Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Ғинуар 2021, 17:00

Мәғрифәтсе-ғалим Ғәли Соҡорой

Һәр замандың үҙ йырсыһы була, тигәндәй, XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу тапҡан күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң ижады ла бик үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булып милли әҙәбиәтебеҙ тарихында ҙур урын алған. Әлбиттә, совет йылдарында был ижад фәҡәт коммунистик партиялылыҡ һәм синфилек принциптарынан сығып баһаланды. Әҙиптең дини йөкмәткеле әҫәрҙәре бөтөнләй телгә алынманы йә иһә ҡаты тәнҡит утына тотолдо. Бөгөн ғалимдар алдында рухи мираҫты дөйөм гуманистик принциптарҙан сығып өйрәнеү һәм объектив баһалау бурысы тора.

Һәр замандың үҙ йырсыһы була, тигәндәй, XIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу тапҡан күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң ижады ла бик үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ булып милли әҙәбиәтебеҙ тарихында ҙур урын алған. Әлбиттә, совет йылдарында был ижад фәҡәт коммунистик партиялылыҡ һәм синфилек принциптарынан сығып баһаланды. Әҙиптең дини йөкмәткеле әҫәрҙәре бөтөнләй телгә алынманы йә иһә ҡаты тәнҡит утына тотолдо. Бөгөн ғалимдар алдында рухи мираҫты дөйөм гуманистик принциптарҙан сығып өйрәнеү һәм объектив баһалау бурысы тора.

“Беҙ урман башҡорто буламыҙ”

Өфөлә һәм Ҡазанда баҫылған китаптарҙа әйтелгәнсә, Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәб­дессалих улы Кейеков) 1826 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Тәтешле улысының (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы) Иҫке Соҡор ауылында тыуған. Әммә 1834 йылда үткәрелгән 8-се халыҡ иҫәбен алыу (ревизия) материалдарында шул уҡ Иҫке Соҡор ауылында йәшәгән Ғәбдессалих мул­ланың өс улы теркәлгән, шуларҙың уртан­сыһы Мөхәмәтғәлигә 6 йәш тип күрһә­телгән. Тимәк, иҫәпләп ҡараһаҡ, ул тыумышы менән 1828 йылғы булып сыға. Заманында был турала күренекле тарихсыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәров та яҙып сыҡҡайны. Нилектән барлыҡ китаптарҙа 1826 йыл күрһәтелеүен аңлатыуы бик ҡыйын. Документтар буйынса был мәсьәләне асыҡлап ҡуяһы бар әле.

Атаһының мәҙрәсәһендә башланғыс белем алғандан һуң, Мөхәмәтғәли Бөрө, Уса, Минзәлә һәм Бәләбәй өйәҙҙәрендәге биш мәҙрәсәлә белем ала. Аҙаҡ заманындағы данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый. Бик һәләтле шәкерт булараҡ, 1850-1851 йылдарҙа шунда уҡ балалар уҡытып та ала. Бында уға данлыҡлы шағир Шәмсетдин Зәки менән бергә эшләү, унан ижади оҫталыҡҡа өйрәнеү бәхете тейә.

“Китер булдым илдән сығып уҡырға, ғилем эстәп ҡайтайым тип Соҡорға”, — тип яҙған үҙенең бер шиғырында Ғ. Соҡорой. Ниһайәт, 1852 йылда ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм ғүмеренең аҙағынаса, йәғни 1889 йылдың 10 декабренә тиклем, шунда йәшәй.

Үҙенең “Манзумати Ғәлийә” (“Ғәлиҙең на­зым­дары”) исемле ҡулъяҙма китабына яҙған баш һүҙендә шағир үҙенең ауылдағы тормошон шулай ҡылыҡһырлай: “Беҙ урман башҡорто буламыҙ. Игенсе улы – игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндер. Беҙҙең төп шөғөлөбеҙ — урман әрсеп, бесәнлек вә иген­лек яһамаҡтыр. Мин, алланың бер ғәрип көсһөҙ бер бәндәһе, бар тапҡан ва­ҡытымды вә хәл вә форсатымды тулы­һынса шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа таныҡлыҡ алып вә йорт һалып, вә йорт кәрәк-ярағының барын һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурыслы булдым. Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем көс һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын, мәҙрәсәмдә ситтән килгән балаларҙы уҡытып, вә шул арала духавнуй хеҙмәттәр артынан да йөрөп, ауылдаштар араһына ҡарағанда күберәк мәсет менән мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле бер эшсәне булып торамын”.

Ғ. Соҡорой тормош иптәше менән өс ҡыҙ, биш ул тәрбиәләп үҫтерә. Улда­рының өсәүһе — Ғатаулла, Ғиниәтулла hәм Ғарифулла атаһы юлынан китә һәм зама­нының уҡымышлы кешеләре булып таныла. Әйтергә кәрәк, кинйә улы Ғарифулла Баш­ҡортостандағы мәғрифәтселек хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, бик күп шиғри әҫәрҙәр ижад итә, 1900 һәм 1903 йылдарҙа ике поэтик йы­йынтыҡ сығара, “Шура” журналы биттә­рендә актуаль мәсьәләләр буйынса мәҡә­лә­ләр менән сығыш яһай, башҡорт хал­ҡы­ның күп быуатлыҡ үткәненә арнап, тарихи-этнографик хеҙмәт яҙа. Уның яҙма мираҫы – халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүселәр өсөн бик әһәмиәтле сығанаҡ.

Әҙәби ижад менән Ғ. Соҡорой 17 йәшенән үк шөғөлләнә башлай. Танып мәҙрәсәһендә уҡытҡан хәлфәһенә арнап яҙған мәҙхиәһе һәм һөйөклө әсәһенең вафаты уңайынан яҙылған мәрҫиәһе – уның тәүге ижад емеш­тәре. 1860 йылда шағирҙың “Тажүид” (“Ҡөрьән­де дөрөҫ уҡыу ҡағиҙәләре”) тигән беренсе китабы донъя күрә. Уның артынса “Дөрре Ғәли” (“Ғәли ынйылары”, 1873), “Шәмғ әз-зия” (“Шәм яҡтыһы”, 1883), “Заммы нәзир” (“Оҡшашын өҫтәү”, 1889), “Мәдхе Ҡазан” (“Ҡазанды маҡтау”, 1889) hәм башҡа ундан ашыу китабы баҫылып сыға. Ҡайһы бер китаптары, шул иҫәптән “Заммы нәзир” тигән китабы бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Шулай ҙа әҫәрҙәренең байтаҡ өлөшө ҡулъ­яҙма хәлендә ҡала. Әҙиптең сағыштырмаса күп яҙғанлығын күрһәтеп, уның ижадына тәүгеләрҙән булып иғтибар иткән профессор Әхнәф Харисов: “Баҫылған һәм баҫылмай ҡалған әҫәрҙәрен бергә йыйһаң, уға ҡәҙәр йәшәгән бер Көньяҡ Урал шағирының ижадынан күберәк булыр ине”, — тип билдәләне.

Рәсәйҙең бөйөклөгөнә, киңлегенә, байлығына һоҡлана

Ғәли Соҡоройҙоң ижади мираҫы бик ҡат­марлы һәм ҡаршылыҡлы. Уның әҫәрҙәрендә, әйткәнебеҙсә, дини мотивтар ҙур урын алып тора. Ул, мәҫәлән, данлыҡлы суфый шағир Аллаярҙың “Ҫөбәт әл-ғажизин” (“Көсһөҙ­ҙәрҙең ныҡлығы”) тигән китабын бик яратып тасуирлай һәм уға арнап байтаҡ әҫәр ижад итә. Ғөмүмән, суфыйсылыҡ – уның ижадына иң хас сифаттарҙың береһе. Шул уҡ ваҡытта күпселек әҫәрҙәрендә донъяуи күренештәр, тормошсан хәл-ваҡиғалар күп сағылыш тапҡан.

Шуны ла әйтергә кәрәк, совет йылдарында Ғәли Соҡоройҙоң “Тәрхиби, рамаҙан!” (“Хуш киләһең, рамаҙан айы!”) тигән китабы телгә алынһа ла, фәҡәт тәнҡит объекты итеп ҡаралды. Бөгөн беҙ, әлбиттә, бындай атеистик ҡараштарҙан арынып, ошондай әҫәрҙәрҙе лә өйрәнергә һәм тейешенсә баһаларға бурыслыбыҙ, сөнки был китапта, заманында яҙылғанса, һис ниндәй “реакцион” уй-фекер юҡ, унда мосолман кеше­һенең изге ураҙа айы яҡынлашыу уңайынан әйтелгән шатлыҡлы хис-тойғоһо, киләсәккә төбәлгән яҡшы теләк-ниәтттәре генә сағылыш тапҡан.

Шағирҙың байтаҡ әҫәре урта быуаттар көнсығыш шиғриәтендә бик популяр булған мәҙхиә һәм мәрҫиә жанрҙарында ижад ителгән. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә үҙенә белем биргән Ниғмәтулла ишанға арналған әҫәре – шундайҙарҙың береһе. Унда автор был шәхесте мәғрифәтсе мөҙәрис итеп кенә түгел, торбалар һалдыртып, үҙ ауылы халҡын тәмле шишмә һыуы менән туйындырыуын да маҡтап телгә ала. Үҙенең замандашы, ҡәләмдәше Шәмсетдин Зәкиҙе иһә, үҙе һуҡыр булһа ла, “аҡыл күҙе” үткер булғанлығын, ул үлгәс, донъяның эсендәге затлы әйберҙәре бушаған һауытҡа оҡшап ҡалғанлығын бик хисләнеп тасуир итә.

Fәли Соҡоройҙоң “Фосули әрбаға” (“Йыл­дың дүрт миҙгеле”) тигән шиғырҙар циклы ХIХ быуат башҡорт лирик поэзияһы­ның иң матур үрнәктәренән һанала. Әлеге көндә республика Милли китапханаһында һаҡлан­ған “Манзумати Ғәлийә” тигән йыйынтығына ингән был әҫәрҙәрендә автор ысынбарлыҡҡа тормошто, тәбиғәтте һөйгән ябай хеҙмәт кешеһе булып баға, йылдың һәр миҙгеленә образлы характеристика бирә. Яҙ айҙарын ул айырыуса яратып, хисләнеп тасуирлай:

Биҙәнде ер нияз илә,
Тунанды төрлө наҙ илә,
Ҡыуанды фаслы яҙ илә,
Нәбәте берлә дәм саздыр.

Автор тәбиғәт менән кешенең айырыл­ғыһыҙ икәнен раҫлай, яҙ көнө тирә-йүндә барған үҙгәрештәргә сикһеҙ һоҡланыуын белдерә. Миҙгелдәрҙең сиратлашыуын кеше ғүмеренә оҡшатып, уларҙың һәр береһен йәшәйештең бер этабы итеп күҙ алдына баҫтыра:

Яҙ әйәме — егет улмаҡ,
Көҙ әйәме — ҡари улмаҡ,
Ҡыш әйәме — вафат улмаҡ,
Ғүмерҙең ғишрәте аҙҙыр.

Шағир, тәбиғәт күренештәренә бәйләп, уҡыу­сыға кәңәштәр бирә, үҙенең тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ялҡаулыҡты, ғәмһеҙлекте иң алама сифаттарҙан һанай һәм тәнҡит итә:

Шу кем яҙҙа ҡарар (хеҙмәт) итте –
Ҡышы рәхәт берлә үтте,
Шу кем уйнап-көлөп үтте –
Ҡышы хәсрәттә жанбаздыр (үткәндер).

Ғәли Соҡорой үҙ ғүмерендә дүрт тапҡыр хаж сәфәре ҡылған. 1872 йылда тәүге тапҡыр Мәккә һәм Мәҙинә ҡалаларына барып ҡайтҡас, сәсмә һәм шиғри формала “Нәсим әс-сабаһ” (“Иртәнге йомшаҡ ел”) исемле сәйәхәтнамә яҙған. Был яҙма үҙенең мәғлүмәтле һәм реалистик тасуирлауҙың көслө булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. “...Мәскәү ҡәлғәһенә сыҡтым. Андин шулай уҡ суйын юлы илә Тульский, Курский ва Киевский ҡәлғәләре арҡылы Атис (Одесса) ҡәлғәһенә сыҡтым. Беҙҙең ҡәрйәмеҙҙән (ауылыбыҙҙан) Атис ҡәлғәһенә, был юлдар илә килгәндә, биш мең саҡрымдан зиядарәк (күберәк) барҙыр, тиҙәр”, — тип хажға ниндәй юлдар һәм нимә менән барыуын бәй­нә-бәйнә тасуирлаған автор Рәсәйҙең бө­йөклөгөнә, киңлегенә һәм байлығына һоҡлана: “...Мәмләкәти Русияның байлығы бик ҙурҙыр. Мәкәрйәнән Атисҡаса нисә мең саҡрым юлдарҙыр вә һәм тотош суйын юл­дан барылалыр... Вә ул юлды төҙөргә лә нисә йөҙ мең тәңкәләр сыҡҡандыр. Хатта юлда туғры килгән тауҙарҙы киҫеп, арба берлә ситкә ташып, тар урындарын да ер яһап киткән ерҙәр бар, вә соҡорҙарға, вә йылғаларғa ҡиммәтле күперҙәр яһап кит­кән ерҙәр барҙыр. Хатта иҙелдәр туғры килгән ерҙә яһалған күперҙәрҙең хикмәт­тәрен вә һиммәттәрен, вә ҡиммәттәрен һөйләп бөтөрөргә булаһы түгел ...”

Әҫәр баштан-аяҡ ошондай күтәренке рухта, Рус дәүләтенең бөйөклөгө, мөһабәтлеге өсөн тәрән ғорурлыҡ тойғоһо менән яҙылған. Шағир илдең икһеҙ-сикһеҙ баҫыу-ҡырҙары, завод-фабрикалары, ауылдары һәм ҡала­лары, “ыстансалар һайын яһалмыш вокзал­дар вә һыуханалар, телеграфханалар ва почтаханалар кеби мәнзилдәр (ҡунаҡ­хана) вә мәхкәмәләр (идара органдары)” тура­һында һоҡланып һөйләй ҙә, Суэц ҡала­һының эсенә “ҡыл вә ҡал (имеш-мимеш), жән вә жәдәл (этеш-төртөш), дәғүә вә ғау­ға” тулған вокзалындағы тәртип­һеҙ­лектәрҙе атап сыға. “Беҙем Русия мәмлә­кәтендә Нижнийҙан башлап Атисҡаса нисә вокзалдарға кереп сыҡһаң, был бер вокзал рәүешле михнәт күрмәҫһең!” – тип билдәләй.

Башҡорт ырыуҙарын татыу йәшәргә өндәй

Ижадының күп өлөшөн Ғ. Соҡорой үткәндәрҙе, тарихты өйрәнеүгә арнаған. Ул үҙенең туған Ҡара Табын (Ирәкте) башҡорттарының шәжәрәһен бер нисә вариантта яҙып ҡалдырған. Шәжәрәнең ҙур күләмле “Тәҙкирәтән әл-әхуан вә әл-әхбаб” (“Туғандар һәм дуҫтарҙың үткәндәрен хәтерләү”) тип исемләнгән вариантында иһә автор ата-бабалары тарихын хикәйәләүҙе түбәндәгесә башлай: “Беҙҙең төп бабамыҙ Майҡы-бейҙе Сыңғыҙ-хан берлә бер заманда булған кеше, тип риүәйәт ҡылалар, вә һәм уның вәзирҙәре йөмләһендә булып, бер арбаға ултырып йөрөгән, тип һөйләйҙәр. Вә һәм уйлы-хисаплы булған сәбәпле Уйшын Майҡы-бей тип ләҡәп тапҡан, тип һөй­ләйҙәр. Сыңғыҙҙың мәшүәрәтләренә (кә­ңәштәренә) яраған ирмеш, тиәләр. Күп мәмләкәтте саир (сәфәр) итеп ҡараған имеш, тип һөйләйҙәр. Ваҡытына күрә уҡы­мыш исемле кеше булып, яҙыуға, хисапҡа, кәңәшкә яраған имеш, тип һөйләйҙәр.

Вә уның өс-дүрт уғлы булған. Һәр ҡай­һы­һы уҡытҡан вә сәйәхәтән-сәфәрҙәргә йөрөткән, тип һөйләйҙәр. Береһе – Ҡара­табын-бей, икенсеһе – Байҡы-бей, өсөнсөһө Балыҡсы-бей исемле булған, тиәләр...”

Ошондай телдән-телгә тапшырыла килгән төрлө легенда һәм риүәйәттәр нигеҙендә Ғ. Со­ҡорой боронғо замандарҙа атай-олатай­ҙарының Тубыл һәм Иртыш буйҙарында донъя көтөүе, аҙаҡ Миәс йылғаһы буйына күсенеүе һәм иң ахырҙа мал көтөү, иген игеү өсөн уңайлы ерҙәр эҙләп, хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ, Пермь өлкәһенең көньяҡ һәм Татарстандың көнсығыш тарафтарына килеп төпләнеүе тураһында бәйән итә. Хикәйәләү барышында ара-тирә яҙма сығанаҡтарға ла мөрәжәғәт итә, уларҙан өҙөктәр килтерә.

Артабанғы юлдарҙа ирәктеләрҙең урындағы Күҙәй, Йәлдәк, Гәрәй, Оран, Ҡайпан, Ғәйнә башҡорттары менән аралашып, туғанлашып йәшәгәне тасуир ителә. Халыҡтың төп шөғөлө ер эшкәртеү, малсылыҡ һәм һунарсылыҡ булғанлығы, ырыуҙаштарының уҡ атыуға мәргәнлеге хаҡында хикәйәләнә. Автор Ҡазан ханлығы һәм Рус дәүләте менән мөнәсәбәттәргә лә киң туҡтала. Иван Грозный ғәскәренең Ҡазанды яулап алыуынан күп йылдар элек үк рус халҡы менән алыш-биреш итеп йәшәүҙәре, аҙаҡ Рус дәүләтенә ҡушылғас, батшалыҡҡа бик күп яһаҡ түләп тороуҙары, ул яһаҡтарҙың йылдан-йыл арттырыла барыуы арҡаһында халыҡтың бик күп михнәт сигеүе тураһында хисләнеп-әсенеп бәйән итә. Ғөмүмән, ҡулъяҙмала батшалыҡтың Башҡортостанды, башҡорт халҡын аяуһыҙ иҙеүе, төбәктә үткәрелгән колониаль сәйәсәте айырым-асыҡ сағылыш тапҡан.

Туған ырыуының тарихын Ғ. Соҡорой шиғри формала ла яҙып ҡалдырған. Ҡоба­йыр стиленә ҡоролған Үҫәргән шиғри шәжә­рәһенән айырмалы рәүештә, уның был әҫәре урта быуат көнсығыш шиғриәтендә бик популяр булған мөрәббә жанрында ижад ителгән. Ундағы әҫәрҙең буйынан-буйына дауам иткән дүрт юллыҡ строфа­ларҙың тәүге өс юлы үҙ-ара рифмалашып, һәр строфаның дүртенсе юлы иһә “сарпай” (ҡәҙерлем) тигән һүҙгә тамамланып, рефрен булып ҡабатланып килә (шиғырҙың рифма-ритмик системаһы теүәл бирелһен өсөн уның тексын төп нөсхәләгесә бирәбеҙ):

Асыл бабам Тубыл, Иртыш
Кәнәрендә булып ирмеш,
Асылда армы йә чирмеш –
Беленмәй динләре, сарпай.
Ләбибләрдән булып берсе
Сәйәхәткә төшөп хирси,
Табып күп ер, ҡуйып арҫи,
Китептер донъядан, сарпай.
Чөн ул шәрхи заминлардан
Чығып киткән кенә берлән,
Сәйәр ҡылған көймә берлән
Төшөп сыулар сайын, сарпай.
Ҡайу сәйәх улан баба,
Килеп Урал дигән тағға,
Мәҡам тотҡан Миәч таба,
Нәһерен сыулап, сарпай…
Йорт-ил салып, биләп йортлар,
Миәч буйында башҡортлар.
Безә ансаб булыр анлар,
Ҡара Табын улан сарпай...

Ошо рәүешле шағир ырыуҙаштарының боронғо тарихын бәйнә-бәйнә хикәйәләргә ынтыла. Тубыл, Иртыш буйҙарынан көтөүлек һәм сәсеүлек өсөн уңай ерҙәр эҙләп, Миәс буйҙарына күсенеүҙәре, унда бер өлөшө тороп ҡалыуы, ҡалғандарының ошо төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш тарафтарға килеп төпләнеүе, урындағы ырыу-ҡәбиләләр менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәре хаҡында бәйән итә. Әҫәренең аҙағында ул барлыҡ башҡорт ырыуҙарын бер туғандай татыу йәшәргә өндәй:

… Ғәзиз ҡәрдәшләрем, хәзер
Ҡарындашны булың нәзир.
Ирәкте булды исә ир,
Ҡарындаш буладыр, сарпай.
Лаимлыҡтан булыр даим,
Ҡарындашны булыу лаим,
Ҡарындаш хаҡтыр ҡаим,
Хоҡуҡы вар аның, сарпай…
Ҡарындашлыҡ ҡаты бездә,
Шәриғәт хөрмәте берлә,
Пәйғәмбәр өммәте берлә
Барымыз бер туған, сарпай.
Рәғийәт берлегендә һәм
Риғәйәтне ҡылыр әл-зам.
Килең, бергә торайыҡ һәм
Ҡарап мохтажлары, сарпай.

Тарихи тема менән генә сикләнмәгән...

Әҙиптең “Тәуарих-и Болғария, йәки Тәҡриб-и Ғари” (“Болғар тарихтары, йәки Ғариҙың яҡынса аңлатмалары”) исемле әҫә­ре иһә ғәйәт күп тарихи мәғлүмәт һәм фольклор өлгөләре һаҡлай. Әлеге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығыш ҡулъяҙмалар институты фондында (Санкт-Петербург ҡалаһы) һаҡланған был тәуарих авторҙың улы Ғарифулла Кейеков күсермәһендә килеп еткән.

Әҫәр инеш һүҙҙән һәм төп өлөштән тора, һуңғыһы үҙ сиратында ете бүлеккә бүленгән. Инештә тәуарихтың яҙылыу һәм күсерелеү тарихы яҡтыртылған. Төп өлөштөң тәүге бү­леге “Туйбикә” (фольклорҙа һәм яҙма әҙә­биәттә ул “Тутыйбикә”, “Хан ҡыҙы”, “Хан ҡы­ҙының фалиж булыуы” исемдәре менән дә билдәле) легендаһына арналған. Автор уның ҡыҫҡаса йөкмәткеһен бирә лә уға ҡа­рата үҙенең мөнәсәбәтен дә белдереп үтә.

Артабанғы бүлектә XVIII – ХIХ быуаттарҙа йәшәгән ғалимдар һәм дин эшмәкәрҙәре тураһында библиографик мәғлүмәттәр бирелгән. Өсөнсө бүлектең үҙәгендә Аҡһаҡ Тимер образы һәм уның ҡылған эштәре тора. Дүртенсе бүлектә Ғ. Соҡорой Көньяҡ Уралдың, Рәсәйҙең географик урынын, тәбиғәтен тасуирлай. “Робоғи мәскүн бәйәне” (“Ерҙең кеше йәшәй торған дүрт өлөшө бәйәне”) тип аталған бүлектә ул Ер шарының географик төҙөлөшөн күҙалларға ынтыла. Алтынсы бүлектә уҙған замандарҙа Урал – Волга буйҙарында йәшәгән уҡымыш­лыларҙың, мулла һәм мөҙәристәрҙең тормошона бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һүрәт­ләнгән. Һуңғы бүлектә иһә автор XIX быуат татар тарихсыһы Хөсәйен Әмирхандың “Тәуарих-и Болғария” (Ҡазан, 1883) исемле китабын шәрехләй, төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индерә.

Был әҫәргә лә, күренеүенсә, жанр синкре­тиклығы, идея-тематик сыбарлыҡ хас. Ғ. Со­ҡорой тарихи тема менән генә сикләнеп ҡалмай, география, биобиблиография, әҙәбиәт һәм дин мәсьәләләренә лә ҡағылып үтә, урыны-урыны менән үҙенең әҙәби ижад емештәренә мөрәжәғәт итә. Хикәйәләү барышыңда ул, мәҫәлән, үҙенең “Ҡафият әл-аҫар” (“Рифмалы әҫәрҙәр”), “Әғләми һади” (“Күренекле шәхестәр”), “Жәмиғ әл-леуа” (“Байраҡтар йыйыны”), “Ағъяни мази” (“Үткән замандың абруйлы кешеләре”), “Дибажа-и Фаиза” (“Фаиза китабына инеш”) кеүек ҡулъяҙма һәм баҫма китаптарын телгә ала, уларға һылтанмалар яһай.

Яҙыусының был әҫәре сағыштырмаса бай һәм мауыҡтырғыс тел менән яҙылған. Автор хәл-күренештәрҙе ҡоро атап ҡына үтмәй, йыш ҡына хис-тойғоло тасуирлауға күсеп китә, сағыштырыу, метафора, метонимия, эпитет кеүек ассоциатив һүрәтләү сараларын ҡулланып, образлы хикәйәләүгә бирелә. Әлбиттә, тәуарихында Ғ. Соҡорой фәҡәт художестволы алымдарға ғына өҫтөнлөк бирмәй, күпселегендә, ғилми әҙәбиәткә хас булғанса, тыныс тонда бәйән итә, уҡыусының иғтибарын мәғлүмәт һәм факттарға йүнәлтә, XIX быуатта йәшәгән һәм ижад иткән күренекле башҡорт шағиры Һибәтулла Сәлихов, әҙип Тажетдин Ялсығол, Ғәбдерәхим Усман (Утыҙ Имәни) кеүектәрҙе лә телгә ала, ҡайһы берҙәренең шиғырҙарынан өҙөктәр килтереп, үҙ ҡарашын белдерә. Бындай осраҡтарҙа ул ниндәйҙер кимәлдә әҙәбиәтсе ғалим булып күҙ алдына баҫа.

Беҙҙең көндәргә әҙиптең йәнә бер төр ҡулъяҙмалары – әҙәби әҫәрҙәре кеүек үк нәфис һәм тәрән хисле тел менән яҙылған 15-тән ашыу хаты килеп еткән. Ҡазан, Петербург, Харьков ҡалаларына (Харьковта уның улы Ғарифулла хәрби хеҙмәттә була) адресланған был мәктүбтәр әҙиптең көндә­лек тормошо, дуҫ-иштәре һәм ижади бәйлә­нештәре тураһында бай мәғлүмәт һаҡлай.

Үҙ заманындағы мәғрифәтселәрҙән F. Соҡорой күренекле татар әҙибе Ҡәйүм Насыри менән тығыҙ ижади бәйләнештә йәшәгән. Ҡазанға барған саҡтарында мотлаҡ уның менән күрешер, йәнле әңгәмәләр ҡорор булған. Ҡ. Насыри уның ижадын даими күҙәтеп барған, осрашҡандарында аҡыллы кәңәштәр ҙә биргеләгән. Төрки белгәндең күрке бар, тип ул башҡорт шағирына әҫәрҙәрендә ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре менән артыҡ мауыҡмаҫҡа, халыҡтың йәнле һөйләү телендә яҙырға кәңәш иткән.

Ысынлап та, әҙиптең күп шиғырҙары, ғәрәп һүҙҙәре менән сыбарланып, ябай ха­лыҡ тиҙ генә аңламаҫлыҡ телдә яҙылған. Әлбиттә, сәсмә әҫәрҙәрендә, тарихи яҙма­ларында һәм хаттарында ул ят һүҙҙәрҙе һирәк ҡуллана, халыҡсан телмәр менән эш итә. Быны үрҙә килтерелгән өҙөктәрҙән дә тойорға мөмкин.

Шуны ла әйтергә кәрәк, уның байтаҡ шиғыры урта быуат көнсығыш әҙәбиәтендә популяр булған акростих алымы менән, тәүшихләп яҙылған. Бындай шиғырҙарҙың һәр юл башындағы хәрефтәрен теҙеп уҡыһаң, йә авторҙың исем-шәрифе, йә иһә әҫәр кемгә бағышланған булһа, шул кешенең исеме килеп сыға. Әҫәрҙе ошо рәүешле ижад итеү, форманы беренсел, ә йөкмәткене икенсел итеп ҡуйыу, әлбиттә, шиғырҙың художество-эстетик йөкмәткеһенә йыш ҡына кире йоғонто яһай, уның сифатын төшөрә.

Нисек кенә булмаһын, Ғәли Соҡорой башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған. Уның ғәйәт бай һәм ҡатмарлы ижады милли һүҙ сәнғәтебеҙ үҫешендә оло бер этап, яңы баҫҡыс булып тора.

Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ, филология фәндәре докторы.
Читайте нас: