Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
31 Декабрь 2020, 12:00

#ҺЫЙЫРЙЫЛЫ#2021

Һыйыр йылы-матур йыл.Барлыҡ нимә мул булыр.Ошо йыл һәр йәһәттәнБәрәкәтле йыл булыр.Ниндәй эшкә тотонһаң,Гөрләп барыр бар эштәр.Баҡсаларҙа тамылйып,Бешеп сығыр емештәр.Баҫыуҙарҙа игендәрУңыш бирер мул итеп.Ошо йылды иҫләрбеҙИң уңышлы йыл итеп.Бер-бер артлы гөрләтеп,Никах, туйҙар уҙырҙар.Матур-матур бәпестәрОшо йылда тыуырҙар....Донъялағы хәлдәргәКемдәр түгел битараф,Сәйәсмәндәр фаразлай:"Тыныс булыр бар тараф!"Табиптар ҙа йыуата:"Ҡотолорбоҙ вирустан!"Айырмаһын ошо йылБеҙҙе ҡоттан,ырыҫтан!Йәшәүсегә ауылдаБыйыл булыр хөрриәт:Күпләп һыйыр тоторғаӘгәр итһә ул ниәт.Елене тулған һәүкәштеГөбөрләтеп һауырбыҙ.Күпереп бешкән икмәккәТәмле ҡаймаҡ яғырбыҙ.Ҡайнатырбыҙ ҡорот та,Әҙерләрбеҙ һөҙмәһен.Һыйырыбыҙға бары,тим,Тик яман күҙ теймәһен!Батман-батман май йыйып,Үтер йәмле йәйебеҙ.Муллыҡ булыр бар ерҙә,Балҡып торор өйөбөҙ....Һыйыр йылы матур йыл,Бәрәкәтле йыл булыр!Мәрхәмәтле әҙәмдеңКүңеле тулы йыр булыр. (Сулпан Миңлебаева)

Һыйыр йылы-матур йыл.
Барлыҡ нимә мул булыр.
Ошо йыл һәр йәһәттән
Бәрәкәтле йыл булыр.

Ниндәй эшкә тотонһаң,
Гөрләп барыр бар эштәр.
Баҡсаларҙа тамылйып,
Бешеп сығыр емештәр.

Баҫыуҙарҙа игендәр
Уңыш бирер мул итеп.
Ошо йылды иҫләрбеҙ
Иң уңышлы йыл итеп.

Бер-бер артлы гөрләтеп,
Никах, туйҙар уҙырҙар.
Матур-матур бәпестәр
Ошо йылда тыуырҙар.

...Донъялағы хәлдәргә
Кемдәр түгел битараф,
Сәйәсмәндәр фаразлай:
"Тыныс булыр бар тараф!"

Табиптар ҙа йыуата:
"Ҡотолорбоҙ вирустан!"
Айырмаһын ошо йыл
Беҙҙе ҡоттан,ырыҫтан!

Йәшәүсегә ауылда
Быйыл булыр хөрриәт:
Күпләп һыйыр тоторға
Әгәр итһә ул ниәт.

Елене тулған һәүкәште
Гөбөрләтеп һауырбыҙ.
Күпереп бешкән икмәккә
Тәмле ҡаймаҡ яғырбыҙ.

Ҡайнатырбыҙ ҡорот та,
Әҙерләрбеҙ һөҙмәһен.
Һыйырыбыҙға бары,тим,
Тик яман күҙ теймәһен!

Батман-батман май йыйып,
Үтер йәмле йәйебеҙ.
Муллыҡ булыр бар ерҙә,
Балҡып торор өйөбөҙ.

...Һыйыр йылы матур йыл,
Бәрәкәтле йыл булыр!
Мәрхәмәтле әҙәмдең
Күңеле тулы йыр булыр.
(Сулпан Миңлебаева)
Читайте нас в