+15 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2021, 18:00
Афарин, Искәндәр!
Нефтекаманан Искәндәр Зөфәров урманға йүгерергә сыҡҡанда, ерҙә ятҡан кешене шәйләп ҡала. Ул оло йәштәге ҡатын янына барып, медицина ярҙамы күрһәтергә тырыша.
Bashnews хәбәр итеүенсә, Нефтекаманан Искәндәр Зөфәров урманға йүгерергә сыҡҡанда, ерҙә ятҡан кешене шәйләп ҡала. Ул оло йәштәге ҡатын янына барып, медицина ярҙамы күрһәтергә тырыша. Зыян күреүсе аяғына баҫа алмай, “тиҙ ярҙам” саҡыртыу ҙа ауырға тура килә, сөнки был урынды билдәләү еңел булмай.
Үҫмер 100 метрҙай араны ҡатынды йөкмәп үтә, артабан дуҫы ярҙамға килә. Егеттәр ҡатынды юлға тиклем еткереп, медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар.
Пенсионер ҡатын юғары ҡан баҫымы менән яфаланған була, ныҡ йылы кейенгәнлектән, алыҫ араға йәйәү йөрөүгә лә әҙер булмай сыға.
Искәндәр кеше ғүмерен ҡотҡарған өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнә
Башҡортостаным | яңылыҡтар
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша