Хазина, тәрән һулап алды ла, үҙ үҙенә йылмайҙы. Ошолай, ҡаушаған да үҙ үҙенә тыныслык килтерә ул. Ә тулҡынланырға сәбәп күп. Бөгөн уның беренсе соло концерты.
Тип тағы бер тапҡыр тын ала ҡыҙ. Уны ҙур сәхнә көтә. Был уй, уның күңелен земберләтеп, дәрт өҫтәп ебәрә. Ҡасандыр уның хыялы, әкиәт кеүек кенә ине. Фәҡирлек сигендә йәшәгән ҡыҙҙың ҙур сәхнәгә ынтылыуы күптәрҙе көлкөгә һабыштырҙы. Бигерәк тә класташтары уҫал көлдө уның тырышлығынан.
— Хыялдың ябайын һайла, - тип ыҫылданылар.
Атайһыҙ, әсәһе генә ҡарап үҫтергән балаға етешеүе ауыр булыуға ҡарамаҫтан, шундай маҡсатҡа ынтылыуы нидәйҙер нәфрәт уятты уларҙа. Ләкин башҡаларға аптырарға Хазинаның ваҡыты булманы. Ул бәләкәй саҡтан уҡ кеше һүҙенә артыҡ иғтибар итеп барманы. Әсәһе, кеше аҡылы менән йәшәмә, тип өйрәтте. Ниһәйәт, был ысынлап та уға ярҙам итте. Тырыш, ныҡыш, ҡыҙ үҙ үҙенә, үҙ көстәренә ышанып үҫте. Телевизорҙа күргән йырсыларҙан үҙен кәм тип тойманы.
Өсөнсө тапҡыр һанай ҡыҙ. Түҙемһеҙләнеп һанай. Дөп-дөп типкән йөрәгенә лә һауа етмәй.
— Бөтәһе лә әҙерме? Бейеүселәр үҙ урынында? — тигән тауыштар ишетелә.
Кулиса артында, концертка һуңғы әҙерлектәр бара. Хазина ошо мәшәҡәттле мәлде айырыуса ныҡ ярата. Нервалары гитара ҡылдары кеүек тығыҙ тартылған көсөргәнешле мәл был. Бына ул сәхнәгә атылып сыға ла ошо ҡылдарын тағата. Иң мөһиме, бар тыңлаусыһының күңеленә үтеп инерлек яңғырауыҡлы булырға тейеш уның йырҙары. Хазинаның эскерһеҙ, саф хистәре тыңлаусыларҙың күңеленә ҡағыларға, тәьҫирле булырға бурыслы.
— Кәйефең нисек? Минең һандуғасым ни хәлдә?
Ҡыҙ ҙы был тауыш йәнләндереп ебәрҙе. Бүлмәгә ингән әсәһенең ҡосағына һыйынып, бар күкрәге менән тын һуланы. Хәҙер бар хәсрәттәре артта ҡалғандай булды уға. Әсәһе уның тәүге изге тыңлаусыһы. Һәм уҡытыусыһы, кәңәшсеһе, иң ышаныслы яҡлаусыһы… Хазина өсөн ул бар донья.
— Хазина, әҙерһеңме? — тип борсолдо әсә кеше.
— Ҡурҡам, — тине ҡыҙ йәшермәйенсә хистәрен.
Әсәһе ҡыҙына күҙ ташланы.
— Бер аҙым ҡалды, балаҡайым. Яҡтырырға, ысын йондоҙ булырға, бер аҙым. Ҡурҡма. Минең өсөн, ул аҙымыңдан ҡурҡмай эшлә.
Хазина ризалашып баш һелкте. Әсәһе уға ышанғанда, барыһы ла еңел күренә.
— Бына һин ниндәй, минең Хазинам, — тине әсәһе ҡыҙҙы көҙге алдына бороп. Ҡыҙ үҙ сағылышына йылмайҙы. Хазина әсәһенең тас йәш сағы. Улар бер береһенә бик оҡшағандар. Икеһе лә ҡуңыр йөҙлө, ҡара күҙле, зифа буйлы һылыуҙар. Тик Хазинаның күҙәрендә дәрт бөркөлә, ә әсәһенең ҡарашында тәрән аҡыл.
— Хазина ваҡыт, — тип иҫкәртеләр ҡыҙҙы.
— Бына ваҡытта етте, балҡырға. Барыһына үс итеп балҡырға. Һинең хыялыңдан көлгәндәр, терһәк тешләп үкенерҙәр, — тип ҡалды әсәһе.
Ошоно ғына көтөп торған ҡыҙ, сәхнә түренә күтәрелде. Софит, прожектор уттары аҫтына барып баҫты. Яңы йондоҙ дөрләп ҡабынды.
Хис шикһеҙ, был концерт, ҡыҙ алдындар яңы офоҡтар асты. Әммә Хазина уҙен бәхетле итеп тойманы. Ниңәле, хыялланып көтөп алған был оло тамаша уның бар хистәрен йотҡандай тойолдо. Илһам әйтерһең уны бөтөнләй ташланы. Дәрт менән йәшәгән ҡыҙ, бар нәмәгә һыуынды. Ай эсендә ул бер булһа ла йыр яҙманы. Гүйә уның ошо доньяға әйтерлек һүҙҙәре бөткән. Хистәре һүрелгән. Ошо арала әллә ниндәй уйҙар башын ҡаңғыртты. Бәхетлеме Хазина? Үҙ урынындамы? Ниңә…
Ошо уйынан һиҫкәнеп китте. Ниңә йырсы булып киткәнен ул яҡшы хәтерләй ине. Бәләкәй ҡыҙ ине ул саҡта. Һаҡауса ғына бер нисә йыр белде. Әсәһенең кәйефе хөр булған мәлендә ошо бер нисә йырын йырлап уның күңелен йыуатыр булды.Ул ваҡыттар аҡса мәсьәләһе уларҙың ғәиләһендә бигерәк насар ине. Йыш ҡына аҡса етешемәне. Шулай бер саҡ ауырлыҡтарынан түҙә алмай, Хазинананың, әсәһе урам уртаһында илап ебәрҙе. Икмәккә етмәгәндә, ҡыҙын нимә менән туйҙырыга белмәгән әсәгә ошо ғына ҡала ине. Бала шунда уҡ әсәһен йыуатырга тотондо. Йырҙың бар һүҙҙәрен белмәһә лә көйләргә тотондо. Бәләкәй ҡыҙҙың шулай оҫта моңлағанын ишеткән бер хатынҡай, Хазина хорга саҡырҙы. Бына ошолай йырлап китте лә инде ҡыҙыҡай. Ул саҡта был ниндәйҙер мөғжизә кеүек тойолдо. Сәхнәгә бер менгәс башҡа төшмәне лә ҡуйҙы. Концерт артынан концерт, төрлө йыр-моң ярыштары. Әйтерһең ашығыс поезына тағылып китте лә, алға ысҡында. Сәм, борсолоулы уйҙарға бөтөнләй ваҡыт юҡ ине. Һәм бына ҡапыл ул туҡтап ҡалды. Ынтылырлыҡ хыялдары бөттөмө? Үҙ ерендәме, дөрөҫ юлдамы? Барыһы ла шикле күренә башланы.
Ошо күңелһеҙ уйҙар менән өйҙә ултырып сыҙай алмаған ҡыҙ тышҡа йыйынды. Көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙан да ҡурҡып тормай, уның тамсылары аҫтына талпынды. Әсһенең ауырыуҙар менән янауына ҡолаҡ һалманы. Уға барыһынала яуап табырға кәрәк ине.
Моңһоу ине ошо көҙ. Әллә ҡыҙҙың кәйефе шундай булыуғамы, урамда бигерәк күңелһеҙ ине. Урамында үтеп-һүтеп йөрөүселәр ҙә бөтөнләй юҡ тиерлек. Хазинаның был беренсе көҙө түгел. Тик ниңәлер, ул яңы ғыны ошо миҙгелгә ихтибар итте. Уның Һағышлы һулышында ниндәйҙер үҙ матурлығы бар. Әммә ул быны күрмәгән, һиҙмәгән. Хыялынынан башҡа бер нәмәне лә ҡайғыртмаған. Ошо уйынан ҡапыл тертләп ниндәйҙер бер тәрән йоҡонан уянғандай булды. Дөрөҫөрәге гитара тауышы уның уйҙарын бүлдерҙе. Парк тирәһенән сыға ине был моң. Ҡыҙҙыҡһынып, Хазина ла шул яҡҡа боролдо. Стенага һөйәлеп, гитара ҡылдарын сиртеп торған һылыу егет шәйләне. Әйтерһеңдә, уның сихри бармаҡтарының ҡағылыуына гитара үҙе йырлай. Ләззәтләнеп берсә моңһоу, берсә дәртле итеп уйнаған егет ҡыҙҙың ҡарашын тойоп, боролоп ҡараны. Асыҡ йәшел күҙҙәренән ниндәйҙер наҙ бөркөлә ине уның. Бындай хәлдең булғаны булдымы икә? Хазина бындай илаһи ҡараш диңгеҙендә йөҙҙөмө икән? Юҡ, барыһы ла бар кеүек ине уның тормошонда, әммә был ҡараш… Ике ҡараш араһында ваҡыт үҙенең көсөн юғалтты, барыһы ла юҡҡа сыҡты. Яңылыш килеп бәрелгән үҫмер уларҙың икеһен дә иҫенә килтерҙе, хыял донъяһынан сығырға мәжбүр итте. Хазина үҙен меҫкен хәлендә тороп ҡалғандай тойҙо. «Эргәһенә барырғамы? Юҡ!» Күңелендә мең уй: нимә әйтергә, үҙен нисек тоторға? Егет эргәһенә барыу, уның янына тороп уйнағанын тыңлау теләге бик көслө ине. Аҡыл теләктән еңелде.
— Эй, музыкант, эшләпәң ҡайҙа? — тип өндәште уға ҡыҙ.
Егеттең йылмайыуы һүрелде, һөмһөрө ҡойолдо, музыка өҙөлдө. Уның кәйефен һиҙеп, Хазина хафаланып ҡуйҙы.
— Туҡта, үпкәләттемме әллә? Ғәфү ит. Мин…
— Нимә, әзмәүерҙәй егет ошолай итеп икмәклек аҡса эшләй икән тип уйланыңмы? Яҡшылыҡ эшләгең килеп киттеме?
Был яуап ҡыҙҙы аптыратты. Ситтән ҡараһаң барыһы ла шулай күренә ине.
— Һин бит яҡшы уйнайһың, уйының өсөн…
Егет тыңлап торманы. Гитараһын арҡаһына тағып бөтөнләй уның менә хушлашырға итә шикеле. Хазина уны ошолай ғына ебәргеһе килмәне. Үҙе лә аңғармаҫтан егетте ҡулынан тотоп алды.
— Ярай инде, онот. Хаталанғанмын. Рәнйетһәм, ғәфү ит. Һин ыснлап та бик матур уйнайһың.
Хазин ғүмерендә беренсе тапҡыр күргән егеттән ғәфү үтенде. Ҡыҙ бөтөнләй ғәфү үтенергә яратмай ине. Былай ҙа бала сағынан атайһыҙ тыуғаны өсөн, уны ғәйепләнеләр. Әйтерһең һәр бер һулышы өсөн ул башҡаларҙан ғәфү үтенергә тейеш. Тағы ла әсәһе лә, бер кемдең алдында аҡланма, аҡланырлыҡ эш ҡылма тип өйрәтте. Егет икеләнеү тулы ҡараштарын уға төбәне.
— Һин ысын күңелдән әйтеңме? Мин…
Ҡыҙҙың үҙен ярты һүҙҙән аңлауы егеткә мәрәкә тойолдо, ирекһеҙҙән йылмайып ҡуйҙы. Ә Хазина быны дуҫлашыу билгеһе итеп ҡабул итте.
— Шул тиклем һылыу ҡыҙҙан маҡтау һүҙҙәре ишетеү үҙе бер бәхет.
Егеттең бер аҙ шаяртыбыраҡ өндәште. Хазина йылмайыуын ҡайтарҙы. Бына-бына китер ҙә башҡа бер ҡасан да осрашыу мөмкин, тип хафаланған ҡыҙ, тынысланды. Ҡыҙҙың мөләйем ҡарашы уның күңелен иретте.
Хазинаның йөҙөнә ҡарап баш һелкте. Эйе тап ошо йылмайыу өсөн. Кеше күңелен иретеп, яҡшы кәйеф бүләк итер өсөн.
Хазина етди ҡалырға тырышһа ла битараф ҡала алманы. Тағыла киң йылмайып ебәрҙе.
— Тағы ла уйна әле. Тағы ла, — тине ул түҙемһеҙләнеп.
Был бойороҡ һамаҡ яңғыраны. Тәү күргән ҡыҙ өсөн был бик эре ҡыланыш ине. Тик быға аптырап торманы егет. гитараһын сыҡарып тағы уйнай башланы. Хазина оҙҙаҡ түҙмәне. Егеттең уйынына ҡушылып йырлай башланы.
Дуэт уңышлы сыҡты. Гел ҡайҙалыр ашыҡҡан моңһоу халыҡ йәнләнеп китте, йөҙҙәрендә ихлас йылмайыу, күҙҙәрендә йәшәү нуры тоҡанды. Лилиә бер концертынан да шул тиклем кинәнес кисергәне юҡ ине әле. Үткенселәрҙең кәйефен күтәреү уға бик оҡшаны. Йыр тынды. Һәм ҡыҙҙы кешеләр уратып алды. Күптәр уны танығайны.
— Ғәфү итегеҙ, һеҙ яңылышаһығыҙ.– тип ҡыҙ ҡырт киҫте.
Ниңәлер егет алдында уңайһыҙланды. аҡланырға ашыҡты. Ләкин ул һүҙ нимә тураһында барғанын аңлап та етмәне, ҡыҙҙың ҡулынан тотоп алды ла халыҡ ағымын йырып, сығыуға ыңғайланы.
— Бигерәк оҡшаттылар үҙеңде. Ҡастыҡ әйҙә!
Улар бәләкәй балалар кеүек бер-береһен уҙыша-уҙыша, ямғыр ағыҙған урам буйлап йүгерҙеләр.
— Һинең фанаттарың шул тиклем күп тип уйламағайным, — тип шаяртты егет, йүгереүҙән туҡтағас.
— Мин дә, — тине ҡыҙ йыш-йыш тын алып. — Миңә былай йырлау бик ныҡ оҡшаны.
–Хәҙер һин мине аңлайһыңмы инде? Ниндәй ул ләззәтлек.
— Һинең уйнауың. Бына ҡайҙа ләззәтлек. Һиңә әртис булырға кәрәк. Сәхнәлә уйнарға.
— Юҡ, — тине егет ҡоро ғына, — Мин үҙемде, аҡсаға һатмайым. Был дөрөҫ түгел. Аҡса арҡаһында, йырҙарымдың, уйынымдың сафлығы юғала. Кешеләрҙең йылмайыуын күреү ҙә минең өсөн иң ҙур бүләк.
Хазина йылмайҙы. Ул тап ошо йырлап аҡса эшләгән кеше ине. Шуға ла йырсы булыуын йәшереүен хәйерлерәк күрҙе.
–Быны аңларға ярҙам иткәнең өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Мин элек сәхнәлә…– Ҡыҙ үҙенең «серен» саҡ асманы. Егеткә ҡарашын төбәп шымып ҡалды.
— Бәлки, йөрөп килербеҙ, — егет нисектер ҡаушап ҡалды. Ләкин шунда уҡ, үҙе йылмайып ҡулын һуҙҙы:
Ҡала шундай матур күренде ҡыҙга. Ниңәлер элек уға ихтибар итмәгән ул. Уның матурлығын күрмәгән. Әйтерһең, ул быға тиклем бөтөнләй, бында йәшәмәгән. Тоймаған. Тәүҙә егет эргәһендә тартынып торһа ла, кискә табан уға бөтөнләй өйрәнеп китте. Егеттең институтта уҡып йөрөүен, Бер йылдан инженер булыуын белде. Азаматтың, ҡайһы арала, уны етәкләп алғанын да һиҙмәне. Тик уның усының йылыһына кинәнде.
Ҡаланың беренсе утары ҡабынғансы йөрөнөләр улар. Ваҡытты, туҡтамаған ямғырҙы ла бар тип белмәнеләр. Һөйләшергә һүҙҙәре бөтмәне.
— Миңә ҡайтырға ваҡыт, — тине Хазина күктә беренсе йондоҙҙар ҡабынғас.
Ҡыҙҙың был һүҙҙәре икеһен дә бойоҡторҙо. Ул бөтөнләй егеттең ҡулын ысҡындырырға теләмәне. Ниндейҙер сәбәп менән булһа ла тағы осрашырға өмөтләнеп ме хәйлә уйлап тапты.
— Беләһеңме, ә мин гитарала уйнай белмәйем.
Хазина уҙенең шулай алдағанына үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ләкин бер башлағас туҡтай алманы.
— Эйе тине. Бына һин әҙерәк…
— Өйрәтергә? Әлбиттә, — тип дәртләнеп китте егет.
Күрәһең ул да, уға эҫенеп өлгөргән.
Ике йәш йөрәккә бер-береһен аңлау өсөн һүҙҙәр кәрәкмәй ине.
— Мин бик шат булыр инем. — тине Хазина
Азамат ҡыҙҙы өйөнә тиклем оҙатып куйҙы. Улар тиҙҙән осрашырға тейеш ине. Шунлыҡтан хушлашыуҙар күңелһеҙ булманы.
— Ярай, хуш. Һине иртәгә бөгөн осрашҡан урында көтөрмөн, — тине егет
Хазинаның күңелендә шатлыҡ осҡоно ҡабынды: «Мин уға, ысынлап та, оҡшаныммы икән?!» Быға тиклем ул сибәрлегендә шикләнмәй ине. Ә бөгөн барыһы ла башҡаса, ҡыҙ күңелен ниндәйҙер ҡурҡыу һәм икеләнеү тойғолары солғап ала: «Ә бәлки, мин уға бөтөнләй оҡшамағанмындыр?» Ошо уйҙар араһында ҡыҙ өҙгөләнеп саҡ йоҡлап китте.
Икенсе көнөнә ысынлап та дәрестәр башланы. Азамат ысын күңелдән ҡыҙға белгәндәрен өйрәтергә тотондо. Хазинага был бигерәк ҡыҙыҡ күренде. Гитараны яттан белгән ҡыҙға был дәрестәрҙең кәрәге лә юҡ ине. Хатта музыкаль мәктәптәрҙе тамамламаған егеттең ҡайһы бер урынында хаталанғанын да белә ине ул. Әммә, егет эргәһенә һыйынып ултырыуы, үҙе бер бәхет булғас ул бер нисек тә уҙенһата алманы. Шулай итеп айҙың ике аҙнаһы ла үтеп китте. Ҡыҙҙың гитарала уйнауы тиҙ бармай ине. Бигерәк «ауыр бирелә» ине Хазинага гитара ла уйнау һәләте.
— Һинең исемең бигерәк дөрөҫ тине, — тине уға Азамат бер көндө, — исемең есемеңә тап килгән.
Хазина моңһоу йылмайып ҡуйҙы.
— Атайым минең юҡ, Азамат, — тине ул.
Ошо серҙән ҡыҙ бигерәк тә ҡыйынһына ине ул. Барыһының да атаһы бар. Эскән булһа ла, айрылған булһа ла, ә уныҡы юҡ. Әсәһе әйтемешләй, улар тик икәу. Хазина Һәм әсәһе, бөтөн доньяға ҡаршы тик икәү. Никахһыҙ тыуған, ә шулайҙа мөхәббәт емеше ул Хазина. Әсәһе шулай аңлатты. Аңлатыуын аңлатты, әммә, быға кәмһетеп ҡараусылар әҙ түгел. Әле лә ошоға егеттең ҡарашын белгеһе килә.
— Әсәйем, миңә шундай исемде, яңылыш һайламаған. Мин уның, өсөн генә булһа ла хазина.
Азамат йылмайып ҡыҙҙың битен утарына алдын. Йәшел күҙҙәрен уға төбәп:
— Минең өсөн дә һин хазина, — тип таныны.
Ҡыҙ әйтеп тә өлгөрмәне, егет ирендаренә үрелде. Наҙлы итеп уларҙы һутын тәмләне. Егеттәргә эрерәк ҡараған Хазина, иреп төште. Сәхнә тип үлгән, унан башҡа бер нәмә лә күрмәгән ҡыҙ бер нисә секунка юҡҡа сыҡты.
Ҡапыл тышҡы ишек асылған тауыш ишетлде. Был тауышҡа ҡыҙ һиҫкәнеп уянып китте. Егеттең наҙлы ҡулдарынан ситкә тайпылды.
— Әсәйем ҡайтты, — тине ул бер үк ҡаушап.
— Хазинам, мин өйҙә, — тип ҡыҙҙың һүҙҙәрен раҫланы тауыш.
Оҙаҡ та үтмәй әсәһе үҙе лә күренде.
— Һаумыһыҙ, — егет шунда уҡ аяҡҡа баҫып, — мин Азамат. Хазинаның уҡытыусы.
— Шулай икән, — тине ҡатын ҡыҙға һораулы өараш ташлап, — Ә мин Айһылыу, Хазинаның әсәһе. Ә һеҙ нимәнән уҡытаһығыҙ.
— Гитарала, — тине егет, — ҡыҙығыҙ бик һәләтле.
Хазина ҡәйепле башын эйҙе. Беренсенән бар нәмәһен әсәһенә һөйләп барған ҡыҙ, әсәһенән ә Азаматты йәшерҙе. Икенсенән алдашты.
— Ҡалай ҡыҙыҡ. Тәүгә ишетәм, — тине ҡатын етди генә.
— Ярай, әсәй. Азаматка китергә ваҡыт, — тине ҡыҙ, өтәләнеп.
— Ә, эйе, мин ҡайтырға йыйына инем, — ризалашты Азамат.
— Ниңә улай ашығырға. Әйҙә сәй эсеп алайыҡ. Хазинаның һәләттере тураһында һөйләшер инек.
— Азамат, ашыға, — тине ҡыҙ, ныҡышмалы.
Егет ымлап ҡына ризалашты. Ҡыҙға бер йылмайып хушлашты.
Хазина менән Айһылыу икәүҙән икәү ҡалды. Тынлыҡ урынлашты. Әсәһе бер ни тип тә өндәшмәне, әммә ҡарашынан уҡ аңлашылды, ҡыҙ ғәйепле. Ләкин бының менән риза түгел ине.
— Йә һөйлә, был тағы ниндәй Азамат, — тине ҡатын өҫтәл тартмаһына үрелеп.
Асыуы ҡабарһа ла, тауыш күтәреп бармай Хазинаның әсәһе. Әммә, был һөйләшеүҙе көсөргәнешһеҙ итмәй.
— Шундай, — тине тын ғына ҡыҙ, — ул миңә оҡшай.
Әсәһенең, ҡыҙың егеттәр менән аяу булыуын күп тапҡыр һораны. Бөтөнләй мөнәсәббәттәр ҡормаһа ла риса кеүек ине. Эле Азаматты тәү ҡараштан оҡшатмацы көн менән төн кеүек аныҡ ине.
— Ә миңә ҡасан һөйләргә иткән инең? — һораны әсәһ берәм берәм Хазина йәшергән фотоларҙы сығарып.
Азамат күрмәһен тип йәшергән ине уларҙы ҡыҙ. Гитара косаҡлап, йә сәхнәләрҙә йырлап торганды һүрәтләгән ине улар.
— Әллә минең фекерем мөһим түгел?
Хазина яуап тапманы. Дөрөҫөрәге, яуаплағыһы килмәне. Ул һәр саҡ әсәһенең фекерҙәренә таяна ине, ләкин был юлы, ул ҡурҡты. Ошо эскереҙ, яралып килгән хистәренә, әсәһе сәм кертер кеүек тойолдо.
— Хәҙер ҙур үҫтеңме? Ҡайҙа, кем менән булһа ла, йөрөй алам, тип уйлайһыңмы? Репетицияларың ды ҡалдырып, гитара өйрәнәһең инде? Шәп. Фотоларың ды йәшерәһең. Мөхәббәт.
— Ул мин йырсы булғанымды белмәй. Сәхнә кешеләрен үҙ итмәй.
— Ҡыҙыҡ, Хазина, — тине асыулы әсәһе, — мин дә һинең йәштә шулай булдым. Үҙемде аҡҡылы тип һананым. Атайыңдың теләктәрен үҙемдекенән өҫтөнерәк күрҙем. Һәм ул яратты. Тик үҙен. Ҡатынды ла шулай һайланы. Мине түгел. Кәләше бай, ҡайныһы данлы. Бөйөр эсендәге май кеүек ул ғаиләгә инеп ятты. Ә мин үҙем ғәйепле. Мөхәббәт һатыулашыуҙы яратмай. Ә һин әле тап шулай хаталанаһың. Уҙеңдә, хыялдарыңдан алыҫлашып, уның һөйөүен һатып ала алмайың.
Минең һиңә кәңәшем, барыһын да Азаматҡа һөйлә. Башҡаларҙан белгәнсе үҙеңдән белһен.
Иртәгәһенә Хазина Азамат менән осрашырга һөйләште. Элек осоп тигәндә уның яныны талпына ине, ә бына бөгөн теләр теләмәҫ кенә ҡуҙғалды. Уны бгерәктә юғалтҡыһы килмәй. Әммә, әсәһе дөрөҫ әйтте. Был алдауы, оҙаҡҡа һуҙылып китте.
Ләкин ул саҡ ҡына өлгөрмәне. Азамат афишаларға тап булды. Унда гитара ла уйнап торған Хазина һүрәтләнгән ине. Ышанманы егет. Хазина түгел тип өмөтләнгән ине, тик исеме, фамилияһы ла бер булып сыҡты. Ә иң мөһиме был афишага ике ай тирәһе. Егеттең күңелендә дөртләп асыу уянды.
Тимәк ул йондоҙ. Сәхнә йондоҙо. Ә ул… Азамат үҙен бигерәк тә меҫкен күрҙе. Ике аҙнанан артыҡ ул дәрес апарҙы. Йәнәһе ҡыҙҙы гитара ла уйнарға өйрәтте. Ә Хазина, ул алдаҡ булып сыҡты.
— Ахмаҡ… — тине Азамат үҙенә.
Хазина ошо мәлдә уның артында тора ине.
Егет боролдо. Һөмөһөрө ҡойолған, Азаматтың йөҙө ҡыҙға барыһын да аңлатты. Ҡасандыр ошо күҙҙәр, Хазинаның күңелендә мөхәббәт тойғоһо уятҡан ине. Әле ошо ҡараш хистәренә әйтерһең һыу һипте.
Уның аяктарына, егеттең розалары төшөп китте. Ләкин ҡыҙ ҡуҙгалманы. Өндәшмәне. Ни әйтергә лә белмәй ине ул. Егеттә оҙаҡ инәлтмәне боролоп үҙ юлы менән китеп барҙы.
— Азамат! — тип ҡысҡырҙы ҡыҙ уянып.
Ебәрмәҫкә. Ҡосағына талпан кеүек йәбешергә лә ебәрмәҫкә, тигән уй һыҙылып үтте башынан. Хазина уның артынан йүгерҙе, алдына сығып, юлын быуҙы. Азамат ҡыҙҙың күҙҙәренә бөтөнләй ҡарарға теләмәне, был уның өсөн ғазап ине.
— Был дөрөҫмө? Һин алдап йөрөнөңмө? — егетең тауышы ярһып сыҡты.
— Туҡта! Мин барыһын да аңлатам. Мин.
— Тағы алдайың. Ҡуңелле булды мы? Байтаҡ көлдөңме битемдән?
— Мин һине юғалтыуҙан ҡурҡтым. Һин әйтең…
— Һинең кем икәнлегеңде белһәм, бөтөнләй осрашмаҫ инем.
— Атайым шулай булды. Алдаҡсы. Сәхнәнән төшмәне. Эреләнеп, беҙҙе әҙәм итеп күрмәне. Аҡса тип бар намыҫын һатты. Бар талантын, шешәлә батырҙы. Һин дә шулай мы? Күҙ йомайынса алдарға һеҙҙе алдан өйрәтеп ҡуяллар мы?
— Мин ундай түгел. Мин бер тапҡыр ғына…
— Ә мине нисә тапҡыр алдарға кәрәк, Хазина? Кем ул һанауҙы апара?
— Мин һине яратам, — тине ҡыҙ шым ғына.
Ошолай булмаҫҡа тейеш ине ошо мәл. Ләкин ошо һүҙәр егетең тәнен бары земберләтте. Тулҡынландырҙы. Тик быга шулай ғына ышанып, барыһын да онотоп булмай ине.
— Һин йондоҙ, күктә тороп ҡал. Миңә унда урын юҡ, билдәле булыуым нимәне үҙгәртә һуң?
— Үҙгәртә. Һәр ҡайһыбыҙ үҙ урынын белергә тейеш. Хуш!
Егет ҡыҙҙы ипләп кенә үҙенән этте лә халыҡ араһына инеп юғалды. Хазина быуылып илап ҡалды. Был Хазина өсөн әсе һабаҡ булып сыҡты. Әсәһенең ҡосағына ҡолап үкһеп үкһеп иланы ҡыҙ.
— Әгәр мөхәббәт, шулай икән, кәрәкмә. Бындай хистәр миңә кәрәкмәй, — тип үкенде.
Азамат ҡаланы гиҙеп оҙаҡ йөрөнө. Хазина хаҡында уйланды. Бик теләһә лә, уны күңеленән ҡыуа алманы. Етмәһә, афишаларҙан, реклама бағаналарынан уға һөйгәне ҡарай ине. Мөхәббәте күҙен быуҙымы, уларҙы ҡарарға ваҡыты етмәнеме — Хазинаның һүрәттәрен бығаса күрмәгәненә аптыраны. Улар аҙым һайын кеүек күренде. Ҡаланан бөтөнләй тайырға риза ине ул. Ҡыҙ менән осрашырға теләгән өмөтөнән ҡасырға теләне.
Аҙналар үтә барҙы, әммә Хазина күңеленең әрнеүен бер нәмә менән дә баҫа алманы. Бына нисекҡыҙыҡ килеп сыҡты. Илһам юғалтып ул ямғырғы сыҡты. Ә бына үҙен юғалтып дәрт ҡайтарҙы. Берәм берәм шиғырҙар тыуа. Моң ярала, ә күңел бөтөн түгел. Күңел һыҙлана.
- Мин һинең көрәшсе булғаның тәүге һулышыңдан беллдем, - тине әсәһе ҡыҙҙың, бүлмә ишеген таянып.
- Йырсы? – тип һораны Хазина.
Әсәһен яңылыш ишеттем тип уйланы. Ләкин әсәһе көлөмһерәп баш сайҡаны.
- Юҡ, көрәшсе. Һин тыуыу менән бар больнисты яңғыратырлыҡ яу һалдың. Һине хатта шәфҡәт тутташтары, көслө тауышың арҡаһында, хан ҡыҙы, тип йөрөтөр булды.
Ҡыҙ йылмайҙы. Әсәһе буш хәбәр йөрөтә торған ғәҙәте юҡ. Бына әле лә ул ниҙер әйтергә теләй ахыры. Хазина гитараһын кулынан ысҡындырып уға ҡараны.
- Һин шундай көслө, Хазина. Бала саҡтан шулай булдың. Тормошоңдың бар етешһеҙлектәрен күрмәмешкә һалышып, хәсрәттәргә ҡаршы бәхетле булдың. Хатта мин ҡул һылтап бирешкәндә, һин ебеп төшмәнең. Ә хәҙер нимә? Егет тип төшөп ҡалдың? Фи, булмаҫ. Минең хазинам ундай түгел. Ул һәр бер хәсрәттәрҙе еңеп сыға. Бар, балам. Тап теге егетте. Хистәреңде ас.
Әсәһе мут йылмайып ҡуйҙы.
- Ҡурҡма. Әгәр ул һөймәһә умырып тешлә, лә онот. Тап йәслелә һине усекләп илатҡан теге малайҙы кеүек тешлә.
Хазинаның аптыраулы ҡарашынан, әсәһе көлөп ебәрҙе.
- Шаяртам, тешләмә. Яратмай икән. Сукынып китһен. Мин һине яратам.Үлеп яратам, Хазинам. Һиңә был әҙ меней.
Хазина әсәһенең ҡуйынына һыйынды. Юҡ әҙ түгел. Әҙ түгел. Ләкин Азаматты ҡыҙ барыбер тешләйесәк. Йөрәген һорауһыҙ урлауы өсөн үситеп тешләйәсәк.
Аҙамат көттө. Ямғыр менән көттө. Ҡояш балҡығанда ла тәү осрашҡан урындарын да булды. Үкенде ул әсе һүҙәренән. Оялды. Ләкин өйөнә барманы, ошонда көттө. Тик шула ғына ярашып була тип ышанды. Мөнәсәббәте, киренән, дөрөҫ башларға тип өмөтләнде.
- Бер, ике, өс... – тип һананы Хазина.
Парк яғына боролор алдынан. Азамат шунда булырмы, булмаҫмы. Хазина бирешмәҫ. Әсәһе ирек бирмәҫ. Хатта ошолай һанарға ул өйрәтте.
- Ашыҡма. Куҙеңде йом. Теләгеңде телә лә, ҡабаталаны - Бер, ике, өс.
Ошо һәр саҡ уҙа ярҙам итә ине. Әле лә, ошо хәтирәнән йән керҙе. Тоғро ҡалырға кәрәк үҙеңә тип ҡабатланы ҡыҙ, аҙымдарын ашыҡтырып.
— Эй, музыкант, эшләпәң ҡайҙа?
Азамат ҡыҙҙың тауышын ишетеп йылмайып ебәрҙе.
- Мин Хазина, ә һин? - тине ҡыҙ эре генә.
- Азамат, - тип йылмайҙы егет.
Ҡыҙы күреү менән уға күңелле булып китте.
- Матур уйнайың, - тине Хазина, - гитараһын сығарып. Әммә мин яҡшыраҡ уйнайым. Теләһәң дәрес бирәм.
Азамат көлөп ебәрҙе. Хазина бигерәк тәккәбер ҡылана ине. Әммә уға был килешә кеүек. Ләкин ҡыҙ оҙаҡ һауалый булып ҡылана алманы. Егетең ҡарашынан йомшарҙы. Азамат асҡан ҡосағына һыйынды.
- Ғәфү ит, - тине егет аҙағыраҡ, - атайымға булған үпкәне һиңә төшөрөргә бөтөнләйә хаҡым юҡ.
- Һин дә мине, - тине ҡыҙ, егетең ҡулына йәбешеп, - хәҙер мин һинең ҡыҙың була алам мы?
- Көтөп тор, миңә егет булырға ирек бир, - тине ул мәрәкәләп.
- Хазина мин һине яратап. Минең һөйгән ҡыҙым булырға ризамы?
- Әллә инде, уйлар кәрәк, - тигән булды Хазина.
Эрерәк ҡыланырга иткән ине лә, тик килеп сыҡманы. Тулып, бәхетенә шашып типкән йөрәге уны һатты. Егеттең ирендәренән баштарта алмай ине шул.
- Туҡта. Һәр беребеҙ үҙ урынында булырға тейеш тигән инең, бит, - тип егетең иҫенә төшөрҙе ҡыҙ, улар бер аҙ тынысланғас.
- Һин аңламаның меней. Минең урыным һинең эргәлә. Бына видео төшөрәм дә ебәрәм.
- Ҡош юлына. Һин бит гитарал яҡшыраҡ уйнарға өйрәтәм тинең. Һинең өсөн мин сәхнәгә лә менергә әҙер, куккә лә.
Хазина уға һөйөү тулы ҡараш ташланы. Бына нисек, хыялы йондоҙҙың хыялы тормошҡа. Өҙгеләнеү, шикләнеү бөттө. Бына хәҙер барыһы ла үҙ урынында ине.