Миҙхәт бабай бөгөн ҡара таңдан үҙенә урын таба алмай аңҡы-тиңке килде. Ҡыҫҡа томра йәй төнөн йоҡламай тулғанды, онотолоп ойоған ваҡытта ла һаташып бер булғайны. Ул, яҡтырыр яҡтырмаҫтан ихата буйлап бәпкә үләне өҫтөнән нужа күргән гәлүштәрен шылдырып, арҡыры-буйын үлсәп йөрөнө лә йөрөнө, ойоҡбаштарының ысыҡҡа еүешләнгәнен дә һиҙмәне. Ҡояш тау түбәһендәге ағас остарын ҡыҙартыуға, ниһайәт, уфылдап ашнаҡ тупһаһына сүгәләне. Иртәнге сәйҙе лә теләр-теләмәҫ, ғүмер баҡый ғәҙәтенә ингән бер ҡылыҡ һымаҡ механик рәүештә башҡарҙы, үҙе яратканса мәтрүшкәле хуш еҫле сәй, сөсө икмәк, йомарлам май өҫтәл түрен биләһә лә, табын ниғмәттәренә, үпкәләмәҫһегеҙ инде, тигәндәй, көскә тешһеҙ ауыҙында мөнйөнө. Тәм тоймаған ҡарт һыуынып өлгөргән сәйен шөрпөлдәтеп бер йотто ла, кәсәһен саңҡылдатып түңкәрҙе, һарғайған ирендәрен ҡыбырлатып уҡынғандай итте, итһеҙ устары менән битен һыпырып ҡуйҙы. Эсе боша шул Миҙхәт бабайҙың, йөрәге һыҙлай, әллә йәш саҡтарын иҫләтеп һағыш та тула инде күңеленә, бына ауыҙға ауыҙ терәшеп, хистәрен бушатып гәпләшер кешеһе лә юҡ. Стенала эленеп торған мәрхүмә әбейенең фотоһына текләп ултырҙы ул бер аҙ, ҡәҙерлеһенең йөҙөндәге һәр сирышты ентекләп, яратып тикшерҙе, фотола сағылған нурлы ҡарашына һоҡланды, шул матур һыҙаттарҙы ҡайтарып булмаясағын иҫләгәс, тәрән көрһөнөп ҡуйҙы.
– Э-э-эх, әбекәй, юҡһың шул янымда... Мине ҡалдырҙың да киттең... Һиңә рәхәт, әмиңә мында бер үҙемә икебеҙ донъяға тыуҙырған мәшәҡәттәр һаҙлығына батырға ҡалды. Бәхетлеһең һин, балаларыбыҙҙың нисек үҙгәргәнен күрмәйһең... Хәтәбе тағы бер биш йыл ғына йәшәргә ине мине менән... Элек үҙебеҙ ғәжәпләнеп күҙәткән тәүфиҡһыҙ ғаиләләр ише беҙҙекеләр ҙә холоҡһоҙға әйләнеп баралармы? Прәме хайран ҡалам... Уф-ф-ф...
Ул, ҡасандыр, үткән быуатта балтанан тупаҫ юнылған, үҙе кеүек үк ҡарт ултырғысын шығырлатып күтәрелде, фото яғына тоноҡ ҡарашын һирпте лә, итһеҙ ҡулдарын шкаф тартмаһына һуҙҙы. Таушалып бөткән альбомды еткән тырнаҡлы бармаҡтары менән анһат эләктереп, кире ултырғысына сүгәләне ҡарт, йоҡа тубыҡтарына һалып тәүге битен асҡас, ҡәҙерләп һыпырып ҡуйҙы. Һиҙелерлек һарғайған ҡаралы-аҡлы фотонан ширлектә ике-өс йәшлек балаһын ҡосоп ултырған йәш сибәр ҡатын йылмайып ҡарай, артта баҫҡан мыҡты кәүҙәле ир үҙенең донъя тотҡаһы икәнлегенә ғорурланғандай башын өҫкә сөйөп баҡҡан. Был уларҙың беренсе балалары тыуғандан һуң көн иткән бәхетле мәлдәре, ҡатыны икенсегә ауырлы ине, ҡыҙҙары тағы өс айҙан бесәнлектә тәүге сағыу ауазын һаласаҡ. Икенсе биттәге фотола Зәлифәһе инде өс бәләкәсе менән өй тупһаһында мәңгеләштерелгән, фотограф та ҡапылғара пәйҙә булып аппаратын ашығыс эшкә ҡушҡандыр, моғайын, һөйөклөһөнөң ашыҡ-бошоҡ бәйләгән яулығы аҫтынан сәстәре туҙрап, моңһоу күҙҙәренә һалынған. Онотҡан ул саҡтарҙы Миҙхәт бабай, бөтмәҫ колхоз эшенән йонсоғанмылыр бисәкәйе, әллә ихата тулы ҡош-ҡортты ашатып арығанмы, бәлки балалары йөҙәтеп бөткәндер, мәгәр ҡиәфәтендә лә донъя баҫҡаны сағылған. Йәшлек бит, мөхәббәттән һуҡыр ине йәш ир, ҡатынын үлеп ярата ине, дәртләнеп йүгерә-атлай йөрөгән сағында һиҙмәгәндер ҙә. Э-э-эй, ең һыҙғанып мал ишәйтәм, яңы өй һалам, тип кисен карауатҡа саҡ етеп йығылалар ине бит, шуға ҡарамаҫтан, мөхәббәт ялҡыны һүрелмәне уларҙың, яратышып йоҡоға талалар, ҡосаҡлашып таң аттыралар ине.
Күмәкләп, биш балалары менән төшкән фотоның һынған мөйөшөн рәтләп һуҡранды:
– Кәртишкәләр ҙә иҫкерҙе, хәтә миңә инде һикһән биш, былар ҙа минән ҡалышмай...
Шунда ул башын күтәреп йәнә әбейенә ҡараны.
– Бөгөн миңә 85, әбекәй... Үәт... Ә тегеләрҙән ни ыш, ни быш юҡ –оноттолар аталарын...
Миҙхәт бабай Зәлифәһенән яуап көткәндәй бер мәлгә тынып ҡалды. Ашнаҡ тәҙрәһенә эйелеп үҫкән алмағас ботағына ҡунған ҡоштоң өҙөлөп һайрауы иғтибарын алды. Бүтән ваҡытта ул, һоҡланып: “Һай, килештерә был!” – тиер ине, әле ауыр ҡарашын тирәк иҙәнгә йүнәлтеп, иртәнсәктән йөҙәткән һорауын тағы ҡабатланы:
Аталарының 80 йәшлек юбилейына гөрләшеп килеп төштө балалары. Һәммәһе ялтырап торған затлы сит ил машинаһында, ҡатындары ҡурсаҡтай биҙәнгән, ҡиммәтле костюмдарҙа, ирҙәр ҙә уларҙан ҡалышмай энәнән кейенгән, әйтерһең, бер-береһенә байлыҡтарын күрһәтеп маҡтанырға килгәндәр. Барыһы ла түгел, төпсөгө Рәсим Чукотканан үткән йыл ғына әсәһен ерләшергә ҡайтып әйләнгәйне, ундағы тәртип буйынса теләгән һайын самолетҡа ултырып булмай, баҡһаң. Бүтән транспортта ул ер сигенән ысҡынып булмай, тиҙәр, һыу юлы бар ҙа, ҡайтам тип диңгеҙ буйлап, айлап пароходта сәйәхәт ҡылып йөрөй алмай бит инде. Отпускы алып, айырым ҡайтып ҡотлайым, тигән. Ҡапҡа төбөндә байтаҡ тапанды балалары, күҙ яуын алырлыҡ машиналарын теҙеп ҡуйып, күрше-күлән яғына күҙ аттылар, ҡысҡырышып лыбырлаштылар, хатта урам яңғыратып музыка аҡыртып алдылар, йәнәһе, күрегеҙ Миҙхәт ырыуын, ҡалай байығандар. Ҡарт түҙмәй, тәҙрәнән тәҙрәгә ҡапланып, тыштағыларҙы күҙәтте, хәҙер күрешеп ҡосаҡлаясаҡтарын уйлап кинәнде. Тик тегеләр ашыҡманы. “Мөлкәтенә маһайған кешене, ҡуй инде аны, аҡылдан мөһим нимә бар? ” – тигән уй эсен тырнаны, әммә үҙ балалары бит, шунда уҡ уларҙы аҡлай һалды: ”Маладислар инде, тир түгеп тапҡаннар ҙа”. Сыҙап тора аламы инде ҡарт, йөрәге ашҡынды, минут сәғәттәй тойолғас, өтәләнеп тышҡа атылды, ҡапҡаны шар асып ҡәҙерлеләрен өйгә саҡырҙы. Һәр береһе ҡосағына алды аталарын, ҡаҡса кәүҙәне сиратлап ойпаланылар, эй, ата йөрәгенең шатлыҡтан күкрәктән сығырҙай булып типкәне!
Багаждарын тултырып килгәндәр, рәхмәт яуғырҙары, күстәнәстәрен өйгә ташып бөтөрә алмай ҡапҡаны бер астылар, бер яптылар. Төрлө һый-ниғмәттән өҫтәл аяҡтары ҡалтырап торҙо, зәм-зәм һыуының ниндәйе генә юҡ, тотош ауылды туйҙырырлыҡ аҙыҡтың бер өлөшө һыуытҡысҡа тултырылды, үҙҙәре туплаған ризыҡтан байрам барышында һыйлана алғансы һыйланды ҡунаҡтар. Ауылдан сыбыҡ осо туғандарына, күрше-күләнгә өндәшмәгәйнеләр, һиҙгерлеге бар алай ҙа, һай, Миҙхәт ҡарттың һуңынан ҡыуанғаны. Бик йәнле башланған мәжлес киҫкен боролош алыр тип ул башына ла килтермәгәйне. Бер-бер артлы матур тостар яуҙы аталары адресына, кемеһе яҙып әҙерләгән, яттан оҙон шиғырҙар һөйләнеләр, бүләккә ябай кейем-таҫтамал аталарының яуырынына тауҙай өйөлдө. Күңелен ҡытыҡламаны ул бүләктәр, өй хужаһы балаларына ҡарап улар өсөн шатланды, бер-береһен уҙҙырырға тырышып ҡотлау һүҙҙәрен еткереүҙәренә һоҡланып ултырҙы, эх, ошонда әбейе лә булып, ул ишетһә икән һәр балаһының ауыҙынан сыҡҡан маҡтау телмәрен. Табын ҡыҙҙы. Боронғо йырҙарҙы һуҙып моңайып та алдылар, хәҙерге дәртле көйҙәргә ҡушылып бер туғандар өҫтәл шаулатты. Табын йәме – татыулыҡта, көлөшә-көлөшә бала саҡ шуҡлыҡтарын иҫкә алдылар, күбеһенсә өлкәнерәктәре кескәйҙәренең кәмиттәрен һөйләп ихлас хахылдаштылар. Үҙен күктең етенсе ҡатындағылай хис итеп креслоһында йәйелеп китеп ултырҙы Миҙхәт бабай, тешһеҙ ауыҙынан йылмайыу китмәне. Ҡәҙимге ҡыҙмасаланған ҡыҙҙарының ҡайһыныһы башлағандыр ыҙғыш баҙарын, ҡарт иҫләмәй, әммә ул һүҙ көрәшенең ни тиклем етди икәнен аңлағансы һуң ине. Әле генә аталарын юбилей менән ҡотлап, ҡосаҡлашып ултырған туғандар, дүрт лагерға бүленеп, өҫтәл аша бер-береһенә ғәйеп һүҙҙәрен услап ташлашырға тотондолар.
– Берегеҙҙең дә был өйгә дәғүә итергә хаҡы юҡ, төҙөгәндә мин ҡатнаштым, һеҙ әле маңҡа ғына инегеҙ, шулай бит, атай! –тип яр һалды иң өлкән апалары Тәғзимә. Әлегә суйындай ҡорһағын кәпәйтеп, танау сөйөп ултырған еҙнәләре, бисәһенең күрәләтә алдауынан бөршәйеп, хәләл ефетенең дәү кәүҙәһе артына боҫто.
– Һа! Бушты ғына һөйләмә, апай, өйҙө һалғанда һин үҙең дә горшокта ултырғанһың! – Һылыуы Нәсимә төкөрөк сәсте.
– Туҡтағыҙ әле, апайҙар! – Ҡустылары Кәрим сосморап тороп баҫты. – Әбизәтелне тауыш күтәрергәме? Һатабыҙ ҙа, ғәҙел итеп бүлешәбеҙ, шулаймы, һылыу?
– Һәр берегеҙҙең дүртәр комнаталы квартирығыҙ бар, атай йорто һеҙгә ишеү, – тип ирен бүлтәйтте кеселәре һәм иренә бойорҙо. – Ғәҙел, әйт шуларға, беҙгә лә квартир ҙурайтыу кәрәк! Так что, өй аҡсаһы беҙҙең дә кеҫәне тишмәй!
Миҙхәт ҡарт телһеҙ ҡалды. Әрәпләшкән балаларына алмаш-тилмәш аптыраулы ҡарашын атып, ул башында ҡайнаған һорауҙарға яуап таба алмай аҙапланды. “Ул ниткән һатыу? Мин ҡайҙа йәшәргә тейеш икән?”
Тыуған көн онотолғандай булды. Ҡарт, йәш саҡта үҙ ҡулдары менән йышып матурлаған, семәрләгән бүлмә эсен байҡап, ғәжәпләнеп ултырҙы. Зауыҡ менән биҙәлмәһә лә, уның үҙ өйө, өйләнгәндән алып кәләше менән хәләл көс түгеп өйгән өй. Әллә йөрәге сәнсә инде, талаштан ҡыҙарып-бүртенгән балаларының артабан һүҙ көрәштереүҙәрен ишетмәне, ҡолаҡтары шаулап, башы зыңлап ауыртырға кереште. Тәғзимәһенең ярһып ҡул һелтәүенән өҫтәл уртаһындағы сәскәләр ҡаҙалған ваза төшөп ватылғас, Миҙхәт ҡарт яйлап урынынан күтәрелде, стена буйындағы диван-ултырғыстарға тотоноп, ишеккә табан тәнтрәкләне. Уның сығыуын һиҙмәнеләр ҙә һымаҡ, селпәрәмә килгән ваза ла аяҡ аҫтына сылтырап ята бирҙе, йорт бүлешеү байрамдағыларҙың бар иғтибарын яулап алған ине. Хужа, тышҡа сыҡҡас, өй нигеҙенә сүгәләп, тынысланырға тырышты, был хәлдең үҙе менән барғанына ышанмаҫҡа теләгәндәй, киске тауыштарға ҡолаҡ һалып, онотолорға теләне. Үрге оста лаулап эттәр өрҙө, аръяҡта, клуб яғында йәштәрҙең ҡысҡырышып көлөшкәне ап-асыҡ ишетелде, һарай артында ҡоштар сутылдашты, юҡ, был – ысынбарлыҡ. Уның уйын иҫбатлағандай, тәҙрә аша өйҙәгеләрҙең талашыуы ҡолаҡҡа салынды. “Былар нүжәли минең баллар”, – тип ирекһеҙҙән ыңғырашып ҡуйҙы Миҙхәт ҡарт.
Ул бер-аҙыраҡ шаңҡып ултырҙы шулай, шунан бер ҡарарға килеп тупһаға күтәрелде.
– Ҡуй, балалар, бәхәсләшмәгеҙ, – тине ҡарт өйгә ингәс, тыныс булырға тырышып. – Мин мына уйланым-уйланым да, үҙемсә кәңәш бирергә булдым – тыңлаһағыҙ... Байлыҡ менән әллә ҡайҙа китеп булмай, бөгөн бар, иртәгә юҡ ул, һеҙ туғанлыҡты һаҡлағыҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ... Ауыр саҡта туғанға һалынмай кемгә һалынаһың? Шуға, өйҙө һатһағыҙ – аҡсаһын тигеҙ бүлешегеҙ... Мин нимә... Мин ашнаҡта йәшәрмен... Шулай уңайлы ла булыр, ҡышын өйҙө йылытам тип нисаҡлы утын китә. Ул ашнаҡ ныҡ ул, әсәйегеҙ менән ошо өйҙө төҙөгәнсе тип ваҡытлыса шуны әтмәләп йәшәнек. Атай йортон мин ҡустыма ҡалдырғайным, электән өй атайҙан кинйәгә күскән, ул маладис булып сыҡты, нигеҙен һыуындырманы... Мәрхүм булғансы тәрбиәләп, дан итеп тотто, йәне йәннәттә булһын... Шул, күпмегә һата алаһығыҙ – һатығыҙ...
Бүлмә эсе тын ҡалды. Тәғзимә һылыу-ҡустыларына нотоҡ уҡып әле генә ултырғысына ҡапланғайны, терһәге менән һалмыш ирен эләктереп йәнә тороп баҫты.
– Ата-а-ай, ниндәй ашнаҡ, ашнаҡты беҙ башҡа ҡаралтылар менән бергә һатабыҙ. Һине Рәсим городҡа апарам ти ҙә һуң? Шунда рәхәтләнеп йәшәрһең, бөтә уңайлыҡтар – ванна, туалеты тигәндәй. Әллә Рәсим һиңә әйтмәнеме, бай ул беҙҙең кинйә, аҡсаны көрәп ала, Өфөлә уның шәп дворецы бар, – тип тәтелдәне Тәғзимә. Ҡалғандары уны баш ҡағып йөпләп ҡуйҙы.
Иртәгеһен балалары, бер-береһе менән һалҡын хушлашып, ашығыс таралыштылар. Өй хужаһы, аҙаҡҡы машина туҙан борҡотоп урам осонда юғалғас, бик оҙаҡ ҡапҡа төбөндә уйға батып торҙо
– Ҡайтманы Рәсим, Зәлифә. Һине ерләгәндән бирле онотто беҙҙе кинйәбеҙ. Хатяҙып һалһа ла һуң... Нәсимә телефон әпиргән булды, хәҙерге техниканы, уны өйрәнеп ҡара, йә көсө бөтә, йә яңылыш баҫам. Хатҡа етмәй инде, еҫкәп ҡараһаң да... Бушҡа ара боҙҙо балларыбыҙ, әбекәй, өйҙө һата алманылар, мин дә шул көндән ишеген бикләп ошонда күсендем, йоҙағы тутыҡҡандыр ҙа инде. Кемгә хәжәте бар төпкөл ауылдағы өй, райцентрға яҡындағыларын алмайлар, газ, һыу үткәрелгән бит әле. Э-э-эй, уның хаҡы ла... – Миҙхәт ҡарт фото менән һөйләште. – Баллар гурытта йәшә тип саҡыра, унда мин нимә ҡарайым. Йәшәй алғансы йәшәнем инде, һинең яныңа барғансы ошо ашнағымда көн итермен әле. Һағындым һине...
Ул ҡарашын альбомға күсереп оҙаҡ ҡына текләп ултырҙы. Һаҡ ҡына һыпырҙы.
– Һау ғына булығыҙ инде, балаҡайларым... Э-э-эй, Тәғзимәмде, мынауында ҡалайтып торған була инде, айтай баҫҡан сағы, йығылмаһын тип әсәһенең ҡото осҡан. Беренсебеҙ, ғаилә йәме булып, беҙҙе ҡыуандырғаны-ы- ы... И-и-и, Кәрим улым, ыштанһыҙ, себен эйәләтеп карауатта ятҡан була, малай тыуҙы тип ярты ауыл менән йыуғайныҡ.Хәҙер ана ҡолғалай!Ә терһәк буйылай ғына ине... У-у-й, ҡарале, Нәсимә ҡыҙымды, өс йәшлек булды микән, турһайып иларға тора әллә, ҡуй инде, ҡыйырһытҡаннар балаҡайымды... Быныһы кем әле, атаҡ, ҡыҙым Ғәзимә лә баһа!Хи-хи-хи...Шуҡ булды бигерәк, буялып бөткән, шуға танырлыҡ та түгел. Мынауында күмәкләп төшкәннәр, Рәсим әрменән ҡайтҡас йыйналғайнылар. Зәлифәмдең иң бәхетле көннәре. Йәһәннәмдә хеҙмәт итте төпсөгөбеҙ, Владивостокта, хәҙер әпәт ҡош осмаҫ яҡларҙа. Кәләш алып, туйын үткәрҙе лә, олаҡты һыуыҡ төньяҡҡа. Әсәһен ерләгәндән һуң онотто бәләкәсем мине, онотто... Тегеләре лә йылына бер генә күренеп китәләр.Ҡалайтаһың инде, бушҡа әйтмәгәннәр шәй, ата күңеле балала, бала күңеле далала, тип... Ярар ҡайтмаһалар ҡайтмаһыннар, иҫән-һау ғына йөрөһөннәр, ҡолонсаҡтарым, бәхетле булһыннар...
Миҙхәт бабай мышҡылдап, дымланған күҙҙәрен һөрткөләне. Ғаилә альбомын ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫҡан килеш ул шығырлатып ултырғыстан торҙо ла, шул килеш урындыҡҡа барып ятты. Тәне ауырайғандай булды ҡарттың, иртәнән һыҙлап йонсотҡан быуындары бер ни һиҙмәй ҡатып барғандай. Һикһән биш – уйын түгел инде ул, услап дарыу ашап көн итә, хөкүмәткә рәхмәт, пенсияны ваҡытында бирә ярай. “Үлеп барам инде әллә? Ваҡыт та еткәндер... Аллаға шөкөр, ошо йәшкә еттем, тыуған көндө үлеү – бәхеттер... Әбей ҙә көтә...”
Миҙхәт ҡарт килеште хәле менән, аҙаҡтан аҙапланмаһындар, тип уйланы, альбомды мендәр аҫтына тыҡты ла, ҡулдарын күкрәгенә һалып турайып ятты. Рәхәт булып китте уға, күҙҙәрен йомоп онотолдо. Ана, дөм ҡараңғылыҡтан әбейе ҡулдарын һуҙып килә. Хәҙер ҡосаҡлашасаҡ улар. Теге донъяға күсте шулай итеп. Шул саҡ тышта тоноҡ ҡына машина геүләүе ишетелде. “ Үлмәгәнмен икән әле, Ғазраил машинаһында яңы килде,” – тип уйлап ҡуйҙы ҡарт.
Шапылдап ҡапҡа ябылды, ҡатын-ҡыҙ һөйләшә, уға яуап итеп ир кеше һөрәнләне:
– Атай, атай, тим! Ишектә йоҙаҡсы, күптән асылмағанға оҡшаған.
Миҙхәт ҡарт ҡорт саҡҡандай ырғып торҙо.
– Ах! Рәсим, Рәсим улым! Ҡайттыңмы ни? Мин мында-а-а!
Ҡарт юлындағы ултырғыстарҙы түңкәреп ишеккә ташланды. Ҡалғаны хыялындағыса, ишекте тибеп тигәндәй асҡан Миҙхәт бабай ҡаршыһында улы Рәсим пәйҙә булды.
– Атай! – Улының көслө ҡулдарында ҡарт һығылып төштө.
– Уй, ҡайным! – Килене ашығып килеп етте, сумкаһында ҡутарынды. – Хәҙер, хәҙер, миндә дарыу...
– Борсолма, килен, бөтәһе лә һәйбәт, мин ҡыуаныстан, башым әйләнеп китте. Әйҙә,әйҙәгеҙ ашнаҡҡа... Мына ҡыуаныс – улым ҡайтҡан!
Рәсим атаһының ҡулынан һаҡ ҡына тотоп өй яғына ымланы.
– Атай, өйөң бикле... Ташландыҡ һымаҡ тәҙрәләре лә туҙанға батҡан...
– Әй, күптән бикле ул. – Миҙхәт ҡарт күҙҙәрен йәшерҙе. – Бер үҙемә ул өй нимәгә?
– Атай, беҙ йәйгелеккә һинең менән йәшәргә, тип ҡайттыҡ. Чукотканы бөтөнләйгә ҡалдырҙыҡ, йылыбыҙ тулды...
– Туҡта, улым, әйҙә ширлеккә ултырайыҡ әле, – Өй хужаһы йәнләнеп китте. – Йәйгелеккә генә түгелдер, бәлки ғүмерлеккә, ә?
– Юҡ, ҡышҡа Өфөгә алып китәм һине, минең мына тигән өйөм бар, шунда йәшәрбеҙ.
– Юҡ, мин ауылдан бер ҡайҙа ла бармайым. – Атаһының кәйефе китте. – Ана,силсәүит мине ҡарарға сусработник тәғәйенләне, Аллаға шөкөр, ҡыҙ кеше бик булдыҡлы, йыйнаштыра, дарыуын әпкилә, ашарға бешерә – миңә тағы ни кәрәк? Ә өйҙө ағай-апайҙарың һатабыҙ тигәйнеләр, миңә ашнаҡ та етә...
Рәсим ҡысҡырып көлөп ебәрҙе, артынан килене лә ихлас ҡушылды.
– Хәҙер килеп етә ул “һатыусыларың”, атай. – Ауыҙ йырҙы улы, шунан етдиләнде.
– Бәхетһеҙлек бәхет килтерҙе, тигәндәй... Беҙ киленең менән туғандарыбыҙҙың һәр береһендә ҡунаҡ булып йөрөп ҡайттыҡ. Иң оҙағы Тәғзимә апайымдарҙа тотҡарландыҡ, үҙгәргән апайым, туғандарым, тип өҙөлөп тора, ҡайтармай бер булды. Апайым бит саҡ ҡалған, атай, ярты йыл сир менән көрәшеп, көскә аяҡҡа баҫҡан. Телефон заманы, хәбәр итһә була бит, һөйләгәс иҫтәр китте...
– Ке-е-ем?! Тәғзимәме?! Ни булған балаҡайыма? – Ҡарт хафаланып аяғүрә баҫты. –Әйтәүгер, ул да, кейәү ҙә өндәшмәй киттеләр...
– Тыныслан, атай, ҡурҡынысы артта, ултыр әле, ултыр. Рак, тип диагноз ҡуйғастары, бармаған ере ҡалмаған, врачы ла, сихырсыһы ла, күрәҙәсеһе лә тигәндәй. Инде өмөтө өҙөлгәс, ҡаҡ һөйәк апайым ҡорбан салдырып, аят уҡытҡан. Ғүмере бар инде, хәйер өләшеп, мәсеткә йөрөй башлағас, күҙгә күренеп һауыҡҡан. Мөғжизә-ә-ә! Хәҙер бөтөнләйе дингә тартылған, өйөңдө һатыу тураһында һүҙ сыҡҡас, хаталаныуын, нәфсе урманында аҙашыуы менән аңлатты, хатта, кәрәгеңә тотонорһоң, тип миңә аҡса тәҡдим итте. Бөтәһе лә әйбәт, туғандар менән аңлаштыҡ шулай. Һатмайбыҙ өйҙө, атай, ҡышты ҡалала үткәрһәк, йәйен һинең менән ауылда йәшәргә уйлайбыҙ. Мәңге туң яҡта эшләп, йәшелгә төрөнгән ауылды һағындыҡ. Ярар, ул турала һөйләшербеҙ аҙаҡтан. Тыуған көнөң, юбилейың менән, атай!
Рәсим атаһын ҡосаҡлап алды. Миҙхәт бабай ҡулъяулығын алырға йәнә кеҫәһенә тығылды.
– Юбилейың менән ҡотлайбыҙ, ҡайным! – Килене лә һыйынды.
Машина тормозының әсе сыйылдауынан урам яңғырап китте. Бер-бер артлы дүртмашина ҡапҡа төбөнә туҡтаны.
– Ана, минең туғандарым! – Рәсим һөрәнләп ебәрҙе. – Әйттем бит, атай, килептә еттеләр. Әйҙә, ҡаршы алайыҡ, өй йоҙағын да асайыҡ.
Миҙхәт бабай, ҡапыл баҫҡан шатлыҡтан иҫәңгерәп, атлай алмай торҙо.