ТАСС хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә дебет шәлдәр һәм быймаларға һорау артҡан. Илебеҙҙең билдәле онлайн-маркетплейсы мәғлүмәте буйынса 2021 йылдың 1-7 ғинуарында интернет-магазиндарҙа башҡа осор менән сағыштырғанда дебет шәлдәр - 2, тундар - 1,8, ә быймалар 1,6 тапҡырға күберәк һатылған. Быны быйылғы ҡыштың һыуыҡ килеүе менән бәйләйҙәр.