан түгел, минән ишетеп белергә тейеш ине… – тип бүлмәһенә инеп ятты.
Шул арала бала уянды. Әминә уны иламаҫ борон ҡосағына алып, тәҙрә эргәһенә барып ултырҙы. Зәңгәр күк­тә йондоҙҙар балҡый, көҙгө ямғырҙар менән йыуылған таҙа ай тәҙрәнән ҡа­рай. Әйтерһең дә: «Йоҡла, бәпесем. Әсәйең дә ял итһен. Ул бөгөн бик ныҡ арыны… Йоҡла ла тиҙ генә үҫә бир. Йылмайыуың, шат тауышың менән уны ҡыуандыр. Үҫеп еткәс, мин һиңә лә әлегә билдәле булмаған бик күп нимә тураһында аңла­тырмын», – тип әйтә төҫлө ине белдекле ай.
Аҡ тунын кейеп тағы ла ҡыш килде. Ҡарасы, бөгөн дә күктә меңдәрсә аҡ күбәләк өйрөлә. Әминә, кисен институттан сыҡҡас, тирє-яҡтың ҡар­ҙан яҡты булыуына хайран ҡалды. Һары, ҡыҙыл, йәшел уттар менән биҙәлгән ҡаланың был кисендә урам фонарҙары елдә сайҡала, ҡар бөр­төктәре күбәләктәр кеүек өйрөлөп оса ине. Әминә өйгә ҡайтырға тип автобус туҡталышына йүнәлде, әммә шунда уҡ был уйынан баш тартты. Был матур һәм таҙа һауала йәйәү атларға булды.
Урамда кеше-фәлән юҡ. Еңелсә һыуыҡ яңаҡтарҙы өшөтә, аяҡ аҫтындағы ҡарҙы шығырлата. Бер нисә урамды үткәс, артында аяҡ тауыштары ишеткән кеүек булды, аҙымдарын йышайтты, тик єйлєнеп ҡараманы. Үҙ урамдарына боролғанда аяҡ тауыштары тағы ла асығыраҡ ишетелә башланы. Ҡапҡалары янына килеп еткәс, артына ҡайырылып ҡара­ған Әминә ҡаршыһында тағы ла теге егетте күрҙе. Күптән көткәнгә оҡшай: оҙон буйы һәм киң яурындары менән ҡарҙан эшләнгән әҙәмгә оҡшап ҡалғайны. Ҡуйы сәстәре, яурындары, яғаһы ап-аҡ ҡар менән ҡапланғайны. Әминә, көлөп:
– Ҡар бабайға әйләнгәнһең, – ти­не. Бейәләйҙәрен сисеп, уның сәс­тәрендәге, иңбаштарындағы ҡарҙы ҡаҡҡыланы. – Байрам яҡынлаша, ҡыҙым беренсегә Яңы йыл ҡаршылаясаҡ. Беҙгә килеп Ҡыш бабай булмаҫһыңмы икән?
Шатлыҡтан күҙҙәрендә осҡондар уйнаған егет:
– Һай! Был мәсьәләлә мин бик тәжрибәле, – тине көлөп. – Студент саҡта балалар баҡсаһында үткән Яңы йыл иртәлектәрендә Ҡыш бабай була торғайным. Унан һуң күп ваҡыт үтте. Шулай ҙа килештерә алырмын, тип уйлайым.
Улар ҡапҡа төбөндә бик оҙаҡ һөй­ләшеп торҙо. Күпме ваҡыт үткәнен икеһе лә абайламаны.
– Мине командировкаға ебәргәй­неләр, – тип дауам итте егет. – Фабриканың ательеһына яңы йыһаздар ҡуябыҙ. Ленинградтан яңы технология алабыҙ. Станоктарҙың нисек эшләгәнен өйрәнер өсөн бер төркөм инженерҙы шунда ебәрҙеләр. Мин дә барҙым. Һеҙгә хат яҙырға уйлағайным… Тик…
– Нимә тураһында яҙырға уйлағайнығыҙ?
– Бик күп нимә тураһында…
Әминә ҡапҡаны асты.
– Һуң инде… Әсәйем көтәлер.
– Һау бул, Әминә!
Нисек килеп сыҡҡандыр, ҡыҙ ҡапыл егеттең исемен иҫенә төшөр­ҙө һәм, бөйөк асыш эшләгән кеше кеүек тулҡынланып:
– Һау бул, Алим! Яңы йыл ҡаршыларға көтөп ҡалабыҙ, – тине.
Егет башын ҡаҡты:
– Мотлаҡ килермен.
Ҡул ҡыҫыштылар. Алимдың усында йәнгә рәхәтлек биргән йылылыҡ тороп ҡалды.
Эмил ХӘМИТ.
Читайте нас: