Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Ғинуар 2021, 11:00

21 декабрҙән 15 ғинуарға тиклем республикала “Иғтибар – балалар!” акцияһы үтә

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, бәлиғ булмаған йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтарын профилактикалау, уҡыусылар һәм водителдәр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында 21 декабрҙән 15 ғинуарға тиклем беҙҙең республикала “Иғтибар – балалар!” акцияһы үтә.

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен кәметеү, бәлиғ булмаған йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтарын профилактикалау, уҡыусылар һәм водителдәр тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында 21 декабрҙән 15 ғинуарға тиклем беҙҙең республикала “Иғтибар – балалар!” акцияһы үтә.
Акция барышында ЮХХДИ инспекторҙары балалар юл-транспорт травматизмын профилактикалау буйынса эште көсәйтәсәк, мәктәп автобустарының техник торошон тикшерәсәк, рейс алдынан медицина тикшереүе үткәндә хәүефһеҙлек талаптарын тотоуҙы контролләйәсәк.
Мәғариф бүлеге менән берлектә саралар планы эшләнгән, уға ярашлы белем биреү учреждениеларында төрлө акциялар, әңгәмәләр һәм класс сәғәттәре үткән.
- Иң мөһиме, бәләкәс балаларҙың үҙҙәрен генә урамға сығарып ебәрмәгеҙ, ә өлкәнерәктәренә юлда йөрөү ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Оло юл буйында уйнарға, саңғыла йөрөргә, тюбингта шыуырға йөрөргә яраманғалығы тураһында ҡат-ҡат иҫкәртегеҙ. Боҙлауыҡ булғанда автомобилдең тормоз юлы оҙон булыуын, шуға күрә юл аша сыҡҡанда айырыуса иғтибарлы булырға кәрәклеген тағы ла бер иҫтәренә төшөрөгөҙ. Тағы ла балаларҙың кейемендә мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар – стикерҙар булырға тейеш. Шулай уҡ балаларҙы автомобилдә йөрөткәндә махсус ҡулайламаларҙы ҡулланырға онотмағыҙ, - тине Күгәрсен районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы Ринат Исхаҡов.
Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: автомобилдә балаларҙы махсус ҡоролмаһыҙ йөрөткән өсөн административ яуаплылыҡ – 3 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Унан тыш, 18 йәшкә тиклемге граждандар ҡануниәтте боҙған осраҡта улар өсөн Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.35-се статьяһы буйынса ата-әсәләр яуап бирә. Мәҫәлән, 16 йәшкә тиклемге үҫмер автомобиль йөрөтөп тотолһа, ата-әсәләр язаға тарттырыла, әгәр бала 16 йәштән өлкән булһа, был ҡылығы өсөн үҫмер үҙе лә һәм уның ата-әсәһе лә яуап бирә.
*Беҙгә социаль селтәрҙәрҙә ҡушылығыҙ: «ВКонтакте», «Одноклассники», «Инстаграм», «Фейсбук»
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: