Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Ғинуар 2021, 00:00

“Балзунки” (хикәйә). Миңзәлә Сирғәлина

Хәтфә үләндән ҡырсын юлға төшөп, ҡыштыр-пыштыр тауыш сығарып, бер аҙҙан бөтөнләй күҙҙән юғалған ҡара машина артынан оҙаҡ ҡарап ҡалды Хәсән ҡарт. Әле генә шау-гөр килгән, сыр-сыу балалар тауышына күмелгән өйө шымып ҡалған.

Хәтфә үләндән ҡырсын юлға төшөп, ҡыштыр-пыштыр тауыш сығарып, бер аҙҙан бөтөнләй күҙҙән юғалған ҡара машина артынан оҙаҡ ҡарап ҡалды Хәсән ҡарт. Әле генә шау-гөр килгән, сыр-сыу балалар тауышына күмелгән өйө шымып ҡалған.
Ҡарт маңлай осона терәгән яҫы усын һәлендереп һелтәп, башын баҫып ҡапҡаһына йүнәлеүҙән башҡа сара тапманы. Юл буйында тормаҫ бит инде ошолай?!
Ни тиклем ҡатын ҡулы етмәүен белгертмәҫкә тырышмаһын, барыбер ҡайһылыр ере булһа ла бүлтәйеп - бытлығып һиҙҙереп бара. Нигеҙ буйына теҙелешеп ҡара кесерткәндәрҙең баш биреүенә бер аҙ йәне көйҙө уның. Ҡасан ғына бил һыҙлатып утап сыҡҡайны, ҡайһы арала өлгөрә тиһең үҫеп! Алла, йүнле үлән булһа шулайтып шаурап ултырмаҫ ине әле!
Ҡарт тупһаға ултырҙы. Күңеленә тулған һағыш бына - бына сайпылып түгелергә торғандай. Яңғыҙлыҡ...Күпме ғүмер бергә йәшәп, бер көн килеп яңғыҙ ҡалырын һис тә уйламаны бит Хәсән. Һин дә мин тыпылдата баҫып йөрөгән Сәхипъямалы һарыҡ ҡырҡып ултырған еренән генә йығылып китте лә барҙы. Әҙәм белмәҫ ауырыу бит ул ти торғайны әбейе дәвлинйәне. Шулай икән ысынлап та...
Башым ауыртыңҡырай, соңҡам һыҙлайсы, тип кенә йөрөнө һуңғы осор. Кем уйлаһын шулай...
Хәсән ҡарт эркелгән күҙ йәштәрен һалбыраған свитеры еңенә һөртөп, йөҙөн күршеләре күреп ҡалмаһын тигәндәй, ҡарашын талаша - тартыша ем сүпләгән тауыҡ себештәре яғына борҙо.
Әйтерһең дә ярын йырып йылға ташҡан, байтаҡтан йыйылып, тығылған күҙ йәштәре туҡтау белмәй тәгәрәй ҙә тәгәрәй башланы түбәнгә...
Солан ишегенең әсе сыйнауы ҡарттың өйгә үтеүен белдерҙе. Әле генә иҙән тулып уйынсыҡтарын ташлап туҙҙырған ейәне юҡлығы, унан күҙ алмай апай булып эйәреп ҡурсыған ейәнсәре булмауы оторо йәнен әрнетте. Ҡунаҡҡа ғына тип ҡайталар ҙа, инде өйрәндем тиһәң китә лә баралар, бошоңҡо ғына итеп ҡарт ауыҙ эсенән мөңгөрләп ҡуйҙы.
— Һа-а-ай ғүмер, ауыҙыңа ғына төкөрәйемм! Сәхибемдән ҡалып ҡына әрәм булдым би-и-ит! -- һыңҡылдап тороп һөйләнеп илап ебәрҙе ҡарт.— Исмаһам балаларҙың эшкингәнен дә күрмәнең, эһ- һеһ- эһң!
Арыуыҡ ултырҙы ҡарт түгелеп. Үҙен ҡулға алып тынысланып, ҡура яғына сығырға тип йыйынды. Күп итеп килене икмәк бешереп ҡайтты, ярай инде, алай ҙа уныһы бөтмөр. Донъяны ҡырып таҙалап, ҡайным керҙәреңде вис һал тип тороп кер йыуҙы, буйтым эштең ҡанын ҡойоп китте инде былай, рәхмәт төшкөрө. Ике-өс көн эсендә күмәккә өйрәнеп киткәйне Хәсән, иртән ҡолағына балалар мөңгөрләүе ишетеп ҡыуанып уянһа, кисен сыр-сыу балалар тауышына ла ҡарамай иҙырап йоҡлап китер ине. Хәҙер бына өй шып - шым. Стеналағы сәғәт кенә шылт- ҡылт секунд һанай.
Иҙән таҡталарын шығырлата баҫып фуражкаһына тип үрелгәйне Хәсән ҡарт, эскәмйәлә ятҡан ике аҡ нәмәгә күҙе төштө.
— Э-эй, Аллам! Килен бала бәпәйҙең ыштанын онотҡан да баһа! - ап- аҡ йомшаҡ йомғаҡтай йоморо нәмәне ҡулына алып ҡарт бер аҙ танауына еткерә биреп еҫкәп ҡуйҙы — и-и-и, Нурислам улымдың еҫе сыға, тәмле генә бәпәй еҫе-е...
Нишләп кенә оноторға инде, алабармандар ҙа инде ошо йәштәр. Йә ярай, күстәнәс ебәрһәм берәйһенән онотмай һалырмын да ебәрермен, - тип үҙен- үҙе йыуатып, ике йомшаҡ аҡ урауҙы ҡәҙерләп кенә төпкө бүлмәләге сервантҡа һалды.
Бейәһен алып ҡайтып, һыйырын -һарығын теүәлләп бикләгәндә лә уйы тик балалары менән булды. Ҡыҙҙары өсәү ҡарттың. Улы - төпсөгө. Нигеҙ тотоп йәшәр ине лә улы ошонда, эше юҡ. Мәктәбе лә ябылып аша ауылға йөрөп уҡый балалар. Ҡалайтһын, сараһыҙлыҡ, ҡалаға төпләнде. Ҡайтып утын -бесән эшләшә ул эшләүгә, барыбер аралашыуҙары әҙ. Телефон аша хәбәрләшеп торалар көн дә. Дөрөҫөрәге улар ызванить итә, ҡарт тәғәйен кынопкаға баҫып ҡолағына терәй генә белә. Мәрхүмә Сәхибе вис белә ине бына телефон ғәләмәтен.
Телефон тигәндәй, ҡарт иҫенә ниҙер төшөрөп кеҫәһен ҡапшаны. Эй әттәгенәһе, бында икән дә! Түш кеҫәһенән телефонын сығарып йөҙөн һырландырып экранына текләп ҡарағас, ҡартыбыҙ гаджетын кире кеҫәһенә тыҡты - ызванить итмәгәндәр икән дә...
Имен ҡайтып етеүҙәрен белгертеп кисләтеп кенә шылтыратты улы.
— Хатип, Хатип, ҡарале, балам, килен ней, теге ней, ыштанын онотҡан, - ҡабаланып яңылыш әйткәнен аңлаған ҡарт йәһәтләп һүҙ төҙәтеп маташты — эй, бәпәйҙең ыштанын онотҡанығыҙ бит, икәү!
Теге оста ихлас көлөү ишетелде.
— Ярай атай, ҡалғандыр шул. Вроде вис алдыҡ ул?!
— Ыштан тип дөрөҫ әйтмәйемдер, бәлки, анна, бәпәйҙәр кейә бит, йомшаҡ ҡына , - ҡартыбыҙҙың әллә ҡайҙан тел осона кәрәк һүҙ килеп ҡунды — балзунка, балам, балзункаһы ҡалған Нурислам улымдың!
Хатип ни тигәндер инде, арыуыҡ һөйләшеп һалдылар. Ҡолаҡҡа ҡата барған Хәсән әллә нисә ҡат ҡабатлатты бер хәбәрҙе телефон аша улынан.
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел икән шул...
Серванттың быяла кәштәһендәге теҙеүле фужер һәм рюмка -эстәкәндәр янында арыуыҡ ятты теге ике аҡ "ыштан".
* * *
Көҙ етеп, һуғымдар һуйылғас, ҡарт Хатипҡа кеше аша ит ебәрергә булды. Сменщик тапмағастары эшендә бер үҙе булған улы ҡайтып китергә мөмкинлек таба алмай китте. Бала бит инде, үҙе ашап ултырһа ла Хатибы ас йөрөйҙөр һымаҡ Хәсәнгә. Ҡыҙҙары үҙҙәре мал тота, шуға уларына әллә ни эсе бошмай. Бер сумка ит боҙолоп туралып, шуға күстәнәс булып төйнәлде.
Әбейе булһа май -ҡоротон да һалыр ине, Хәсән ни һөт эшкәртә белмәй, һөттө лә сәйлек кенә тартып ала һыйырҙан , ә ҡалғанына быҙауы кинәнә.
Юҡҡа хәл юҡ, булғанынса булыр, тип үҙен- үҙе йыуатып, серванттан теге ике "ыштанды " онотмаҫҡа тип, кинәнеп еҫкәй- еҫкәй, сумканың иң өҫтөнә шыптыр моҡсайға тығып һалып ҡуйҙы.
Буйтым ҡар ятҡан ап -аҡ юлдан күстәнәсен алып ҡалаға юл алған машина артынан тағы ла ҡарап ҡалды ҡарт. Ә күстәнәс ит тулы сумканың иң өҫтөндә, шыптыр моҡсай эсендә ейәненең "ыштаны " — тотонолған(тулған) памперстар ята ине...
Миңзәлә Сирғәлина.
Читайте нас: