Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Декабрь 2020, 20:00

Мандарин ләүеше

Был ләүеш – Яңы йыл ләүештәренең иң-иңе! Сөнки уны бешерә башлау менән өйгә Яңы йыл еҫе таралыр һәм табынға ултырғансы уҡ байрам кәйефен тыуҙырыр.Ләүеш өсөн 4 мандарин, 250 гр, 150 гр шәкәр, 2 йомортҡа, 150 гр ҡаймаҡ, 50 гр аҡ май, 1 аш ҡалағы әфлисун цедраһы (ҡабығы), 2 сәй ҡалағы ҡамырҙы йомшартҡыс алабыҙ...

Был ләүеш – Яңы йыл ләүештәренең иң-иңе! Сөнки уны бешерә башлау менән өйгә Яңы йыл еҫе таралыр һәм табынға ултырғансы уҡ байрам кәйефен тыуҙырыр.
Ләүеш өсөн 4 мандарин, 250 гр, 150 гр шәкәр, 2 йомортҡа, 150 гр ҡаймаҡ, 50 гр аҡ май, 1 аш ҡалағы әфлисун цедраһы (ҡабығы), 2 сәй ҡалағы ҡамырҙы йомшартҡыс алабыҙ.
Мандариндарҙы әрсегәс, духовканы 180-ҡа тиклем йылытырға ҡуябыҙ ҙа, эшкә тотонабыҙ. Шәкәр менән йомортҡаны ҡабартҡансы ағартып, туҡыйбыҙ. Туҡыуҙы дауам итеп, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Әфлисун ҡабығын (цитрус тәмен көсәйтеү өсөн), ҡабартҡыс һәм иләнгән он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Формаға пергамент түшәп, төбөн һәм ситтәрен майлайбыҙ ҙа, ҡамырҙы һалып, тигеҙләйбеҙ. Мандарин киҫәктәрен ҡамыр өҫтөнә матурлап теҙәбеҙ. Аҡ майҙы бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, мандарин өҫтөнә һалып сыҡҡас, ләүеште мейескә оҙатабыҙ. Ярты сәғәттән хуш еҫле байрам ләүеше әҙер! Өҫтәлгә биреү өсөн уның тулыһынса һыуыныуы кәрәк. Тәмле булһын!
Читайте нас: