Беҙҙең районда халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Һәм бына, Яңы йылға һанаулы ғына минуттар ҡалғанда Әлмөхәмәтовтар ғаиләһе ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе – уларға район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов дәүләт ярҙамында төҙөлгән йорттоң асҡысын тапшырҙы.