Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Ғинуар 2021, 14:00

#национальнаякухня#зианчуринскийрайон#культура Ағурҙа ауылы Айгөл Күсәрбаеванан буҙа эшләү буйынса мастер класс.

Хәйерле көн хөрмәтле төркөмдәштәр. Мин бөгөн һеҙҙең менән буҙа эшләү серҙәре менән уртаҡлашмаҡсымын. Буҙа ул башҡорттарҙың милли эсемлеге. Уны борондан беҙҙең халҡыбыҙ эшләгән һәм бик яратып эскән. Сөнки ул тәмле генә түгел, бик файҙалы ла. Буҙа эшләүҙе миңә Мәрйәм апай Бураҡаева өйрәтте. Ул беҙгә ҡунаҡҡа килгәнендә үҙе менән күстәнәс итеп, буҙа өсөн әҙерләнгән махсус пакеттарға һалынған 200 грамлы һоло оно алып килгән ине. Шул ондан буҙаны эшләп күрһәтте һәм өйрәтте. Бик тәмле килеп сыҡты буҙа. Һоло оно урынына геркулес ярмаһы ҡулланырға була. Тик унда әҙерәк май ҡушырға кәрәк була. Һары май йәки ит турағыстан үткәрелгән туң май. Май буҙа ныҡ әсеп ҡайнап китмәһен өсөн кәрәк тип аңлатты Мәрйәм апай.Шулай итеп буҙа эшләр өсөн 200 гр. һоло оно, 3 литр һыу, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 250 мл. ҡымыҙ кәрәк буласаҡ.Кәстрүлгә банкалағы 3 литр һыуҙың 3/1 өлөшөн ҡойоп уға 200 гр. һоло онон һалып яҡшылап болғатабыҙ, кәстрүлде талғын утҡа ҡуябыҙ ҙа банкалағы ҡалған һыуҙы ҡоябыҙ. Утты шәбәйтеп кәстрүлдәге масса ҡайнап сыҡҡансы болғатып торабыҙ (сөнки төбөнә көйөп йәбешеүе бар). Ҡайнап сыҡҡас талғын утта болғатып тороп 30 минут ҡайнатабыҙ. Утты һүндереп 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып, ҡапҡасын ябып, йылымыс ҡына булғансы һыуытабыҙ. Массаны 2 өс литрлы банкаға бүлеп ҡоябыҙ, ҡымыҙҙы (ойомосто) ике банкалағы массаға бүлеп ҡоябыҙ ҙа, ҡапҡастар ябып йылы урында әсетәбеҙ. Банкаларығыҙ тулып барһа, буҙа эсергә әҙер тигәнде аңлата. Боҙмағыҙ тәмле булһын! ????????

Хәйерле көн, хөрмәтле төркөмдәштәр. Мин бөгөн һеҙҙең буҙа эшләү серҙәре менән таныштырмаҡсымын. Буҙа ул башҡорттарҙың милли эсемлеге. Уны борондан беҙҙең халҡыбыҙ эшләгән һәм бик яратып эскән. Сөнки ул тәмле генә түгел, бик файҙалы ла. Буҙа эшләүҙе миңә Мәрйәм апай Бураҡаева өйрәтте. Ул беҙгә ҡунаҡҡа килгәнендә үҙе менән күстәнәс итеп, буҙа өсөн әҙерләнгән махсус пакеттарға һалынған 200 грамлы һоло оно алып килгән ине. Шул ондан буҙаны эшләп күрһәтте һәм өйрәтте. Бик тәмле килеп сыҡты буҙа. Һоло оно урынына геркулес ярмаһы ҡулланырға була. Тик унда әҙерәк май ҡушырға кәрәк. Һары май йәки ит турағыстан үткәрелгән туң май. Май буҙа ныҡ әсеп ҡайнап китмәһен өсөн кәрәк тип аңлатты Мәрйәм апай.
Шулай итеп буҙа эшләр өсөн 200 гр. һоло оно, 3 литр һыу, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 250 мл. ҡымыҙ кәрәк буласаҡ.
Кәстрүлгә банкалағы 3 литр һыуҙың 3/1 өлөшөн ҡойоп уға 200 гр. һоло онон һалып яҡшылап болғатабыҙ, кәстрүлде талғын утҡа ҡуябыҙ ҙа банкалағы ҡалған һыуҙы ҡоябыҙ. Утты шәбәйтеп кәстрүлдәге масса ҡайнап сыҡҡансы болғатып торабыҙ (сөнки төбөнә көйөп йәбешеүе бар). Ҡайнап сыҡҡас талғын утта болғатып тороп 30 минут ҡайнатабыҙ. Утты һүндереп 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып, ҡапҡасын ябып, йылымыс ҡына булғансы һыуытабыҙ. Массаны 2 өс литрлы банкаға бүлеп ҡоябыҙ, ҡымыҙҙы (ойомосто) ике банкалағы массаға бүлеп ҡоябыҙ ҙа, ҡапҡастар ябып йылы урында әсетәбеҙ. Банкаларығыҙ тулып барһа, буҙа эсергә әҙер тигәнде аңлата. Буҙағыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: