Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Декабрь 2020, 18:33

Ит йәрминкәһе шаулап үтте

Бөгөн «Дуҫлыҡ" паркында быйылғы йылдың һуңғы ит йәрминкәһе булды. Бөтәһе 38 нөктә уңышлы эшләне. Унда дүрт урында һыйыр ите, өс ерҙә йылҡы ите, ҡаҙы һәм ҡарты, өс нөктәлә һарыҡ ите, тере һәм һуйылған ҡуян ите, 5 - ҡаҙ, 2 - өйрәк, 3 урында бройлер иттәрен һатып алырға мөмкин ине. Ит йәрминкәһе тиһәк тә, бында дүрт йөк утындан башлап, һеперткегә тиклем булды. Башҡа ваҡ-төйә. Һәм һәр кем үҙенә кәрәк әйберҙе һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды. Күрше Һарыҡташ, Төйлөгән өлкәһенән килгән шәхси эшҡыуарҙарының күп төрлө продукцияһын да һатып алып ҡыуанды ейәнсуралар.

Читайте нас: