Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Ғинуар 2021, 19:00

ҒИНУАР ҺЫНАМЫШТАРЫ

ҒИНУАР ҺЫНАМЫШТАРЫ:ҒИНУАР ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр.Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер.Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер.Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр».Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июлдә ямғырлы килер.БӨТӘ ҺЫНАМЫШТАРҘЫ БЕҘҘЕҢ САЙТТА УҠЫҒЫҘ:

✒ Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыуға. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
✒ Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
✒ Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға. Ут дөрләп янһа – әсе һыуыҡтарға, насар һөрәһә – көндөң епшеүенә. Мейестәге ут ялҡынланып янһа – әсе һыуыҡҡа, аҡһыл төтөнләнеп торһа – көн йылытыуға. Торба шаулаһа – әсе һыуыҡтарға.
✒ Һарайҙа ат бесән өҫтөнә ятһа, епшек көнгә. Ат «хырылдаһа», көслө буранға.
✒ Төндә әтәс ҡысҡырһа – көндәр йылыныуға. Тауыҡтар оса башлаһа ла, әсе һыуыҡтарға. Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа ла, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, һыуҙа йыуына башлаһа – тиҙҙән йылытыр.
✒ Турғайҙар тауыҡ ояһынан мамыҡ, ҡанат йыя башлаһа – сатнама һыуыҡтарға. Әгәр инде турғайҙар ағаста шым ғына ултырһа – елһеҙ генә ҡар яуыр. Өймәкләшеп ҡарғалар, сәүкәләр күк йөҙөндә өйрөлһә, күп итеп ҡар яуыр. Ҡарғалар тубы менән ҡарҡылдашһа, тиҙҙән һыуытыр. Ҡарға төшкөһөн төньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – әсе һыуыҡҡа, көньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – епшек көнгә.
✒ Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа –тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
✒ Ҡышҡы ҡояш үгәй әсә менән бер – яҡтырта, әммә йылы бирмәй.
✒ Яңы йыл етеү менән бер аяғың яҙға баҫыр. Ғинуарҙа ҡарҙың күп булыуы – ямғырлы йәйгә. Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
✒ Ғинуарҙа ай тыуыуы – һауа торошоноң үҙгәреүенә.
Читайте нас: