"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Ғинуар 2021, 13:00

ВИЧ. Ҡайһы район-ҡала "алдынғы"?

2020 йылда Башҡортостанда 1977 кешегә ВИЧ диагнозы ҡуйылған. Республиканың СПИД һәм йоғошло сирҙәр менән көрәшеү, иҫкәртеү үҙәге мәғлүмәте буйынса иң күбе Өфөлә - 463 кешелә ВИЧ барлығы асыҡланған...

2020 йылда Башҡортостанда 1977 кешегә ВИЧ диагнозы ҡуйылған. Республиканың СПИД һәм йоғошло сирҙәр менән көрәшеү, иҫкәртеү үҙәге мәғлүмәте буйынса иң күбе Өфөлә - 463 кешелә ВИЧ барлығы асыҡланған. Стәрлетамаҡта - 129, Салауатта - 122, Нефтекамала -65 , Күмертауҙа 62 кешенең анализы ыңғай һөҙөмтә биргән. Райондар буйынса иһә Белорет "алдынғы" - унда 74 кешелә ВИЧ табылған. Туймазы районында - 59, Әбйәлилдә - 57, Өфө районында - 54 һәм Бәләбәй районында 52 кешенең был сирҙе йоҡтороуы асыҡланған.
Ә иң аҙы Бөрйән, Илеш һәм Саҡмағош райондарында - берәр, Бүздәктә - ике, Баҡалы һәм Миәкә райондарында өсәр.
Читайте нас: