– Быйылғы ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан,эш бер көнгә лә туҡталманы. Юл хужалығы, инфраструктура үҫеше, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, уңайлы ҡала шарттары тыуҙырыу өлкәләрендә ҙур эштәр башҡарылды, – тине сығышында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Фадеев. Быларҙың байтаҡ өлөшө ҡалала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булыуын билдәләне.
Оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте эшмәкәрлегенә һөҙөмтәләр яһалды, тип белдерә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Докладсы әйтеүенсә, ҡалала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 3,9 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.
“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу өҫтәлмә урындар булдырырға, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға булышлыҡ иткән.
“Демография” милли проекты буйынса 34 балалар баҡсаһында 779 өҫтәлмә урын булдырылған. 695 урынлыҡ дүрт балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланыуға бара.
“Спорт – тормош рәүеше” төбәк проекты һөҙөмтәһендә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны арта, яңы спорт объекттары барлыҡҡа килә, 500 спорт сараһы уҙғарыла.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Өфөнөң музыка мәктәптәренә кәрәкле ҡоролмалар һәм музыка ҡоралдары алынған.
Ҡалала йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү әүҙем алып барыла. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” проекты буйынса Ленин районында “Тулҡын” скверында эштәр бара. Ғинуарҙан алып ноябргә тиклем 640,5 мең квадрат метр торлаҡ йорт төҙөлгән.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҙур аҡса бүленгән. Ағиҙел аша яңы күпер һалына, 8 Март һәм Комсомол урамдары реконструкциялана. Валерий Лесунов һәм Георгий Мушников урамдарында төҙөлөш тамамланған. 20 саҡрым оҙонлоғонда 22 юл участкаһы ремонтланған.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты буйынса бизнесты үҫтереү буйынса күп саралар үткәрелгән, инвестициялар йәлеп ителә.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.