Каникул булғас, балаларҙы һыйлайһы килә. Бына бик арзанлы РЕЦЕПТ
Бик ҡыҙыҡ ҡына ул: ҡоро ҡамыр һәм ҡырғыстан үткәрелгән алма менән сиратлаштырып ҡатлы пирог килеп сыға.
Кәрәк:
1. Манный ярмаһы - 1 стакан.
2. Он - 1 стакан.
3. Шәкәр ҡомо - 1 стакан.
4. Ҡамыр йомшартҡыс - 1,5 сәй ҡалағы.
5. Алма – 5-әү уртаса ҙурлыҡта.
6. Лимон һуты - 3-5 аш ҡалағы.
7. Һөт - 1 стакан.
Манный ярмаһын, ондо, шәкәр ҡомон, ҡамыр йомшартҡысты бергә ҡушып болғатырға.
Алманы эре ҡырғыстан үткәреп , ҡараймаһын өсөн өҫтөнә лимон һуты һибергә.
Табаны маргарин, йә иһә аҡ май менән майлап, бер стакан ҡоро ҡамырҙы һалып тигеҙләп йәйәбеҙ. Өҫтөнә ҡырған алманы йәйәбеҙ. Тағы ла - ҡоро ҡамыр - алма йәйәбеҙ. Өҫкө ҡаты ҡоро ҡамыр була.
Духовкаға тығыр алдынан пирогтың өҫтөнә бер стакан эҫе ҡайнап торған һөт ҡойорға кәрәк. Һөт аҫҡы ҡатына ла үтһен өсөн пирогты бысаҡ йәки вилка менән тишкеләгеҙ.
180°С 50 минут бешә.
Һөт урынына өҫкө ҡатына май киҫәктәре теҙеп сығырға мөмкин.