Йәмәғәт, беҙҙең бөтәбеҙҙә лә бәйлелек бар икән – зависимость... 6 ғинуар көнө беҙҙең Байыш ауылында телефондар шымды, телевизорҙар һүнде, интернет юғалды. Өфөләргә шылтыратыуҙар файҙаһыҙ, тик 14-е генә киләбеҙ, көтөгөҙ, тиҙәр...Бынағайыш, күҙһеҙ-ҡолаҡһыҙ, йәғни һуҡыр, һаңғырау, бер ниндәй мәғлүмәтһеҙ АЛТЫ көн буйы нихәл түҙмәк кәрәк?! Аптырағас, үҙебеҙҙең биләмә башлығы Айҙар Ҡуланшинға шылтыратабыҙ. “Хәҙер Дәмин Маратович менән кәңәшләшәм”, – тигәс, ҡыуанғанды!
Район, биләмә башлыҡтары ярҙамында тиҙ арала бөтәһе лә хәл ителде. “Ростелеком” хеҙмәткәрҙәре Тимур Иҙрисов, Фәрит Фәхретдинов, Айрат Хәбибуллин, байрам-ял көндәре булыуға ҡарамай, ғаиләләрен ҡалдырып, беҙҙе күҙле лә, мәғлүмәтле лә иттеләр. Ауыл халҡы исеменән бөтәһенә лә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткереп, иҫән-һау эшләүҙәрен теләйбеҙ. Ошондай яҡташтарыбыҙ менән донъялар йәмле, йәшәүҙәре лә еңелерәк.