"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Ғинуар 2021, 00:00

Өс бәхетле көн (хикәйә)

Был донъяла осраҡлылыҡ бармы? Әллә бөтәһе лә Күктәр тарафынан алдан билдәләнеп, Хаҡ Тәғәлә ярҙамында маңлайыңа яҙылған яҙмышмы? Был мәңгелек һорауға әлегә бер кемдең дә яуап таба алғаны юҡтыр. Йәки, киреһенсә, һәммәһенең үҙ яуабы барҙыр һәм һәр кешенең үҙе өсөн генә булһа ла ул дөрөҫтөр.

Был донъяла осраҡлылыҡ бармы? Әллә бөтәһе лә Күктәр тарафынан алдан билдәләнеп, Хаҡ Тәғәлә ярҙамында маңлайыңа яҙылған яҙмышмы? Был мәңгелек һорауға әлегә бер кемдең дә яуап таба алғаны юҡтыр. Йәки, киреһенсә, һәммәһенең үҙ яуабы барҙыр һәм һәр кешенең үҙе өсөн генә булһа ла ул дөрөҫтөр.

Был донъяла осраҡлылыҡ бармы? Әллә бөтәһе лә Күктәр тарафынан алдан билдәләнеп, Хаҡ Тәғәлә ярҙамында маңлайыңа яҙылған яҙмышмы? Был һорау әлегә Гөлшаттың башына килмәне, сөнки осраҡлылыҡмы, яҙмышмы, әлегәсә уға ҡағылмай ине. Тик бер секундтан... Бары бер секундтан... осраҡлылыҡмы, яҙмыштарҙы селпәрәмә килтерер тәҡдирме уның ҡаршыһына сыҡты.
Бәләкәй генә ҡаласыҡтың ситендә, рәсми сығанаҡтарҙа «Рим урамы», халыҡ телендә «Башҡорт Рублевкаһы» тип йөрөтөлгән тар ғына урамдан Гөлшат килә. Ниңә уны Рим исеме менән атағандарҙыр – бәлки, Рим атлы уҙаман йәшәгәндер, әллә Италияның баш ҡалаһындағы тар тыҡрыҡтарға оҡшаттылармы икән? Моғайын, икенсеһе хаҡтыр – йәйәүле кешеләр генә үтә алырлыҡ тыҡрыҡ ул. Ә өйҙәре бик ҙур, заманса, ике ҡатлылары, хатта хан һарайҙарына торошлолары ла бар. Шуға ла «Башҡорт Рублевкаһы» тиҙер инде әсе теллеләр. Ә Гөлшат ул турала уйламай. Уның күңеле көр, кәйефе күтәренке: сөнки бөтәһе лә ал да гөл! Хоҙай тарафынан ҡыйырһытылған ошо кескәй генә, баш ҡаланан бик алыҫта ятҡан ҡалаға гастролгә уларҙың труппаһы теләр-теләмәҫ кенә юлға сыҡҡайны. Ыңһарлап ҡына килһәләр ҙә, спектаклдәренең аншлаг менән үтеүе, ҡосаҡ-ҡосаҡ гөлләмәләр, һәр көн кис улар, йәғни баш ҡала ҡунаҡтары өсөн ойошторолған банкеттар артистарҙың күңелен бөтәйтте. Ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтте, тағы өс көн рәттән сығыш яһаһалар, ҡотолалар гастролдән. Унан тағы шаулы Өфө, һәүетемсә эш көнө, көндәлек мәшәҡәттәр...
...Тышта октябрь айының иң матур сағы – әбейҙәр сыуағы. Юл ситендә шаулап үҫкән ағастарҙың алтын япраҡтарына, аяҡ аҫтында кешеләрҙән ҡурҡмай-өркмәй ем сүпләгән күгәрсендәргә, юлында осраған кешеләргә бер сәбәпһеҙгә йылмайып килгән Гөлшат, йорт мөйөшөндә уңға ҡайырылғас, уның менән, йәғни осраҡлымы, яҙмыш ҡушыуы буйынсамы, танауға-танау, маңлайға-маңлай бәрелеште.
– Ғәфү итегеҙ! – тине икеһе бер юлы. Икеһе бер юлы ирҙең ҡулынан сәселеп киткән китап-ҡағыҙҙарҙы йыйырға ергә сүгәләне, йәнә баштары менән төкөштөләр.
– Ғәфү итегеҙ! – тине тағы икеһе бергә. Унан ҡапыл ғына ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр. Йәнә бергә генә.
– Бына һиңә унисон! – тине ир ҡағыҙҙарын йыйып ҡалҡынғас. – Рәхмәт һеҙгә!
Гөлшат йылмайҙы.
– Ә мин һеҙҙе беләм! – тине тағы икеһе бер юлы. Тағы көлөштөләр.
– Рәхим итегеҙ! Һеҙ башлағыҙ. Гүзәл зат булараҡ, тәүге һүҙҙе һеҙгә бирәм. Юғиһә икебеҙ бер юлы һөйләйбеҙ. – Ирҙең тауышы ҡалын ғына, әммә яғымлы яңғыраны.
– Һеҙ яҙыусы. Уныһын беләм. Тик... ғәфү итегеҙ, исем-фамилияғыҙҙы онотҡанмын.
– Зарар юҡ. Эйе, мин – яҙыусы Зариф Ғәрифйәнов. Ә һеҙ – актриса... Ғәфү итегеҙ. Һеҙ башҡорт әҙәбиәтен белмәгән кеүек, мин дә театр тирәһендә профан. Ролдәрегеҙҙе, йөҙөгөҙҙө бик яҡшы белһәм дә, исемегеҙҙе онотоп торам. Гөл.. Гөлсөм. Юҡ, Гөлшат... ахырыһы?
– Шулай уҡ зарар юҡ. Исем-шәрифемде белмәйһегеҙ икән, тимәк, ул ҡәҙәр үк билдәле түгелмен! – Көлөмһөрәне лә өҫтәп ҡуйҙы. – Гөлшат Алтыншина.
– Танышыуыбыҙға бик шатмын! – Яҙыусы Гөлшаттың ҡулын ҡыҫты. Унан «Рөхсәтме?» тигәндәй ҡатындың күҙҙәренә ҡарап, ҡулына ирене менән ҡағылды.
Ҡапыл ғына икеһе лә тертләне – ҡулдарҙан семеттереп ток үткәндәй булды. «Кит, иҫәр! Бала-сағамы ни мин?! Юҡты!» – тине ҡатындың дарҫлаған йөрәге. «Был бит Һин! Мин ғүмер буйы эҙләгән Һин!» – тине яҙыусы йөрәге һәм ҡапыл ғына күңеленән урғылған һүҙҙәр ирененән ысҡынып та китте:
– «Ҡулдарыма ғына ҡағылһаң да,
Һөйөүемде аңлар бармаҡтарың».
Унан ҡатынға боролдо:
– Һеҙ берәй ергә ҡабаланмайһығыҙмы?
– Юҡ, ял итергә, саф һауа һуларға сыҡҡайным. Киске спектаклгә тиклем бушмын тиергә мөмкин...
– Улайһа, киттек бергә. Миңә лә мейемде ял иттерергә форсат тыуҙы.
Нисектер аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре бергә ҡушарлап атлап китте. Әйтерһең, йәнһеҙ ҡурсаҡтарҙы өҫтән берәйһе еп менән йөрөтә.
– Ял итергә тиһегеҙ... Үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа китап-ҡағыҙҙар. Яҙырға йә уҡырға теләгәнһегеҙҙер... Мин мәшәҡәтләмәйемме?
– Һис юҡ. Яҙыусылар үҙҙәре ял итһә лә, мейеләре ял итмәй. Ошолай бушты-юҡҡа ауҙарып йөрөгәндә, кинәт кенә башҡа шәп идея, шәп фекер килеүсән. Шул мәл яҙып ҡуйырға ҡул аҫтында булһын өсөн генә тотҡайным. Ҡайһы саҡ ана тегендә, – ир һулда, төрлө төҫтәргә мансылған ағастар күренгән яҡҡа ымланы, – паркка барып, эскәмйәгә ултырам да китап уҡыйым. Үҙемдең яҙылып ятҡан әҫәремде онотоп, башҡа авторҙарҙың, бигерәк тә классиктарҙың донъяһына сумам.
Аяҡтар парк яғына боролдо.
– Минең әҫәрҙәрем шулай тыуа, – тине яҙыусы бер аҙ тын барғас. – Аяҡ аҫтында ҡыштырҙаған ҡыу япраҡтар йәки ҡайын суҡтарындағы алтын япраҡтарҙың елгә өҙгөләнеүе, торналар сыңрауы үҙәкте өҙә лә йә шиғыр, йә берәй повесть булып күңелдә ярала.
– Мин дә геройҙарым өҫтөндә шулай эшләйем, – тине актриса. – Урамда ҡаршыға осрағандарҙың йөҙҙәренә ҡарайым. Ниндәй осраҡта кеше үҙен нисек тота, нисек көлә, нисек әрләшә, әйберен юғалтһа йәки берәй фажиғәгә тарыһа, ниндәй халәттә юғалып ҡала – тормоштан өйрәнәм. Бәлки, шул күҙәтеүҙәрем миңә уңышлы ролдәр тыуҙырырға ярҙам итәлер...
Бер-береһенә һорау биреү ҙә кәрәкмәне. Һәр икеһе, янындағы яңы танышҡан кешенең нимә һорарға, нимә ишетергә теләүен белгән кеүек, үҙ күңелен асты. Һүҙһеҙ генә бер аҙ яр ситендәге эскәмйәлә ултырҙылар.
– Иң яратҡан урыным ошо, – тине Зариф алыҫҡа төбәлгән ҡарашын ҡаялы тауҙарҙан айырып алмай ғына. – Бала саҡтағы кеүек хыялдар иленә инеп китәм. Хатта ваҡытты ла онотам.
– Һин беләһеңме, – тине ҡапыл Гөлшат. – Мин ғашиҡ булдым, ахырыһы.
– Шулаймы? Был бит бик яҡшы, – тине әңгәмәсеһе. – Мин дә йыш ғашиҡ булам. Сөнки шунһыҙ ижад алға бармай. Хистәр булмаһа, нимәлер яҙыу мөмкин түгел.
Гөлшат шым ғына көлдө.
– Ә ни өсөн кемгә тип һорамайһың?
– Һорарға кәрәкме? Мин бит... артистарҙы бик белмәйем. Барыбер кем икәнен белмәҫмен.
– Ә мин һиңә ғашиҡ булдым, тиһәм, ни әйтерһең?
Ҡараштар осрашты. Ҡатын уңайһыҙланып китте: әгәр ул ҡысҡырып көлөп ебәрһә?! Иҫәрләндеңме, һин мине күп булһа бер сәғәт беләһең, тиһә?! Ят та үл!
Ир йылмайҙы. Яҡын итеп, үҙ итеп йылмайҙы һәм ипләп кенә Гөлшатты яурындарынан ҡыҫып үҙенә тартты. Битен көҙгө йоҡа пальто яғаһына йәшергән ҡатындың йөҙөн ипле генә үҙенә табан борҙо ла ирене менән сәстәренә ҡағылды. Сәстәренә, маңлайына, ҡолаҡтарына иренен тейҙерер-тейҙермәҫ кенә йөрөтөп үбеп сыҡҡас, танауын Гөлшаттың танауына терәп, ҡытыҡлатып, шаяртып алды. Унан ирендәр ирендәргә һаҡ ҡына ҡағылып үтте. Тейер-теймәҫ кенә. Ҡатындың ҡараштары бер генә елпенде һәм ирҙең ҡараштарына тап булды. Көтмәгәндә уларҙа сикһеҙ һоҡланыу, сикһеҙ яҡынлыҡ һәм сикһеҙ һөйөү күрҙе. Ирендәр йәнә шаяртышып үттеләр һәм ҡомһоҙланып бер-береһенә уҡталдылар. Үбешеүҙең ләззәтен тәүге тапҡыр татыған ҡатын үҙен иҫтән яҙған кеүек тойҙо.
– Шулай ҙа буламы ни ул? – тине ул аптыранып, эске үҙ-үҙенең булмышын тыңлап. – Ни өсөн мин, егерме йыл ир ҡатыны булған кеше, шуны тоймағанмын?
Ир тыйнаҡ ҡына көлөмһөрәне.
– Ҡайһы саҡ булып та ҡуя... Был беҙҙең бер-беребеҙгә тәүге бүләгебеҙ икән тип һанайыҡ...
Хушлашҡанда айырылыша алмай, йәнә оҙаҡ-оҙаҡ үбешеп баҫып торҙолар.
– Яратам! – тине актрисаның ирендәре үбеү ләззәтенә сумып.
– Яратам! – тине яҙыусының талапсан ирендәре ҡатындың ирендәрен үҙенә һурып алырҙай итеп ҡомһоҙланып...
...Һөйләшеп ҡуймаһалар ҙа, иртәгәһенә йәнә паркта осраштылар. Зарифты күрер өсөн генә сыҡҡан Гөлшат уға яҡынлағас, бер аҙ уңайһыҙланды. Ә ир, бер ни булмағандай, уны шунда уҡ ҡосағына алды һәм ирендәренә үрелде.
– Һине күрер минутты көтөп, үлә яҙҙым, йәнем, – тине ул һулышы ҡыҫылып. – Башҡаса бер секундҡа ла янымдан ебәрмәйем!
Гөлшаттың йөрәге күбәләктәй елпенеп-елпенеп йондоҙҙарға осоп менде. Ғүмере эсендә беренсегә сәскә атҡан рауза гөлө итеп тә, күкте иңләгән һандуғас итеп тә тойҙо ул үҙен.
– Бәхеттең тәме барлығын, мөхәббәттең тәме барлығын әле килеп белдем, – тине ул Зарифтың күкрәгенә башын һалып. – Бәхеттең тәме – ул һинең тәнеңдең тәме икән! Хатта башым әйләнә. Ярты ғүмерем үткәнсә мин, тимәк, бәхетле булмағанмын да!
– Миңә лә һинең еҫең оҡшай. Ул минең еҫем. Һинең тын алышыңды, һулышыңды тыңлауы ла ләззәтле. Беҙ бит бер-беребеҙгә һәр бер күҙәнәгебеҙ менән тап килеп торабыҙ. Шундай ҡатын-ҡыҙ тураһында мин ғүмер буйы хыялландым, ғүмер буйы эҙләнем... Табыуҙан өмөт тә өҙгәйнем. Ә ул һин булып сыҡтың... Тәнемдең һәр ағзаһы, һәр сантиметры, һәр күҙәнәге һинеке менән тап килә. Мозаикалағы кеүек. Бер генә фигура етмәһә лә, мозаика боҙола. Ә беҙҙең барыһы ла тик бер-беребеҙ өсөн генә яратылған.
– Ә һинең ... ҡатындарың күп булдымы?
– Ниндәй яуап ишеткең килә?
– Дөрөҫөн.
– Гонаһһыҙ түгелмен... Ожмах минең өсөн түгел... Булды. Йәш кенәләре лә... Тик тап килгәне осраманы – йә ул ере улай түгел, йә был ере былай түгел, йә үбешә лә белмәй, йә иң мөһим ваҡытта артыҡ һүҙ әйтә... Һәм бөтәһе лә селпәрәмә килә. Һин – башҡа. Һинең кеүек ҡатын башҡаса юҡ.
– Ә ҡатының? Ҡатының менән дә һиңә шулай уҡ һәйбәтме?
– Әлбиттә... Тик, әйҙә, алдан уҡ килешәйек: ғаилә – ул изге төшөнсә. Уға ҡағылмайыҡ. Мин бер ҡасан да ҡатыным, ғаиләм тураһында бер кем менән дә һөйләшмәйем. Ул темаға табу ҡуйылған. Әйҙә, беҙ бергә саҡта бер кем дә юҡ тип иҫәпләйек: һин бар, мин бар. Һәм беҙ бәхетле. Башҡаһы кәрәкмәй.
– Мин ысынлап та һинең менән бәхетле! Ошоғаса насар йәшәмәнем. Ирем яҡшы кеше. Мине, балаларҙы ярата, иғтибарлы, ихтирамлы.
– Улайһа, ни өсөн һин минең менән?
– Сөнки... Һине яраттым. Бер күреүҙән. Ә иремде... хөрмәт итәм. Мин уға бурыслы. Тыныс тормошом, балаларым өсөн рәхмәтлемен. Әммә мин уны бер ҡасан да яратманым.
– Гөлшат, Гөлшат, был бит... бәхет түгел... Был бит трагедия!
– Бәлки, шулайҙыр... Ә һин ни өсөн минең менән? Һин дә ҡатыныңды яратмайһыңдыр улайһа?
– ...Миңә һинең менән рәхәт... Һине яратыуы рәхәт. Һиңә бер нәмә лә әйтергә, аңлатырға, һорарға, үтенергә кәрәкмәй. Һин барыһын да үҙең белеп, тап кәрәк мәлендә генә эшләйһең. Сөнки беҙ икебеҙ бер бөтөн. Уйыбыҙ, теләгебеҙ бер иш.
– Мин һине яратам!
– Ә мин һине наҙлайым. Иркәләйем.
– Мин һине яратам!
– Һин минең наҙым!
– Мин һине яратам!
– Улай ныҡ яратма инде! Аҙаҡтан ҡыйын буласаҡ бит!.. Мин йәш кеше түгел, тормошомда бер нәмәне лә үҙгәртергә йыйынмайым.
– Мин һине яратам! Был һүҙҙе йөҙөнсөгә әйтәм, ахырыһы. Ғәфү ит, мин уны әйтергә тейешмен. Әйтергә теләйем, сөнки ошо йәшемәсә уны бер ҡасан да әйткәнем юҡ ине.
– Йөҙөнсөгә түгел, 375-сегә әйтәһең. Мин һананым! – Ир рәхәтләнеп көлә.
– Улайһа, 376-сыға әйтәм: МИН ҺИНЕ ЯРАТАМ!
– Һин минең иҫәр ҡыҙыҡайым! Алйотҡайым минең!
– Нимә генә тип әйтһәң дә ризамын! Сөнки бында минең өсөн төп һүҙ «минең» тигән һүҙ!
...Өсөнсө көнөнә хушлашҡанда улар икеһе лә иланы. Ҡатын күҙ йәштәрен тыя алмаһа, Зариф өнһөҙ-һүҙһеҙ әрнене.
– Ғәфү ит, – тине ул. – Телефондарҙы алмашмайыҡ. Сөнки... Мин бер ингән йылғаға икенсегә инмәйем. Бөтәһе лә иҫ китмәле булды. Ошолай матур килеш хәтерҙә ҡалһын. Һағынып иҫләргә генә. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙып, йәмһеҙләшеп, тәмһеҙләшеп йөрөүҙе яратмайым.
– Өс бәхетле көнөм булды, – тине Гөлшат билдәле йыр һүҙҙәре менән. Унан руссалап шым ғына йырлап та ҡуйҙы. – «Три счастливых дня было у меня, три счастливых дня с тобой»...
– Оһо, ҡайһылай матур итеп әйттең, – тине яҙыусы. – Был турала хатта повесть яҙырға мөмкин. Исеме лә әҙер «Өс бәхетле көнөм».
– Ярай, яҙ, – тине актриса. – Бәлки, драма яҙырһың. Спектакль ҡуйырҙар. Мин төп ролдә уйнармын. Үҙ-үҙемде.
– Юҡ, мин бит драматург түгел... Шулай ҙа был бәхетле көндәрҙе онотма, йәме?!
– Оноторға мөмкинме һуң?!
– Башҡаса осрашмаҫбыҙмы ни?
– Юҡ. Сөнки осрашыу, хушлашыу, ташлашыу – был трагедия буласаҡ. Ә минең һине бары матур әкиәт итеп иҫләгем килә.
– Хуш, бәпесем!
– Хуш, йәнекәйем!
...Оҙон көҙ, оҙон ҡыш, оҙон яҙ үтте. Бер-береһенең ҡайҙа икәнлеген белһәләр ҙә, улар осрашыу эҙләмәне. Ир кеше өсөн ижад йыуаныс булһа, нескә күңелле ҡатын өсөн тамуҡ утына тиң булды был арауыҡ. Шылтыратыу көттө: түҙмәҫ, һорашыр, табыр, эҙләп килер, тине. Гөлшат төп ролде башҡарған спектаклдәрҙең береһен ҡарап, сәхнә артына үтер... бәлки, спектакль бөткәс, театр ишеге төбөндә көтөр. Һүҙһеҙ генә ҡосағына алыр һәм... улар бик бәхетле булыр...
Бушҡа ғына... Урамдарҙан үткәндә уға оҡшаған ир затын күреп, йыш ҡына йөрәге туҡтап ҡалғандай итте. Юҡ, тап килешмәнеләр. Бер ҡалала йәшәп, осраҡлы ғына ла тап килешмәнеләр. Ә бит әллә ҡайҙа ятҡан бәләкәй генә ҡаласыҡта танауғатанау килеп бәрелешкәйнеләр.
Был донъяла осраҡлылыҡ бармы? Әллә бөтәһе лә Күктәр тарафынан алдан билдәләнеп, Хаҡ Тәғәлә ярҙамында маңлайыңа яҙылған яҙмышмы? Хәҙер инде был һорау көнө-төнө Гөлшаттың мейеһен игәне. Тик яуап ҡына таба алманы. Ә иң ауыры – Аллаһы Тәғәлә тарафынан бер-берең өсөн донъяға яратылып та, айырым йәшәргә мәжбүр булыуыңды аңлауҙыр... Бер йән. Бер тән. Бер мөхәббәт... Яҙмыштар ғына айырым... Бәлки, был Хоҙай тарафынан ебәрелгән һынау ғына булғандыр? Ә Гөлшат уны лайыҡлы үтә, нәфсеһен еңә алмағандыр?! Шулай булмаһа, ни өсөн һуң уның күңелен һөйөү менән бергә намыҫ та игәй? Ул – ир ҡатыны, хәләле булған ҡатын башҡаны уйларға, башҡаны көҫәргә тейешме?! Гонаһлы булыуын аңлау уға күтәрә алмаҫлыҡ ғазаптар ғына өҫтәй түгелме ни?!
...Ҡатын өндәшмәй генә сумаҙанына әйберҙәрен тултырҙы.
– Һин ҡайҙа? – Ире йоҡо бүлмәһенән башын сығарҙы.
– Китәм.
– Гастролгәме? Оҙаҡҡамы? Алыҫҡамы?
– Юҡ, гастролгә түгел. Оҙаҡҡамы? Белмәйем. Бәлки, бөтөнләйгәлер.
Ир ҡапыл ғына ҡартайып киткән йөҙөн услап, креслоға сүкте.
– Мин белдем. Күптән белдем китереңде. Тик улай... ҡапыл ғына булыр тип уйламаным. Аңлашырбыҙ, аңлатырһың, тигәйнем.
– Кәрәкмәй.
Ҡатыны ишек тотҡаһына үрелгәс, йәнә бер һорау һығып сығарҙы ире иңрәгән күңеленән.
– Башҡаны таптыңмы?
– Юҡ, юҡ, – Гөлшат артына әйләнмәй генә туҡталды. – Киреһенсә, юғалттым...
...Яҙҙың үҙ көсөнә инергә, ҡыштың хакимлығын бирмәҫкә тартҡылашҡан мәле. Иртәнсәк кенә ҡояш йылмайһа, әле өйөрөлөп-өйөрөлөп ҡар яуа. Яңы яуған ҡарға осло үксәле итектәре менән бата-бата атлап барған Гөлшатҡа ҡар бөртөктәре иңрәп ҡала төҫлө тойолдо. Ул ҡырт ҡына артына әйләнде – бәләкәй генә ҡаласыҡтың ситендә, рәсми сығанаҡтарҙа «Рим урамы», халыҡ телендә «Башҡорт Рублевкаһы» тип йөрөтөлгән тар ғына урамдан килеп сыҡҡан йылға ярында, ҡомло ярҙа ҡушарлап ҡалған эҙҙәрҙе күрергә өмөтләнде, ахырыһы. Тик, үкенескә ҡаршы, аҡ ҡарҙа бары уның ғына эҙе ярылып ята... Үҙенең эҙе. Яңғыҙының эҙе.
Кинәт бер риүәйәт иҫенә төштө. «Имеш, ике рухани алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан юлда ҙур ярһыу тау йылғаһы аша сығырға тура килгән. Ярҙа быларға бер ҡатын-ҡыҙ осрап, йылғаны сығарыуҙарын үтенгән. Бер монах күп уйлап тормаған, йәһәт кенә ҡыҙҙы күтәреп, икенсе яҡ ярға сығарып та ҡуйған. Икенсеһе дуҫының был ҡылығы менән риза булмаған.
Байтаҡ ара киткәс, был рухани иптәшенә:
– Һин барыбер дөрөҫ эшләмәнең. Беҙгә бит ҡатын-ҡыҙҙың тәненә тейергә ярамай. Ә һин, етмәһә, уны күтәреп алдың, – тигән.
Беренсеһе иһә уға:
– Мин ҡатынды икенсе яҡ ярға сығарҙым да шундуҡ оноттом. Ә һин һаман да уны күтәреп алып киләһең икән, – тип яуап биргән».
Гөлшат һаман да йөрәгендә Зарифты һаҡлап, уның тураһында хәтирәләрен йөкмәп алып барыуын аңланы. Эргәһендә уны тойоп, гелән уның менән һөйләшеп, кәңәшләшеп, хыялында тыуҙырған кеше менән йәшәп ятыуын... Уйҙарында бергә, ә тормошта иһә Зариф күптән артта тороп ҡалған икән. Бәләкәй генә ҡаласыҡтың рәсми телдә «Рим тыҡрығы», халыҡ араһында «Башҡорт Рублевкаһы» тип аталған урамында тороп ҡалған. Оҙон ҡара көҙҙөң оҙон кистәрен, оҙон аҡ ҡыштың оҙон төндәрен, әле килеп яҙғы оҙон көндөң һәр минутын уны уйлап, һағынып, һарғайып йәшәгән. Ә ул ҡалған. Октябрҙә тороп ҡалған...
...Шулай ҙа Гөлшат кире әйләнмәне. Иренең көтөүен, тәҙрәнән ҡарап тороуын белһә лә, боролоп ҡараманы. Ғорур булырға ваҡыт, тине үҙ-үҙенә. Әммә күңеленән генә Зарифҡа өндәште: «Яратмаған кешегә ғорур булыуы еңел. Яратҡан кеше бер ҡасан да ғорур була алмай... Шылтырата. Яратыуын әйтә. Осрашыу көтә. Үтенә. Ялбара. Һөйөүе хаҡына һөйгәне алдына теҙләнә. Барыһы ла мөхәббәт хаҡына. Мин дә һиңә инәләм. Ялбарам, теҙләнәм. Ғүмерҙә лә әйтмәгән һүҙҙәремде әйтәм: мин һине яратам. Мин һине теләйем. Мин һинһеҙ йәшәй алмайым...»
Эпилог
Ҡаласыҡтың рәсми телдә «Рим урамы», халыҡ араһында «Башҡорт Рублевкаһы» тип аталған тар тыҡрығындағы бәләкәй генә бүлмәле 13-сө һанлы йортта йылдар буйы яңғыҙ ҡатын йәшәне. Тал сыбығындай кәүҙәһе йылдар йөгөнән ҡатыланды, бешкән еләктәй алһыу түңәрәк йөҙө һырланды, еңел генә юрғалап йөрөгән аҙымдары йылдар артмаҡлап һәлмәкләнде. Килмәне яҙыусыһы.
«Мин бер ҡасан да элек булған еремә әйләнеп ҡайтмайым, – тигәйне ул. – Хатта иң-иң бәхетле булған ерҙәремә лә. Сөнки ундай бәхет башҡаса ҡабатланмаясаҡ. Ул тойғоларҙы киренән кисереп булмай. Улар инде барыһы ла тарихта ҡала. Тарих тәгәрмәсен әйләндереү мөмкин түгел».
Гөлшат Алтыншина «Башҡорт Рублевкаһы»ның ҡото булып оҙаҡ йәшәне. Танылған актрисаны осрашыуҙарға саҡырҙылар, автографтар алдылар... Күпме билдәле кешеләрҙе күрҙе, ил ағалары, донъяға танылған сәйәсмәндәр һәм спортсылар менән президиумдарҙа ултырҙы, йыйындарҙа, банкеттарҙа сығыш яһаны. Үҙе тураһында бер нәмә лә һөйләмәне актриса. Бары ғүмеренең аҙағында ғына, һуңғы интервьюһында әйтә булыр:
– Мин үҙ ғүмеремдә өс кенә көн бәхетле булдым. Ошо ҡыҫҡа ғына бәхетем өсөн йылдарға һуҙылған яңғыҙлыҡҡа, ғазаптарға ризалаштым. Өс көнлөк бәхетем хаҡына барыһынан да баш тарттым.
...Мәскәүҙә нәшер ителгән ялтыр тышлы ҡыйбатлы гламур журналдарҙың береһендә билдәле яҙыусының да интервьюһын уҡыны яңғыҙ ҡатын. «Эйе, ижад кешеләре битараф түгел, ғашиҡ булыусан. Мин дә йыш ҡына хистәрҙән иҫереп, иҫәңгерәп йөрөйөм. Әле урта йәштәрҙә бер билдәле ханым менән осрашҡайным. Ошо көндәр ғүмеремдә иң бәхетле мәлдәрем булды. Актрисаның үҙенән бигерәк бәхетенә ғашиҡ инем. Уның йөҙөнән, күҙенән түгелгән бәхеткә ҡойондом. Ошо бәхет минең артабанғы тормошома ҡот бирҙе. Бәлки, ул барлыҡ бәхетен миңә өйөп ебәргәндер... Һаман да ошо бәхеткә сорналып, наҙҙарына күмелеп йәшәйем».
Тап шул саҡта ғына Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Алтыншина үҙ бәхетһеҙлегенең серен аңлағандай булды: барлыҡ бәхетен Зарифҡа тейәп ебәргән икән дә! Үҙенә тамсы ла алып ҡалмаған!
Шулай ҙа үткәндәре өсөн үкенмәне ул, өс көнлөк бәхете хаҡына ҡорбан ителгән ғүмеренә мәңге рәхмәтле булып китте был донъянан.
Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
Читайте нас: