коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы Мөнир Ваһапов,
район етәксеһенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары
Тәлғәт Аҡбутин, район Советы секретары Марат Мөхәмәтов,
район башлығының эшҡыуарлыҡ, бизнес, иҡтисад,
инвестициялар буйынса урынбаҫары Тимур Хужабәков
сығыш яһаны. Шулай уҡ мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәре тыңланды, улар киләһе йәштәр байрамы программаһы
менән ҡыҫҡаса таныштырып, киләсәктә ҡайҙа, ниндәй
спорт саралары үткәреү мөмкинлеген күҙалланы.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм бәлиғ
булмағандар бүлеге етәксеһе Фидан Түләбаев йәштәр эше
буйынса үҙе эш башлаған көндән бөгөнгәсә башҡарылған
эштәр тураһында ентекле һөйләне.
Район Советы секретары Марат Рафиҡ улы йәштәрҙе
әүҙем тормош алып барырға, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып,
лидерлыҡ сифаттарын асырға саҡырҙы. Ул:
– Һеҙ – киләсәктә беҙҙе дауам итеүселәр, беҙ һеҙҙең
көсөгөҙгә, аҡылығыҙға ышанабыҙ. – тине.
Шулай итеп, йәштәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы
мәнфәғәтен, ихтыяждарын яҡлау, уларҙы ижтимағи-сәйәси
һәм социаль тормошҡа ылыҡтырыу буйынса төплө фекерҙәр
булды.
Был йәштәр йыйылышында күтәрелгән мәсьәләләр социаль
иҡтисад, йәштәр сәйәсәте, гражданлыҡ йәмғиәте,
илһөйәрлек
рухын
тәрбиәләү,
сәләмәт
ғәмәлләштереү һәм йәш быуынды әүҙем тормошҡа йәлеп
итеүгә ҡағылды.
Ауыл биләмәләренән килгән йәштәр ойошмалары
етәкселәре ошо йыйылыштан һуң оҙаҡ ҡына уйланып
йөрөгәндер. Уларға ҡайтҡас, биләмәләге йәштәр менән
йыйылып һөйләшергә тәҡдим ителде. Йыйылышта
ишетелгән һәр фекер йәш быуынға еткерелер тигән ышаныс
тыуа. Йәштәргә – эштәрендә уңыштар!
Гөлшат Имелбаева. Автор фотолары.