Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Ғинуар 2021, 14:00

МИЛЛИ ПРОЕКТТЫ ТОРМОШҠА АШЫРЫУ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ ҠАРАЛДЫ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов проект комитеты ултырышын үткәрҙе. Унда 2020 йылда Башҡортостанда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре ҡаралды.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан милли проект нигеҙендә өс төбәк проекты ғәмәлгә ашырыла. Улар – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы”, “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектының финанс ярҙамын алыу, шул иҫәптән льготалы финанслауға эйә булыу мөмкинлеген киңәйтеү”.
Төбәк проекттарын башҡарыусылар айырым маҡсатлы күрһәткестәрҙең барыһына ла тулыһынса өлгәшеүҙе тәьмин иткән. Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты иһә йөкләмәләрен арттырып үтәгән.
Быйыл Башҡортостанға эшҡыуарлыҡ буйынса милли проектҡа ярашлы төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 492,4 миллион һум аҡса бүленә. Төп бурыстар иҫәбенә заем аҡсаһынан льготалы файҙаланыу, поручителлек биреү, сәнәғәт һәм технопарктар резиденттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, мәғлүмәт-консультация, белем биреү хеҙмәте күрһәтеү һ.б.
Фото: bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: