Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Ғинуар 2021, 18:00

Тәҙрә төбө гөлдәр менән матур

Эйе, берәүҙәрҙең тәҙрә төбөндә ҡыш буйына йәй кеүек, гөлдәре шау сәскәлә ултыра, бәғзеләр ябай яран гөлөн дә сәскә аттыра алмай хитлана. Ҡалала күп ҡатлы йортта йәшәүгә ҡарамаҫтан, фиалкалары (миләүшә) сәскәгә күмелгән төркөмдәшебеҙ Зөбәржәт Шәйхисламова бер серҙе асты. Баҡһаң,Ә ҺЕҘ НИНДӘЙ СЕРҘӘР БЕЛӘҺЕГЕҘ? НИМӘ ҠУЛЛАНАҺЫҒЫҘ? Уртаҡлашығыҙ!

Эйе, берәүҙәрҙең тәҙрә төбөндә ҡыш буйына йәй кеүек, гөлдәре шау сәскәлә ултыра, бәғзеләр ябай яран гөлөн дә сәскә аттыра алмай хитлана. Ҡалала күп ҡатлы йортта йәшәүгә ҡарамаҫтан, фиалкалары (миләүшә) сәскәгә күмелгән төркөмдәшебеҙ Зөбәржәт Шәйхисламова бер серҙе асты. Баҡһаң, гөлдәр гәрәбә, дөрөҫөрәге, дарыуханаларҙа һатылған янтарная кислотаны ярата икән. Бер төймәсекте 1 литр йылы һыуҙа татытып (иҙеп һалһаң, тиҙерәк ирей), аҙнаһына бер һибеп торорға кәрәк. Япраҡтары баҙыҡланып, сәскәләре күбәйгәнен үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ, ти ул. Йәнә ҡар һыуы шифалы булыуын билдәләй.
Читайте нас: