Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Ғинуар 2021, 18:00

Йылға йомғаҡ яһалды

2020 йылда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы муниципалитеттарында 180 саҡрымдан ашыу тротуар һалынды, 330 мең квадрат метрҙан ашыу газон түшәлде, 10 меңдән ашыу яҡтыртҡыс энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампаға алмаштырлды. Был хаҡта 18 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне.

2020 йылда иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы муниципалитеттарында 180 саҡрымдан ашыу тротуар һалынды, 330 мең квадрат метрҙан ашыу газон түшәлде, 10 меңдән ашыу яҡтыртҡыс энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампаға алмаштырлды. Был хаҡта 18 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һөйләне.
Зауыҡлы биләмәләр йылының төп сараһы булып тергеҙеү, ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа Таҙалыҡ көндәре системаһын ойоштороу торҙо. Аҙна һайын биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыу, туҡталыш павильондарын йыуыу, тротуарҙарҙы таҙартыу, ташландыҡ автомобилдәрҙе эвакуациялау, законһыҙ ҡаралты-биналарҙы һүтеү, ҡар сығарыу республиканы күҙгә күренерлек итеп таҙартты. Был айырыуса төбәктең баш ҡалаһында, Ишембай, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында билдәләнде. Учалы ҡалаһы Таҙалыҡ көндәрен үткәреүҙә күп йылдар инде өлгө булып тора. 2020 йылдың мартынан октябренә тиклем 28 Таҙалыҡ көнө уҙғарылды, уларҙа аҙна һайын 50 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән ойошма хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, студенттар ҡатнашты.
– Төҙөкләндереү кимәлен баһалау маҡсатында махсус комиссиялар тарафынан муниципалитеттарға ҡунаҡсыл сәфәрҙәр ойошторолдо. Әҙерләнгән чек-лист буйынса, ҡунаҡтар, тораҡ пункттарҙы барып күреп, балл ҡуйҙылар. Уҙған йылда бөтәһе 27 ҡунаҡсыл сәфәр үтте. Осрашыу йомғаҡтары муниципалитет хакимиәте башлыҡтары менән артабан тикшерелде, иҫкәрмәләрҙе бөтөрөү Башҡортостан Республикаһы Башлығының Контроль идаралығы тарафынан күҙәтелде, – тип билдәләне Борис Беляев.
Барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә 389 саҡрым ҡоймаларҙы ремонтлау һәм тергеҙеү эштәре башҡарылды. Ведомстволар ҡарамағындағы, шәхси секторҙарҙағы һәм муниципаль секцияларҙағы ҡоймалар төҙөкләндерелде. Иң ҙур төҙөкләндереү күләме Стәрлетамаҡта, Асҡын һәм Ейәнсура райондарында билдәләнде. Яңы ҡоймалар һәм кәртәләр 350 саҡрым һуҙымында ҡуйылды. Был йәһәттән Туймазы, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары – лидерҙар иҫәбендә.
59 муниципаль берәмектә 450 мең квадрат метр майҙанда газондарҙы тергеҙелде. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Баймаҡ районында йәшел майҙандарҙы ярайһы уҡ арттырыуға өлгәштеләр. Яңы газондар 338 мең квадрат метр майҙанда йәйҙерелгән. Илеш районында, Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында иң яҡшы күрһәткестәр.
Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә тротуарҙарҙы ремонтлау 132 километр һуҙымында башҡарылды. Республиканың баш ҡалаһы, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский айырыуса маҡтауға лайыҡ. Яңы тротуарҙар 187 саҡрым оҙонлоғонда һалынды. Тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн талаптарға тейешле иғтибар бүленде. Өфө ҡалаһы, Өфө һәм Туймазы райондары – беренселәр иҫәбендә.
Урамдарҙы яҡтыртыуҙы модернизациялау программаһының финанслау күләме сикләнгәне алдағы йылдар менән сағыштырғанда 2020 йыл күләмендә сағылыш тапмай ҡалманы. Әммә муниципалитеттар үҙ аҡсаһына ремонт үткәреүгә өлгәште. Атап әйткәндә, 10 меңдән ашыу яҡтыртҡыс энергияны һаҡсыл файҙаланыусы лампаға йәки иҫкергән ҡорамалдарҙы алмаштырыу үткәрелде. Өҫтәмә рәүештә биш меңгә яҡын яҡтыртҡыс ҡуйылды, 127 саҡрым изоляцияланған электр сымы монтажланды, 647 яҡтылыҡ бағаналары ҡуйылды. Шул уҡ ваҡытта урындағы етештереүселәрҙең продукцияһына айырыуса иғтибар бүленде. Иң ҙур эштәр Өфө һәм Нефтекама, Дүртөйлө һәм Хәйбулла райондарында башҡарылды.
Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә ташландыҡ транспорт сараларын сығарыу буйынса эштәр дауам итте. Туғыҙ ҡалаға 39 муниципаль район ҡушылды. Һөҙөмтәлә 238 транспорт махсус туҡталҡаға күсерелде, махсус ойошторолған комиссия тарафынан иҫкәртеү яһалғандан һуң меңдәрсә машина хужаһы үҙ теләге менән мөлкәтен алып ҡуйҙы.
Шулай уҡ уҙған йылда контейнер майҙансыҡтарын алмаштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылды. 50 муниципалитет йорттарҙа өс меңдән ашыу аншлагты яңыртты.
Зауыҡлы биләмәләр йылының мөһим ваҡиғаларының береһе – «Йәшел Рәсәй – Йәшел Башҡортостан» марафоны. Был киң күләмле акциялар һөҙөмтәһе илдә иң яҡшыһы тип танылды. Бөтә Рәсәй экологик өмә сиктәрендә Башҡортостанда 530 мең ҡыуаҡ һәм 769 мең ағас ултыртылды, 300 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
Һанап үтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа йәштәр әүҙем ҡатнашты. «Эстетика ирекмәндәре» йәштәр ирекле хәрәкәте йәш профессионалдарҙың берҙәм командаһын берләштерҙе. Шулай уҡ эшкә студенттар, мәктәп уҡыусылары, бик күп йәмәғәт ойошмалары ирекмәндәре, экоәүҙемдәр, яңы эш башлаған архитекторҙар, төҙөүселәр, дизайнерҙар һәм социологтар ҡушылды.
Зауыҡлы биләмәләр йылын республика, ҡала һәм район киң мәғлүмәт сараларында, телевидениела һәм радиола, Интернет селтәрендәге рәсми сайттарҙа, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә менән оҙатып барыу халыҡтың ыңғай фекерен алды һәм атап үтелгән сараларҙы үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Был йәһәттән БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Зауыҡлы биләмәләр йылын яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары материалдарына конкурс ойошторҙо.
Уҙғарылған сараларға йомғаҡ яһап, Борис Беляев иң әһәмиәтле һөҙөмтәләргә өлгәшкән түбәндәге ҡалаларҙы һәм райондарҙы билдәләп үтте. Ҡалалар араһында: I урында – Нефтекама, II урында – Сибай, III урында – Өфө. Муниципаль райондар араһында: I урында – Стәрлетамаҡ районы, II урында – Стәрлебаш районы, III урында – Мәләүез районы. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡалалары, Күгәрсен, Кушнаренко, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Борай, Туймазы райондары Зауыҡлы биләмәләр йылы сараларын үткәреүҙә әүҙем ҡатнашты.
– «Таҙа яр», Таҙалыҡ көнө, «Ғорурланабыҙ. Хәтерләйбеҙ. Ихтирам итәбеҙ», «Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө», «Йәшел Башҡортостан», «Йәшел Рәсәй», «Хәтер баҡсаһы», «Рәсәй һыуы», «Таҙалыҡ өсөн бергәләп», «75 изге эш» һәм башҡа республиканың тораҡ пункттарының тышҡы йөҙөн һәм экологик торошон яҡшыртыу буйынса уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдергем килә. Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы идаралығына айырым рәхмәт, уның хеҙмәткәрҙәре йыл дауамында сараларҙы методик яҡтан оҙатып йөрөнө, – тип йомғаҡ яһаны Борис Беляев.
– Республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы – киң күләмле эштәрҙең башы ғына. Нөктә ҡуймайбыҙ. Министрлыҡ муниципалитеттар менән берлектә тораҡ пункттарҙа тотороҡло таҙалыҡ һәм тәртип булдырыу буйынса эште дауам итергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте Радий Хәбиров.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: