Юлдаш ауылы районыбыҙҙа иң матур ауылдарҙың
береһе икәне һәр кемгә мәғлүм. Уны 2020 йылда үткән
6конкурс тағы иҫбатланы. Ауыл үҙенән-үҙе генә бер нисек тә
матур булып китә алмай. Уны тырыш, хеҙмәт һөйгән,
аҡыллы, тәүфиҡлы балалар үҫтергән данлы ғаиләләр,
берҙәм халҡы биҙәй. Миҫалға Якуповтар ғаиләһен алырға
мөмкин. Ғаилә башлығы Факил Сәмиғулла улы менән йорт
хужабикәһе Шәмсихаят Мөхтәр ҡыҙы хәҙер икәүһе донъя
көтә. Улай тип әйтеү бик дөрөҫ тә булмаҫ, улар балаларын
тәрбиәләп, үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәре менән мәж килә. Беҙ
килгәндә, мәктәпкә тиклем хәл белергә ингән ейәнсәрҙәрен
дәрескә оҙатыу менән мәшғүл ине улар. Ҡәрсәй кеше йылы
ашын әҙерләп, аш-һыу бүлмәһендә йөрөһә, ҡартатай ейәне
менән бик матур әңгәмә ҡороп ултыра. Бына бит, бөгөнгө
көндә лә ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торған ҡартатай,
ҡәрсәй-өләсәйҙәр бар, тимәк , быуындар бәйләнеше ныҡ
әле. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа йыш ҡына ейән-ейәнсәрҙәр
һөйөп, әкиәт, тарих һөйләүҙе ситкә ҡуйып, бик күп
ололарҙың хәмер ҡолона әйләнеүен һәр ҡайһыбыҙ яҡшы
белә.
Факил Сәмиғулла улы 1939 йылда ишле ғаиләлә,
алтынсы бала булып тыуа. Ун бер балалы ғаиләлә үҫә. Атаһы
Сәмиғулла Лотфулла улы һуғышта була. Дошманды еңеп
тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡандан һуң, яҙмыш ҡушыуы.