2021 йылдың 5-се көнө лә башланды. Түбәндәге йыллыҡ календарҙың һәр айы, аҙнаның һәр көнө изге эштәргә әйҙәп, матур һәм иҫтәлекле ваҡиғалар менән беҙҙе уратып алһын. Иң яҡын кешеләребеҙ менән һәр тыуған яңы көнгә, сағыу мәлдәргә һөйөнөшөп, алға табан атлайыҡ.Яңы йылдың тәүге көндәрендә Башҡортостанда 15 сабый донъяға килгән. Тәүге бәпес таңға ҡарай республика перинаталь үҙәгендә ауаз һалған.
Табиптар өс кило ярымлыҡ ҡыҙ баланы ҡабул итеп алған. Шулай итеп яңы йылдың тәүге төнөндә Башҡортостан халҡы 15 кешегә тулыланған. Былтыр балалар һаны 20 сабый менән иҫәпләнгән. Унда 11 малай, 9 ҡыҙ тыуған булған.
Яңы йылда тыуған балалар һаны буйынса рекорд 2015 йылда теркәлгән. Был осорҙа бер төндә 29 сабый донъяға килгән.
Яңы йыл алдынан яҡташыбыҙ, Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова беренсе каналда барған "Тауыш" проектында еңеп сыҡты. 17 йәшлек йырсы беҙҙең республика исеменән еңеү яулаған беренсе башҡарыусы. Быға тиклем конкурста Татарстан вәкилдәре һәм Рәсәйҙең башҡа өлкәләренән килгән йырсылар еңеүгә өлгәйшкәйне.
Яна Ғәббәсова Мәскәү колледждарының береһендә вокал бүлегендә уҡыһа ла, уның йырсы булараҡ тәүге аҙымдары Нефтекама ҡалаһында башланған. Шулай уҡ ул Өфөнөң абруйлы конкурстарында ла үҙенең көсөн һынап ҡараған булған. Уны әле лә "Нефтекама һандуғасы" тип йөрөтәләр.