Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Ғинуар 2021, 12:00

#ДОҒАЛАР

Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда уҡый торған доғаИннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммәъжүр-ни фи мүсибәти үә әхлиф ли хайрам-минһә.Мәғәнәһе: Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәләнеке, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа – Уға. Әй, Аллаһ, күргән ҡыйынлыҡтарымдың сауабын насип ит. Шуның әжере итеп яҡшылыҡ килтер.

Ауыр ҡайғыларға юлыҡҡанда уҡый торған доға
Иннә лилләһи үә иннә иләйһи ражиғүн. Аллаһүммәъжүр-ни фи мүсибәти үә әхлиф ли хайрам-минһә.
Мәғәнәһе: Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә – Аллаһы Тәғәләнеке, ҡайтыр урыныбыҙ ҙа – Уға. Әй, Аллаһ, күргән ҡыйынлыҡтарымдың сауабын насип ит. Шуның әжере итеп яҡшылыҡ килтер.

Ярҙам күрһәтеүсе йә иһә саҙаҡа биреүсе кешегә уҡыла торған доға
Аллаһүммәхм-фәҙ сахибә һәҙиһис-саҙаҡати ғәнил-әфәти үәл-бәлиййәт. Үәғ-фир ҙунүбәһү үә әккид имәнәһү үә әкҫир әмүәләһү үә үәффәҡһү ғәлә хайри мәҡасидиһ.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Был хәйер-саҙаҡа эйәһен – саҙаҡа биргән кешене – афәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла, гонаһтарын ярлыҡа, иманын нығыт, малдарын арттыр һәм изге маҡсаттарына ирешеүҙә ярҙам ит.

Күңелде яман уйҙар күмеп киткәндә уҡыла торған доға
Әғүҙү бил-ләһи минәш-шайтанир-ражими үә мин фитнәтиһ. Әмәнтү бил-ләһи үә рәсүлиһ. Аллаһү әхәд. Аллаһүс-самәд. Ләм йәлид үә ләм йүләд. Үә ләм йәкүл-ләһү күфүән әхәд.
Мәғәнәһе: Таш менән атып ләғнәт уҡылған шайтан ҡотҡоһонан, уның бола һәм фетнәләренән ҡасып, Аллаһы Тәғәләгә һыйынам. Мин Аллаһы Тәғәләгә һәм уның илселәренә инандым. Аллаһ – Бер. Ул – мәңгелек, бер кемдән тыуманы һәм бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кемде тыуҙырманы. Уға тиң булырлыҡ бер кем юҡ.

Күҙ тейеүҙән ҡурсалау өсөн доға
Бисмил-ләһ. Аллаһүмүммә әҙһиб хәрраһә үә бәрдәһә үә үәсәбәһә. Ҡум би иҙнил-ләһ.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Был күҙ тейеү сәбәпле миңә килгән тән ҡыҙыулығынан, туңып ҡалтыраныу биҙгәген һәм сиремде юҡ итә күр.
Читайте нас: