Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Ғинуар 2021, 16:00

Иғтибарлы булғыҙ, ялған аҡса!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге район территорияһында ялған аҡсалар ҡулланыу осраҡтары артыу тураһында хәбәр итә.

Енәйәтселәр ялған аҡсалар эшләүҙә заманса техник саралар һәм аҡса билеттары менән ҡиммәтле ҡағыҙ бланктарының ысыны менән ныҡ оҡшағандарын ҡулланыуы уларҙы айырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тикшереү һәм асыҡлау йәһәтенән ауыр иҫәпләнә.
Һуңғы арала компьютер технологияларының үҫешеүе, ҡатмарлы полиграфик һәм оргтехникаларҙы һатып алыу мөмкинлеге “фальшивка”лар таралыуға ыңғай тәьҫир итә. Хәҙер был енәйәт менән элекке һымаҡ һәләтле яңғыҙаҡтар түгел, ә техник яҡтан ныҡ йыһазланған һәм был “эште” юғары килемле бизнесҡа әйләндергән енәйәти төркөмдәр шөғөлләнә.
Башлыса компьютерҙа “эшләп”, төҫлө принтерҙа сығарылған 1000 һумлыҡ купюралар йыш таратылһа ла, илебеҙҙең хоҡуҡ һағы, финанс структуралары, касса хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулланыуҙа йөрөгән төрлө илдәрҙең төрлө номиналдағы яһалма аҡса билеттары асыҡланып, экспертизаға йүнәлтелә. Ул аҡсалар сифаты буйынса ла, эшләү оҫталығы буйынса ла айырыла.
Яһалма купюраларға бәйле асылған енәйәт эштәрен анализлау, шуны күрһәтә: граждандар аҡсаның “фальшивка” булыуын һиҙеп, уның “хужаһының” билдәләрен иҫендә ҡалдырып, тиҙ арала район эске эштәр бүлегенә хәбәр итһә, енәйәтте асыу еңелләшә.
Ялған аҡсалар, ғәҙәттә, баҙарҙар, киостар, заправкалар, кесе эшҡыуарлыҡ ойошмалары аша таралыуы күҙәтелә. “Фальшивка”ларҙың юғары сифатта эшләнеүе, һатыусыларҙың уларҙы ысындан айырыу билдәләрен тейешенсә белмәүе сәбәпле, ялған банкноталар банкка барып еткәс кенә асыҡлана. Шуға ла ялған аҡса таратыусы “эшҡыуарҙарҙың” ҡорбаны булып, күңелһеҙ хәлгә тарфмаҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:
  • таныш түгел кешенең аҡсаһын ваҡламағыҙ;
  • автомобиль йәки йорт-фатирҙы ҡулаҡсаға һатаһығыҙ икән, алған аҡсаны банкта тикшертеп алығыҙ;
  • валютаны ни тиклем ҡыҙығырлыҡ курс тәҡдим итеүҙәрен ҡарамаҫтан, “аралашсылар” аша һатып алмағыҙ;
  • валютаны сит илдә һатып алаһығыҙ икән, ялған аҡсаға юлығыуығыҙ бар;
  • ҡулығыҙға шикле сифаттағы купюра килеп эләгеүен аңлаһағыҙ, унан ҡотоларға ашыҡмағыҙ, был – енәйәт, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ;
  • баҙарҙа әйбер һатып алғанда купюраларға уғата иғтибарлы булығыҙ;
  • банкоматтан аҡса алғас, чегын ташларға ашыҡмағыҙ;
  • әгәр һеҙгә ялған аҡса тәҡдим итеүҙәрен һиҙенһәгеҙ, ул кешенең билдәләрен, автотранспортын, кемдәр менән аралашыуын иҫләп ҡалырға тырышығыҙ һәм полицияға хәбәр итегеҙ.
  • Ялған аҡсаларҙың төп билдәләре:
    • ул ике ҡағыҙ йәбештерелеп эшләнә, шуға ла ғәҙәттәгенән ҡалыныраҡ һәм ҡатланыу билдәләре булыуы мөмкин;
    • компостер менән һуғылған 1000 һанын һәрмәп ҡарағанда ҡағыҙҙы энә менән тишкеләгәндәге кеүек ҡытыршылыҡтар һиҙелә;
    • һаҡлаусы металлик “еп” яҡтылыҡҡа ҡарағанда буяу менән эшләнгән пунктир һымаҡ күренә;
    • ҡыйшайтып ҡарағанда муар һыҙыҡтары күренмәй, ә ҡағыҙ үҙе шыма була;
    • 1000 һумлыҡтағы – Ярославль ҡалаһының һәм 5000 һумлыҡтағы Хабаровск ҡалаһының төҫөн алыштырыусы гербтары ниндәй мөйөштән ҡараһаң да, төҫөн үҙгәртмәй.
      Читайте нас: