Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Ғинуар 2021, 17:25

Альцгеймер булмаһын тиһәң...

Бик күптәр ҡартлыҡҡа аяҡ баҫҡас, Альцгеймер сире менән йөҙгә-йөҙ осраша. Уны ошондай билдәләр буйынса асыҡларға мөмкин: хәтер тарҡала, уҡыу-яҙыу һәләте юғала, предметтарҙы таныу ауырлаша, фекерләү ҡеүәһе кәмей, тынғыһыҙлыҡ арта, хатта галлюцинациялар, ҡорошҡаҡ тотоу күҙәтелеүе ихтимал.

Был көтөлмәгән хәйерһеҙ “ҡунаҡ”тан ҡотолоу мөмкинме? Невропатолог уның үҫешен кәметеүсе өс файҙалы кәңәште үтәүҙе тәҡдим итә.

Беренсеһе – даими физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнеү. Саф һауала йөрөүҙән дә файҙалыһы юҡ. Ябай ғына күнегеүҙәрҙе башҡарырға ғәҙәтләнергә кәрәк. Физик көсөргәнеш тәнде яҙыуҙан, кәйефте күтәреүҙән тыш, баш мейеһенә лә ыңғай йоғонто яһай. Шул арҡала мейелә глюкоза метаболизмының тейешле кимәле һаҡлана. Был- сирҙе иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле юлы, ти табиптар.

Икенсе кәңәш туҡланыу менән бәйләнгән. Организмды витаминдар, минералдар һәм аҡһым менән туйындырырға кәрәк. Ҡырҡ йәштән һуң матдәләр алмашыныу аҡрыная, кешенең һимереүе, тәндең ҡалынайыуы күҙәтелә. Үҙеңде контролләмәгәндә, эске май арта һәм башҡа органдарҙы ҡыҫа башлай. Был, һис һүҙһеҙ, бөтә организм торошона кире йоғонто яһай.

Өсөнсө кәңәш - күңел тыныслығы, ыңғай тойғолар кисереү, стрестарҙан ҡасыу. Насар, кире уйҙарҙы ҡыуалағыҙ, хәтерегеҙҙе нығытыу өсөн китап уҡығыҙ, яҡындарығыҙ менән аралашығыҙ. Яратҡан шөғөлөгөҙ булһа, бигерәк яҡшы, сөнки мейенең һәр ваҡытта ла “эше” булырға тейеш.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: