Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
31 Декабрь 2020, 11:00

#Яңы2021йыл

Һыйлы йыл килә!Мөсәлдең икенсе – Һыйыр – йылы килә. Көнсығыш календарында уның төҫө – аҡ, есеме – металл тип билдәләнә. Бәрәкәтле генә йыл булыр, тип юрайыҡ, ана бит, халыҡ һынамыштары нимә ти: «Һыйыр йылы – һыйлы йыл», «Һыйыр йылы – туҡлыҡ».

Мөсәлдең икенсе – Һыйыр – йылы килә. Көнсығыш календарында уның төҫө – аҡ, есеме – металл тип билдәләнә. Бәрәкәтле генә йыл булыр, тип юрайыҡ, ана бит, халыҡ һынамыштары нимә ти: «Һыйыр йылы – һыйлы йыл», «Һыйыр йылы – туҡлыҡ».
Яңы 2021 йылды күптәребеҙ өйҙә ҡаршылар, моғайын. Интернет «белгестәр»е байрамды бөгөнгө шарттарҙа «пижама кисәһе» итеп ойошторорға кәңәш бирә. Шуға ла йортто биҙәүгә иғтибарҙы, ваҡытты йәлләмәйек, кәйефтәребеҙ күтәренке булһын.
Шыршыны йыл һайын ҡулланған уйынсыҡтар менән биҙәү мотлаҡ түгел. Быйыл, бәлки, балалар менән үҙенсәлекле яңы биҙәүестәр эшләргәлер? «Һандыҡтарығыҙҙы» соҡоп ҡарағыҙ әле. Унда үҙегеҙ бәләкәй саҡта шыршы биҙәге булған әйберҙәр ятмаймы?
Ихатаны ла иҫ киткес итергә мөмкин. Ағастан, боҙҙан һындар эшләп ҡуйыу өсөн байтаҡ тырышлыҡ кәрәк, ә бына боҙ шарҙар элеп сығыуҙың һис ауырлығы юҡ. Уларҙы төрлө төҫкә буярға ла мөмкин, эсендә миләш, балан кеүек емештәрҙе, шыршы энәләрен йә булмаһа төрлө төҫтәге тәтәйҙәрҙе ҡалдырып туңдырһағыҙ, бик күңелле килеп сыға. Әллә ҡасандан тотонолмаған ағас сана ла бик килешле мөхит тыуҙырырға ярҙам итер.
Телевизорға текәлеп кенә ултырмайыҡ, үҙебеҙҙең күңелде үҙебеҙ күрәйек. Тышҡа сығып ҡар бәрешәйек, епшек ҡарҙан Ҡар бабай әүәләйек. Ә һеҙ ҡарҙан шәмдәл яһап, эсенә фонарь ҡуйып ҡарағанығыҙ бармы?
Бер-берегеҙҙән «интервью» алып, киләһе йылға теләктәрен, ниәттәрен яҙҙырып, кино ла төшөрөргә мөмкин.
Мандаринды кем тиҙерәк әрсеп ашап бөтөр? Ун икегә тиклем һанағансы кем күберәк Яңы йыл тураһында һүрәт төшөрөп өлгөрөр? Ябай ғына ярыштар ялҡытмай ҙа, күңелле лә була. Бына тағы ла бер нисә уйын. Уларҙы Яңы йыл төнөндә лә, оҙайлы ялда ла уйнарға мөмкин.
Читайте нас: