+15 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2021, 16:00
Телевизорығыҙ боҙолғанмы?
Йүнәтеп булмаһа - ташлағыҙ! Өйҙә боҙоҡ, иҫке әйберҙәрҙе һаҡларға ярамай. Ә нимәләрҙе ярамай?
Йүнәтеп булмаһа - ташлағыҙ! Өйҙә боҙоҡ, иҫке әйберҙәрҙе һаҡларға ярамай. Ә нимәләрҙе ярамай?
1. Тишек, йыртыҡ, ялпашып бөткән тәпишкәләр. Хаҡы осһоҙ бит уларҙың - яңыртып тороғоҙ.
2. Кейелмәгән иҫке кейем. Насар энергетика йыйып ятмаһын өсөн йәлләмәйенсә сығарып ташлағыҙ йә кейерҙәй кешегә бирегеҙ.
3. Кителгән, сатнаған, ярыҡ һауыт-һаба булған йортта татыулыҡ булмай, тиҙәр. Бер-берегеҙгә нимә бүләк итергә белмәһәгеҙ, һауыт-һаба бүләк итегеҙ. Бер ҡасан да артыҡ булмай.
4. Кипкән ҡамыш йә ҡылған ауырыу, бәхетһеҙлек, яңғыҙлыҡ килтерә йортҡа тигән ырым борондан йәшәп килә. Кипкән үлән урынына матур-матур гөлдәр үҫтерегеҙ .
5. Ылыҫлы ағас йә уның ботаҡтары өйҙә йылына бер тапҡыр ғына индерелә. Яңы йыл байрамдары үтеү менән сығарырға кәрәк .
6. Боҙоҡ техника: эшләмәгән телевизор, саң һурғыс, компьютер, телефон һәр кемебеҙҙең йортонда барҙыр. Йүнәтерлек булмаһа, тиҙ арала ҡотолоу юлын эҙләргә кәрәк.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша