Их, уйындарҙың күплеге! Уларҙың һәр ҡайһыһын берәр тапҡыр ғына уйнаһаң да, көн оҙонона етерлек. Хатта бер нисәһе ҡараңғы төшөүгә лә ҡала әле. Беҙ, малайҙар, уларҙың бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышабыҙ. Алдан һис ниндәй һөйләшеү булмаһа ла, иртәнге тамаҡты туйҙырыу менән, ғәҙәттә, Ғимран бабайҙарҙың өйө эргәһенә йыйылабыҙ. Ниңә шулай өйрәнгәнбеҙҙер. Ғимран бабайҙың беҙҙең менән уйнарҙай бала-сағаһы ла юҡ бит инде. Ә иртәнсәк һайын малайҙар уның нигеҙе бейек итеп таштан буралған өйө эргәһенә һис ниндәй саҡырыуһыҙ берәм-һәрәм килә башлай. Йәйге йомарт ҡояш нурҙары апаруҡ йылытырға өлгөргән таш нигеҙгә арҡаны терәп, кисәге уйындарҙа кемдең еңеүе, кемдең еңелеүе, кемдең сосораҡ булыуы, кемдең харамлашыуы хаҡында бәхәсләшеүгә байтаҡ ваҡыт китә. Ҡайһы саҡта ошондай бәхәс яғалашыуға барып олғаша. Бындай мәлдә инде эргәбеҙҙә көтмәгәндә Ғимран бабайҙың сауығып бөткән кәүҙәһе пәйҙа була. Әйтерһең, ул тәҙрәнән беҙҙең һөйләшкәнгә ҡолаҡ һалып, һәр хәрәкәтебеҙҙе күҙәтеп ултырған. Ул, ҡапҡаһынан сыҡҡас, ҡарт кәзә йүткергәндәге шикеллерәк итеп, тамағын ҡыра-ҡыра беҙгә табан йүнәлә. Эргәбеҙгә килеп еткәс, алға кәксәйгән һаҡалын таяғы башына терәп, аҙ ғына һүҙһеҙ тора. Шунан ҡапыл сыйылдыҡ тауыш менән ҡысҡырып ебәрә:
- Атағыҙҙың малы уртаҡмы ни?! Туҡтағыҙ әле!
Тызрайышып бер-береһенең яғаһына йәбешкән, күҙҙәре аларған, аһылдашҡан малайҙарҙың ғәйрәте ҡапыл ҡайта, икеһе ике яҡҡа атлай. Ғимран бабай кеткелдәп көлә, төпкә батҡан сағыр күҙҙәрен алмаш-тилмәш беҙгә йөрөтөп сыға.
- Ай, сәбәке малайҙар, татыу ғына уйнаһағыҙ, ни була? Улай тауыш ҡубарһағыҙ, яҡын да юлатмам.
Беҙҙең; әлбиттә, өйрәнгән урындан китке килмәй.
- Ғимран бабай, ҡабат улай итмәбеҙ.
- Улар юрый ғына тартҡылашты бит...
- Бер тауышыбыҙ сыҡмаҫ, - тип бабайға мөлдөрәп ҡарайбыҙ.
Ғимран бабай аҙ ғына уйланып торғандай итә: йәнәһе, беҙҙе бында ҡалдырырғамы-юҡмы, шуны хәл ҡыла. Ахырҙа үҙ хөкөмөн әйтә.
- Ярай, тик мәтри, уландар, берегеҙ бер талашһа...
Талашһаҡ, ул ни эшләтмәксе, асығын ғына әйтмәй, ҡапҡаһы яғына ыңғайлай; ләкин уның беҙгә яманлыҡ эшләмәҫен беләбеҙ. Уйнағаныбыҙҙы ҡарарға ярата бит ул. Хатта ҡайһы саҡта әбейе менән икәүләшеп ҡапҡа төбөнә сығып ултыралар.
Шулай ҙа Ғимран бабайҙың киҫәтеүе беҙҙең эште көйләп ебәрә. Эште сүрәкәй уйнауҙан башлап алып китәбеҙ. Тәнде яҙыу, сәм ҡуҙғатып алып китеү өсөн, һәләк йәтеш уйын ул. Артыҡ күп тә йүгермәйһең, ләкин ситкә һуғылған сүрәкәй таяғын бәләкәй генә һыҙыҡҡа төшөрөү өсөн бик ҙур таһыллыҡ, сама белеү кәрәк. Тән ҡыҙып алғас, ике төркөмгә бүленеп, бура һуғыуға тотонабыҙ. Буралар за, һәр кемдең үҙ исем-фамилияһының баш хәрефтәре яҙылған таяҡтар ҙа Ғимран бабайҙың ихатаһында - ҡойма буйында ғына һаҡлана.
Бура һуғыу - беҙҙең иң яратҡан, иң сәмләнеп тотона торған уйыныбыҙ. Көс тә, мәргәнлек тә, таһыл да кәрәк бында. Иң шәп бурасылар хатта арғы ос малайҙары менән ярышҡа ла сыға. Бура һуғыу беләктәрҙе талдыра, тирләүҙән күлдәктәр арҡаға лыпын йәбешә. Шуға күрә арабыҙҙан кем дә булһа:
- Малайҙар, әйҙәгеҙ, һыҙыҡ туп уйнайбыҙ, - тип бура һуғыу ялҡыта башлауын белдерә.
Уға ҡаршы килмәйҙәр, сөнки бетебеҙгә лә талғыныраҡ, тәнгә ял бирерҙәйерәк уйын кәрәк. Һыҙыҡ туп бик сос, йылғыр булыуҙы, тупты мәргән (бәреүҙе талап итһә лә, артыҡ ҡабаланмай уйнай торған уйын. Ләкин беҙҙең тир ҡатмай, төшлөккә етеп килгән ҡояш хәлебеҙҙе ала, әлһерәтә.
- Әйҙәгеҙ, малайҙар, һыу инергә! Әйтерһең, һәр кем ошо һүҙҙәрҙе генә көтөп торған. Шаулашып, берҙәм күтәреп алалар:
- Ҡайҙа барабыҙ?
- Күкьятыуға.
- Юҡ, унда әле һыу һалҡындыр. Мотайға китәйек.
- Алыҫ бит ул...
Быныһын малайҙар ҡолаҡтарына ла элмәй. Ярты саҡрым ер беҙҙең өсөн ҡайҙан алыҫ булһын? Бер-беребеҙҙе баҫтырышып, шаяра-шаяра Мотайға йүнәләбеҙ. Мотай - беҙҙең Ҡыҙылташ йылғаһындағы иң матур ятыу ул белә-белһәгеҙ. Төбөнә йоморо, шыма беләү таштар түшәлгәнлектән, ул, күпме кеше һыу инһә лә һис ҡасан буйрамай, ағымы ла ҡаты түгел, өҫкә ҡарай ҙа, арҡыры-буйға ла рәхәтләнеп йөҙөп йөрөйһөң. Ятыуҙың тирә-яғы иһә муйыл, ерек әрәмәлеге менән уратып алынған. Уң яҡтағы һөҙәк ярында ғына кескәй аҡлан бар. Беҙ шунда унан-бынан сисенәбеҙ ҙә шым ғына күгәреп ятҡан ятыуға сумабыҙ. Тирләгән, саң ҡунған тән буйлап ғәләмәт бер рәхәтлек йүгерә, күҙ алдары яҡтырып киткәндәй була. Минең кеүек бәләкәйерәк малайҙар ятыу уртаһына уҡ йөҙәргә батырсылыҡ итмәй, һыу муйынға етер тирәгәсә белер-белмәҫ көйө атынып, ауыҙға тулған һыуҙы бөркә-беркә йөҙөп хитланабыҙ ҙа туҡтап ҡалабыҙ. Һыу төбөнә баҫыу менән ятыуҙа ҡымйып йөрөгән сабаҡтар, ҡоморойҙар морондары менән төрткөләп, аяҡты ҡытыҡлай башлай. Беҙ тағы ла сумабыҙ, йөҙөп аҙапланабыҙ. Бөтөнләй йөҙә белмәгән малайҙар иһә яр буйында ғына сыптырҙаша. Уларҙың ҡайһылары усы менән һөҙөп ваҡ ҡына балыҡ селбәрәләре - йотомос тоторға маташа. Әгәр тоттомо, ҡыуанып, усындағы һыу менән ҡуша йотоп та ебәрә. Йәнәһе, тере балыҡ йотҡас, үҙе лә хәҙер үк йылғыр бәрҙеләй йөҙөп китә. Ләкин файҙаһы теймәй, күрәһең. Һаман яр буйындағы һай ергә ятып, ҡулдары менән һыу төбөнә таянып, аяҡтарын сәпелдәтеүҙән ары китә алмайҙар.
Ирендәр күгәреп, тәнгә бәпкә йөндәре ҡалҡҡансы ҡыялғандан аҙаҡ ҡына һыуҙан сығабыҙ. Яр башына ятып ҡыҙынабыҙ, һыңар аяҡта һикерәңдәп йә таш саҡылдатып, ҡолаҡтарға тулған һыуҙы "түгәбеҙ". Тығын менән ҡаплап ҡуйылған һымаҡ тойолған ҡолаҡ эсенән йылымысланған һыу ҡымырйытып ҡына ағып төштөмө, әй рәхәт булып ҡала, бөтә башың еңеләйеп киткәндәй була.
Шунан беҙ, хәҙер инде ҡабаланмай ғына атлап, ауылға ҡарай йүнәләбеҙ. Ҡайтып, ашап сыҡҡас, ниндәй уйын башлау тураһында һүҙ ҡуҙғала. Төшкә тиклем уйнап өлгөрмәгән уйындар байтаҡ әле: соҡор туп, көтөү бураһы, элгес, сәскән, һәпәләк, йәшенмәк һәм тағы ла әллә ниндәй уйындар. Бәхәсләшә торғас, уйынды сәкәндән дауам итергә һүҙ ҡуйышабыҙ. Иң ҡыҙыҡ уйын ул, сәкән. Беҙ уны икенсе төрлө лә - ҡала алғыс, тип тә атап йөрөтәбеҙ. Былай атауҙың үҙ мәғәнәһе бар. Беҙ ике командаға бүленәбеҙ. Ошонан аҙаҡ һәр яҡтың үҙ ҡалаһы билдәләнә. "Ҡала" тигәнебеҙ - урамдың арғы һәм бирге остарындағы берәй өй була инде. Команда башлыҡтары:
- Минең ҡала - Миһран ҡарттар өйө.
- Ә минеке - Заһит бабайҙарҙыҡы,- тип белдергәс, уйын башланып китә.
Командалар, егерме-утыҙ метр ара ҡалдырып, ҡара-ҡаршы баҫа. Ҡулдарҙа - ҡайындан эшләнгән, башы кәксәйеп торған сәкәндәр, уйынды башлап ебәрәсәк команданың башлығы алдында - шулай уҡ ҡайын ороһонан эшләнгән, күп һуғыуҙан шымарып бөткән ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡ туп. Сырайҙар, ҡараштар етдиләнә, бөтәбеҙҙең күҙ - шул тупта ғына. Унан китә уйын. Һәр яҡ тупты нығыраҡ һуғып, ҡаршы команданы ҡыҫырыҡларға тырыша. Әле бер, әле икенсе яҡ сигенә. Малайҙар туп артынан йүгереп йығылып китәләр, ҡысҡыралар, һыҙғыралар, меҫкен туп иһә ике арала өйөрөлсөктәй өйөрөлөп осоп йөрөй. Шунан көслөрәк, оҫтараҡ уйнаған яҡ ҡаршы команданы ҡыҫырыҡлай барып, уның "ҡалаһын" баҫып ала һәм еңеүсе булып сыға. Ошонан аҙаҡ командалар урындарын алмашалар ҙа уйын яңы көс менән дауам итә...
Шундай ҡыҙыҡ уйын булғанғалыр инде, кисен эштән ҡайтып, урамға тән яҙырға сыҡҡан өлкән ағайҙар ҙа йыш ҡына ҡыҙышып китәләр ҙә, малайҙар кеүек үк зыҡ ҡубып, сәкән һуғырға тотоналар. Өлкәндәрҙең ярһып, шаулашып, беҙҙең кеүек үк харамлаша-талаша уйнағандарын ҡарап тороу үҙе бер мәрәкә.
Бына шулай үтә ине беҙҙең көндәр. Тик һеҙ былар көн буйына туҡтауһыҙ уйнап ҡына йөрөгән икән тип уйлай күрмәгеҙ тағы. Беҙҙе уйнап йөрөгән еребеҙҙән әсәйебеҙ йә атайыбыҙ саҡырып ҡайтара ла теге-был йомош ҡуша: ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы берҙәребеҙгә картуф баҡсаһына ингән кәзәләрҙе ҡыуып сығарырға, тауҙан быҙау ҡарап алып ҡайтырға, эркет ҡайнатыу өсөн аласыҡҡа күп итеп утын ташырға йә сәңгелдәктәге туғанын бәүетеп ултырырға тура килә, Ләкин беҙ барыбер уйнарға ла, өй йомоштарын үтәргә лә өлгөрәбеҙ. Шулай итмәһәк, беҙ ниндәй малайҙар булабыҙ ти инде?!
Тик бына берҙән-бер көндө миңә уйындан тәү тапҡыр бөтөнләйгә айырылып торорға тура килде. Һәм мин был донъяла уйындан башҡа ла күңелгә ләззәт, йыуаныс биреүсе нәмә бар икәнлеген белдем.
Мин, көндәгесә, сепараттың талғын ғына геүләгән тауышына уянып киттем.
- Зыйыңңң... зыйыңңңң...
Ошо тауышты тыңлап, уяулы-йоҡоло иҙерәп ятырға яратам мин. Әйтерһең, өй эсендә үк ниндәйҙер кескәй генә самолет туҡтауһыҙ әйләнеп йөрөй, эргәмдә генә селтерҙәп йылға аға, быныһы - сепарат һемәгенән биҙрәгә һөт ағыуы инде, усаҡ аҫтында сарт-сорт килеп ут яна, тәҙрәнән төшкән ҡояш нурҙары битемдән йомшаҡ ҡына итеп һыйпай...
Шулай ята торғас, мин ҡабат йоҡлап китәм, ҡояш байтаҡ күтәрелгәс кенә тора инем. Бөгөн иһә яңынан ойорға өлгөрмәнем, сепараттың геүләп әйләнеүҙән туҡтауы булды, әсәйемдең тауышын ишеттем:
- Кинйәбай, тор, улым, тор. Бар, тышҡа сығып, йоҡоңдо осороп ин.
Ниңә былай иртә торғоҙа икән әсәйем? Бүтән саҡта Хәшейә апайым уятырға итһә лә:
- Ниңә бимазалайһың уны? Йоҡоһо бөткәнсе йоҡлаһын, - тип, уны тыя торғайны.
Шулай уйланып, икеләнеберәк ята инем, ишек асылды, кемдер инде.
- Һаумы, Хәтирә килен.
Тауышынан таныным, - Йәноҙаҡ бабай. Ул, бесән эшләү өсөн көндәрҙең матурланып китеүенә ҡыуанып, аҙыраҡ хәбәр һөйләп ултырҙы, шунан йомошон әйтте.
- Хәтирә килен, бөгөн бакуйҙы төшкә тиклем йыйып бөтһәк, кәбән ҡойоп ҡайтырмын тигәйнем. Ос һәнәгеңде биреп тор әле. Шул бер ос һәнәклек тура килтереп, эшләп ала алмай ҡартайылды инде.
Бесән ваҡыты еттеме, йыл да ошо йомошҡа инә, ошо уҡ һүҙҙәрен һөйләй Йәноҙаҡ бабай. Ауылыбыҙҙы осһоҙ-сикһеҙ урмандар уратып алһа ла, ос һәнәклек табыу уйын эш булмауын мин дә беләм. Һабы ун метрлы, өс йә дүрт йәпле һәнәк эшләрлек матур асалы ҡайын табыу өсөн әллә ни ҡәҙәрлем урман гиҙеп тә буш ҡул менән ҡайталар. Ә бына атайым шундай ҡайынды тапҡан булған. Уны йышып, шымартып, йәптәрен һелкәүесләндереп бөгөп, шундайын матур итеп эшләгән, бесәнде күбәнән һоҫоп ҡына алмалы. Шулай бик ҡулайлы булғанға, ипкенеп торғанғалыр инде, Йәноҙаҡ бабай:
- Ир маҡтаныр, ҡорамал эшләр, тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Ошо һәнәк менән кәбән һалғанда һис арымайым, - ти.
Эйе, атайым үҙе үлгәндән һуң ҡалған ҡомартҡы ул, ос һәнәге. Уны әсәйем, бесән ваҡыты үтеү менән, йәптәре тарбағайланмаһын өсөн, йүкә менән бөрөп бәйләп, һыу төшмәҫлек ергә - өй ҡыйығы эсенә һалып ҡуя. Һораған бер ҡешегә биреп тә бармай уны әсәйем. Атайымдан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыны һындырып-фәлән ҡуйырҙар, тиҙер инде. Ә мин шул ос һәнәген күргән һайын атайымдың тере һынын күҙ алдына килтерәм. Уны һәр саҡ әлеге ос һәнәге менән кәбән һалып йөрөүсе, оҙон кәүҙәле, киң яурынлы, көслө кеше итеп күҙ алдына баҫтырам.
Шулай итмәй, атайым ос һәнәген ҡулына тотҡан көйө яҡты донъя менән хушлашты ла инде.
Бынан бер йыл элек булды ул хәл: 1945 йыл беҙҙең өйгә оло шатлыҡ та, онотолмаҫ ҡайғы ла алып килде. Дүрт йыл буйы кешеләрҙең ҡанын да, күҙ йәшен дә, әсе тирен дә түктергән һуғыш бөттө. Ауылға был хаҡта хәбәр килгәндә, атайым беҙгә госпиталдән хаттар яҙа ине. Ул ҡыштан бирле ята ине инде унда. Әсәйем тәүҙәрәк:
- Ут эсенән тере һөйәге сыҡҡас, шәбәйеп, ялт итеп ҡайтып төшөр әле, - тип һөйләнә торғайны.
Һуғыш бөтөп, ауылға һалдаттар ҡайта башлағас, әсәйем ниңәлер күңелһеҙләнде. Бығаса түҙем генә йөрөгән кеше көн дә иртәнсәк тороу менән:
- Ҡасан ғына ҡайтып инер атайығыҙ. Ҡайһы ере яраланғанды ла яҙмай бит, исмаһам. Аяҡ-ҡулы именме икән? Госпиталдә шул хәтлем оҙаҡ ятҡас, белмәйем инде... - тип көрһөнә. Кисен эштән ҡайтып инһә: - Үлә-бата йүгереп ҡайттым. Атайығыҙ үҙем юҡта ҡайтып төшөр ҙә, ҡаршылай алмай ҡалырмын кеүек, - ти.
Ятып киткәнгә тиклем тәҙрәнән күҙен алмай ул. Кискелеккә бешергән ашантынан бер өлөш һалып ҡалдыра. Атайым төнөн ҡайтып төшһә, ашарына әҙер булһын, тиҙер инде...
Ә атайым, алдан хәбәр-хәтер ҙә бирмәй, көтмәгәндә генә ҡайтты ла төштө. Июль баштары ине инде. Көн кискә ауышҡан мәл. Әсәйем ашъяулыҡ йәйеп, ашарға ултыртып йөрөй. Ул бөгөн һоло төйөп, шуның ярмаһынан өйрә бешергәйне. Әсәйем бөтә нәмәне ашъяулыҡҡа ҡуйып бөткәс, ғәҙәтенсә, тәҙрәгә күҙ һалды: атайым ҡайтып килмәйме, тиҙер инде. Һәм ҡапыл ҡатып ҡалды. Уның ҡиәфәте апайым менән мине лә тәҙрәгә ҡаратты. Урамдан үҙебеҙгә табан атлаған бер кешене күргәс, ул саҡта минең дә йөрәк ярыла яҙғайны. Кеше - һалдат кейемендә, башында - пилотка, ҡулында - таяҡ, һылтыҡлабыраҡ атлай. Беҙ өҫөбөҙ ҙә, сихырланған шикелле, ҡайһылыр арала ошо кешегә ҡарап ҡаттыҡ. Шунан бөтәбеҙ бер юлы ишеккә ташландыҡ.
- Уф, балаҡайҙарым!.. - был өндәрҙе сығарғаны - әсәйем.
- Атайым бит, әсәй! - быныһын апайым ҡысҡыра.
- Атайым ҡайтып килә! Ордене бар! - мин шулай тип ишеккә атлыҡтым. Сөнки урамдан килгән һалдаттың гимнастерка түшендә ниҙеңдер йылҡылдап күренгәнен абайлап ҡалғайным. Апайым менән беҙ атайыма ҡаршы йүгерҙек, әсәйем, ниңәлер, ары атларға хәле юҡ кешеләй, ҡапҡа бағанаһына һөйәлде...
Бына шулай ҡаршылағайныҡ беҙ атайымды. Ул ҡайтҡас, беҙҙең өй бермә-бер яҡтырып, уның эсендә ҡот артҡан һымаҡ булып китте. Атайымдың яраһы ла әллә ни түгел, минеңсә: аяғына снаряд ярсығы тейгән, хәҙер сатанлабыраҡ атлай. Миңә иһә уның шулай һылтыҡлабыраҡ, кәкре башлы таяҡ таянып, ҡабаланмай ғына атлап йөрөүе хатта оҡшай. Ут-һыуҙар кисеп ҡайтҡан һалдат тап бына шулай булырға тейеш тә!
Атайымдың түшендә икенсе яраһы - үлемесле яраһы ла булғанлығын мин ай самаһы үткәс кенә белдем.
Бесән өҫтө ине. Әсәйем хәҙер бесәнгә яңғыҙы йөрөмәй - атайым менән китәләр. Атайым бер көндө бесән сабып ҡайтты ла урынға ятып торҙо. Уның сырайҙары ағарып, күҙҙәре эскә батҡан һымаҡ булып киткәйне.
- Ҡабат йөрөмәҫһең бесәнгә. Быға тиклем эшләгәнде, бер һыйырлыҡ бесән үҙем дә әҙерләрмен әле, - тине уға әсәйем.
Атайымдың төнө буйы ыңғырашып, йоҡламай сығыуын мин дә һиҙеп яттым. Аяғы һыҙлаймы икән, тип уйлайым йоҡо аралаш, уны йәлләп. Атайым иһә иртәнсәк торҙо ла, әсәйем, йөрөмә, тиһә лә, тағы сабынлыҡҡа китте.
- Эш һағындырған, өйҙә ятып нисек түҙмәк кәрәк. Бөгөн сабырға түгел бит, - бесән йыйырға, - тип, үҙ һүҙен бирмәне.
Тағы ике көндән атайым промартель председателенән ат һорап алып ҡайтты. Арбаға кәбән һәнәктәрен тейәп, үҙебеҙ ҙә теҙелешеп ултырып, кәбән ҡойорға киттек. Юлда әсәйемдең:
- Һин юҡ саҡтарҙа иң оло ҡайғы - кәбән ҡойоу була торғайны. Бөтә ауылға дүрт-биш кенә кәбән ҡойорҙай кеше ҡалғайны бит, Сәлмән, - тип һөйләнеп барғаны, атайымдың уны:
- Был һуғыш ғүмере онотмаҫ ыҙалар кисертте инде. Ярар, хәҙер ундай ҡайғың бөттө, Хәтирә, ҡабат күрергә генә яҙмаһын, - тип йыуатҡаны хәтерҙә.
Атайым ул көндө һис тә ҡабаланмай ғына йөрөп, кәбәнде төш ауыуҙарға ҡойоп бөттө. Шунан беҙ ләпәш ҡайын төбөнә ултырып сәй эстек. Ашап туйғас, атайымдың :
- Һай!.. Һуғышҡа тиклемге сәләмәтлектәремде ҡайҙан алайым! - тип ҡайын күләгәһенә ятып торғаны бөгөнгөләй күҙ алдында.
Көнбайыш яҡта өйкөм болоттар ҡарайып күренгәс, атайым ятҡан еренән йәһәт кенә торҙо ла:
- Ямғыр яуырға самалай, ҡайта һалайыҡ, - тип, ҡабаланып, ат егергә тотондо.
Тик беҙгә ыңғай ғына ҡайтып етергә тура килмәне. Ауылға саҡрым ярым самаһы ер ҡалғас, Ташморон аҫтындағы туғайға атайым атын туҡтатты.
- Күрәһеңме, Хәтирә? - тип әрәмә яғына ымланы атайым. - Ғөбәйҙә инәй шикелле бит?
Атайым күрһәткән яҡҡа мин дә ҡараным. Унда, әрәмә буйында, берәү, япа-яңғыҙы, кәбән ҡойоп маташа. Бесәнен күбәнән өҙә-йолҡа сәнсеп алған була ла еректән генә таған һөйәп ҡоя башлаған кәбәне өҫтөнә ырғыта. Бына ул һәнәгенең төбөн ергә ҡаҙап, юрмаслап үргә менергә маташа, ләкин ҡурап кипкән бесән, аяғын терәргә лә өлгөрмәҫ борон, шауҙырҙап аҫҡа ишелә. Күрәһең, ул кәбәне башына менеп, уны тапап төшөргә самалай. Ғөбәйҙә инәйҙе мин дә танып алғайным инде. Уның ире граждандар һуғышы мәлендә үк үлгән, ә ике улы был һуғышта ятып ҡалды: һуғыш йылдарында. Ғөбәйҙә инәйҙе, кәбәнде бер үҙе ҡоя икән, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем дә бар ине...
- Былай үтеп китеү ирлек булмаҫ, Хәтирә, - тине лә атайым атының башын уңға тартты. - Ҡойошоп китәйек кәбәнен. Ямғыр яуып ебәрһә, этләнеп-гүрләнеп сапҡан бесәне әрәм булыр.
Килһәк, Ғөбәйҙә инәйҙең йән тиргә төшкән бите, муйыны, беләктәре бесән ҡауағына буялған, эскә батҡан күҙҙәре генә тоноҡ йылтырай.
- Бар, Хәтирә, кәбән башына мен, - тип атайым арбанан һәнәген алды ла, Ғөбәйҙә инәйгә ул-был хәбәр һөйләп тә тормай, кәбән ҡойорға тотондо.
Ул арала дөбөр-шатыр күк күкрәне, ҡайҙандыр ел күтәрелде. Оҙаҡламай ямғыр яуа башлаясағы көн кеүек асыҡ. Тик атайым болоттарға ла, күк күкрәгенә лә, Ғөбәйҙә инәйҙең:
- Һы, йә инде... Бына бит хоҙайҙың рәхмәте. Ҡайҙан ғына килеп сыҡтығыҙ, - тип һөйләнеүенә лә иғтибар итмәй, бесәнде кәбән башына елгәрә генә.
Кәбән башында торған әсәйем:
- Сәлмән, ипләберәк! Аяғыңды йә түшеңде ауырттырып ҡуйма! - тип хәүефләнеп ҡысҡыра.
- Ҡурҡма! Бер ни ҙә булмаҫ, тапа әйҙә. Хәҙер бөтәбеҙ, - тип, атайым тын алырға ла уйламай.
Ямғыр күҙҙәре төшә башлағайны, атайым ос һәнәген алды. Ул оҙон һәнәк менән бесән сәнсеп ала ла, төбөн ергә ҡаҙап, һәнәкте турайтып баҫтыра, шунан уны күтәреп, яҫмарҙы кәбән башына ырғыта. Бына кәбән осланып та бара инде. Өс-дүрт һәнәк бесән булһа, ул ҡар ҙа ятмаҫлыҡ хәлгә киләсәк.
Шул саҡ мин ғүмере онотолмаҫ хәлдең шаһите булдым. Бесән ырғытырға тип күтәрә башлаған ос һәнәге атайымдың ҡулынан ысҡынып китте. Атайым, һәнәген тотоп ҡалырға теләгән төҫлө, уның өҫтөнә ауҙы. Әсәйем кәбән башынан:
- Ни булды, Сәлмән?! - тип ҡысҡыра.
Уңарсы атайым эргәһенә Ғөбәйҙә инәй килеп етте, ҡурҡып ҡысҡырып ебәрҙе:
- Хәтирә, төш әле, төшә һал!..
Ул саҡта мин әсәйемдең бейек кәбән башынан нисек төшкәнен дә хәтерләмәйем. Бер ҡулы менән һәнәге һабын, икенсеһе менән күкрәген тотоп ятҡан атайымдың ауыҙынан ҡып-ҡыҙыл ҡан һарҡып сыҡҡанын күргәс, иҫемде юйғанмын...
Өлкәндәр аҙаҡтан, ныҡ көсәнеүҙән Сәлмәндең күкрәк яраһы эстән, асылған икән, тип һөйләнеләр. Нисек кенә булмаһын, беҙ күҙ менән ҡаш араһында атайһыҙ ҡалдыҡ. Уны беҙ Ташморон аҫтындағы туғайҙан ҡойоп яуған ямғыр аҫтында арбаға һалып алып ҡайттыҡ. Ошо хәлде хәтерләһәм, хәҙер үҙемдең дә шул ҡыл тартҡандай төҙ һаплы, дүрт йәпле һәнәкте ҡулыма алғым, уның менән ҡойоп ҡуйғандай итеп кәбән һалғым килеп китә. Тик быныһы әлегә хыял ғына шул. Бесән сәнсеп түгел, ос һәнәген былай күтәрергә лә саҡ-саҡ көсөм етә.
Һәр саҡ атайымды хәтерләткән ос һәнәген һорай ине Йәноҙаҡ бабай. Белеп ятам, әсәйем уға һәнәкте бер һүҙһеҙ биреп торасаҡ. Сөнки үҙебеҙгә лә кәбәнде һуғыш йылдарында гелән Йәноҙаҡ бабай ҡойоп бирә ине бит. Быйыл да әсәйем, моғайын, ошо йомош менән уға барыр.
- Кинйәбай, тор әле, тор, ана бабайыңа өй башынан ос һәнәген төшөрөп бир, - тип әсәйем минең еҫтәге юрғанды асып уҡ ебәрә.
Һикереп торам да, күҙемде ыуалай-ыуалай, соланға сығам һәм ҡыйыҡҡа тағылған арҡан буйлап өй башына үрмәләйем.
- Бесән йыя торған һәнәктәрҙе лә алып төш! - тип ҡысҡыра әсәйем ишек алдынан.
Бына ул төрлө оҙонлоҡтағы, төрлөсә йәпле һәнәктәр. Ос һәнәге улар араһында сабаҡ көтөүе араһында ятҡан суртан кеүек күренә.
Һәнәктәрҙе алып биреп, өйгә ингәс, мин әсәйемдең бөгөн ниңә иртә уятҡанын да аңланым.
- Улым, йәһәт кенә битеңде йыу ҙа ашарға ултырайыҡ. Бөгөн миңә иптәш булып сабынлыҡҡа һин барырһың. Апайың өйҙә ҡалыр, - тине әсәйем.
Бесән сабырға барғанда, сәй ҡайната торһаң да файҙа, тип ул быйыл апайымды үҙенә эйәртеп йөрөтә ине. Бөгөн мине алып бармаҡсы икән. Сәй эсергә ултырғас, әсәйем ниңә мине алып барырға булыуын асығыраҡ әйтеп бирҙе.
- Бесән кибеп етмәһә, бакуйҙы әйләндереп киптерербеҙ, тим. Һин, малай кеше, бакуй әйләндерергә ҡатыңҡыраҡ булырһың.
Әсәйемдең үҙемде апайымдан өҫтөнөрәк ҡуйыуы мине бер сиреккә үҫтереп ебәрә. Ҡабалан-ҡарһалан ашаным да, сығып, үҙемә иплерәк һәнәк һайларға тотондом.
З
Бына мин, һәнәк күтәреп, ғүмеремдә тәү тапҡыр бесән йыйырға китеп барам. Шулай әсәйемә ҡуш булып, эшкә китеп барғаныма һәр өйҙөң тәҙрәһенән һоҡланып ҡарайҙарҙыр кеүек. Әсәйемдең дә аҙымдары ышаныслы, сырайы бүтән саҡтағынан яҡтыраҡ тойола миңә.
Беҙҙең сабын Көнтөшмәҫ тигән ерҙә булыуын, ул яландың нисегерәк икәнен дә беләм. Былтыр атайым, һуғыштан ҡайтҡас, үҙебеҙгә кәбәнде шунда ҡойғайны. Шунан ҡайтып килгәнендә, Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам итәм тип, үлде лә инде. Ауылдан ике саҡрым самаһы алыҫлыҡта ул. Өс яҡтан ҡуйы, шыйлан ҡарағай урманы уратып алған, түбән яғы Ҡыҙылташ ярындағы әрәмәлеккә барып тоташҡан. Ҡояш байтаҡ күтәрелмәйенсә ңур төшмәгәнлектән, ул күп ваҡыт күләгә булып тора. Шуға Көнтөшмәҫ тип атағандарҙыр инде уны.
Бер урында юл ҡуйы ҡайынлыҡ аша үтә ине. Шунда эргәбеҙҙән генә бер өйөр ҡор балалары күтәрелеп осто бит. Ҡанаттары нығынмағанлыҡтан, улар алыҫ оса алмай, саҡ ҡына баралар ҙа тағы үлән араһына боҫалар. Сыҙаманым, киттем бит быларҙы ҡыуып. Әсәйем:
- Ҡыялма юҡҡа, әйҙә йәһәтерәк! - тип ҡысҡыра.
Мин һаман йүгерәм. Ләкин инде барып еттем тигәндә генә ҡор балалары күтәрелеп оса ла китәләр. Асыуым килеп, һәнәгем менән бәреп ебәргәйнем, ҡайын олонона барып бәрелде лә һәнәктең бер сатаһы шарт итеп һынып та сыҡты.
- Ай, тыңлауһыҙ! Юҡҡа ҡыялма тип әйттем мин һиңә! - Әсәйем, асыуланып, шулай һуҡрана, ә мин, һәнәгемдең һынған йәбен тоташтырырға теләгәндәй, уны урынына ҡуйып ҡарайым. Йә, сабынға барып етмәҫ элек һәнәк йәбен һындыр инде, эшкинмәгән. Берәү бесән йыйырға китеп бара имеш, тип үҙ-үҙемде әрләйем. Минең танау төшкәнен әсәйем дә абайланы, күрәһең, асыуланмай ғына әйтте:
- Ярар, аптырама, бакуй әйләндерергә ике йәбе лә етер. - Аҙыраҡ һүҙһеҙ барғас, өҫтәне: - Ҡош тотор саҡтарың алдараҡ шул әле, улым...
Сабынға еткәс, ашантыны бер ағас төбөнә ҡуйыу менән, әсәйем бакуйҙарҙың нисек кипкәнен ҡарарға тотондо. Яландың урта ерендәгеләре кипһә лә, уларҙың урман ситендәге баш-баштарының аҫты шәмәреп, йәшел ята ине әле.
- Их, этләнеүем барҙыр ошо сабын менән, - тип йәне көйә әсәйемдең. - Бүтәндәрҙең бакуйы ҡурап кипкәндә лә, бында әйләндермәйенсә йыйып булмай. Улым, бына шулай итеп һәнәгеңдең йәбен ипләп кенә аҫҡа тыҡ та бакуйҙағы бесәнде туҙҙырмай ғына ҡояш яғына ҡаратып әйләндер. Ергә лыпын ятҡырмай, бына шул рәүешле баҫтырыбыраҡ ҡуйһаң, ел ҡағып киптереүгә арыу булыр..
Әсәйемдең тәфсирләп өйрәтеүенә көлөмһөрәй биреп ҡарап торам. Һәй, эшме ни инде шул бесән әйләндереү, тип уйлайым күңелемдән. Аңламаҫлыҡ нимәһе бар?
Тирә-яғыма күҙ һалам: яланға, әйтерһең, ҡаймалап һырылған ҙур балаҫ түшәп ҡуйғандар. Хатта ошо бакуйҙарҙы йыйып алһаң, әле һырланып-тулҡынланып ятҡан сабынлыҡтың йәме китер ҙә ҡуйыр төҫлө. Күңелде ҡытыҡлап, танауға әскелтем бесән еҫе килеп бәрелә, күңелгә рәхәт булып ҡала. Мин дәртләнеп эшкә тотонам. Ләкин бакуй аҫтына тыҡҡан һәнәгемдең осо ергә ҡаҙала. Ипләберәк яңынан ҡабатлайым,- һәнәк осо йәнә тупраҡҡа төртөлә. Асыуланып, һәнәгемде көс менән өҫкә күтәргәйнем, бер яҡҡа туҙышып бесән ырғыны, һәнәк осона йәбешкән тупраҡ күҙемә һирпелде.
- Өтәләнмә, улым, - ти әсәйем, - ашыҡҡан эш бөтөрмәҫ, таһыллы эш бөтөрөр, тигән боронғолар.
Тупраҡ күҙҙе өйкәй, ләкин уны ең осо менән генә тызып алам да, әсәй алдында һыр бирмәү өсөн (һәнәк йәбен һындырып көлкөгә ҡалған да еткән), тағы эшкә тотонам. Әһә, был юлы ыңғай уҡ әйләндереп һалдым бит бакуйҙы. Тик икенсе тапҡырында һәнәк тағы тупраҡҡа ҡаҙалды. Был ни иткән эш әле?
- Улым, һәнәгеңдең йәбе ҡалтайып торған яғын өҫкө әйләндереп тот, шунан төртөлмәҫ.
Эй, ошо әсәйемде, һаман тикшереп тора, имеш. Уның туҡтауһыҙ өйрәтеүе сей елкәмә тейһә лә, һәнәкте әйләндереп тотам. Бәй, эш көйләнде лә китте бит. Һәнәгемде бакуй аҫтына тығам да әйләндерәм, тығам да әйләндерәм, һәнәк осо ҡаҙалып та ҡарамай. Әсәйем:
- Вәт шулай, - тип эшемде ҡеүәтләне лә кипкән бакуйҙарҙы йыйырға тотондо. Яландағы тынлыҡты бесән шаптырҙауы боҙҙо.
Мин урман ҡырындағы бакуй баштарын бил яҙмай әйләндерәм дә әйләндерәм. Бер аҙҙан артыма әйләнеп ҡарайым - апаруҡ ыратып алып барам бит. Өҫтәүенә, шул саҡ әсәйем:
- Өтөп алып бара лабаһа минең улым, - тип ебәрҙе.
Тағы ла дәртләнеберәк дауам иттем. Әллә көн эҫей төштө, битемдән субырлап тир аға, ул әсеттереп күҙгә төшә, хатта ауыҙға ла килеп инә. Лысма һыу булып арҡама йәбешкән күлдәгемде һалып ырғыттым. Ләкин күгәүендәр тешләй башлағас, уны яңынан кейергә мәжбүр булдым. Тирләп-бешеп тағы бер аҙ эшләгәс, һәнәгем баяғы кеүек йәнә ергә ҡаҙала, эшем ыңғай бармай башланы. Һәнәгемде тегеләй-былай әйләндереп ҡарайым, юҡ бит, тупраҡҡа төртөлә лә бакуйҙы әйләндереп булмай ҙа ҡуя. Бөтә бәлә һәнәктә һымаҡ күренә миңә, уны тегеләй-былай әйләндергеләп ҡарап торам.
- Улым, аҙыраҡ ял ит. Ана, анауындағы күләгәгә барып ултырып тор.
Гел минең ни эшләгәнемде ҡарап ҡына йөрөймө икән ни был әсәйем? Үҙемдән ситтә йөрөһә лә, бөтәһен дә күрәсе. Уның әйткәнен тыңламай, сәмләнеп, тағы эшкә тотондом. Ике-өс бакуй башын әйләндереүем булды, һәнәк осо йәнә ергә ҡаҙала. Ул арала эргәмә әсәйем килеп етте.
- Бөтөнләй эшкиндең бит, улым, - тип ул мине ҡосаҡлап ала ла ярҡамдан һөйә.- Һай, улым, ҡайһылай тирләгәнһең. Әйҙә, күләгәгә ултырып, бәләкәс кенә ял итәйек. Эш ҡасмаҫ ул.
Еңем менән тиремде һөртә-һөртә әсәйем артынан атланым. Ялан ситендәге төптән үк ботаҡлы ҡарағай төбөнә барып ултырҙыҡ. Ултырҙыҡ тип, әсәйем ултырҙы, мин үлән өҫтөнә һуҙылып яттым. Бер ниндәй ел-фәлән дә, шылт иткән тауыш та юҡ. Шар аяҙ күк шул тиклем бейек, ә икенсе ҡараһаң, ул шыйлан оҙон ҡарағайҙарға эләгеп торған кеүек. Шул ҡуйы зәңгәр күккә ҡарап шым ғына ятыуы ҡалай рәхәт. Тәнде мамыҡ өйөмө менән баҫтырып ҡуйғандыр төҫлө, бармаҡты ла ҡыбырҙатаһы килмәй.
- Атайың һуғыштан элек бер үҙе ошо сабынды ике көндә сабып бөтә торғайны, - әсәйемдең моңһоу тауышы бик алыҫтан ишетелгән һымаҡ тойола. - Бесән саба белмәгән кешеме ни мин, сабышайым, ярҙам итешәйем, тием. Юҡ бит, үҙем иҫән саҡта һинән ауыр эш эшләтәһем килмәй, ти ҙә ҡуя. Әйтерһең, үҙенең иртә донъя ҡуйырын белгән, мәрхүмең... Эээ-й, атайың иҫән булһа...- Атайым иҫән булһа, ни эшләр ине, әсәйем һүҙен әйтеп бөтмәйенсә туҡтап ҡала, байтаҡ шым ултырғас ҡына шул уҡ моңһоу, һағышлы тауышы менән дауам итә.- Бер йылды шулай Йәноҙаҡ бабайыңдар анау Ҡыҙылташ аръяғындағы яланды саптылар, беҙ әлеге ошонда инде. Көндөҙгө сәйҙе йылға буйына төшөп бергә эсә торғайныҡ. Сәй эсеп ултыра торғас, атайың менән Йәноҙаҡ бабайың бәхәсләште лә китте бит. Беҙҙең утыҙ өс күбә бар ине, Йәноҙаҡ бабайыңдарҙыҡы - егерме бер. Атайың әйтә, барыбер кәбәнде мин һинән алда ҡойоп бөтәм, ти. Беләһең бит, Йәноҙаҡ бабайың да үҙһүҙле. Булмаҫ, минең дә эштән сығып ҡартайып барған ер юҡ әле, ул егерме бер күбәне һин ярты кәбәнеңде ҡойғансы уҡ ырғытып бөтәм мин, тип ал бирмәҫкә тырыша. Берәр һарыҡ тәкәһенән бәхәсләште бит былар. Кем элек ҡойоп бөтә - шул кәбән үҙәгенә ҡуйылған һайғау башына ҡыҙыл сепрәк бәйләй, тип һүҙ бирештеләр. Сәмле кеше ине атайың, әйттеме, сәсәп йығылһа ла, үҙ һүҙендә торор ине. Әй шул көндө ярһып эшләүе! Мин кәбән башында торам, уның ырғытҡан бесәнен тапап өлгөрә алмайым хатта. Оҫта һала торғайны ул кәбәнде. Бесәнде күбәнән кәле-кәле менән генә алып, кәрәкле генә урындарға ырғытып тик йөрөй. Ул көндө кәбәнен ослағансы саҡ ҡына ла туҡтап торманы ул. Аҙаҡҡы һәнәк бесәнде ырғытты ла: "Яулығыңды сис тә һайғау осона бәйлә!"- тип ҡысҡыра. Яулығымды һайғауға бәйләгәс, һорай был: "Тегеләрҙе ҡара әле, бөтәләрме?" - ти. Миңә ни кәбән башынан Йәноҙаҡ бабайыңдарҙың сабыны ус төбөндәге кеүек күренеп тора. Улар кәбәнен саҡ яртылаған. Атайың: "Кем менән бәхәсләшеп маташа бит әле ҡарт, бер һарыҡ тәкәһен эләктерҙек, бисәкәй", - тип рәхәтләнеп көлгән булды. Үҙе бит әле атты екте лә, Йәноҙаҡ бабайыңдар яғына сығып, кәбәндәрен ҡойоп бөтөштө. "Ен икәнһең һин, Сәлмән, - ти Йәноҙаҡ бабайың. - Тәкә - һинеке", - ти. Үҙе һаман һыр бирмәҫкә маташа. "Һинең ос һәнәгең шәп шул, Сәлмән ҡустым, шуның менән алдыраһың", - ти. "Һинең был аша атлап сығырлыҡ кәбәнеңә ос һәнәгенең кәрәге лә юҡ инде", - тип көлгәйне атайың, Йәноҙаҡ ҡайнаға үсекте лә китте. Ауылға ҡайтып еткәнсе, бер ауыҙ һүҙ ҡушманы. Атайың эште оҙаҡҡа һуҙырға яратмай ине. Тегеләрҙең тәкәһен шул көндә үк етәкләп алып ҡайтты ла, һуйып, үҙҙәрен бөтә бала-сағаһы менән ҡунаҡҡа саҡырҙы. Тәкәңде йәлләп, һуймай йөрөй инең, бына йәтеш булды лабаһа, тип көлә, етмәһә. Эээ-ййй, бар ине заманалар...
Әсәйемдең һуңғы һүҙҙәре миңә ниңәлер, атайың бына шулай ине, ә һин төш тә етмәҫ борон әлһерәп, кәрһеҙләнеп ятаһың, тигән һымаҡ тойолдо. Сәмләнеп, ырғып торҙом, һәнәгемә тотондом.
- Улым, - тип, китә башлаған еремдән әсәйем туҡтатты,- ашантыны ҡалдырған ерҙән айранды килтер әле, тамағым кибеп тора.
Айран эскәс, уғата хәл инеп киткәндәй булды. Мин үҙ эшемде дауам иттем, әсәйем бесән йыя. Атайым тураһында әле генә ишеткән һүҙҙәр ныҡ тәьҫирләндергәйне мине. Уның сәмләнеп, бесәнде ҡутараһынан сәнсеп, кәбән ҡойоп йөрөгәнен күҙ алдына килтерәм дә, үҙем дә кем менәндер уҙышҡандай, тилберерәк эшләргә тырышам. Башыма, ҡасан мин дә шулай берәйһе менән ярышып кәбән ҡойормон икән, тигән уй килә. Шунан иртәнсәк Йәноҙаҡ бабай алып киткән ос һәнәге иҫемә төшө. Ул һәнәккә ниңәлер мин үҫеп етеп, кәбән һалырлыҡ булмайынса бер кемдең дә ҡулы теймәҫкә тейештер һымаҡ тойола. Их, ҡасан анау Афзал ағайҙар һымаҡ ҙурайып кителә инде. Ниңә икәнен үҙем дә белмәй, әсәйемдән ҡысҡырып һорайым:
- Әсәй, Йәноҙаҡ бабай ос һәнәген һындырып ҡуймаҫмы икән?
Әсәйем, аптырағандай, аҙыраҡ һүҙһеҙ ҡарап тора.
- Ниңә улай тиһең? Һындырырға ни, бөгөн башлап кәбән ҡоямы ни ул.
Ҡайтарып һүҙ әйтә алмайым, сөнки һорауҙы ниңә биргәнемде үҙем дә төшөнөп еткермәй инем.
Бүтәне бүтән, иллә-мәгәр төшкө сәй тәмле булды ла һуң. Ғүмерҙә лә ул хәтлем эсмәгәнде, әллә нисәмә сынаяҡ сәй һемерҙем. Әсәйем ашап бөткәнсе тип ятып торғайным, әллә ни арала йоҡлағанмын да киткәнмен. ...Имеш, ҙур бер ялан. Ул иҫәпһеҙ күп күбәләр менән сыбарланған. Малайҙар бер нисә ат менән күбә тарттыра. Мин иһә шул яландың уртаһында тирләп-бешеп кәбән ҡоям. Атайымдың ос һәнәге ҡулымда уйнап ҡына тора. Бесәнде күбәнән ҡутараһынан сәнсәм дә кәбәнгә ырғытам, сәнсәм дә ырғытам. Кәбән башында торған әсәйем мин ырғытҡан бесәнгә күмелеп-күмелеп китә. Ҡабаланма, барыбер Йәноҙаҡ бабайыңдан элек һалып бөтә алмаҫһың, ти. Уның был һүҙҙәре мине тағы ла нығыраҡ сәмләндерә, оторо ярһып китәм, һарыҡ тәкәһе барыбер беҙгә була, тип ҡысҡырам уға. Тир биттән дә, арҡанан да йылға булып аға. Ләкин туҡтау юҡ. Ҡарағайҙан да бейегерәк булып киткән кәбәнгә ос һәнәге менән ырғытып ебәрҙемме, бесән юғарыға үҙе осоп менеп ята,- әкиәттәге осар балаҫмы ни! Бына бер ырғытҡанымда һәнәгемдең һабы ҡулымдан ысҡынып китте лә һәнәк бесәне-ние менән туп-тура һауаға күтәрелде. Эй осоп бара был, эй оса, тора-бара бөтөнләй күҙҙән ғәйеп булды. Атайың да, ана шулай осоп китте лә кире әйләнеп ҡайтманы, ти әсәйем моңһоу ғына...
Атайымдың һәнәген ҡулымдан ысҡындырырға ҡурҡып, уянып китһәм, йән тиргә төшкәнмен, ҡояш хәтәр ҡыҙҙыра. Әсәйем дә эргәлә күренмәй. Сабынлыҡ яғына ҡараһам, ул төшкә тиклем йыйған бесәнен өс күбә итеп күбәләп тә ҡуйған. Шул тиклем оҙаҡ йоҡланыммы икән ни? Әсәйем ниңә уятмаған?
- Кинйәбай, һәнәгеңде алып бында кил, - ти әсәйем. - Минең артта ҡалған ваҡ-төйәк бесәндәрҙе ҡырғыслап йыйып, күбә төбөнә өй.
Ә мин иһә йүнләп атлай ҙа алмайым, баҫҡан һайын һәр һөйәк, һәр быуын ауырта, йөрөккә үтеп иңрәй. Һылтыҡлап атлап килгәнемде абайлағандыр инде.
- Берәй ерең ауыртамы әллә, улым? - тип һорай әсәйем.
- Юҡ... - Кәүҙәмде тура тотоп, баҙыҡ баҫып атларға тырышам.
Әсәйем миңә әллә йәлләп, әллә күңелемде күтәрер өсөн:
- Бирешмә, улым, -- ти, - йәш һөйәк ана шулай итеп сыныға ул.
Өндәшмәнем, ваҡ бесәнде йыйырға керештем, һәнәк тә ауырая төшкән кеүек, ҡулым да ипкенмәй тора. Бер аҙҙан һуң ғына тәнем яҙыла төшә, күңелем дә күтәрелә. Ҡояш түбәнәйеп, көн һүрәүләнгәнсе, ялан буйынса ун күбә яһап ҡуйылғайны инде. Ҡайтырға йыйынып йөрөгәндә әсәйем:
- Бөгөн байтаҡ эш эшләп ташланыҡ бит әле, улым, - тине.- Яңғыҙым ғына булһам, ул тиклем үк ырата алмаҫ инем.
Минең баш күккә тейгәндәй булды. Хатта арығандарым онотолдо. Әсәйем һәнәктәрҙе бакуй аҫтына йәшерә башлағас:
- Алып ҡайтмайбыҙмы ни? - тип һораным.
Һәнәк күтәреп ауылға ҡайтып инге килә ине минең. Буш ҡул булғас, кешеләр бесән йыйырға барғанымды белмәҫтәр һымаҡ.
- Иртәгә тағы киләбеҙ бит, улым. Ниңә уларҙы күтәреп йөрөргә? Мә, бынау ашанты һалып килтергән тоҡсайҙы тот.
Ул арала беҙҙән арыраҡ бесән эшләүсе кешеләрҙең ҡайтып килгәне күренде. Беҙ ҙә уларға ҡушылып ауыл яғына ыңғайланыҡ.
- Бер үҙең булһаң да, байтаҡ йыйып ташлағанһың әле һин, - ти әсәйемә бер апай.
Әсәйем тамағын ҡыра, уға көлөмһөрәп ҡарай.
- Атағатаҡ, ниңә бер үҙем булайым мин. Улым менән йыйҙымсы.
Тағы ҡыуаныс тойғоһо солғап ала мине. Ҡулымдағы тоҡсайҙы нығыраҡ һелкеп, эрерәк аҙымлап атлайым.
- Сәлмән мәрхүмгә оҡшаһа, эшкә тилбер булыр, - ти әлеге апайҙың ире, миңә күҙ ташлап.
Ҡайҙа инде миңә атайыма оҡшарға. Ул бит ана ниндәй ҙур, көслө булған. Кәбәнде лә бөтә кешенән шәп һалған. Ә мин... сабынлыҡҡа барып етмәҫ элек үк һәнәгемде һындырҙым, төш ваҡытында йоҡлап ятып ҡалғанмын...
Ҡасан ҙурайырмын да, ос һәнәген бер кемгә бирмәй, үҙем кәбән һала башлармын. Ҡапыл эсем боша, күңелһеҙләнәм. Тирләгән арҡама киске һалҡын ел килеп бәрелә. Ытырғанып, яурындарымды бөрөштөрәм.
4
Тағы ике көн йөрөнөм мин әсәйем менән бесән йыйырға. Икенсе, өсөнсө көндәренә бесән, бакуйҙарҙың башын әйләндермәһәң дә, кипкәйне инде. Мин хәҙер әсәйем артынса ҡалдыҡ-боҫтоҡ бесәнде йыйып йөрөү менән генә сикләнмәйем, ҡыҫҡараҡ бакуйҙарҙы ла тәгәрләтәм. Шулай ҙа өсөнсө көнөнә ныҡ арыным, ауылға саҡ ҡайтып еттем. Өйгә инеү менән, йыуынып та тормаҫтан, башымды мендәргә төрткәйнем, үҙем дә һиҙмәҫтән, йоҡлап киткәнмен. Әсәйем уятҡанда, төн үтеп, яңы көн тыуғайны инде.
- Тор, балам, - ти әсәйем, сәсемдән һыпырып, - анау ҡалған бакуйҙы йыйып бөтөп ҡайтайыҡ.
Тороу түгел, бармаҡты ла ҡыбырҙатҡы килмәй. Сабынлыҡҡа йәйәүләп барырға, көн буйы тирләп-бешеп бесән йыйырға, унан арыған көйө тағы һәлпәңләп ҡайтырға. Унда йыяһы бакуй күп ҡалманы бит, мин бөгөнгә бармаһам да, әсәйем яңғыҙы бөтөрөр әле. Ҡотолоу юлын эҙләп, шулай аҡыл ҡороп яттым да, ауыр ғына ҡуҙғалып, тороп ултырҙым.
- Әсәй... баш ауырта...
- Китсе, - әсәйем йүгерә-атлап эргәмә килеп етте, - әллә кисә ҡояш һуҡтымы икән? Һы... - Башымды тотоп ҡарап, аҙ ғына һүҙһеҙ торғас, өҫтәне: - Ярар, бөгөнгә барма, йә ныҡлап ауырып китерһең. Тик, ҡара уны, урамға сығып йөрөмә, ятып ҡына тор.
Хәшейә апайыма ла үҙе ҡайтҡансы ниҙәр эшләргә кәрәклеген әйткәс, ул яңғыҙы ғына бесәнгә китте. Мин, юрғанымды ҡабат бөркәнеп, тағы йоҡлағанмын. Уянһам, ҡояш әллә ҡайҙа күтәрелгән, тәнемде бая баҫып торған ауырлыҡ та ғәйеп булған.
- Туғаным, ҡабат ятһаң, урыныңды анау ситкә күсереп һалып бирәйем. Был урындыҡты йыйыштырырға кәрәк, - ти апайым, миңә хәстәрлекле ҡарап.- Әллә ашап алаһыңмы?
Һуңлап торғас ни, ашағы ла килә ине. Тышта йыуынып ингәс, яйлап тамаҡ туйҙырҙым. Ләкин, апайым урын һалып ҡуйһа ла, ҡабат ятаһы килмәй ине. Күңел тышҡа, иптәштәр янына, тартыла. Өс көн уларҙы күрелмәгән бит. Уйын да һағындырған. Нисек итеп түҙеп ятмаҡ кәрәк? Өйҙә, унан ихатала ары-бире һуғылып йөрөнөм дә, апайым өйҙә эш менән булашып йөрөгән арала, урамға сығып һыҙҙым. Ғәҙәт буйынса, Ғимран бабайҙарҙың өй артына ыңғайланым. Унда минән бер-ике йәшкә бәләкәй өс-дүрт малай ғына саңға ултырып, тупраҡтан тау яһап, әллә ниндәй таш, кирбес киҫәктәре менән уйнап маташа. Былар менән буталыу ҡыҙыҡ түгел ине миңә. Үҙемдең дуҫ малайҙар ниңә күренмәй әле?
- Ағайың ҡайҙа?- тип һорайым, әлеге уйнап йөрөгән малайҙарҙың береһенән.
- Бесәндә. Бөгөн атайым кәбән ҡоя. Шәфҡәт ағайым күбә тарттырғанда ат башында йөрөй, - тип теҙеп алып китте малай. - Мин дә барайым тигәйнем, арбала урын булманы.
Ҡайҙа барырға, тип торғанымда, аҫҡы урамдың һуҡыр Шәһите килеп сыҡты. Ул минән өс-дүрт йәшкә олораҡ. Ниндәйҙер иҫке снаряд башынан еҙ ҡулсаһын алырға маташҡанында әлеге нәмәкәй шартлап киткән дә бер күҙе әйләнеп сыҡҡан. Һис тә һүҙ күтәрмәй, һәр саҡ һуғышырға әҙер торғанғамы, яратмай инек беҙ уны. Әсәйем дә, үҙенең ҡушҡанын тыңламай ҡаршылашһам: "Шәһит булдыңмы әллә", - тип асыулана.
Шуға күрә әле лә Шәһиттең эргәмә килеүенә иҫем китмәйерәк тора инем, ул үҙе:
- Әйҙә, Кинйәбай, күпер аҫтына балыҡ мәскәүләргә, - тип һүҙ башланы.
Беҙҙең Ҡыҙылташ йылғаһы аша күпер ғәләмәт ҡыҙыҡ итеп һалынған. Баш-баштары ярҙағы таш бураларға терәлгән буй урҙалар дүрткелләп бысылған арҡыры урзалар менән арҡыс-торҡос тоташтырылған. Күпергә йәйелгән таҡталар менән ошо арҡыры урҙалар араһында ике метр самаһы ара бар. Беҙ, малайҙар, ана шул аралыҡта урҙанан-урҙаға тейендәй һикереп йөрөүҙе һөнәр иткәнбеҙ. Һөнәр генәме, бер баштан икенсеһенә туҡтауһыҙ барып сыҡҡан малай иң йылғыр, ҡыйыу кеше иҫәпләнә. Минең улай уҡ йөрөргә батырсылыҡ иткәнем юҡ, әммә бер нисә араны һикергәндә һикереп, йә буй урҙаға йәбешеп үткәнем бар. Был күпер аҫтына тартҡан нәмәләрҙең береһе йылғырлыҡты һынау булһа, икенсеһе - балыҡ. Күпер аҫтындағы тәрән генә сыбайға, көн эҫе саҡта унда күләгә булғанғалыр инде, бәрҙеләр йыйылыусан. Беҙ осона мәскәү тағылған оҙон һуйылдарыбыҙҙы тотоп киләбеҙ ҙә, арҡыс-торҡос урзаларға ашатланып ултырабыҙ һәм сәғәттәр буйына бәрҙе мәскәүләйбеҙ. Әлбиттә, уларҙы эләктереүе еңел түгел. Күпер аҫтына көн һайын әллә нисәмә кеше төшөп йөрөгәнлектән, бәрҙеләр шул тиклем шаянланған, һуйылыңды һыуға төшөрөү менән улар икенсе яҡҡа ялтана. Һин уларға яҡынлау өсөн артабанғыраҡ урҙаға күсәһең, ә балыҡтар, ялт итеп, тәүге урынына барып ята... Шулай ҡыуыша торғас, күҙҙәр тоноп бөтә. Ләкин беҙ уларҙың бер нисеһен тотмайынса күпер аҫтынан сыҡмайбыҙ.
Әле Шәһиттең ана шул күпер аҫтына димләүе ине. Бүтән саҡта булһа, берәй сәбәбен табып, уның менән йөрөмәҫ тә инем. Башҡа иптәштәр күренмәгәс, аласыҡ башында ятҡан оҙон һуйылымды ҡайтып алдым да киттек күпер аҫтына. Бөгөн, беҙҙән алда килеп, балыҡтарҙы өркөтөп йөрөүсе булмаған, ахырыһы. Күпер күләгәһендә әллә ни тиклем бәрҙе теҙелеп ята, хатта араларында ҡарыш-аялайҙары ла бар. Шәһит урҙаларҙың дүртенсе рәтенә үк һикереп сыҡты, мин өсөнсөһөндә ҡалдым. Һуйылымды ипләп кенә төшөрөп, мәскәүҙе ҙурыраҡ бәрҙегә яҡынлата башлайым. Мәскәүҙе башына инде кейҙерҙем генә тигәндә, бәрҙе йылҡ итеп борола ла аҫҡараҡ күсеп ята. Икенсе береһе атылып мәскәү үтә сығып, юғарыға - шаршыға уҡ елдерә. Мин урҙа буйлап түбәнгәрәк шыуышам. Һәм өсөнсө бер балыҡты эләктерергә самалайым. Бына, мәскәү балыҡтың муйынында. Тартҡан ыңғайы мәскәүеңдең балыҡты һыҡҡанын тойоу, уның ялтырап һыу өҫтөнә күтәрелеүен күреү ниндәй рәхәт! Ләкин был юлы мин ошо рәхәтлекте кисерһәм дә, балыҡты ҡулға уҡ тотоу бәхетенә ирешә алманым. Бәрҙе ҡойроҡ ос яғынараҡ һығылған, күрәһең, тартып сығарып килтергәндә шап итеп һыуға төштө лә китте. Ул ҡырылған тәңкәләрен ҡойоп, ары-бире ялтанғылап түбәнгәрәк барҙы ла, кире әйләнеп килеп, Шәһит тәңгәленә ятты. Ахырыһы, бәрҙе ныҡ һығылған, таш ҡырына һыйынып, һыу төбөнә үк лыпашты.
Күҙе рәтләп күрмәгәнгәме, Шәһиттең балыҡ мәскәүләргә барымы юҡ ине. Ошонда ҡайһы саҡта көндәр буйы ултырһа ла, бер балыҡ тота алмай ҡайта. Әле уға:
- Шәһит, һығылған бәрҙе ана һинең тәңгәлгә барып ятты. Мәскәүлә! - тип ҡысҡырғайным, эй аланлап эҙләргә тотондо.
- Анау яҫмаҡ таш буйын ҡара!
Бәрҙене шулай тип әйткәс кенә күрҙе Шәһит һәм күп тә үтмәй уны ялпылдатып килтереп тә сығарҙы. Мин һеңгәҙәткәнсе һығып төшөргән балыҡты алғанын уйламай:
- Уларҙы дәдәң бына шулай итеп эләктерә! - тип маҡтанған була бит әле.
Әллә ҡайҙан әйттем шул маҡтансыҡҡа, тип йәнем көйөп ултыра инем, тәңгәлемә генә бер ҙур бәрҙе килеп ятты. Быны эләктерһәм, әсәйем ҡайтыуға һый була инде, мин әйтәм. Бәрҙе ике сиректәй булыр. Арҡаһы йәшкелтләнеп, ҡанаттары ҡыҙарып ята. Ниңәлер йөрәгем дөпөлдәп тибә, ҡулдарым ҡалтырана башланы. Бәрҙене Шәһит тә әллә ҡайҙан күрә һалып ҡалған бит әле.
- Һинең өркөтөп кенә ебәреүең булыр, ҡана үҙем мәскәүләйем, - ти шәп кеше һымаҡ.
Әллә ул шулай һөйләнеп сәмләндергәнгә инде, ҡулым дерелдәүе ҡапыл бөттө, донъямды онотоп, әлеге бәрҙегә төбәлдем. Ух, ҙурлығы! Ауыҙын бер асып, бер йомғанында айғолаҡтары ҡыҙарып күренеп ҡала. Алып булһа инде быны, Шәһиттең күҙен дүрт итер инем... Ипләп кенә мәскәүемде яҡынлатам быға, ә ул әкрен генә артына сигенә. Мин һуйылды шәберәк алып барып, мәскәүҙе башына керттем дә бөтә көсөмә тарттым. Елле бәрҙене тыбырсындырып үргә һөйрәйем, хатта һуйыл бөгөлөп киткән. Бына ул минең ҡулда, ике усыма ҡыҫып тотоп алдым. Ә ул тулай, һаман ысҡынырға маташа. Мәскәүҙән ысҡындырып, айғолағына бармағымды тыҡтым ғына тигәндә...
...Балыҡтың һыуға ялпылдап төшөп барғанынан башҡа бер нәмә лә хәтеремдә түгел. Иҫемә килгәндә, өйөбөҙҙөң ишек төбөндәге урындығында ята инем. Өй эсе ниңәлер томанһыу төҫтә күренә. Эргәмдә сырайы ҡасҡан апайым ултыра. Әллә илаған инде, күҙҙәре ҡыҙарып бөткән. Туҡта, был ни ғәжәп әле? Мин күпер аҫтында балыҡ мәскәүләп ултыра инем бит. Ҡыбырҙарға иткәйнем, тәнем ауырта, ә уң ҡулым таш бәйләгән кеүек. Ҡараһам, ул, ысынлап та, буйынан-буйына ураулы, етмәһә, уны ниҙер ике яҡтан ҡыҫып тора.
- Ни эшләгәнмен мин, апай? - тип һорайым, аптырағас.
Яуап биреү урынына, апайым танауын мыш-мыш тартып илай башланы.
- Күпер аҫтына осоп төшкәнеңде лә белмәйһеңме әллә? - тине ул йәш аралаш.
Ошонан аҙаҡ ҡына ике сирекле, ҡып-ҡыҙыл ҡанатлы бәрҙенең ҡулымдан ысҡыныуы, үҙемдең уны тоторға теләп ынтылыуым, өтәләнеүҙән урҙаға яҙа таяныуым һәм күпер аҫтына баш түбән ҡолауым берәм-берәм күҙ алдыма килде.
- Апай, ә теге балыҡ ни эшләне икән? Хәшейә апайым миңә асыуланып ҡарай.
- Һаман балығыңды һөйләйһеңме ни әле? Үлемдән ҡотолғаныңа ҡыуанмай...
Ул миңә хәлде төшөндөрөбөрәк һөйләп бирҙе. Бәхетемә күрә, мин осоп төшкән саҡта күперҙән өҫтәрәк бар апай кер сайҡап тора икән. Теге апай йүгереп килеп күтәреп алмаһа, шунда иҫемә килмәйенсә һыуҙа сәсәп тә үлгән булыр инем. Шәһит, ауыҙын йырып көлөп, минең ҡулдан ысҡынып, һеңгәҙәп ятҡан балыҡты мәскәүләп тик ултыра, ти.
- Алдымы икән балыҡты?
- Исмаһам, һөйләмә шул балығыңды!.. - тип апайым асыуҙан иренен тешләй. - Фельдшер Настя апай килеп, ҡулыңды ике яҡлап ҡабыҡ менән ҡыҫтырып бәйләгәс кенә йән инеп ҡалды. Үләһең тип торам. - Апайымдың күҙенән тағы йәш тәгәрәй. - Йә, әсәйем ҡайтҡас, ни тиермен...
Ошонан аҙаҡ ҡына мин үҙ хәлемдең мөшкөллөгөн аңлаған һымаҡ булдым. Ауырыйым тип алдап тороп ҡал да әсәйем ҡайтыуға шулай ҡул һындырып ят инде. Ҡайҙан тура килде шул һуҡыр Шәһите? Ниңә шуға эйәреп китеп барырға миңә? Их, ҡыйын булһа ла, бесәнгә барһам, был бәләгә лә тарымаған булыр инем... Аптырағас, апайымды йыуатып ҡарайым.
- Һин ғәйепле түгел бит. Ниңә илайһың?
- Түгел һиңә... Әсәйем бер ҡайҙа сығарып йөрөтмәҫкә ҡушып киткәйне, һин сығып ҡасҡанһың!..
Эйе, бөтәһе лә минең арҡала. Ялҡаулыҡтың аҙағы яман, тип әйткәндәре шулдыр инде. Әсәйем бесәндән ҡайтҡас, уның күҙенә ҡарарға ла ҡурҡып ятҡандарымды, иртәгеһенә район больницаһына алып барып һалғастар, унда ай буйына көн үткәрә алмайынса, ауылымды, әсәйем менән апайымды, иптәштәремде һағынып йөҙәгәнемде белһәгеҙ ине. Шул саҡта мин ҡабат ғүмеремдә лә алдашмаҫҡа эсемдән генә ант иттем.
Һуғыш бөтһә лә, уның ҡара еле һаман йәндәрҙе ҡыя ине. Ана бит, шунда алып ҡайтҡан яранан атайым үлде. Ә 1947 йылдың яҙы алып килгән аслыҡ тағы ауыр һуғыш йылдарын хәтерләтте. Әсәйем көҙҙән үк ондо бермә-бер ҡәҙерләп тотона башлағайны. Барыбер ҡыш уртаһына уҡ бөттө. Ҡайһылай етте, шулай итеп ҡыш сыҡтыҡ. Был хәл беҙҙең күңелдәрҙе лә һүрәүләндерҙе. Уйындар һирәкләнде, Ғимран бабайҙарҙың өйө эргәһенә йыйылған саҡта ла һүҙ күберәк тамаҡ тураһында бара. Кем күпме һарына ҡаҙып алып ҡайтҡан, монар көпшәһе тәмлерәкме, әллә балтырғанмы? Онға әтлек ҡушып бешергән икмәк яҡшымы, әллә бәрәңге ҡушһаң туҡлыҡлыраҡмы?..
Артель эшенә һаман кеше етешмәгәс, быйыл әсәйемә өс тонна бесән эшләп бирергә задание һалдылар. Ул тиклем бесәнде нисек эшләмәк кәрәк, тип әсәйем тәүҙә бик борсолғайны, шунан, илгә килгән ауырлыҡты иң менән күтәрергә тура килә инде, тип Йәноҙаҡ бабайҙан бер бәләкәйерәк салғы һаплатып, тапатып алып ҡайтты.
- Ҡыҙым, быйыл һиңә әкренләп бесән сабып өйрәнергә тура килер инде, - тине апайыма. - Хәл ҡәҙәрлем ярҙам итерһең. Йыйышырға быйыл Кинйәбайыбыҙ ҙа ныҡлап йөрөр. Кеше ыңғайына ҡыштырҙарбыҙ әле шунда.
Тик миңә бесән сапҡан мәлдә лә өйҙә ятырға тура килмәне.
Әсәйем менән апайым тәү башлап бесәнгә китергә йыйынып йөрөгән көндө беҙгә һуҡыр Шәһит әллә ниндәй ят ҡешене эйәртеп килеп инде. Күпер аҫтында булған хәлдән һуң Шәһиткә бик үк ҡатнашып бармай инем мин. Атаһын ауыл Советына председатель итеп ҡуйғандан бирле танауын күтәреп йөрөгәнгәме, хәҙер бигерәк яратмайым. Әле лә ана, өй эсенә әллә кемдәй күҙ йүгертеп сыҡты ла, миңә әйләнеп тә ҡарамай, әсәйемә һүҙ ҡушты:
- Хәтирә апай, бынау ағайҙар ос һәнәге эҙләй. Һеҙҙең һәнәгегеҙ барыбер тик торалыр тип атайым ебәргәйне. Улар ялан яғынан бесән эшләргә килгән. Бойҙай оно биреп һатып алабыҙ, тиҙәр.
Сикәһен һаҡал баҫҡан, етек сәсле кеше, берсә әсәйемә, берсә Шәһиткә ҡарап:
- Үҙегеҙгә кәрәкмәгәс, һатһағыҙ арыу булыр ине, - тип һүҙгә ҡушылды. - Хаҡына тормаҫ инек. Сиңкә кеүек бойҙай оно бирәбеҙ.
Әсәйем был көтөлмәгән тәҡдимдән тәүҙә аптырабыраҡ ҡалғайны шикелле. Шунан, эшенән туҡтап, урындыҡ ҡаҙнаһына терәлде лә, эйәген усына терәп, ауыҙын бөрөштөрҙө. Белеп бөткәнмен, ул уйланған саҡтарында гел шулай итә.
- Әлләсе, кәрәкмәгәс, тип... Аталары үлде шул... Хәҙер өй ҡыйығында тора ана... - тип һүҙҙәрен өҙә-йолҡа һөйләнде. - Кеше алып торғолай.
- Һат һин уны, ҡәрендәш. Ярты бот бойҙай оно бирәм, - ят кеше үҙ хаҡын әйтеп, ныҡлап һатыулаша башланы.
Ошонан аҙаҡ ҡына мин аңыма килгәндәй булдым. Хатта тертләп киткәндәй иттем. Әсәйем ос һәнәген һатып ебәрһә, уның менән ошо һаҡалтай, йәмһеҙ кеше кәбән ҡойоп йөрөрмө икән? Ос һәнәге тормағас, өй башы ла бушап, етемһерәп ҡалыр инде. Ә мин, ҙурайғас, шул һәнәк менән атайым кеүек үк матур итеп кәбән ҡойорға хыялланған булам тағы... Ни әйтер икән тип, әсәйемдең ауыҙына ҡарап ҡатҡанмын. Ул өҙә генә һөйләшергә ҡабаланмай. Йә, килешәйек, тигән һымаҡ миңә ҡарағас, әйтте:
- Ҡомартҡы һымаҡ итеп тота инем дә... Улым да үҫеп килә.
Эсемә йылы инеп ҡалды. Үҙем дә һиҙмәҫтән:
- Үҙебеҙгә кәрәгер, әсәй, - тип әйтеп һалдым. Ошонан аҙаҡ ҡына Шәһит миңә боролоп ҡараны, һыңар күҙе менән мыҫҡыллы йылмайғандай итте.
- Һиңәме? Һин кәбән ҡойғанса әле, сыҡмаған ағас үҫеп, һәнәк алырлыҡ булыр.
Уның был һүҙҙәре мине оторо ярһытып ебәрҙе, өйҙә ят кеше барын да онотоп:
- Ә һинең ни ҡыҫылышың бар? Ана, үҙегеҙҙекен һатығыҙ! - тип ярһыным да киттем.
- Беҙҙеке атайымдың үҙенә кәрәк, - Шәһит һаман телен бирмәй.
- Ҡуйығыҙ әле, балалар,- ти әсәйем асыуланмай ғына, - ололар һөйләшкәндә тик кенә тороғоҙ. - Шунан ят кеше яғына боролдо. - Он да кәрәк инде ул.
- Знамы кәрәк, - уның һүҙен ят кеше эләктереп алды.- Хәҙер ана баҙарҙа он хаҡы тағы ла күтәрелде.
Аҙаҡҡы ике ауыҙ һүҙ әсәйемдең икеләнеүен бөтөнләй бөтөрөр, бына хәҙер, ярар, алығыҙ инде әтеү, тип әйтер һымаҡ тойолдо. Атайымдың ос һәнәген әллә кемдәр ҡулына биреп ебәрерме? Миңә шул һәнәк менән, исмаһам, бер кәбән дә ҡойорға тура килмәҫме икән ни? Ни әйтергә лә белмәйем. Тәнемде әллә ниндәй көсөргәнеш ҡалтырата, күҙемә йәш төйөлә. Башымды күтәреп, әсәйемә ҡарағайным, күҙҙәребеҙ осрашты. Әсәйем ниҙер әйтергә йыйынған еренән тыйылды, эйәген тағы усына терәне. Шул саҡ ишектә Йәноҙаҡ бабай күренде.
- Әле иҫәнме, Хәтирә килен. - Шунан ят кешегә өндәште. - Бәй, ҡорҙаш, һин бындамы ни?
- Бына килгәйнем дә... Ҡәрендәштә ос һәнәге бар икән, шуны һатмаҫмы тигәйнем.
- Ә-әәә... - Йәноҙаҡ бабай һаҡалын һыпырҙы, әсәйемә һораулы ҡараны.- Үҙең, килен, ни тинең һуң?
- Әллә... бер ни тип тә әйтмәнем әле. Он бирәбеҙ тиҙәр ҙә...
- Он да кәрәк инде, - Йәноҙаҡ бабай әсәйемә, унан миңә һынаулы ҡараш ташлай.
- Һәнәк кәрәкмәйме ни? Атайымдың һәнәге... - Шулай тинем дә аҫҡа төбәлдем, күҙгә тағы йәш төйөлә башланы.
- Күрәһеңме, ҡорҙаш, - быныһы Йәноҙаҡ бабай тауышы, - егет булаһы кешенең атай ҡомартҡыһын биргеһе килмәй.- Мин башымды ҡалҡытып, Йәноҙаҡ бабайға өмөт менән ҡарайым. Ул иһә: - Хәтирә килен, һатыулашып торма инде ос һәнәгеңде, улыңа кәрәк булыр, - тине, бүтәнсә һүҙ оҙайтмаҫлыҡ итеп, киҫә генә. Үҙ һүҙен нығытырға теләгәндәй, өҫтәне: - Ҡомартҡыны һатып алып булмай уны.
- Әб-бә... Беҙ ни эшләрбеҙ икән һуң? - тип етек сәсле елкәһен тырнаны Шәһит менән килгән ят кеше.
Йәноҙаҡ бабайымды ҡосаҡлап алырҙай булдым мин ошо мәлдә. Атайымдың ос һәнәген сит-ят ҡулдарҙан тәки ҡотҡарҙы бит.
- Атайым, һатырҙар, тигәйне, - быныһы - ишек төбөндә торған Шәһит һүҙ ҡыҫтыра. Йәнәһе, атаһы сельсоветта ултырғас, уның һүҙе һүҙ булырға тейеш.
Йәноҙаҡ бабай уға аптыраған һымаҡ ҡараны. Әллә быға тиклем күрмәгән иңде.
- Туҡта әле, һинең атайыңдың ул һәнәктә ниндәй ҡыҫылышы бар?
Соландан Шәһиттең: "Уныһын үҙенән һора",- тип һөйләнгәне ишетелде. Йәноҙаҡ бабай башын сайҡаны ла ят ағайға табан шыуыбыраҡ ултырҙы.
- Һин, Нажар, борсолма. Һәнәкте табырбыҙ уны, үҙем табышып бирермен, - тип ғәҙәтенсә һәр һүҙен үлсәп кенә һөйләргә тотондо ул. - Бына әле лә һеҙгә ярҙам хәстәрләп ингәйнем бында. Күбә тарттырғанда ат башында йөрөргә малай кәрәк, ти инең бит. Берәүһенә ана минең малайҙы алырһың, икенсеһенә бына Хәтирә килендең улы бар. Килен, ишетәһеңме, Кинйәбайыңды ҡоҙалап ултырам даһаң. Берәй аҙнаға ана беҙҙең Әхәт менән бына быларға күбә тарттырырға барһын. Буштан-буш түгел, ашатҡандан тыш, көнөнә бер карауай икмәк бирәбеҙ, тиҙәр.
- Әлләсе, үҙе нимә тиер икән. Кинйәбай, бараһыңмы?
Әсәйемдең һорауы ос һәнәге тураһында булған һүҙҙән аҙаҡҡы болоҡһоуымды ҡапыл баҫты. Үҙәм хаҡында һүҙ барғанда ниңә иҫһеҙ кеше һымаҡ ултырам әле мин? Һис ни уйлап тормаҫтан:
- Барам, - тип ризалыҡ биреп тә ҡуйҙым.
- Әйҙә, ҡорҙаш, һиңә һәнәк табайыҡ инде, - тип Йәноҙаҡ бабай урынынан торҙо. Шунан әсәйемә ҡарап өҫтәне. - Килен, һин борсолма. Былар - минең таныштар, бик һәйбәт кешеләр.
- Ярар-ярар, ҡайнаға, әйтеүеңә рәхмәт, барыр, - тип әсәйем дә урынынан ҡуҙғалды. Ул миңә ваҡ-төйәк әҙерләргә тотондо. Йөн башалтай, апайым кейеп иҫкерткән, бер һыңарының табаны ҡуба биреп торған ботинка, таҙа күлдәк алып бирҙе.
- Барып төшкәс тә кеше күҙенә ҡарап ултырмаҫһың, - тип күкәй бешерергә ултыртты. Үҙе, мине бик оҙон юлға оҙатҡандай, аҡылын өйрәтеп өйрәтә.- Улар унда ҡыуышлап яталыр инде. Аҫтығыҙға бесәнде күберәк түшәгеҙ, йылыраҡ булыр. Төндә бишмәтеңде кейеп ят, Уҡлытау һыртында таң һыуығы Һәләк ныҡ төшә торған. Яланаяҡ йөрөмә, йыланға-фәлән баҫып ҡуйырһың. Көнлөккә икмәк бирәбеҙ, тип әйтәләр, ти бит. Кәрәк таштың ауыры юҡ, бына бынау ыҡсымыраҡ тоҡто ал, икмәкте шуға һалып апҡайтырһың. Ипләп кенә йөрө инде, атыңдан ҡолап төшөп, имгәнеп ҡуйма...
Уның әйткәндәрен ихлас ҡына тыңлай инем, аҙаҡҡы һүҙҙәре һарыуыма тейҙе.
- Һәй, ат менгәнем юҡмы ни! - тинем артыҡ иҫем китмәй генә.
- Улай тимә, улым. Юҡтан ғына була ул, һыбай йөрөп өйрәнеп бөткән кеше лә осоп ҡала... Һәр эштең үҙ яйы бар.
Әсәйемдең был киҫәтеүе мине барыбер өркөтмәне. Сөнки туйғансы ат менеп йөрөү минең күптәнге хыялым ине. Икенсенән, Әхәткә менгәшеп булһа ла, Йәноҙаҡ бабайҙың атын тышарға, эсерергә йөрөгән бар бит инде. Ул ҡәҙерлем бер ни күрмәгән кешеме ни мин?!
Әсәйем менән апайым, салғыларын күтәреп, бесән сабырға, ә мин, ваҡ-төйәк һалынған тоғомдо алып, Йәноҙаҡ бабайҙарға - Әхәт эргәһенә киттем. Был минең, хәтеремдә ҡалыуынса, тәү тапҡыр әсәйемдән башҡа юлға сығыуым, улай ғына ла түгел, кәсеп итергә китеүем ине.
Барһам, ҡапҡа төптәрендә Йәноҙаҡ бабай әлеге Нажар тигән кеше менән һөйләшеп тора, икеһенең дә йөҙөндә борсолоу күренгән һымаҡ.
- Кәбәнде ос һәнәкһеҙ ваҡ-ваҡ итеп тә ҡойор инек. Ҡышын һеҙҙең яҡта ҡар ҙур була бит, көрт баҫып бөтөр. Унан, алырға килгәс, бесәнеңде эҙләп тә таба алмаҫһың, - ти Нажар, һаҡал төгө баҫҡан эйәген шытырҙатып тызый-тызый.
- Бесән ваҡыты булғас, һәнәк һәр кемдең үҙенә кәрәк шул. Ә-б-бәэ, ни эшләп ҡарарға икән? - Йәноҙаҡ бабайҙың да танышына һәнәк табып бирә алмағаны өсөн эсе боша, ахырыһы. Ул миңә һораулы ҡарашын төбәй. Ошо мәлдә уға бик ярҙам иткем, уны был ауыр хәлдән ҡотҡарғым килеп китте. Башыма бер уй төшөүе булды, әйтеп һалыуым булды:
- Йәноҙаҡ бабай, беҙҙең һәнәкте биреп торайыҡ. Үҙем кире алып ҡайтырмын.
Бабайымдың сырайы яҡтырҙы, еңел һулап ҡуйҙы.
- Шулайтмай булмаҫ, улым. Кешеләр алыҫтан килгән бит. Уларға беҙ ярҙам итмәһәк, ҡайҙа барһындар? - Ул теге кешегә ҡарай боролдо. - Нажар ҡорҙаш, һиңә ышандырып ҡына бирәм. Ул бына был балаға атаһынан ҡомартҡы булып ҡалған. Һындырып фәлән ҡуйма, ипләп тотон. Һай, ул һәнәк! Һәнәк түгел ул - атып ебәрер уҡ ҡына.
Нажар бабай ҙа бик ҡыуанды.
- Малайҙарыңды ла, һәнәгеңде лә, ат егеп, үҙем кире килтерермен, һис тә хафаланма. Ҡайҙа, улым, һәнәгеңде килтер ҙә китәйек, - тип ҡабалана уҡ башланы ул.
Өй башынан төшөрөп, һәнәкте килтереп тотторғайным, Нажар бабай уны күтәреп, кәбән башына бесән ырғытҡан кеүек хәрәкәттәр яһап ҡараны, ҡәнәғәтләнеү һәм һоҡланыуын белгертеп, башын сайҡап ҡуйҙы.
Күп тә үтмәне, беҙ Уҡлытауға ҡарай юлға сыҡтыҡ.
Ялан яғынан килгән бесәнселәр Уҡлытау һыртындағы иркен сабынлыҡтың бер яҡ ситтәге ҡултығына урынлашҡандар икән. Аҫтан туҙ ябып, уның өҫтөн ҡалын итеп бесән менән ҡаплап, ҙур ғына ике ҡыуыш эшләгәндәр. Береһендә - ирҙәр, икенсеһендә - ҡатын-ҡыҙҙар. Биш-алты аҙым ерҙә генә, өйкөм талдар ҡуйынында, ҡаран ағып ята. Ҡыуыштар артында ҡуйы урман башлана. Ундағы ҡайын, уҫаҡ ағастары, ҡышын ҡалын ҡар баҫып, һынып, имгәнеп бөткән. Һирәкләп күренгән имәндәр генә, тәбиғәт ҡырыҫлығына бирешмәйенсә, ирәйешеп, күкрәк киреп ултыра. Яландың үҙен иһә бесән күбәләре сыбарлаған. Танауға әскелтем бесән еҫе килеп бәрелә лә бөтә тәнгә рәхәт итеп тарала.
Беҙ барып төшкәндә, ҡыуыштар алдына аҫылған ҙур ҡаҙан тирәһендә йөрөгән ике ҡатындан башҡа кеше күренмәй ине.
- Ҡарағыҙ әле, - тип уларға өндәште Нажар бабай, - ҡапҡыларға берәй нәмәгеҙ бармы? Булһа, йәһәт кенә тамаҡ туйҙырайыҡ та күбә тарттырырға тотонабыҙ. - Беҙҙең яҡҡа эйәк атып йылмайҙы. - Бына ниндәй егеттәр алып ҡайттым!
Апайҙар беҙҙең алға бер нисә киҫәк һалҡын ит, көрөшкәләргә сәй яһап ҡуйҙы. Мин иһә әсәйем бешереп һалған йомортҡаларҙы ни эшләтергә белмәй баш ватам. Бынауындай ит барҙа бер үҙем тамаҡ айырып, уларҙан башҡа ашап ултырып булмай ҙа инде. Ахырҙа төргәгемде теге апайҙарҙың береһенә алып барып бирҙем.
- Бына күстәнәс, - тигән булам бит әле. Апай миңә мут ҡына ҡараш ташланы ла:
- Был егетең, Нажар ағай, эште күстәнәстән башланы, хәйерлегә булһын, - тип йылмайҙы.
Әллә нимәһенә оялдым уның ошо һүҙҙәренә, битемде ялҡын ялмап алғандай булды. Шул йомортҡаларҙы ниңә алып барып биреп йөрөргә миңә? Ятһын ине тоҡ төбөндә.
Ашап бөтөү менән Нажар бабай аттарҙы ҡамытланы, ҡамыттың ҡолаҡ бауына оҙон күбә арҡаны таҡты, аттарҙы үңлекләп, төшмәһен өсөн, уларҙы арҡалыҡ ҡайышы менән тарттырып бәйләне.
- Йә, егеттәр, эште башлайбыҙмы? - тип беҙгә ҡараны шунан.
Ул арала Әхәт атын менеп тә алды. Мин иһә ҡайһылыр мәлгә баҙап ҡалдым. Икенсе ат эргәһенә барҙым да башты аҫҡа эйеп тик торам. Атҡа мине йә Йәноҙаҡ бабай күтәреп мендерә, йә кәртә-фәләнгә баҫып менә инем. Әле йәнлеккә эшләргә килгәндә кеше күтәреп мендергәнен көтөп торорғамы ни? Артымда Нажар бабайҙың тауышы ишетелә:
- Ғәйшә, бер атҡа күбәне һин эйеп оҙатырһың, әйҙә йыйын.
- Нажар ағай, бер егетең атҡа менә алмай тора түгелме? - Быныһы - мин бая күстәнәс биргән шаян апайҙың тауышы.
Сәмләнеп, бер ҡулым менән үңдек бәйләнгән ҡайышҡа йәбештем, һыңар аяғымды ышлыяға баҫтым да атҡа менергә ынтылдым. Шул саҡ аттың ҡуҙғалып китеүе булды, мин лап итеп ҡолап төштөм. Ырғып тороп, ғәрлегемдән саҡ-саҡ иламай, ҡабат ат эргәһенә килгәйнем, Нажар ҡарттың тауышы ишетелде.
- Тороп тор, улым, хәҙер үҙем мендерермен.
Их, йығылғанымды күргән икән! Атҡа үҙе менеп ултыра ла алмаған көйө, күбә тарттырырға килгән бит әле, тип көләлер инде. Мин, ныҡышмаланып, тағы үңдек ҡайышына тотондом, һул аяғымды ышлыя ҡайышына терәнем дә бөтә көсөмә үргә ынтылдым. Ат йәнә ҡуҙғалып китте, ләкин был юлы мин уның арҡаһына түшем менән ятып өлгөргәйнем инде. "Осмайым, барыбер менәм!" - тигән сәмсел уй үтә баштан һәм тағы бер ысырғанып тырмашыуым була - мин аттың өҫтөнә йәтешләнеп менеп ултырам.
- Тыррр! - тип һаман бер яры китеп барған атты туҡтаттым.
Йөрәк дарҫлап тибә, әйтерһең, бик ауыр эш эшләгәнмен. Башым әсергәнеп киткән. Ләкин күңел ҡәнәғәтләнеү, еңеү тойғоһо менән тулы ине. Шулай итмәй һуң, атҡа тәүге тапҡыр үҙем мендем дә инде. Тимәк, бынан былай... Менеп ултырмаҫ элек йүгәндең теҙгенен аттың муйыны аша һалырға онотҡанмын бит. Хәҙер ҡайһылай итеп алырға инде уны. Шул арала Нажар бабай эргәмә килеп етте лә:
- Маладис, улым, тик бигүк ҡабаланма, ат аяғы аҫтына ҡолап төшөрһөң, - тип һөйләнә-һөйләнә теҙгенемде алып бирҙе. - Әйҙә, киске ысыҡ төшкәнсе, бер аҙ тарттырып ҡалайыҡ, - ул күбәләргә ҡарай ыңғайланы.
- На-а... - үксәм менән аттың ҡабырғаһын төйгөсләп алдым.
Атым иһә Нажар бабай артынан түгел, бөтөнләй икенсе яры атланы. Теҙгенемде һулға тартҡайным, ул киҫкен рәүештә шулай боролдо ла ҡапма-ҡаршы яҡҡа ыңғайланы. Уң теҙгенде тартам, - ат, әйтерһең, Нажар ҡарт артынан барырға теләмәй, тағы бөтөнләй икенсе яҡҡа ҡайыра. Теҙгенде үҙең тотоу - кеше менән менгәшеп йөрөү түгел икән шул. Ундай саҡта алда ултырыусының биленән ҡосаҡлайһың да бер уйһыҙ китеп тик бараһың.
Ана шулай кәкерсәкләп, Нажар ҡарт торған күбә төбөнә саҡ килеп еттем.
- Теҙгенде ҡапыл-ҡапыл тартма, йомшаҡ ҡына ҡыбырҙат. Ат - үтә һиҙгер хайуан бит ул, - тип ҡаршыланы ул мине. Әйтерһең, минең аттың тегеләй-былай борғоланыуын арҡаһы менән күреп торған.
- Йә әле, улым, урал бынау күбәгә.
Уралғанда ат күбәне төртөп ауҙармаҫмы? Арҡаным күбә төбөнә дөрөҫ ятырмы? Ошондай уйҙар менән теҙгенемде тарттым. Ат күбә төбөнә яҡынлау менән, ынтылып, бесән ҡымтыны.
- Атыңды ашандырып өйрәтмә, теҙгенеңде ҡаты тот, - ти Нажар бабай. - Әйҙә, урал-урал... На-а... Атыңды күбәнән йыраҡ алып китмә, яҡындан ғына урал... Күбә төбөн тапатма, юғиһә тарттырғанда түңкәрелер...
Ишеткән бар: былар - күбә тарттырыусы һәр малайға әйтелә торған һүҙҙәр. Тик бына һәр күбә эйеүсе атты ниңә күбәгә яҡын ғына йөрөтөп уратырға, шул уҡ ваҡытта уның төбөн тапатмаҫҡа ҡуша - һис кенә лә башыма һыйҙыра алмайым.
- Атыңды артҡараҡ сигендер, - ти Нажар бабай. Аттың башын артҡа тартам.
- Туҡта-туҡта, арҡанға үтә баҫтыраһың бит.
Был ҡарт, ахырыһы, үтә мыжыҡ. Ат аяғы аҫтындағы арҡанды мин ҡайҙан күрәм инде?
Нажар бабай арҡанды күбә әйләнәһенә рәтләп ҡуйҙы ла, һәнәгенең һабын бөтә яҙғансы бесән аҫтына тығып, күбәне ҡалҡытты.
- Әйҙә, ҡыуала!
Иренемде сипылдатып, аттың ҡабырғаһын үксәм менән төйәм.
- На-а-а, турат!..
Атым бер-ике атланы ла туҡтаны.
- Бер ыңғай тарттыр, туҡтама. Һелкетеп, күбәне йығаһың бит.
Ниңә шулай мыжый әле был ҡарт? Атты юрый туҡтатҡанмы ни мин? Ҡулымдағы сыбыҡ менән аттың осаһына һуҡҡайным, ул күңелле генә атлап китте. Ләкин күп тә барманым, арттан:
- Туҡта-туҡта!.. Дүмҫәгә мендерҙең бит! - тигән тауыш ишетелде.
Артыма ҡараһам, күбәм ауып, аттың аяғына уҡ терәлгән. Мин, бер-бер артлы бирелгән күрһәтмәләрҙе тырышып-тырышып үтәй торғас, ян тиргә төшкәйнем. Күҙемде әсеттергән тирҙе еңем менән һөрттөм. Был дүмҫәһе ҡайҙан тура килде тағы, тип йөән көйә. Ниңә бөтәһе лә кире килеп тик тора әле? Нажар ҡарт, рәтең юҡ һинең, тип ат башынан алып ҡуйһа, ни эшләрмен? Әсәйемә ни йөҙ менән ҡайтып күренермен? Ул бит минең икмәк алып ҡайтыуымды көтөп тора. Ләкин Нажар бабай асыуланмай.
- Бараһы юлыңды алдан уҡ ҡарап йөрө, - тип киҫәтә лә йығылған күбәне рәтләргә тотона.
Артабан ул күбәне кәбән ҡойоласаҡ ергә еткәнсе һәнәге менән тотоп килде. Был арала Әхәт өс күбә тарттырырға өлгөргәйне инде. Уға көнсөл ҡараш ташлап алдым.
Шул саҡ Нажар бабай мин баянан бирле ҡурҡа-ҡурҡа көтөп йөрөгән һорауҙы бирҙе.
- Бығаса ат башында йөрөгәнең юҡмы ни, улым?
Ҡапыл ғына ни тип яуап бирергә лә белмәнем. Юҡ, тип әйтәһе килмәй. Улай булғас, кеше ышандырып, ниңә көнлөккә йөрөйһөң, тип асыуланыр һымаҡ.
- Бар ҙа ул... - тим, башымды баҫып.
- Нишауа, өйрәнерһең, - ти Нажар бабай. - Бына ҡара әле, арҡанды ҡолаҡ бауынан шулай итеп ысҡындыр.
Уның шулай һаман асыуланмай, ипле генә һөйләшеүе минең күңелде күтәрә төшә һәм күбә эргәһенән теҙгенде ҡаты ғына тотоп кире әйләнеп сығам да атымды икенсе күбә эргәһенә ҡыуалайым. Был юлы ат тегеләй-былай борғоланмай, тура уҡ бара...
Кискә тиклем, Нажар бабайҙың нотоҡтарын тыңлай-тыңлай, бер нисәһен йыға-түңкәрә булһа ла, байтаҡ күбә тарттырҙыҡ беҙ. Мин инде күбә эргәһенә барғанда атымды елдереп үк йөрөй башланым. Нажар ҡарттың:
- Эшкә бына шулай өйрәнә инде ата балаһы, Шөйлә арыу тарттыраһың бит ана хәҙер, - тип хуплап ҡуйыуы мине ҡапаҡлап, дәртләндереп ебәрә ине. Битен ҡуйы һаҡал төктәре баҫҡан, етек сәсле, керләнгән күлдәге тирләүҙән арҡаһына йәбешкән бабай ҙа миңә һөймәлеклерәк, яғымлыраҡ күренгән һымаҡ ине хәҙер.
7
Эштәр бына шулай көйләнеп китте. Күбәләрҙе һис тә ҡолатмай тарттыра башланым. Ат өҫтөндә лә ныҡ ултырам. Әхәт менән яландың осонан-осона йән-фарманға туҙҙырып сабышыуҙан да ҡурҡып торған юҡ. Унан һис тә ҡалышмайым.
Көн буйына һыбай йөрөү арыта икән шулай ҙа: кисен эштән туҡтағас, бил, беләктәр ауырта, иртәнсәк ҡабат атҡа менге килмәй тора. Ләкин һыр бирмәҫкә тырышам. Тағы ике көндән ауылға ҡайтып китәсәкбеҙ бит, аҙына ҡалғас, ниңә түҙмәҫкә? Эшләгәнем өсөн хаҡ та бирәсәктәр. Тоҡ менән әллә нисәмә карауай бойҙай икмәген күтәреп алып ҡайтып, уларҙы урындыҡҡа теҙеп һалып ҡуйһам, әсәйем ҡайһылай шатланасаҡ! Ошо уйҙан ғына ла күңелгә рәхәт булып китә.
Әсәйем менән апайым хәҙер бесән сабыуҙы еткерәләрҙер ҙә инде. Мин ҡайтҡас, йыйырға йөрөй башларбыҙ, моғайын. Күбәне иһә быйыл үҙем тарттырасаҡмын. Минең атта елеп йөрөгәнде күреп, әсәйем тағы бер тапҡыр ҡыуаныр әле.
Кис эштән туҡтағас, башты-күҙҙе йыуып алыу өсөн, йылға буйына киттем. Көн буйы тирләп йөрөгәндән аҙаҡ һалҡын ҡаран һыуында йыуынһаң, шул тиклем рәхәт булып ҡала, хатта арығаның бөткәндәй онотола.
Инде йыуына башлағайным, үҙемдән өҫтәгерәк өйкөм тал аръяғында көңгөр-ҡаңғыр һөйләшкән кешеләрҙең тауышына ҡолаҡ һалдым. Кәбән ҡойоп ҡайтып килеүселәр йыуынырға туҡтаған, күрәһең.
- Бөгөн мин йөҙ күбәнән артыҡ ырғыттым, әй, - ти береһе.
- Эш ырап барҙы бөгөн, - ти икенсеһе. - Иллә һиндәге ос һәнәге шәп. Иртәгә кәбән ослағанда миңә биреп торорһоң әле.
- Һәнәкте - әйтәһе лә түгел. Бесәнде көрәп кенә ала! Күтәргәндә һис тегеләй-былай әйләнмәй. Бындай һәнәкте ҡайҙан эҙләп тапҡан эйәһе.
- Табыуын да тапҡан, шартына килтереп эшләй ҙә белгән...
Бәй, былар беҙҙең ос һәнәген маҡтай түгелме һуң? Теге икәүҙең һөйләшеүенә ныҡлабыраҡ ҡолаҡ һалдым.
- Нажар ағай, һатманылар, бик инәлтеп бирҙеләр, һындыра-фәлән ҡуймағыҙ, тине бит. Шәп булған өсөн дә ҡыҙғанғандарҙыр инде.
- Ҡара әле... - Береһе шулай тине лә һүҙен осламайынса туҡтап ҡалды. Шунан тауышын әкренәйтеп өҫтәне: - Әллә, мин әйтәм...
Аҙаҡҡы һүҙҙәр бөтөнләй шым әйтелде, бер ни ҙә аңлашылманы.
- Шәп булыр ине, - тип яуап бирҙе икенсеһе. - Бындай һәнәкте ҡулға төшөрөү - үҙе бер бәхет. Ғүмерең буйы рәхәтләнәсәкһең.
- Һынғайны, ырғытып киттек шунда, тиһәк, һынығын таптырырҙармы икән?
- Һәй, юҡҡа башың ҡатҡан тағы. Берәй ергә йыйып ҡуяһың да, ҡайтҡан саҡта...
- Тәүәккәлләйек...
Үҙ ҡолаҡтарыма үҙем ышанмай торҙом. Беҙҙең ос һәнәген бирмәү, үҙҙәренә һеңдереү тураһында һөйләшә бит былар!
- ...Урманда һәнәк тапмаҫтар тиһеңме ни? Ҡулға эләккәнде ысҡындырырға ярамай.
Минең хәҙер үк ошо һүҙҙәрҙе әйтеүсенең алдына барып баҫҡым, "ул бит - атайымдан ҡалған ҡомартҡы! Үлһәм - үләм, һәнәкте бирмәйем!"-тип ҡысҡырғым килде. Тик урынымдан ҡыбырҙай алманым, һеңгәҙәгән кеүек ҡатҡанмын да ҡалғанмын. "Ни эшләп ҡарарға? Һәнәкте былар ҡулына нисек итеп бирмәҫкә?" - Ошо уйҙар мейемде өҙлөкһөҙ сүкей. Ул арала теге икәү ҡыуыштар яғына китеп барҙы. Ярай әле, минең йылға буйында ултырғанды күрмәнеләр. Кискелеккә рәтләп ашағы ла килмәне. Башымда - ос һәнәге тураһындағы ғына уй. Әллә Нажар бабайға әйтеп ҡарайһымы икән был хаҡта? Бәлки, теге кешеләр менән һөйләшеп, насар уйҙарынан кире дүндерер. Ул бит һәнәктең атайымдан ҡомартҡы булып ҡалыуын белә. Йәноҙаҡ бабай ҙа киҫәтеп ебәрҙе үҙен. Әгәр ул да теге икәү яҡлы булһа?.. Кешенең күңелендә нимә ятҡанын ҡайҙан беләһең? Һатмағайнығыҙ, ҡулға эләккәс, былай ҙа бирмәйбеҙ уны, тиер ҙә... Әхәт менән кәңәш итһәм инде... Ул ни эш ҡыра алыр тиһең?
Ҡараңғы төштө. Кешеләр берәм-һәрәм йоҡларға ятып бөттө. Әхәт күптән инде рәхәтләнеп йоҡлай, ә миндә йоҡо ҡайғыһы юҡ. Ҡараңғылыҡҡа төбәлгәнмен дә тик ятам. Шулай уҡ һәнәкте ошо әллә ниндәй кешеләр әллә ҡайҙарға алып ҡайтып китерме икән ни? Атайымдан ҡалған һәнәк менән кәбән дә ҡоя алмаммы?
Ҡайҙалыр, йылға аръяғындағы урманда, өкө ҡысҡырғаны ишетелә. Ниндәйҙер ҡош һирәк-мирәк ҡыйҡылдап ҡуя. Был тауыштар төнгә хәүеф өҫтәгән кеүек. Мин бишмәтемде башым аша бөркәнеп ятып ҡарайым, ләкин барыбер йоҡо алмай. Шулай итеп, һәнәкте күрәләтә кеше ҡулына биреп ебәрергәме ни? Был хаҡта ҡайтып һөйләһәм, әсәйем ҡайғырыр инде. Алдан белмәһәң - бер хәл, ниңә мәүешләндең, тип әрләр.
Юҡ, былай ятып түҙеп булмай. Шым ғына торҙом да, бишмәтемде алып, ҡыуыштан сыҡтым. Аяҙ күкте йондоҙҙар сыбарлаған. Ҡаршылағы урман стена һымаҡ ҡарайып күренә. Шул яҡҡа арҡанлап ҡуйылған аттарҙың гөршләтеп ашанғаны ишетелә.
Ҡыуыш артындағы ҡайынға һөйәп ҡуйылған һәнәктәр эргәһенә килдем. Бына ул беҙҙең һәнәк. Башҡаларҙан әллә ни тиклем оҙон. Уҡтай төҙ һаплы, дүрт йәпле. Ҡасандыр атайым кәбән ҡойоп йөрөгән, Йәноҙаҡ бабай маҡтап бөтә алмаған һәнәк. Их, теге көндә Йәноҙаҡ бабайға ниңә, биреп торайыҡ, тип әйттем икән? Йәнәһе, берәү кешеләргә изгелек күрһәтә. Бына хәҙер ни эшләргә белмәй йөрө инде. Был кеше тигәнең һинең яҡшылығыңа ниңә этлек менән яуап бирә икән? Ит изгелек - көт яуызлыҡ, тигәндәре ошолор инде...
Юҡ, бирмәйем мин атайымдың һәнәген ят кешеләргә! Бирмәйем! Һәнәкте алырға ла хәҙер үк ауылға ҡайтып китергә кәрәк.
Ос һәнәген ҡайынға һөйәлгән еренән ипләп кенә ҡулыма алдым. Һәлмәк кенә ине ул. Алып ҡайтып етеп булырмы? Әй, тауыш сығармау өсөн ҡыуыштан алыҫлашҡансы күтәрһәм, аръяғына һөйрәтеп алыр ҙа китермен. Туҡта, ҡыуышта ботинка менән тоҡ ятып ҡала бит. Әсәйем, икмәгеңде тоҡҡа һалып алып ҡайтырһың, тигәйне. Икмәкһеҙ ҡайтып инергәме ни инде? Икеләнеп туҡтап ҡалдым. Аҙыраҡ шулай уйланып торғас, бөтәһенә лә ҡул һелтәнем: иҫке ботинкаһы ла, тоғо ла, икмәге лә кәрәкмәй! Һәнәкте генә алып ҡайтып еткерһәм...
Бына мин, һәнәкте күтәреп, арба юлына төштөм. Ярты саҡрым самаһы барһам, оло юлға сығасаҡмын. Унан ауылға биш саҡрым тирәһе ҡала шикелле. Нисек тә ҡайтып етермен әле.
Ҡыуыштар ҙа, уның алдында һүнер-һүнмәҫ янған ут та күҙҙән юғалды. Һәнәктең бер сатынан тоттом да артабан һөйрәп алып киттем. Тирә-яҡ дөм ҡараңғы, юлдан тоҫмал менән генә атлайым. Ҡыуыштарҙан алыҫлашҡан һайын, күңелгә әллә ниндәй шик йүгерә. Аҙыраҡ барам да әйләнә тирәмә ҡолаҡ һалам. Йәнәшемдә генә ниҙер йөрөгән һымаҡ ине, туҡтағайным, һис ниндәй тауыш-тын юҡ. Тағы аҙыраҡ барғас, юлда ниндәйҙер ҡарасҡы күренде. Төбәлеп ҡарайым - ҡыбырҙаган һымаҡ. Юл эргәһендәге йыуан ағас олонона һыйындым. Айыумы икән әллә? Был уйҙан тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Уҡлытауҙы айыу ояһы тиҙәр. Ни эшләргә? Әллә ҡысҡырып ебәрергәме? Улай итһәң, әле бит йыраҡ китмәнем, ҡыуыштағылар йүгерешеп килеп етерҙәр. Әлеге ҡарасҡы яғына ныҡлабыраҡ ҡарайым - ул баяғы урынында. Айыу булһа, шулай тик торор ине тиһеңме ни? Батырайып, алға ҡуҙғалдым, үҙем, тамаҡ ҡырып, тауыш биреп маташам. Яҡыная төшкәс кенә уның бейек түңгәк икәнен күрҙем. Күңелгә йылы инеп, рәхәт булып ҡалды.
Оло юлға сыҡҡас, ҡараңғылыҡ шыйығая төшкәндәй тойолдо. Һәнәкте дыңғырҙатып һөйрәп, таш юлдың уртаһынан атлайым. Тирә-яғыма ҡарамаҫҡа тырышам : йә күҙгә тағы әллә нимә күренер.
Ауыл осона килеп ингәс кенә, еңел тын алып ҡуйҙым мин. Арыуымды, аяҡ табандарым ауыртыуын шунда ғына тойҙом. Таш юлда яланаяҡ көйө атлау шаңҡытҡан, күрәһең. Йә инде, ете төн уртаһында шул тиклем ерҙән йәйәү ҡайттым бит. Малайҙарға һөйләһәм, ышанмаҫтар әле.
Ҡапҡабыҙҙан инеп, һәнәкте өй мөйөшөнә һөйәнем. Ләкин төнөн кем дә булһа алып китер һымаҡ күреп, һарай эсенә үк индереп ҡуйҙым. Әсәйем, йоҡоһонан уянып, ишек асҡас бөтөнләй аптырап ҡалды.
- Китсе, ниңә көндөҙ килтермәнеләр? - ти.
- Мине килтермәнеләр... Үҙем ҡайттым, - тинем дә әллә ниңә иланым да ебәрҙем.
Әсәйем тағы ла нығыраҡ ҡаушай төштө.
- Ни булды? Ниңә илайһың? Ниңә ҡайттың? Тынысланып, ниңә ҡайтыуымдың сәбәбен һөйләп биргәс, әсәйем байтаҡ ваҡыт өндәшмәй ултырҙы, шунан мине ҡосаҡланы ла башымдан һыйпаны.
- Икмәктәре ары торһон. Дөрөҫ эшләгәнһең, улым.
Миңә рәхәт булып ҡалды. Тик шул саҡта ғына бик ныҡ арыуымды, бөтә тәнем ҡойолоп килеүен, күҙемә йоҡо төйөлөүен тойҙом. Әсәйем алдыма ҡуйған ҡатыҡты эсеү ҡайғыһы ла юҡ. Йомшаҡ мендәргә башым төртөлөү менән үлек кеүек йоҡлап киткәнмен.
Иртәгеһенә бесән йыя барайыҡ тип ҡапҡанан сыҡһаҡ, урамдан Нажар ҡарт һыбай елеп килә. Алыҫтан уҡ мине күреп:
- Бына ҡайҙа икән ул, ҡасҡалаҡ малай! - тип ҡулындағы сыбыҡ остоғо менән янай.
Мине юғалтып, эҙләргә сыҡтымы икән ни? Нажар ҡарт эргәбеҙгә килеп етте лә дөп итеп ергә һикерҙе. Яланбаш, күлдәксән көйө генә бит әле. Уның алдында үҙемде ниңәлер ғәйепле һиҙеп, башымды түбән эйҙем.
- Ҡотто алдың бит, улым. Ни булды һиңә? Ниңә әйтмәй-нитмәй төнөн ҡайтып киттең? - Ул әле миңә, әле әсәйемә ҡарай. - Тәҡәт ҡороно бит. Уйламаған уй ҡалманы, ахырыһы, бында тороп саптым.
Ни эшләйһең инде, бөтәһен дә һөйләп бирергә тура килде. Әсәйем:
- Ҡайтып ингәс, үҙем дә ҡурҡып киттем, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы. Мине ҡурсаларға әҙер ҡиәфәттә өҫтәне : - Ҡуй инде, ағай, изгелеккә яуызлыҡ менән яуап бирәме шулай кеше...
Нажар ҡарт:
- Бына әй, йә инде, - тип һөйләнеп торҙо ла ҡапыл ғына ҡыҙҙы ла китте. - Йәндәрен алам мин уларҙың! Йөҙөмә оят килтерҙе бит ишһеҙҙәр. Тәүбәгә килтермәһәмме шуларҙы!..
Ул атына менеп китергә йыйынған еренән туҡтаны, миңә боролоп ҡараны.
- Ә һин, улым, маладис. Эш хаҡыңды Әхәт алып ҡайтып бирер.
Уға бер ауыҙ һүҙ ҙә ҡайтарып әйтә алманым. Тәү ҡарашҡа ҡырыҫ, һөймәлекһеҙ күренгән ошо кешегә үҙемдең кәңәш-төңәш итмәүем, уға артыҡ мәшәҡәт тыуҙырғаным өсөн уңайһыҙланыу тойғоһо күңелемде тырнап тик тора ине.
8
Ваҡыт тигәнең ғәләмәт тиҙ үтеп тик тора икән дә. Кешеләргә тормош ауырмы, еңелме - унда ла эше юҡ. Уҡлытау һыртына минең күбә тарттыра барыуыма ла тағы бер йыл үтеп китте. Хәҙер инде минең кеүек ун ике йәштәге малайҙарҙың уйын ҡайғыһы юҡ. Үҙебеҙгә күрә эш табылып ҡына тора.
Былтыр етенсе класты бөтөп сыҡҡан һуҡыр Шәһит беҙҙән бөтөнләй айырылды. Артель келәтендә эшләй ул, бөтә тауарҙы ҡабул итә, тейәтеп, ҡалаға оҙата. Үҙенсә ҡып иттереп кейенеп алған да әллә кем булып йөрөй. Беҙҙе күҙенә лә элмәй. Әй, ҡыланһын да, беҙ ҙә үҫеп киләбеҙ ҙә инде...
Бесән ваҡыты еткәйне, тағы эш күбәйә төштө. Мин инде быйыл бесәнгә ныҡлап тотонорға уйлап йөрөйөм: бесән сабырға иҫәп бар. Хәшейә апайым былтыр уҡ салғы алды, миндә уның тиклем генә көс юҡмы ни?..
- Сабыуын сабып йыйырбыҙ, кемдән кәбән ҡойҙорорбоҙ инде, - тип ҡайғыра әсәйем.
Йәноҙаҡ бабай сәләмәт булһа, улай хәсрәтләнмәҫ ине, бәлки. Бабайым ҡыш көнө бүрәнә тарта йөрөгәндә, билен биртендереп, һаман төҙәлә алмай ыҙалана. Шулай ҙа бер бәләкәй генә иҫке салғы һаплап бирергә хәленән килде уның.
- Мин дә һинең кеүек саҡта - ун ике йәшемдә саба башланым, өйрән. Егет кешенең биле йәштән нығынырға тейеш, - тип салғыны сүкеп, ҡулыма тоттороп ҡайтарҙы.
Шул салғыны күтәреп, тәүге тапҡыр бесәнгә китеп барғанымды күрһәгеҙ ине! Әйтерһең, минең яурында салғы түгел - флаг. Һәм оло байрамда иң алғы сафта атлайым. Барам-барам да, түҙмәйенсә, юл эргәһендәге үләнде сабып ҡарайым.
- Юҡҡа ҡыялма, танһығың ҡаныр әле, - ти әсәйем.
Сабынлыҡҡа етеп, ҡырҡым башына барып баҫҡас, әсәйем салғымды тағы бер тикшереп сыҡты: ҡыбырламаймы, һапҡа тотҡа минең кәүҙә өсөн дөрөҫ ултыртылғанмы, салғы һоноҡ түгелме? Быларҙы әсәйем бик белдекле ҡиәфәт менән эшләй.
- Быйыл яйлап ҡына өйрәнерһең, икенсе йыл ныҡлап саба башларһың, улым, - ти әсәйем.
Кит инде, шулай бесән бөткәнсе өйрәнсек кенә булып йөрөмәм дә инде. Ул тиклем нимәһе бар бесән сабыуҙың? Йәноҙаҡ бабай ана, донъяла иң яратҡан эшем - бесән сабыу, ти. Ҡыйын эш булһа, яратыр инеме ни ул? Әсәйем салғыны миңә тоттора, уйҙарымды белгән кеүек, һаман үҙ хәбәрен һөйләй.
- Бесән сапҡанда көс тә, таһыл да кәрәк. Беләкте һуҙа торған эш ул.
Эй, ошо әсәйемде, хәбәрҙе ҡыҙыҡ ҡына итеп һөйләй ҙә ҡуя. Бесән сапҡан һайын беләге һуҙылһа, кешеләрҙең ҡулы ергә һөйрәлеп йөрөр ине.
Әсәйем эргәбеҙҙәге ҡайын урманын яңғыратып, ялан өҫтөнә ниндәйҙер моң таратып минең, апайымдың, аҙаҡтан үҙенең салғыһын янаны ла:
- Хоҙайға тапшырайыҡ, - тип саба башланы. Оҙон һәм тығыҙ булып үҫкән үлән араһынан уның салғыһы ғәжәп еңел йөрөй, "ғырш-ғырш" иткән күңелле тауыш ҡына ишетелеп ҡала.
- Салғыңды үтә ҡыҫып тотма, усың күберсер... һелтәгәндә салғыңды ныҡ күтәрмә, алымыңдың арт яғы тигеҙ киҫелмәҫ... Өйрәнгәнсе тарыраҡ алдырып сап, хәлеңде тиҙ бөтөрөрһөң... - Әсәйем үҙе саба, үҙе туҡтауһыҙ мине өйрәтә.
Апайым былтыр уҡ сабырға йөрөштөргәйне инде. Әсәйем артынса салғыһын килешле генә һелтәп төшөп тә китте. Бакуй башы эшләгәс, артына әйләнеп ҡарап, көлә бит әле.
- Һин, Кинйәбай, артыҡ ҡыҙып китеп, минең үксәне ҡыя сабып ҡуйма, - ти.
Өндәшмәнем. Иргәләшеп тораһы килмәй ине. Бына мин тәүге тапҡыр ҡырҡым башына сығып баҫтым, тәүге тапҡыр сабынлыҡта салғы һелтәнем һәм... бер нисә услам үлән ергә ауыу менән салғымдың осо тупраҡҡа ҡаҙалды. Уны һурып алып, яңынан һелтәгәйнем, үләндәр тигеҙ үк киҫелде. Тик икенсе ҡабатында салғы тағы киреләнде - үләндәрҙе ялпаштыра йығып, өҫтән кәйелеп үтте. Асыуланып сабып алып китмәксе иткәйнем, салғым ниндәйҙер дүмҫәгә барып бәрелде. Ни булды һуң әле? Ниңә һелтәгән һайын бер нәмәһе табылып тора? Хәшейә апайҙың алымында ана дүмҫә-фөлән дә юҡ, ыңғай сабып китеп тик бара.
Мин ҡыяла-ҡыяла бер-ике аҙым да китә алманым, әсәйем, ҡырҡым осона сығып, бакуйын кире ҡайтарып, минең янға өйләнеп килде. Салғыһын яурынына күтәргән көйө аҙыраҡ ҡарап торғас:
- Туҡта әле, улым, - тип салғымды алды. - Салғыңдың йөҙө бына шулай үргәрәк ҡарап йөрөһөн. Һелтәгәндә өйрөлтөп килтереп бына шулай һелтә... - Әсәйем шулай һөйләнә-һөйләнә минең салғы менән саба. Салғы ҡаҙалмай ҙа, дүмҫәгә лә бәрелмәй, үләндәр төптән генә тигеҙ киҫелеп, ҡыйылып ятып ҡала.
Көн буйы әллә нисәмә тапҡыр ана шулай туҡтап-туҡтап өйрәтте мине әсәйем. Һуңға табан апаруҡ һелтәй башлағайным да, хәл бөтөбөрәк китте. Бил дә, беләк менән ҡулбаштар ҙа ауырта, усым бер нисә урындан ҡабарып сыҡты. Мин әйләнәм дә ҡояшҡа ҡарайым, әйләнәм дә ҡояшҡа ҡарайым. Ә ул төшлөктән ауышып бер аҙ барған да туҡтаған, шул урынынан һис ҡуҙғалмай. Салғыны ташлап, бер аҙ ятып торһам да, әсәйем өндәшмәҫ ине. Ғәр, сәм тигән нәмә бар бит. Битем буйлап аҡҡан тиремде еңем менән һөртәм дә тағы сабырға тотонам.
Шулай ҙа әсәйем хәлемде һиҙҙе.
- Оҙаҡламай ҡайтыр саҡ та етә. Арығанһыңдыр, туҡта инде, улым, - тине. - Иртәгә лә көн бар.
Иртәгә лә, иртәнән һуң да көндәр шундай уҡ оҙон булырмы икән? Ҡасан бөтөр ундай көндәр? Әле бит бесәндең башы ғына...
Иртәгеһенә йоҡонан торһам, билем шул тиклем ныҡ ҡатҡан, бөгөлһәм, шарт итеп һыныр ҙа ҡуйыр төҫлө. Ләкин тормайынса әмәл юҡ ине. Сабынға ҡалдырып ҡайтҡан салғым көтә бит мине. Әсәйемә задание итеп һалынған бесәнде кем сабыр? Үҙебеҙҙең һыйырҙың ашарына кем әҙерләр?
Был көндө тәүге һелтәүҙә үк салғымдың осо ергә ҡаҙалманы, ыңғай уҡ сабып алып киттем. Әсәйем:
- Һәй, минең улым, ана бит, өйрәнеп тә алды, - тип ҡеүәтләп тә ебәрә мине.
Тик бына усымдың ҡабарған урындары ауыртып йәнемде ҡыя. Төш етә башлағас, әсәйем:
- Бесән сабырға өйрәнгәндә иң ауыры - икенсе көн. Үҙемдең дә баштан үткән, - беләм. Бар, ҡаршылағы анау ҡыразға сыҡ та төшкө сәйгә еләк йый, аҙыраҡ ял да итерһең, - тип миңә икенсе йомош ҡушты. Ул мине киске һыуһында ла иртәрәк туҡтатты. Әллә шуға инде, был көн кисәгеһенән ҡыҫҡараҡ тойолдо миңә.
Өсөнсө көнөнә иһә, кискә табан ныҡ ҡына арыһам да, әсәйем менән апайым ыңғайына эшләнем. Бил дә, беләктәр ҙә әллә ни ауыртмай. Йәноҙаҡ бабайҙан тапатыу өсөн, ҡайтҡанда салғымды күтәреп алдым. Ул яурынымда йөк булып ятмай, күңелемә ниндәйҙер рәхәтлек бирә. Күрһендәр әйҙә минең бесән сабып ҡайтып килгәнемде. Беҙ кемдән кәм! Әсәйем дә бит ана:
- Өс салғы - өс салғы инде. Кеше ыңғайына эшләп еткерербеҙ әле бесәнде, - ти.
Ысынлап та, сабыу менән йыйыуҙы ыратып алып барҙыҡ беҙ. Ләкин эш кәбән ҡойоуға килеп терәлгәс, әсәйем аптырабыраҡ ҡалды. Сөнки бесән ваҡытында һәр аяҙ көн иҫәпле. Һәр кем үҙ эшен ыратып ҡалырға тырыша. Әсәйем ике-өс кешегә барып, кәбән ҡойоп биреүҙәрен һорағайны ла, тыңламағандар. Их, тип эстән һыҙам мин, атайым ана Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам итәм тип ятып үлде. Ниңә кеше шулай изгелекһеҙ була икән?..
Иртәнсәк әсәйем байтаҡ һүҙһеҙ ултырҙы ла, апайым менән миңә ҡарап, кәңәш иткән ҡиәфәттә әйтте:
- Күкрәк һәнәге менән ос һәнәген күтәреп алып барайыҡмы? Сабын тирәһендә кәбән ҡойған берәй кешенән ат алып, күбә тарттырһаҡ, үҙем маташтырып ҡарайыммы икән әллә, тим.
- Нимәне, әсәй? - тип һорай апайым, уның тел төбөн аңламайынса.
- Кәбәнде әйтәм инде. Нисек ҡойғандарын күргән бар. Берәй ун биш-егерме күбәне, моғайын, өйөп ҡуйырмын әле. Көндәр боҙолоп китһә, күбәләр яуында ултырып ҡалыр.
Мин кәбән һәнәктәрен өй башынан төшөргәс, әсәйем ос һәнәген, тәүге тапҡыр күргәндәй, ҡулына алып, уның һәлмәклеген, оҙонлоғон самалап торҙо, ауыр көрһөндө лә:
- Алып барып ҡарайыҡ әле, - тине.
Ат табып, күбәләрҙе тарттырыу әллә ни оҙаҡ булманы. Әсәйем күбәне эйеп ебәреп тора, мин елдереп йөрөп тарттырам. Аҙаҡтан урмандан, күбә арҡанына тағып һөйрәтеп, өс тағанлыҡ алып килдек. Әсәйем, уларҙы һөйәп, таған ҡорҙо, нығыраҡ торһон, тайышмаһын өсөн, баштарын нәҙек муйыл сыбыҡ менән кәбән үҙәгендә ҡалдырыласаҡ ҡайынға ҡуша уратты. Шунан, артабан ни эшләргә белмәгәндәй, ситкәрәк барып ултырып, һүҙһеҙ ҡалды. Мин өйкөм муйыл ағастарына һөйәп ҡуйылған ос һәнәгенә, унан уйға сумып ултырған әсәйемә ҡарайым. Әйтерһең, ошо мәлдә һәнәктәр менән әсәйем араһында һүҙһеҙ алыш бара һәм кәбәндең ҡойолоу-ҡойолмауы кемдең еңеп сығыуына бәйле ине. Бына әсәйем ипләп кенә урынынан күтәрелде, әле генә үҙе һөйәгән тағанға күҙ һалды.
- Хәшейә, һин, ҡыҙым, кәбән башында торорһоң. Кинйәбай туҙышҡан бесәнде йыйыр, - тип күбә һәнәгенә тотондо әсәйем.
Ошо көндө әсәйемдең кәбән һалғанын ғүмеремдә онотмам. Тәүҙә күбә һәнәге менән еңел үк ырғытты ул бесәнде. Оҙаҡламай таған тирәһе түңәрәкләнеп, кәбән төбө рәүешенә инде.
- Һәй, кеше эшләмәгән эшме, шулай әкренләп ҡойоп бөтөрбөҙ әле, - ти әсәйем, үҙен-үҙе йыуатҡан кеүек.
Кәбән бейегәйә башлағас, күбә һәнәген ҡуйып, күкрәк һәнәген алды ул. Оҙон һәнәк менән бесән сәнсеп алыуы ҡыйыныраҡтыр, әлбиттә. Шулай ҙа әсәйем төҫ бирмәй, хәле бөткәндә аҙ ғына ултырып ял итә лә, айран эсеп тамаҡ ебеткәс, тағы һәнәгенә тотона. Бына кәбән яртыһынан уҙып китте. Хәҙер уны тарайтып, ослай башларға кәрәк. Әсәйем күкрәк һәнәген ситкә ҡуйып, ос һәнәге һөйәүле торған ергә барҙы ла, алырға баҙнат итмәгәндәй, уға ҡарап туҡтап ҡалды. Ә ос һәнәге, атайымдан ҡалған, Йәноҙаҡ бабай маҡтаған һәнәк, шул тиклем матур, - күккә уҡталған уҡ шикелле тора. Әсәйем уны алды ла кәбән төбөнә ҡарай атланы. Әллә әсәйем сибегерәк кәүҙәле булғанға инде, ос һәнәге уның ҡулында уғата оҙон күренә. Нисек бесән күтәрер икән ул шуның менән?
"Теге саҡта атайым Ғөбәйҙә әбейгә ярҙам иткәндәге кеүек, берәйһе килеп сыҡһа инде", - тип тирә-яҡҡа ҡарайым мин. Тик әйләнә тирәлә ир затынан бер әҙәм юҡ.
Хәүефләнеүем һис тә юҡтан түгел ине. Әсәйем күбәнән бесәнде еңелсә генә сәнсһә лә, ос һәнәгенең һабын ергә ҡаҙап, уны ҡалҡыта алмай аҙаплана. Миңә һәнәк һабының төбөнә, таймаһын өсөн, баҫып торорға ҡуша. Ос һәнәген ҡайһы саҡта икәүләп "тыңлата" алмайбыҙ. Әсәйем ҡалҡыта башланымы, һәнәктең төбө, минең өҫтөнә баҫып тороуыма ла ҡарамай, ер ҡыртышын йыртып, бер яҡҡа тайып сыға ла китә һәм әсәйем бесәнде ергә кире төшөрөргә мәжбүр була. Саҡ ҡына хәл йыйғас, әсәйем һәнәген яңынан бесәнгә ҡаҙай... Ныҡыша торғас, һәнәк турайтып баҫтырыла. Уның йәптәрендә бер ҡосаҡтай бесән ялпылдай. Хәҙер ана шуны күтәреп кәбән башына ырғытырға кәрәк. Әсәйем, ысын кәбәнселәр кеүек, устарын алмаш-тилмәш төкөрөкләп ала, шунан һаптың осонан тотоп, һәнәкте күтәрә. Үҙенән әллә нисәмә тапҡырға оҙон һәнәкте күтәреп кәбәнгә яҡынлаған саҡта ул сайҡалып-сайҡалып китә. Бына хәҙер уның биле һығылып төшөр, һөрлөгөп йығылыр йә күкрәге шартлар төҫлө. Юҡ, бирешмәй әсәйем, ысырғанып-сытыйып кәбән төбөнә барып етә лә барлыҡ көсөнә бесәнде юғары сөйә. Шунан артына сигенә биреп, бесәндең үҙ урынына ятыу-ятмауын тикшерә, Хөшейә апайға, үҙеңәрәк тарт йә ситкәрәк төшөр, шул килеш тапа, тип күрһәтмәләр бирә.
Нисек итһәк тә иттек, ҡояш байыуға бер кәбән ҡойолдо. Әсәйем ситкәрәк китеп, уны өйөрөлтөп ҡарап сыҡты. Мин уның арыған йөҙөндә ҡәнәғәтләнеү, ғорурлыҡ билдәләре сағылыуын күрҙем.
Тик кәбән һалыу әсәйемдең кәрен ныҡ алған, күрәһең. Ул, ҡайтҡас, бер сынаяҡ ҡына сәй эсте лә хәлһеҙләнеп йығылды. Их, ҡасан ҙурайып, әсәйемде был ыҙаларҙан ҡотҡарырмын икән?
9
Бынан аҙаҡ тағы бер йәй әсәйем үҙе ҡойҙо әле кәбәнде. Быйыл иһә миңә ун дүрт йәш тулды. Унан хәҙер кәбән ҡойҙормаҫҡа иҫәп тотоп йөрөйөм. Атайымдың ос һәнәген үҙ ҡулыма алырға кәрәк.
Быйыл бесән эшләү тағы ла ҡыйыныраҡ буласаҡ. Йәшең етте, тип апайыма ла задание Һалдылар. Әсәйем менән икәүһе алты тонна бесән әҙерләп тапшырырға тейеш. Уртасараҡ дүрт кәбән тигән һүҙ бит ул. Өҫтәүенә, быйыл сабынлыҡтар үҫмәгән.
- Артелгә бесәнде Оҫҡонло туғайында эшләйһегеҙ, - тип, ҡапҡа төбөнә һыбай килеп туҡтап, һуҡыр Шәһит сабынлыҡтың ҡайҙа икәнен дә әйтте. - Ҡайҙа сабыр урын табырһығыҙ, үҙегеҙгә бесәнде шунда еткерегеҙ. Оҫҡонлонан бер һәнәк бесән дә бирмәйбеҙ, - ти бит әле.
Шашты хәҙер Шәһит. Етенсене бөткәне бирле гел еңел-елпе эштә. Хәҙер ана завхоз булып алды. Артелдең бөтә малына хужа, кешенән бесәнде лә ул ҡабул итә. Урам буйында ла атынан төшмәй һыбай ғына йөрөй. Ат етешмәгәнлектән, бүтәндәр утын-бесәнде һөйрәп ташығанда, шул да булдымы һын? Олоно - оло, кесене - кесе тип тороу юҡ, екерә лә бойора. Әсәйем уға:
- Бер сабындан икенсеһенә йүгергәнсе, үҙебеҙгә лә шул тирәнән сапһаҡ, уңайлыраҡ булыр ине лә, - тигәйне, һыңар күҙен асалаҡ-йомалаҡ итеп, екерергә тотондо.
- Башҡортса әйткәнде аңламайһыңмы әллә?! - тип ебәрә. - Үҙегеҙгә унан бер һәнәк бесән бирмәйбеҙ, Иң тәүҙә бесәнде артелгә эшләп тапшырығыҙ, унан - үҙегеҙгә.
Их, ҡыланыуы. Ул шулай ҡысҡырмаһа ла, беләбеҙ бит инде: иң тәүге бесән артелгә. Һәм беҙ өс көн буйы Оҫҡонлоға бесән сабырға йөрөнөк. Бесән сабыу хәҙер минең өсөн эш тә түгел: иң алдан йөрөп сабам, минең артса апайым, унан әсәйем төшә. Әсәйем ҡайһы саҡта туҡтай ҙа апайым менән миңә һоҡланып ҡарап тора.
Ләкин Оҫҡонло яланындағы бесәнде бер ыңғай ғына киптереп, йыйып алып булманы, яуынлап ебәрҙе. Шуға күрә икенсе бер урында, алаңҡырт ағаслыҡта, үҙебеҙ өсөн бесән саба башланыҡ. Бында үлән йоҡаҡ булһа ла, бик таҙа - ҡыйғаҡ үлән генә, мал яратып ашар әле.
Көндәр аяҙытып ебәрҙе. Бакуй йоҡа булғас ни, үҙе беҙгә тип сапҡан бесән Оҫҡонлоларынан алда кипте. Шуны йыйып йөрөгәндә генә әйттем мин әсәйемә быйыл кәбәнде үҙем ҡойорға ниәтләүемде. Көндөҙгөлөккә сәй эсеп ултыра инек. Был һүҙемде ишетеп, әсәйем эсәр сәйен эсмәй туҡтаны, миңә аптыраған һымаҡ ҡараны.
- Әлләсе, улым, кәбән һалыу уйын эш түгел...
- Беләм, әсәй.
- Беләһеңдер ҙә... Быуының ҡатмаҫ борон ҡыялмаһаң да ярар. Йә имгәнеп-нитеп ҡуйырһың.
- Ә үҙең имгәнеп ҡуйһаң? - тип апайым да һүҙгә ҡушылды. - Ике йыл буйы этләндең бит инде. Әсәйем һаман ыңғайларға теләмәй.
- Ике йыл түҙгәс, тағы берәй йыл сыҙармын әле, - ти.
Уның үҙ һүҙләнеүе йәнемде көйҙөрә.
- Шунан? Минән ҡартайғансы кәбән ҡойҙормаҫ инеңме әллә?
Әсәйем көлөп ебәрә, арҡамдан һөймәксе булып ынтыла, мин ситкә тайшанам.
- Һин ҡартайғансы әле, у-лыым!.. Ярар, ярар, ;улай бик дәрт иткәс, самалап ҡарарһың.
"Баш күккә тейә яҙҙы минең. Әйтерһең, тел менән түгел, ҡул менән ҡойоп ҡуйғанмын кәбәнде. Ошо дәрт, ошо ынтылыш мине иртәгеһенә сабынға йүгертеп алып килде. Хәҙер үҙемдең малай-шалай түгел икәнде күрһәтке килеүҙәнме, әсәйем менән апайым, ауыр булыр, тиһәләр ҙә, кәбән һәнәктәрен бер үҙем күтәреп алдым. Күбә тарттырғас, әсәйем менән икәүләп таған һөйәнек. Тик хәҙер төп эште мин башҡарам, әсәйем кәңәш-төйөшө менән ярҙам итеп йөрөй. "Тағаныңдың төбөн таймаҫлыҡ итеп ҡуй, кәбәнең ҡыйшаймаҫ", "Анау оҙонораҡ тағанды аҫ яҡтан һөйәһәң, арыуыраҡ булмаҫмы?" "Ҡабаланма, тәүге эште уйлап ҡына эшләү яҡшы", тип һүҙ-хәбәрен табып тора.
Бына таған әҙер. Хөшейә апайым төпкә һуҡтырылған күбә башына менеп баҫты. Мин, һалҡын ҡанлы күренергә тырышып, күбәгә ипләп кенә һәнәгемде ҡаҙаным. Ә йөрәк дөп-дөп тибә, тәнем буйынса ниндәйҙер зымбырҙау үтә. Уйынмы ни, ғүмеремдә тәүге тапҡыр кәбән ҡойорға тотонам бит! Кәбән ҡойоу - егет ҡорона инеү ул, тип юҡҡа әйтә тиһеңме ни Йәноҙаҡ бабай. Бына әле кәбән ҡоя башлауымды ҡарап торһон ине әле... Туҡта инде, башлауы башлау ҙа, нисек итеп ослап ҡуйылыр бит. Кәбәнем аҙаҡтан ауып ятмаҫмы? Ул саҡта ер тишегенә ин дә кит...
- Бесәнде ауыр күтәрмә, самалабыраҡ сәнс, - ти әсәйем. Минең иһә сәпсеңләп, еңел-елпеләп тораһы килмәй, көс еткән тиклем күберәк сәнсеп ырғытырға тырышам. Атайым ауылда бер кәбәнсе булған бит минең, уның исеменә тап төшөрөргә ярамай.
Кәбән күтәрелгән һайын, миңә дәрт өҫтәлә, кәбәнде тиҙерәк ҡойоп бөтөп, уны ситтәнерәк ҡарап торғо килә.
- Улым, кәбәнеңдең уртаһын нығыт, эргәһе ишелеп төшмәһен, - тип кәңәштәрен һаман биреп йөрөй әсәйем. - Хәшейә, һин анау ялпылдап торған бесәнде аяғың аҫтына тартып һалып тапа әле...
Күкрәк һәнәгенә тотонғас, эш әкренәйә төштө. Оҙон һаплы һәнәк менән бесәнде сәнсеп алып күтәреүе ҡыйыныраҡ икән шул. Биттән, бөтә тәндән шыбырҙап тир аға. Бесән саңы менән ҡатнаш тир төшөп, күҙҙе әсеттерә. Хәл дә мөшкөлләнә бара, ахырыһы, ырғытҡан бесәнем мин һалырға теләгән урынға ятмай, йә кире шыуып төшә. Арығанымды һиҙҙермәҫ өсөн, кәбәндең төҙлөгөн ҡараған кеше булып, ситкәрәк - күләгәгә барып баҫам да, аҙ ғына тын алам. Әле бит ос һәнәге менән кәбәнде ослайһы бар, ниңә йомшарам әле, тип, сәмләнеп, тағы эшкә тотонам.
Күкрәк һәнәге менән буй етмәй башлағас, ҡайында һөйәүле торған ос һәнәген алырға киттем. Нисәмә йылғы хыялымды - ошо һәнәк менән кәбән һалыу уйын бына хәҙер эшкә ашырасаҡмын. Их, атайым үҙе күрһен ине һәнәге менән кәбән ҡойғанымды!..
Эсемдә ҡайнаған уйҙарҙы һиҙҙермәҫ өсөн, аҙ ғына ла тик тормайынса, һәнәгемде күбәгә ҡаҙаным. Бына һәнәкте тубыҡ менән беләккә һалмауырлап һалып, һаптың осон киҫкен хәрәкәт менән ергә ҡаҙарға самалайым. Ә ул ысҡына ла тупраҡты юғары сөйә. Бесән вағы йыйып йөрөгән әсәйем дә, эшенән туҡтап, миңә ҡарап тора ине. Улы ос һәнәге менән тәү тапҡыр алған бесәнен күтәреп ырғыта алырмы-юҡмы - шуны белгеһе киләлер инде. Ахырҙа ул түҙмәне, мин һәнәк һабын ҡаҙарға маташҡан ергә йүнәлде. Билдәле инде, ул кәбән ҡойған саҡта, мин уның һәнәк төбөнә баҫып тора торғайным бит, хәҙер ул миңә ярҙам итмәксе. Юҡ инде, был тәүге һәнәкте мин кеше ярҙамынан тыш күтәрергә тейешмен. Тағы ла нығыраҡ сәмләнә төшөп, ос һәнәгенең һабын ҡапыл ергә сәнсәм һәм, бесәнде күтәрә биргәс, һапты нығыраҡ ҡаҙайым да, уны турайтып ҡуям. Бесәнде кәбән башына ырғытыу өсөн, һаптың төбөнән тотоп һәнәкте күтәргәйнем, ҡапыл тәнтерәкләп, тигеҙлекте юғалттым, алға атлау урынына артҡа сигендем. Ос һәнәге мине үҙ ыңғайына елтерәтеп алып китеп бара. Ҡайһылыр арала әсәйем күҙемә салынды: ул туҡтап ҡалған, ҡулын күкрәгенә ҡуйған, ҡарашы миңә төбәлгән. Әйтерһең, мин ҡот осҡос упҡын алдында. Шуны аша һикереп сыға аламмы-юҡмы?..
Туҡта, ниңә был һәнәк ыңғайына артҡа сигенәм әле? Шул тиклем ҡыйынлыҡ менән күтәргән нәмәне ҡабат ергә төшөрөргәме? Әсәйем, әйттем бит, быуының ҡатып етмәгән шул әле, тиһә...
Көсәнеп, һапты нығыраҡ ҡыҫам, беләкте ҡатынҡылатып, һәнәкте саҡ ҡына юғарыраҡ күтәрә төшәм дә, елләнеп, алға атлайым һәм бесәнде ялп иттереп кәбән башына ырғытам. Булды!.. Апаруҡ сәнсеп алынған бесән Хәшейә апайымдың өҫтөнә үк барып төштө.
- Ниңә енләнәһең? Ипләберәк ырғытырға булмаймы ни?! - тип ҡысҡыра ул бесән аҫтынан борһаланып сығыр-сыҡмаҫтан.
Миңә рәхәт, көләһе лә, урман яңғыратып ҡысҡырып ебәрәһе лә килә.
- Бына бит, ҡайһылай матур ырғыттың. Һин - мин түгел шул. Ир ҡаны һиндә, атайың ҡаны, - әсәйем шулай һөйләнеп, тағы үҙ эшенә тотондо. Уның сырайы, күҙ ҡараштары нисектер яҡтырып киткән һымаҡ ине был мәлдә.
Мин һәлмәк атлап тағы күбә эргәһенә ыңғайланым. Хәҙер үҙ-үҙемә ышаныс артып киткәйне минең. Шуғалыр инде, был юлы баяғы кеүек оҙаҡ этләнеп тә тормай, бесәнде йәлп иттереп күтәреп алдым.
Төш етеүгә, кәбән ҡойолоп бөткәйне инде. Мин уны ысын кәбәнселәрсә өйөрөлтөп йөрөп һуҡҡылап шымарттым, төбөн күбә һәнәге менән төрткөләп сыҡтым.. Хәшейә апайымды арҡандан буйлатып башынан төшөргәс, ситтәнерәк йөрөп кәбәнемде ҡарайым. Шөйлә арыу килеп сыҡҡайны ул: төптән нәҙегерәк, урта тирәһендә күкрәкләнеп китә, осланыуы ла матур ғына, аҙыраҡ ҡар ятһа ятыр, әммә һыу үтерлек түгел.
- Ҡарасы, әсәй, бөтөнләй кәбәнгә оҡшатҡан дабаһа был Кинйәбай! - тип сәрелдәй апайым. Әсәйем баҫалҡы ғына яуап бирә.
- Оҡшатмай әллә. Бынамын тигәнсе. Егет кеше лә инде ул.
Ана бит, әсәйем мине тәү тапҡыр, егет, тип атаны. Былай булғас, кәбән ҡойоу уның ҡулынан төштө. Атайымдан ҡалған һәнәк менән кәбәндең икенсеһен дә өсөнсөһөн дә... ҡоясаҡмын.
Бына шундай яҡты кәйеф менән төшкөлөккә ашарға ултырғайныҡ, ситтәгерәк арба юлынан үтеп барған һыбайлы беҙгә табан боролдо.
- Шәһит түгелме һуң? - Әсәйем борсолоп һораны.
- Булһа ни, килһен әйҙә.
- Ниңә артель бесәнен йыйырға барманығыҙ, тип бәйләнерме икән инде.
- Уның ни эше бар? Бәйләнеп ҡараһын!
- Улай һөйләшмә, улым, уның һүҙе - һүҙ...
Уңарсы һуҡыр Шәһит, эргәбеҙгә етеп, атын туҡтатты. Өҫтән аҫҡа ҡарап, һыңар күҙен бәзерәйтте.
- Бармаҡ үҙегеҙгә кәкере!.. Оҫҡонлола бесәнегеҙ ҡурап кипкән, ә һеҙ - бында!
Йомшаҡ күңелле әсәйем ошолай асыулы һөйләшкән кеше алдында ҡаушабыраҡ ҡала ине. Әле лә ни тип яуап ҡайтарырға белмәй тик тора.
- Юҡты һөйләйһең, Шәһит. Ундағы бакуй ҡалын, әйләндерһәң дә, бөгөн кипмәй ул, - тип яуапты мин бирҙем.
- Ә һин телеңде тый, ҡустым! Хәҙер үк Оҫҡонлоға китегеҙ! Юғиһә!..
- Ни эшләтерһең? - Мин тороп баҫтым. Һөмһөҙ ҡыланған Шәһит алдында һис тә йомшарып төшкә килмәй ине.
- Уныһын үҙем беләм! - Шәһиттең һыңар күҙе алан-йолан килә. - Артелдеке тип кәбәнегеҙгә бирка тыҡтым киттем!
- Ҡабаланма! Уны мин һинән бирка тыҡтырыу өсөн ҡойманым!
Шәһит ауыҙын йәйеп, самосад тартыуҙан һарғайып бөткән тешен ыржайтып мыҫҡыллы йылмайҙы.
- Шулаймы ни! Ха-ха-ха!.. Берәү кәбән ҡойған, имеш. Һы!..
Шәһит атынан төштө лә бер нәҙек ағас ҡырҡып алды. Уны юнып, көрән ҡәләм менән ниҙер яҙғас:
- Был кәбәнегеҙҙе тонна ярымға һуғам. Ул ошо минуттан артелдеке, - тип, әле эшләгән биркаһын тотоп, кәбәнгә табан атланы.
Әсәйем тик ошо саҡта ғына телгә килде.
- Абау, ниңә улай ҡыланаһың ул, Шәһит? Артелгә тигән сабынды сабып бөткәнбеҙ бит, йыйып бирербеҙ.
- Уныһын да бирерһегеҙ, быныһын да...
Шәһиттең уғата мәйелһеҙ ҡыланыуы бөтә сабырлығымды юйҙы. Һөйәүле торған ос һәнәген йүгереп барып алдым да юлына арҡыры төштөм.
- Яҡын юлама кәбәнгә!
Һуҡыр Шәһит һөмһөҙләнеп инеп килә.
- Кит юлдан!
- Китмәйем!
Әсәйем ни эшләргә белмәй, албырғап туҡтап ҡалды.
Шәһит һәнәкте ситкә этеп ебәргәйне, мин яңынан уға юлды кәртәләнем.
- Әле һин шулаймы! - тип Шәһит һәнәккә килеп йәбеште. Китте тартыш. Көслө ине Шәһит, мине дөрөп алып бара. Әсәйем менән Хәшейә әллә нимәһенә аңшайып тик тора. Улар ярҙам итһә, бирешмәҫ инем. Бына һуҡыр Шәһит ос һәнәген ҡулымдан тартып алды, яңынан барып йәбешкәйнем, мине йыҡҡансы этеп ебәрҙе лә һәнәкте юғары күтәрҙе. Һындыра һуғырға уйлай түгелме һуң ос һәнәген? Атайымдан ҡомартҡы булып ҡалған, бөгөн генә үҙем тәү башлап кәбән ҡойған һәнәктә ни үсе бар икән?..
Оҙаҡ икеләнеп, ниндәйҙер аҡыл уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Шәһит һәнәк менән ҡайын олонона киҙәнгән ыңғайы шунда ырғылдым. Әсәйемдең асырғанып ҡысҡырғаны, Шәһиттең салшайған йөҙө генә күҙгә салынып ҡалды. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем.
...Шәһиттең кәбәнгә бирка тығыу ҡайғыһы ла киткән, атын менгән дә сапҡан. Ә мин, иҫемә килгәс, ҡасандыр ошо уҡ Шәһит арҡаһында һынған ҡулымды муйынға аҫып, ҡайтып киттем. Шәһит ҡайын олонона ҡуша һындыра һуғырға киҙәнгән һәнәк миңә эләккән. Беләк һынған, ә ос һәнәге имен ҡалған. Ҡулым үҙәккә үтеп һыҙлаһа ла, шуға күрә тешемде ҡыҫып түҙәм. Тән яраһы уңалыр әле. Ә атайҙан ҡалған ҡомартҡыны юғалтһаң, уны ҡабат табып буламы ни?
Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты .