- Эй, Илаһым, был яҙыуҙар минеке түгел, бер ҡасан да изгелек эшләгәнем булманы. Фәрештәләр яңылышҡан булһа кәрәк, – тине кеше.
Шул ваҡыт хитап* килеп:
– Дәфтәр һинеке. Ҡайһы бер әҙәмдәр һине яманлай, ғәйбәтеңде һата ине. Изге ғәмәлдәр һиңә шуның өсөн яҙылды, – тине. Ҡиәмәт көнөндә икенсе берәүгә ғәмәлдәре яҙылған китапты һул ҡулына бирҙеләр. Яҙыуҙы уҡығас, ул намаҙ уҡыуы, ураҙа тотоуы, хәйер-саҙаҡа биреүе тураһында бер нәмә лә тапманы. Аптырағас, Хоҙайҙан:
– Эй, Раббым! Донъяла намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың береһе лә теркәлмәгән, – тип һораны.
– Фәлән-фәлән кешенең ғәйбәтен һөйләгәйнең, тип хитап килде Хаҡ Тәғәләнән, – шуға һинең изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты, йәғни улар һин ғәйбәтен һөйләгән кешегә бирелде.
Ғәйбәт һөйләмә. Кешенең яманатын һатыу менән үҙеңдең изге ғәмәлдәрең юйыласаҡ.
* Хитап – йәшерен тауыш.