Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Ғинуар 2021, 18:00

#МиллиПроектЭкология

Башҡортостан "Экология" милли проектының "Урмандарҙыһаҡлау" йүнəлешендə əүҙем эшлəй. Уның буйынса 2020 йылда төпкүрһəткестəрҙең барыһы ла үтəлгəн, хатта күҙалланғанданартығыраҡ та эшлəнгəн.

Башҡортостан "Экология" милли проектының "Урмандарҙы
һаҡлау" йүнəлешендə əүҙем эшлəй. Уның буйынса 2020 йылда төп
күрһəткестəрҙең барыһы ла үтəлгəн, хатта күҙалланғандан
артығыраҡ та эшлəнгəн.
БР Урман хужалығы министрлығынан хəбəр итеүҙəренсə, урманды
тергеҙеү күрһəткестəре яҡшы. Ағас ҡырҡыу һəм ултыртыу нисбəте 106,5 процент.
Йəш үҫентелəр 14,9 мең гектар майҙанда ултыртылған. Мəҫəлəн, 2019 йылда ағас 13,9 мең гектарҙа ҡырҡылған булған.

Ағасты иң күбе Йылайырҙа, Бөрйəн, Баймаҡ, Белорет, Ҡариҙел райондарында ултыртҡандар. Тап ошо төбəктəрҙə урманды
ваҡытында тергеҙеп барырға кəрəк тə. Сөнки иң күп ҡырҡыу ҙа ошонда.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: