Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Ғинуар 2021, 21:00

Киске ашҡа картуф бәрәмәсе

Ит ризыҡтары ялҡытып киттеме? Әйҙәгеҙ, кискелеккә "икенсе икмәгебеҙ"ҙән ризыҡ әҙерләйек!Кәрәк була:

Ит ризыҡтары ялҡытып киттеме? Әйҙәгеҙ, кискелеккә "икенсе икмәгебеҙ"ҙән ризыҡ әҙерләйек!
Кәрәк була:
1 стакан һөт, 1 стакан һыу, 1 аш ҡалағы сүпрә, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, саҡ ҡына он һалып ҡабартырға ҡуябыҙ. Ҡамыр әсеп сыҡҡас та самалап тоҙ һалып болғатабыҙ. Унан ярты стакан самаһы көнбағыш майы, он өҫтәп йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ.
Эслек өсөн картуф бешерәбеҙ. Һыуын һарҡытҡас, кәрәгенсә һөт һалып ҡайнатып сығарабыҙ. Һуған, тоҙ, йомортҡа, май өҫтәйбеҙ. Был ризыҡтарҙы һәр кем үҙ самаһынан сығып һала инде. Картуфты яҡшылап иҙәбеҙ.
Ҡамыр әҙер булғандан һуң йәймәләр яһап, уртаһына картуф һалып бәрәмәстәр яһайбыҙ. 180 градуслы мейестә бешереп алабыҙ.
Бәрәместәрегеҙ тәмле, кистәрегеҙ йәмле булһын, төркөмдәштәр!
Читайте нас: