Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2020, 16:00

Яңы йыл каникулдарында республикала почта бүлексәләренең эш графигы билдәле булды.

Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы 31 декабрҙә һәм яңы йыл каникулдарында почта бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте.Йылдың һуңғы көнөндә — 31 декабрҙә Башҡортостанда барлыҡ почта бүлексәләре лә бер сәғәткә алдараҡ ябыла.1, 2 һәм 7 ғинуарҙа республиканың бөтә бүлексәләре өсөн ял. Пенсия һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе менән килешелгән график буйынса түләнә.«3, 4, 5, 6, 8, 9 һәм 10 ғинуар барлыҡ почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй. Ҡайһы бер ауылдарҙағы почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы билдәләнергә мөмкин», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.#почтароссии#Башҡортостан

Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы 31 декабрҙә һәм яңы йыл каникулдарында почта бүлексәләренең эш графигын хәбәр итте.
Йылдың һуңғы көнөндә — 31 декабрҙә Башҡортостанда барлыҡ почта бүлексәләре лә бер сәғәткә алдараҡ ябыла.
1, 2 һәм 7 ғинуарҙа республиканың бөтә бүлексәләре өсөн ял. Пенсия һәм пособиелар Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе менән килешелгән график буйынса түләнә.
«3, 4, 5, 6, 8, 9 һәм 10 ғинуар барлыҡ почта бүлексәләре ғәҙәти график буйынса эшләй. Ҡайһы бер ауылдарҙағы почта бүлексәләре өсөн башҡа эш режимы билдәләнергә мөмкин», — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий.
Читайте нас в