Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Ғинуар 2021, 18:00

Фәрештәме әллә?

#МӘРХӘМӘТЛЕКЯңы йыл алдынан Мостафиндар ғаиләһе көтөлмәгән шатлыҡ кисергән. Билдәһеҙ бағыусы арҡа-мускул атрофияһына дусар Әмирә Мостафина өсөн дарыу алыуға 90 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Була бит шундай кешеләр! Уң ҡул биргәнде һул ҡул белмәһен, тигәндәй, ысын ярҙамды күрһәткән һәм алған кеше генә белергә тейеш. "Афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ!

Яңы йыл алдынан Мостафиндар ғаиләһе көтөлмәгән шатлыҡ кисергән. Билдәһеҙ бағыусы арҡа-мускул атрофияһына дусар Әмирә Мостафина өсөн дарыу алыуға 90 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Була бит шундай кешеләр! Уң ҡул биргәнде һул ҡул белмәһен, тигәндәй, ысын ярҙамды күрһәткән һәм алған кеше генә белергә тейеш. "Афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ!
Йәшәү менән үлем араһында булған баланы дауалау өсөн препарат алыуға аҡса йыйыу биш ай дауам итә. Дарыу бик ҡиммәт, 160 миллион һум тора. Хәҙер Мостафиндарҙың Германияға сабыйға тикшертергә барыу өсөн мөмкинлеге бар. Ғаилә мәрхәмәтлек күрһәткән кешенең исемен әйтмәй.
Арҡа-мускул атрофияһы – генетик сир, организмда аҡһым етештерелмәү сәбәпле мускулдар ҡороуға, һулыуға дусар. Сирле аҡрынлап йөрөүҙән яҙа, кәүҙәһен тота, ултыра һәм үҙаллы йота, тын ала алмай башлай. Рәсәйҙә йыл һайын ошо хәүефле сиргә дусар 200-гә яҡын бала донъяға килә.
Фото: vk.com
Читайте нас: