ҮРГЕНДӘРСӘ КАРТУФ БӘЛЕШЕ
Бөгөн Башҡортостанда Йылылыҡ һәм ғаилә усағы көнөндә тәмле итеп үргендәрсә бәлеш бешереп, күмәкләшеп сәй эсәйек әле
Тик картуф менән һуған, борос, май (ҡаҙ майы булһа, тағы ла тәмлерәк) һалып ҡына бешерелә ул. Бер әтнәкеһе бар: ул ғәҙәти бәлеш кеүек йоҡа ябулмаһын. Картуфты МУУУЛ итеп һалырға кәрәк - үргенсә картуф бәлешенең төп шарты был! Үргендә ҡунаҡ саҡырғанда, Яңы ғына мейестән сыҡҡан бәлеште эҫе килеш кенә табынға биреү йолаһы бар. Хатта шуға бәйле лаҡап та йөрөй торғайны: Үргенгә ҡунаҡҡа барһаң, ит ашап булмай. Сөнки иң беренсе картуф бәлеше сығаралар ҙа (ә хуш еҫ бөркөп торған бәлеште ашамау мөмкин түгел!) иткә урын ҡалмай ҙа ҡуя!" - тип мәрәкәләй инеләр.
Өй йып-йылы, икмәк еҫе сыҡҡан.
"Өфө һөйләй, Өфө ваҡыты .."тип
"Сәй ҡайнаны,балам,тороғоҙ "тип
Иркәләнеп тормай ята инек...
...Эх,ҡайтаһы ине шул саҡҡа.
Картуф турап ҡына бешерелгән
Ябай ғына бәлеш булһа ла.
Ошо ябай картуф бәлешенең
Тиңе юҡтыр кеүек донъяла.