Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Ғинуар 2021, 16:00

Бөгөн Халыҡ-ара рәхмәт көнө

11 ғинуар - Халыҡ-ара рәхмәт әйтеү көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостанда үҙенсәлекле акция ойошторола - теләгән һәр кем табиптарға туранан-тура рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала. Һеҙ кемдәргә рәхмәт әйтер инегеҙ? Форсаттан файҙаланып, комментарийға йә айырым пост итеп күргегеҙ килһә, сообщениеға яҙығыҙ!Байыш ауылы халҡы, мәҫәлән, фельдшерҙары Сажидә Назароваға рәхмәт уҡый.

11 ғинуар - Халыҡ-ара рәхмәт әйтеү көнө. Ошо уңайҙан Башҡортостанда үҙенсәлекле акция ойошторола - теләгән һәр кем табиптарға туранан-тура рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ала. Һеҙ кемдәргә рәхмәт әйтер инегеҙ? Форсаттан файҙаланып, комментарийға йә айырым пост итеп күргегеҙ килһә, сообщениеға яҙығыҙ!
Байыш ауылы халҡы, мәҫәлән, фельдшерҙары Сажидә Назароваға рәхмәт уҡый.
- Сажидә Мөхәмәт ҡыҙын былай ҙа эшенә яуаплы ҡараған, һәр кемгә иғтибарлы, йылы мөғәләмәлә булып, яҡшы һүҙе менән дә дауалаған белгес итеп белә инек. Бынау тажзәхмәт ҡоторған заманда уның ярҙамын айырыуса ныҡ тоябыҙ, - тиҙәр улар. - Дауа тәғәйенләп кенә ҡалмай, ауырыуҙарға уколын да ҡаҙай, система ла ҡуя. Күпме кешене ауыр сирҙән йолоп ҡалды! Үҙе бирешеп ҡуймаһын, тип Аллаһы Тәғәләнән уға һаулыҡ һорайбыҙ.
Читайте нас: