Ҡуҙы (21.03 – 20.04).
Ҡуҙы 2021 йылда ҙур тиҙлек менән алға барыр. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Быға тиклем ҡыйыулығығыҙ етмәү арҡаһында ситкә ҡуйып торған маҡсаттарығыҙға ҡыйыу тотона алаһығыҙ – энергияғыҙҙы дөрөҫ йүнәлешкә ебәрерһегеҙ. Һәр эш ҡулығыҙҙан килер.
Буға (21.04 – 21.05).
Буғалар өсөн йыл һөнәри ҡаҙаныштар һәм ҙур маҡсаттарға ирешеү менән бәйле булыр. Абруйығыҙ артыр, яуаплы һәм эшһөйәр кеше булып танылырһығыҙ. Әммә бынан алда ныҡ эшләргә, әленән-әле булып торған үҙгәрештәргә яраҡлашырға, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тура килер.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06).
Игеҙәктәр карьера баҫҡыстары буйлап өҫкә үрмәләр. Элекке эшмәкәрлегегеҙ ялҡытһа, ҡыйыу рәүештә уны алмаштырығыҙ. Был йылдағы үҙгәрештәр – яҡшыға! Уңышҡа өлгәшеү өсөн эшһөйәрлек менән бер рәттән башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ ярҙамға килер. Шәхси тормошта ла ҡыуаныслы мәлдәр күп булыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07).
Ҡыҫалалар ҡуйған маҡсаттарына мотлаҡ ирешер, иң мөһиме ҡыйыу булырға кәрәк. Етмәһә һеҙ даланлы - яҙмыш күп ваҡыт һеҙгә үҙе ярҙамға ашыға. Матди яҡтан ҡыйынлыҡ кисермәҫһегеҙ. Эштә иһә өҫтәмә яуаплылыҡ алырға тура килер. Эш күләме генә түгел, абруйығыҙ ҙа артыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08).
2021 йыл һәләттәрҙе асыу өсөн уңайлы ваҡыт. Яңы сифаттарығыҙ тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Киләсәккә маҡсаттар ҡуйғанда элекке тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Күптәрҙе эштә лә, шәхси тормошта ла бәхет көтә. Йылдың икенсе яртыһында эш һөҙөмтәләрегеҙҙең татлы емештәрен татып, бер аҙ ял итеп алһағыҙ ҙа була.
Үҙегеҙҙе башҡаларға күрһәтеү өсөн мөмкинлек күп булыр, уңышҡа өлгәшергә теләһәгеҙ, артыҡ баҫалҡылыҡтан баш тартығыҙ. Һөнәри үҫеш һәм матди яҡты нығытыу йыл дауамында барыр. Һеҙгә генә хас булған эҙмә-эҙлеклелек, уйлап эш итеү кеүек сифаттар ярҙам итер.
Хыялдарығыҙҙың күбеһе тормошҡа ашыр. Кешеләр менән күберәк аралашырға, тормошоғоҙҙо матди яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да байытырға ынтылырһығыҙ. Үҙ-үҙегеҙгә ышанысығыҙ ташып торор. 2021 йыл һөнәри өлкәләге үҙгәрештәр менән генә түгел, шәхси тормоштағы ҡыуаныслы ваҡиғалар менән дә иҫтә ҡалыр.
Саян (24.10 – 22.11).
Саяндар өсөн уңышлы һәм һынылышлы йыл килә. Йәшәү урынын, аралашыу мөхитен тулыһынса алмаштырыу мөмкинлеге тыуыр. Алдан һиҙеү тойғоғоҙ көсәйер һәм яҡшы мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫһығыҙ. Ваҡыт-ваҡыт үҙегеҙгә ял бирегеҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12).
Уҡсылар яңы офоҡтарға табан арымай-талмай барыуын дауам итер, яҙмыш биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланыр. Һәләттәрегеҙ, мөмкинлектәрегеҙ менән күптәрҙе аптыратырһығыҙ. 2021 йыл – яҡшы үҙгәрештәр осоро, ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ, һөнәри эшмәкәрлегегеҙ үҙгәрер.
Ылаҡ (22.12 – 20.01).
Ылаҡтарға элеккесә эш күп эләгәсәк. Шәхси эш асыу йәки быға тиклем булғанында үҙегеҙҙе икенсе яҡтан күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. Әммә бөтәһе лә еңел бирелер тип уйламағыҙ, мотлаҡ көс түгергә тура килер. Тырышлығығыҙ арҡаһында өҫтәмә табыш алырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02).
Һыуғоярҙарға был йылда ҡанат үҫкәндәй булыр. Ташып торған көс-ҡеүәт, дәрт һаулығығыҙҙы нығытырға ла, матди хәлегеҙҙе яҡшыртырға ла, үҙ эшегеҙҙе асырға ла ярҙам итер. 2021 йылда йондоҙҙар һеҙҙең яҡлы тип әйтергә лә була. Алдан һиҙеү тойғоһо яңы проекттар араһында уңышлыһын һайлап алырға булышлыҡ итәсәк.
Һеҙгә яҙмыш йыл башында уҡ ҙур бүләк әҙерләгән: ул лоторея билетында еңеү, көтөлмәгән табыш, бүләк, ниәттәрҙең тормошҡа ашыуы булырға ла мөмкин. Юғары көстәрҙең ярҙамын тойорһоғоҙ, мөмкинлектәрҙең бер өлөшөн булһа ла файҙаланып ҡалһағыҙ, йыл иң иҫтәлекле осор булып хәтерегеҙҙә ҡалыр.