4 ғинуар, 2021 йыл. Үрген урта мәктәбендә Фәхретдинов Хөрмәт Хөснолхаҡ улы призына шахмат турниры булып үтте. Шахмат алышы бик ҡыҙыу барҙы, был аҡыллы баштар уйынын хатта бөйөк математиктар ҙа һоҡланып күҙәтте кеүек (турнир мәктәптең математика кабинетында барҙы).
Ярыш һөҙөмтәләре ошолай. Ир-егеттәр араһында (16 кеше) 1-се урынды Йылайырҙан Илдус Такалов яуланы. 2-се урында Сирғолдан - Шәкир Хәсәнов, 3-сө урында Абзандан (әлегә ваҡытта Өфөлә йәшәй) - Марс Ҡоҙаҡаев бүлештеләр.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында (3 кеше) беренсе урында Садыкова Эльвира Б. (Иҫәнғол башҡорт гимназияһы), ә өсөнсө урында уның ҡыҙы Регина булһа, икенсе урынды Күсәкова Гөлйөҙөм З. (Трушин ауылы) алды.
Еңеүселәргә район хакимиәтенән кубоктар, миҙалдар, шулай уҡ Хөрмәт Хөснолхаҡ улының махсус приздары тапшырылды (4-се, 5-се урындарға ла). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, турнир хужаһының үҙенән башҡа (ул бик лайыҡлы сығыш яһаны, 7 мөмкинлектән 3,5 мәрәй йыйҙы) Үргендән бер генә ҡатнашыусы ла булманы. Киләсәктә ошондай турнирҙарҙа абзандар кеүек тотош команда (улар 8 кешене әҙерләгәндәр, 4-һе килде) үрген сатрашсылары булыр тип ышанабыҙ. Бәлки төп приз да Үргендә ҡалыр))