Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
22 Ғинуар 2021, 21:00

Балаларға – уйын майҙансығы, ә ололарға – спорт тренажеры

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы – ғәмәлдәЯңыбай мәҙәниәте йортонда ауыл халҡы ҡатнашлығында, йыйылыш үткәрелде. Алдан белдереү бирелеп, саҡырылған ваҡытҡа барыһы 80-дән ашыу кеше йыйылған ине. Ауыл хакимиәте башлығы Хужәхмәтов Фәһим Булат улы ППМИ буйынса үткән йылдарҙа ауыл биләмәләре буйлап ниндәй эштәр башҡарылғанын ҡыҫҡаса һөйләп үтте.Район башлығы Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, кураторыбыҙ Тимур Искәндәр улы Хужабәков, Илнур Фәрит улы Ибраһимов та сығыш яһап, халыҡ һорауҙарына яуап бирҙеләр. Тулы мәҡәлә сайтта.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы – ғәмәлдә
Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға , төҙөкләндереүгә республикабыҙ тарафынан күп иғтибар буленә. 2014 йылдан алып Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы барлыҡҡа килде һәм эшләй. Был ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыландырыу, төҙөкләндереү өсөн бик тә уңайлы ысул. Йыл һайын уҙғарылып барған был программала Яңыбай ауыл биләмәһе халҡы ла ихлас ҡатнашып тора. Ошо йәһәттән 21 ғинуарҙа, Яңыбай мәҙәниәте йортонда ауыл халҡы ҡатнашлығында, йыйылыш үткәрелде. Алдан белдереү бирелеп, саҡырылған ваҡытҡа барыһы 80-дән ашыу кеше йыйылған ине. Ауыл хакимиәте башлығы Хужәхмәтов Фәһим Булат улы көн тәртибе менән таныштырып йыйылышты башлап ебәрҙе. Башта ППМИ буйынса үткән йылдарҙа ауыл биләмәләре буйлап ниндәй эштәр башҡарылғанын ҡыҫҡаса һөйләп үтте:
-Беҙ Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында йылда ҡатнашып торабыҙ. Тәүге йылда был программа ярҙамында Яңыбай һәм Ҡужанаҡ ауылы мәҙәниәт йорттарына заман талаптарына ярашлы итеп капиталь ремонт эшләнде. Таулыҡай ауылында зыярат кәртәләнде. Үрге Мәмбәтша ауылы ике тапҡыр ҡатнашып клуб һәм балалар уйын майҙансығы булдырҙы. Үткән йылда Ҡужанаҡ ауылы халҡы ла балалар уйын майҙансығы төҙөлөүенә өлгәште. Дәуләт беҙгә аҡсалата ярҙам күрһәтә икән, мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға кәрәк! – тип, халыҡты берҙәм ҡушылырға саҡырҙы. Был йыйылышта шулай уҡ район башлығы Дәмин Марат улы Юланов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, кураторыбыҙ Тимур Искәндәр улы Хужабәков, Илнур Фәрит улы Ибраһимов программа тураһында телмәр тоттолар. Быйылғы 2021 йылда Яңыбай ауыл халҡы ла, икенсегә ҡатнашып, балалар өсөн уйын майҙансығы һәм ололар өсөн спорт тренажеры булдырыу тураһында теләк белдереп, бер тауыштан ҡарар ҡабул итте. Программаны бойомға ашырыу өсөн шунда уҡ 5 кешенән торған инициатив төркөм һайланды, һәр йорттан 600 һум аҡса йыйырға килешелде.
Ауыл халҡының әүҙемлеге һәм проекттың хупланыуы менән ауыл уртаһын йәмләп, балаларҙы ла, ололарҙы ла ҡыуандырып ултырған майҙансыҡ эшенең һөҙөмтәһе булыр тигән ышаныста ҡалып таралышты ауылдаштар.
Ҡәҙербәкова Ә., китапханасы.
Читайте нас: