«Эҙәрмән». Шыршы төбөндә Ҡыш бабай (Ҡарһылыу, Ҡар батшабикәһе, Мәскәй әбей...) хат ҡалдырған. Аһ, ул бүләктәрҙе йәшергән дә баһа! Табыр өсөн төрлө мәсьәләләрҙе сисергә, бирелгән эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Ҡатмарлы булмаған күнегеүҙәрҙән торған квест (йомаҡ, ребус сисергә, һорауҙарға яуап бирергә...) бәләкәстәрҙең күңеленә бигерәк хуш килер, ололарҙың да кәйефен күтәрер.
«Ҡар бабаймы, Шар бабаймы?» Һәр уйында ҡатнашыусыға өсәр шар, скотч, фломастер таратып бирелә. Кем, шарҙарҙы шартлатмай ғына, иң тәүҙә ҡар бабай эшләп ҡуйыр?
«Шыршы ҡупшы кейенгән». Барыһына ла билдәле йырҙы алабыҙ. Һәр кем уны алдан билдәләнгән герой (ҡуян, айыу, әтәс...) булып йырлап күрһәтә.
«12 – серле һан». Алдан бүлмәлә 12-шәр әйбер (кәнфит, ҡалаҡ, төймә, тимер аҡса...) таратып һалына. Команда буйынса һәр кем үҙенә «бүленгән» нәмәне эҙләй. Кем беренсе 12-һен дә табыр?
«Боҙҙо кем иретер?» Һәр кемгә берешәр боҙ шаҡмағы һәм коктейль көпшәһе бирелә. Көпшә аша өрөп, боҙҙо иретергә кәрәк. Кем тиҙерәк?
«Кем килештерә?» Берәү хәрәкәттәр ярҙамында Яңы йыл, ҡыш темаһына ниндәйҙер ғәмәлде башҡарыуын күрһәтә (шыршы биҙәй, конкиҙа йә саңғыла шыуа, бейәләй кейә, ҡар бәрә, айыу өңөндә йоҡлай...). Башҡалар уны белергә тейеш.
«Яңы йыл оркестры». Һәр кемгә бер йыр бүлеп бирелә. Старт булыу менән барыһы ла үҙенең йырын башлай. Бурыс – буталмай ғына йырҙы тамамлап ҡуйыу.
Кәйефтәрегеҙ – күтәренке, күңелдәрегеҙ көр булһын, дуҫтар!