Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Ғинуар 2021, 16:00

2021 йылға йондоҙнамә

2021 йылға йондоҙнамәШатлыҡ-ҡыуаныстар менән ергә аяҡ баҫҡан 2021 йылдың “хужаһы” – Аҡ йәки металл Үгеҙ. Көнсығыш календарына ярашлы, үгеҙ эшһөйәр, ышаныслы, тотороҡло. Тимәк, йыл да матур килер, быға тиклем булған ауырлыҡтар артта ҡалыр, тип көтөлә. Халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында тупланған һынамыштарынан билдәле булыуынса, үгеҙ (һыйыр) йылы – туҡлыҡ, муллыҡ алып килә. Тимәк, Яңы йылдан тик изгелек, ыңғай яңылыҡтар ғына көтәйек, уға яҡты өмөттәр бағлайыҡ.ЭтЭт өсөн бик уңышлы һәм һөҙөмтәле осор килә. Дауамы - сайтта

Шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ергә аяҡ баҫҡан 2021 йылдың “хужаһы” – Аҡ йәки металл Үгеҙ. Көнсығыш календарына ярашлы, үгеҙ эшһөйәр, ышаныслы, тотороҡло. Тимәк, йыл да матур килер, быға тиклем булған ауырлыҡтар артта ҡалыр, тип көтөлә. Халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында тупланған һынамыштарынан билдәле булыуынса, үгеҙ (һыйыр) йылы – туҡлыҡ, муллыҡ алып килә. Тимәк, Яңы йылдан тик изгелек, ыңғай яңылыҡтар ғына көтәйек, уға яҡты өмөттәр бағлайыҡ.
Эт
Эт өсөн бик уңышлы һәм һөҙөмтәле осор килә. Үгеҙ уға һөнәри өлкәлә уңыш ҡаҙанырға ярҙам итер, шәхси өлкәлә лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ. Көс-ҡеүәте ташып торған эттәр үҙе өсөн мөһим эштәрҙә алға табан ҙур аҙым яһар. Мөмкинлектәр күп булыр, уларҙы файҙаланып ҡалыу үҙегеҙҙең йылғырлыҡтан, тәүәккәллектән тора. Эттәр бик түҙемле, йондоҙло сәғәтегеҙҙе көтөп алырһығыҙ. Әммә уңышты кемдер усҡа килтереп һалыр тип көтмәгеҙ.
Ҡабан Ҡабандар өсөн тормоштоң яңы осоро башлана. Йәй-яҙ иң бәхетле миҙгел булыр. Карьера, бизнес өлкәһендә яңы мөмкинлектәр, тәҡдимдәр көтә. Үҙегеҙҙе яуаплы, ышаныслы кеше итеп күрһәтһәгеҙ, тағы ла юғарыраҡ социаль статусҡа күтәрелерһегеҙ. Ҡабан йылында тыуғандар мәрхәмәтле, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер булыуҙары, егәрлелектәре менән йыл хужаһының күңелен арбар. Яңы ниәттәрегеҙ тормошҡа ашыр, әммә энәһенән-ебенә тиклем алдан уйлап эш итегеҙ.
Сысҡан Һеҙҙең өсөн ярайһы уҡ яҡшы йыл килә. Башты әйләндерерлек үк уңыштар булмаһа ла, матди хәлегеҙҙе һәм һөнәри торошоғоҙҙо яҡшырта алырһығыҙ. Йыл хужаһына һалҡын аҡыл менән эш итеүегеҙ, эшһөйәрлегегеҙ оҡшар. Быға тиклем күңелдә генә йөрөткән уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡыйыу аҙымдарға бара алаһығыҙ. Уңыш, әлбиттә, иң тәү сиратта үҙ-үҙен аямай көс түккәндәргә йылмаясаҡ. Күптәр үҙен бөтөнләй яңы өлкәлә һынап ҡарар.
Үгеҙ Үгеҙҙәр өсөн йыл ҡыуаныслы ваиғаларға бай, ҡыҙыҡ һәм һөҙөмтәле булыр. Һеҙҙең тормош ҡайнар торор, хыялдарығыҙ йәшен тиҙлегендәй тормошҡа ашыр. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар, ғәҙәттә, консервативтар, әммә был йылда тормошона яңылыҡтар индереүгә ҡаршы булмаҫ. Үгеҙ күп эшләргә һәм барыһына ла үҙ көсө менән ирешергә күнеккән. 2021 йылда ла эштәр мул булыр, әммә уның һөҙөмтәһен дә күрерһегеҙ. Шуны ономағыҙ: үҙегеҙҙең йылда киләһе 12 йыллыҡта буласаҡ уңыш һәм имен тормошҡа ныҡлы нигеҙ һалына.
Юлбарыҫ Сабырлығы менән дан алған йыл хужаһының асыуына теймәҫ өсөн артыҡ хисле булыуығыҙҙы бер аҙ йүгәнләргә тура килер. Яҙғыһын күңелегеҙҙә күптән йөрөткән ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыуға ҡыйыу рәүештә тотона алаһығыҙ. Эш күп тип ҡайғырмағыҙ, матди яҡтан ҡыуаныс, табыш бар арыуҙарығыҙҙы һыпырып ташлағандай булыр. Айырыуса йылдың икенсе яртыһы күңелегеҙҙә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырыр. Далан да, уңыш та, ғаилә тормошонда бәхет тә көтә һеҙҙе.
Ҡуян Йылдың тәүге яртыһы бер аҙ мәшәҡәтлерәк килер. Шулай ҙа бар эштәрҙе лә йырып сығып, уңышҡа өлгәшерһегеҙ һәм бәхет ҡошон эләктерерһегеҙ. Еңел аҡса артынан ҡыумағыҙ, иғтибарығыҙҙы оҙайлы проекттарға йүнәлтегеҙ. Ыңғай үҙгәрештәр ҡыуандырыр, күптәр эш урынын алмаштырыр һәм үҙен бығаса уйлап та ҡарамаған өлкәлә асыр. Һөнәри эшмәкәрлектә үҙегеҙҙе ижади яҡтан һәләтле, маҡсатлы, дәртле итеп күрһәтергә ҡурҡмағыҙ – уңышҡа өлгәшеү өсөн был яҡшы этәргес.
Аждаһа Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар иғтибар ярата – яңы йылда бының өсөн яҡшы мөмкинлектәр асылыр. Әммә уңыш үҙе килер тип уйламағыҙ, йондоҙло сәғәтегеҙгә ныҡлы нигеҙ һалыу өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалырға, башлаған эштәрҙе аҙағына тиклем еткерергә кәрәк булыр. Үгеҙ йылы төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булмаҡсы: улар араһында күсемһеҙ милек йә машина алыу, сит илдә ял итеү кеүек ҙур ҡыуаныстар ҙа, көндәлек һөйөнөстәр ҙә булыуы мөмкин.
Йылан Йыландар өсөн йыл яҡшы һәм уңышлы булыр тип көтөлә. Улар үҙҙәрен ышаныслы тойор, алдына өйөлгән мәшәҡәттәрҙе еңел йырып сығыр. Тәүәккәлдәр үҙ эшен асыр, яңы проекттар башлар. Проблемаларығыҙ артта ҡалыр, матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу өсөн яҡшы мөмкинлек тыуыр. Йыл хужаһы һеҙҙең менән һәр ваҡыт теләктәш тип әйтеп булмаһа ла, үҙегеҙҙең аҡыл, сабырлыҡ, хеҙмәт һөйөүсәнлек менән уның күңеленә юл табырһығыҙ.
Йылҡы Йылҡы йыл хужаһына яҡын тора, осор уның өсөн тыныс килер, әммә эш күп булыр. Карьера өлкәһендә уңышҡа ирешеү өсөн ҡайһы берҙә шәхси пландарығыҙҙы үҙгәртергә тура килер. Шулай ҙа ғаиләгеҙгә иғтибарҙы кәметмәгеҙ. Шуны билдәләү зарур: йәш барған һайын һеҙҙең түҙемлелек, тормош тәжрибәһе арта бара – һеҙ мәшәҡәттәрҙе йырып сығыу ғына түгел, йыл аҙағын яҡшы һөҙөмтәләр, ҡыуаныстар менән ҡаршы алырһығыҙ.
Ҡуй Ҡуйҙар өсөн төрлө ваҡиғаларға бай йыл килә. Күп эштәрҙә аныҡ ҡарарҙар ҡабул итергә, рухи ныҡлыҡ, ихтыяр көсө күрһәтергә тура килер. Еңел-елпе тормошҡа иҫәп тотмағыҙ, уңыш – тырыштар ҡулында, шуны онотмағыҙ. Әммә түккән көсөгөҙ бушҡа китмәҫ, ағым ыңғайына ғына йөҙмәгәндәр эшенең һөҙөмтәһен күреп ҡыуаныр. Яңы эштәр башлау өсөн уңайлы осор. Йәнегеҙ тартҡан эш ҡыуаныс һәм күңел ҡәнәғәтлеге генә түгел, матди тотороҡлоҡ та алып килер.
Маймыл Маймылдар өсөн ҙур үҙгәрештәр осоро башлана, кемдәрҙер күптән хыялланған нәмәләренә эйә булһалар, кемдәрҙер үҫеш юлында ҙур аҙымдар яһар. Үҙегеҙҙең ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн эске көс-ҡеүәтегеҙҙе, дәртегеҙҙе ҡулланырға тура килер. Тормоштоң барлыҡ өлкәләрен дә яҡшыртыу мөмкинлеге бирелә, әммә үҙгәрештәргә әҙер булыу кәрәк – барыһы ла кешенең үҙенән тора. Ижади өлкә кешеләрен ҙур ҡаҙаныш көтә.
Әтәс Әтәстәр 2021 йылда үҙҙәрен бөркөт итеп тойор. Ысынлап та, уларҙы тормоштоң күп өлкәләрендә ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар көтә. Үҙегеҙҙә алдағы йылдарға ҡарағанда күпкә артығыраҡ көс-ғәйрәт тойорһоғоҙ. Йыл ғаилә ҡороу, эш йәки йәшәү урынын алмаштырыу, яңы эш башлау өсөн ҡулай. Күптәр был йылды сихри, сағыу һәм ҡыҙыҡлы ваҡыт тип иҫкә аласаҡ. Иң мөһиме – үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, һеҙҙең ҡулда
Читайте нас: